Һүҙ тылсымы – рухи балҡышта

Һүҙ тылсымы – рухи балҡыштаҠатын-ҡыҙҙың ниндәй хужабикә булыуын белер өсөн уның аш бүлмәһенә үтер кәрәк. Таҙалыҡ, бөхтәлек, һәр нәмә урынында булып, ҡулдарының нисек тилбер йүгереп тороуынан бында тынғыһыҙ, һәр эште теүәл һәм еңел башҡара торған зат йәшәүен тоҫмаллайһың. Бына ул йәһәт кенә итеп туҡмас тураны. Һоҡланыуымды йәшермәнем.

...Ҡатын-ҡыҙҙың ғәжәп бер мәлгә инеүелер ул иллеһен артылыу. Өйҙә яратҡан ҡатын, әсәй, өләсәй булыу, эштә тәжрибәле белгес дәрәжәһенә етеү. Дәртле һәм ышаныслы баҫып йөрөүендә уның бар гүзәллеге.

Республика көнө алдынан Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларына дәүләт наградаларын тапшырҙы. Улар араһында Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының баҫма матбуғат бүлеге начальнигы Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы Әхмәтйәнова ла бар ине. Уға «Башҡортостандың атҡаҙанған матбуғат һәм киң мәғлүмәт хеҙмәткәре» тигән маҡтаулы исем бирелде. 

...1 сентябрь – бала саҡта ашҡынып көтөп алған байрамдарҙың береһе. Ишембай районы Яр-Биш­ҡаҙаҡ ауылында ла шулай аҡ алъяп­ҡыс таҡҡан күбәләк кеүек ҡыҙҙар, үҫә төшөп, баһаларын белеп кенә атлаған малайҙар мәктәпкә ағыла. Ә Фирҙәүес өсөн, тыуған көнө булған­ға, айырыуса тулҡынландырғыс, икеләтә шатлыҡ. Әммә шау-шыу ара­һында уның ҡыуанысы күмелеп ҡал­ғандай. Класташтарына, үҙенең күңе­лен талпындырған шатлығына бита­рафлыҡтары арҡаһында, үпкәләп тә ҡуя. Русса сыҡҡан «Восход» район гәзитенә кешеләргә бер-береһенә иғтибарлы булырға өндәп яҙған тәүге мәҡәләһе шул рәүешле тыуа.

Атаһы Ишморат, һөнәре буйынса нефтсе, ауылда алдынғы ҡарашлылар рәтендә. Ишле ғаиләлә Фирҙәүес бишенсе бала. Ағаһы, өс апаһы һәм ҡус­тыһы бар. Әсәләре бер тигән һы­лыу уңған ҡатын. Аталары активист, лидер. Һомғол буйлы, һары сәсле, зәңгәр күҙле бынамын тигән дан ир. Эш тип янып йөрөй, үҙе шиғырҙар, хикәйәләр яҙа. Буш ваљыттарында бєлєкєстєренє ҡысҡырып китап уҡырға ярата. Ул балаларын рухлы, зыялы итеп тәрбиә­ләүҙе маҡсат итә.

Фирҙәүесте атаһы ҡайһы саҡта урманға һунарға ла ала. Нишләптер мылтығы ҡыҙыҡтыра ҡыҙыҡайҙы. Аҙаҡ журналистар араһында төҙ атыу­сы булараҡ танылыу алыуының да хикмәте бына нимәлә икән!

Мәктәп йылдарында уҡ йәш хәбәрсе булып танылған ҡыҙ алдында уҡырға ҡайҙа барырға, тигән һорау тыумай. Әлбиттә, БДУ-ға, филология факультетына! Рәйес Түләк, Тәнзилә Үлмәҫбаева, Юлай Мәҡсүтов кеүек әҙәбиәттә, журналистикала тәрән эҙ ҡалдырған билдәле шәхестәрҙе таны­тасаҡ көслө төркөмгә барып ҡушыла. Икенсе йылына, хеҙмәтен тултырып, Учалы районы Иманғол ауылы егете Дамир Әхмәтйәнов уҡырға инә. Учалы егете оҡшатып йөрөй һине, тип хәйләләй дуҫ ҡыҙы. Фирҙәүес иғтибар итә ҡуя. Егет тә ҡыҙға күҙ һала. Шулай дуҫлашып китәләр.

Икенсе йылына Учалы районына фольклор экспедицияһына юлланырға булғас, Дамир Фирҙәүескә хат яҙып љулына тоттора. Әсәйемә алып барып күндерә күр, йәнәһе. Төркөм­дәше Фирҙәүес Сөләймәнова менән шулай итеп Иманғол ауылына килеп төшәләр. Иң тәүҙә аҙыҡ-түлек магазинына инеп күстәнәс үлсәтеп алалар. Һатыусы апайҙың, минең дә улым Өфөлә уҡып йөрөй, тип әйтеп ҡуй­ғанына илтифат бирмәй, Дамирҙың өйөн эҙләп табып, хужаларҙың эштән ҡайтыуын көтә башлайҙар. Бөклән­гән хатты асып уҡыйҙар. «Ҡыҙҙарҙың береһе буласаҡ киленең, әсәй, матур итеп ҡунаҡ ит», тигән юлдарҙы уҡып, сырҡ-сырҡ көлөшкән булалар. Бер аҙҙан магазинда танышҡан теге апайҙың ҡап­ҡаға табан йүнәлгәнен күреп, ғәжәп­кә ҡалалар. Апай, ҡыҙ­ҙарҙың уңай­һыҙланыуын һиҙеп, был хәлдән сығыу юлын тиҙ таба. Ике Фирҙәүесте дөрөлдәтеп эшкә егә. Ҡыҙҙар иҙәнде ялт иттереп йыуып ҡуя. Бер аҙҙан Дамирҙың атаһы, ағалары ҡайтып инә.

Һүҙ тылсымы – рухи балҡышта«Аҡыллы, татыу, уңған, берҙәм ғаиләнән булыуы Дамирға ихтирамымды йәнә лә арттырып ебәрҙе. Буласаҡ ҡәйнәмдең миңә төбәп әйткән һорауы ла ғаилә ҡороу мәсьәләһенә етди ҡарарға этәргес булғандыр», – тип хәтерләй хәҙер Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы. Шулай итеп, бер йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, улар өйләнешә. Өсөнсө курста улдары Руслан донъяға килә.

Ул ваҡыттарҙа студент йылдарында ғаилә ҡороп йәшәү хупланған. Өйләнешкәндәргә лекцияларға йө­рөү ирекле, дөйөм ятаҡта балалылар байтаҡ. Дамир студенттар советы рәйесе итеп һайлана. Ятаҡтағы балалар өсөн ясли асырға ла хыялланып ҡуя. Бүлмәһендә йыһазды үҙ ҡулдары менән яһай. Уҡыу менән эште бергә тарта, ғаилә мохтажлыҡ кисермәй, тормош алға тәгәрәй. Бала ла үҫә, ҡулға диплом да алына. Фирҙәүес бер курсты алдан тамамлағас, Ғафури районына китеп, «Звезда» гәзитендә эшләй башлай.

Дамир Рәмил улы уҡып бөткәс, йәш ғаилә Учалы ҡалаһында төплә­нергә ҡарар итә. Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы рус телендә сыҡҡан «Серп и молот» гәзитенә эшкә урынлаша. «Ҡалғаны күҙ асып йомған арала ғы­на үтеп киткән кеүек», – тип хәтерләй ул. Ябай хәбәрсенән бүлек мөдире итеп үрләтелә, яуаплы секретарь, баш мөхәррир урынбаҫары вазифаларын башҡара, баш мөхәррир йөгөн тарта. Ҡатын-ҡыҙҙар советын етәк­ләй, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы хәрәкәтенә ҡушыла.
«Әлеге кеүек Интернет түгел, компьютерҙар ҙа юҡ заман, гәзит сығарыу ҡатмарлы, эш төнгө 3-кә тиклем һуҙылыуы мөмкин, гранка төшөп китһә, яңынан йыялар, хата китһә, горкомға саҡырталар...» – был да тарихҡа сәхифәнән.

Һүҙ тылсымы – рухи балҡыштаДамир Рәмил улы ете йыл рус мәктәбендә башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән уҡыта, башҡорт мәктәбе төҙөлгәс, директор итеп ҡуялар.
...Әммә Әхмәтйәновтарҙы баш ҡала, унда ҡалған дуҫтары үҙенә тарта. Улдары Руслан да урта мәктәпте тамамлай. Ғаилә Өфөгә күсергә ҡа­рар итә. Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы «Башинформ» агентлығына эшкә урынлаша. Башҡортостанда Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды (WWF) проекты асылғас, ике телдә лә – русса ла, башҡортса ла яҙышҡан журналист эҙләйҙәр. Был урынға Фирҙәүес Ишморат ҡыҙының кандидатураһы хуплана. Тиҙҙән ул Мәс­кәүгә стажировка үтергә ебәрелә. Бер аҙҙан, тел өйрәнер өсөн, Польшаға. Бөтә донъя ҡырағай тәбиғәт фонды Башҡортостанда үткәргән барлыҡ саралар, конференциялар, осрашыуҙар­ҙы ойоштороуға көсөн йәлләмәй. «Фондта эшләгән дәүерҙә сит илдәрҙе күрҙем. Бөтә Европаны урап сыҡтым. Проект ябылғас, кире «Башинформ»ға ҡайтҡан инем, Матбуғат министрлығында эш тәҡдим иттеләр», – ти Фирҙәүес Ишморат ҡыҙы, хәтирәләрен яңыртып.
... Тормош һынауҙарҙан тора шул. Ҡайһы ваҡыт иң яҡындарыңды юғалтыу ғазабын үтеү менән дә һынай. Әсәһен көтмәгәндә инсульт һуға. Шул ваҡытта ағаһы менән ҡустыһы, юл фажиғәһенә осрап, бер-бер артлы донъя ҡуя. Был хәл әсәне тамам бөгә: өс ай ҙа үтмәй, ул гүр эйәһе була. «Өлкән апайым Фәнилә, өҫтөндәге һуңғы күлдәген сисеп бирергә лә күп уйлап тормаҫ, шул тиклем кеше йәнле ине, әсәйемде ҡараны, уның вафатынан һуң, шул ҡайғынан мандый алмай, үҙе лә беҙҙе ташлап китеп барҙы. Алма кеүек ике ҡыҙы етем ҡалды», – тип йөрәк һыҙланыуҙарын бәйән итә ул.
Бер-бер артлы ябырылған ҡайғы­ны күтәрергә үҙҙәрендә көс таба өс туған. Өфөлә төпләнгән Әлфиә Ишморат ҡыҙы Килмөхәмәтова (ул да оҙаҡ йылдар матбуғатта хеҙмәт итте, Матбуғат һәм киң мәғлүмәт министрлығында эшләне, әлеге ваҡытта «Башҡортостан» киностудияһында кадрҙар бүлеге начальнигы) һәм Салауат ҡалаһындағы Ания апайҙары менән өс таған кеүек бер-береһенә таяныс булып йәшәйҙәр. Ауыр кисе­рештәр, тетрәнеүҙәр арҡаһында сәлә­мәтлеге ҡаҡшаған мәлендә тормош иптәше – Дамиры һәр ваҡытта янында була, уны бала кеүек тәрбиәләй. Әлеге мәлдә «Башҡортостан» дәүләт телерадиокомпанияһы директоры урынбаҫары булып эшләгән Дамир Рәмил улы Әхмәтйәнов уға арҡаланыр ир ҙә, һөйөклө балаһының атаһы ла, серҙәш һәм фекерҙәш тә.

Улдары Руслан – Башҡортостан Республикаһы Президенты Хакимиәтенең мәғлүмәт-аналитика идаралығы дәүләт кәңәшсеһе. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тигәндәй, ул да БДУ-ның филология факультетында белем ала, бергә уҡыған ҡыҙға өйләнеп, Альмира исемле ҡыҙ үҫтерәләр. Килендәре Альяна Элем­тә, информацион технологиялар һәм киң мәғлүмәт сараларын күҙәтеү буйынса федераль хеҙмәт идаралығында эшләй.
Ғаиләлә барыһы ла бер төптән, бер тарафҡа ҡарай. Ҡыҙыҡһыныуҙар ғына түгел, рух берлеге, күңел яҡынлығы берләштерә уларҙы.

Башҡортостанда барлығы 176 баҫма иҫәпләнһә, шуларҙың 28-е республика, ҡалғандары район, ҡала буйлап тарала. Редакцияларҙың, З. Биишева исемендәге «Китап» нәш­риәте, Китап палатаһы эшмәкәрлек­тәрен күҙәтеп, баһалап, ярҙам ҡулы һуҙыу, уларҙың үҫешен хәстәрләү өлкәһендә ең һыҙғанған етәксенең хәстәрҙәрен һанап та бөтөрлөк түгел. «Заман талаптарына яуап биргән гәзит-журналдарыбыҙ, нәшерҙәребеҙ бар, үҙ эшен яратып, намыҫ менән баш­ҡарған мөхәррирҙәребеҙ үҙе бер ғорурлыҡ», – ти Башҡортостандың Матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары агентлығының бүлек начальнигы Фирҙәүес Әхмәтйәнова.

Ҡатын-ҡыҙҙың бәхете – уның сабыр аҡылында. Бәлки, был яҙмышҡа яҙған өлөштөр. Ошо өлөштө түкмәй, сайпылтмай, йәнселтмәй ғүмер ахырынаса алып килә белеүҙәлер. Һәр хәлдә, бәхет һәр кешенең үҙ ҡулында. Уның үҙенә яҙған өлөшкә яуаплы ҡарауында. Күңеле яҡты, уйҙары саф кеше менән аралашыуҙан сикһеҙ бәхетле булып ҡайттым был осрашыуҙан.
Донъя бит ул: бер күтәрә, бер әрнетә...

Гөлназ ҠОТОЕВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook