«Иң мөһиме – күңелдәге ихласлыҡ»

Уның өсөн үҙе йәшәгән бөтә өс заман да берҙәй ҡәҙерле: юғары рух тантана иткән совет осоро ла, ижад өсөн киң юлдар асылған бөгөнгө лә, зилзиләләренән бигерәк, һөнәри үҫеш баҫҡыстары менән хәтерҙә ҡалған үҙгәртеп ҡороу йылдары ла. Вазифаһы буйынса Башҡорт дәүләт университетында йәш ғалимдар менән эшләүҙе ойоштороусы булараҡ, ғилемгә иғтибар, ихтирам, дәүер ҡатмарлыҡтарына ҡарамаҫтан, артыуына, фәнгә килеүсе өмөтлө йәштәрҙең күплегенә ҡыуана. Бик ҡыҙыҡлы, оло сәнғәткә тиң өлкәне – аралашыу нескәлектәрен ғилми нигеҙҙә өйрәнеүсе булараҡ иһә: “Уңышҡа өлгәшеү серҙәренең береһе – башҡалар менән уртаҡ тел таба, йәғни һөйләшә белеү оҫталығы”, – тип инана. Башҡорт дәүләт университетының аспирантура бүлеге мөдире, йәмәғәтселек менән бәйләнеш кафедраһы доценты, фәлсәфә фәндәре кандидаты Римма Рифхәт ҡыҙы Сөләймәнова менән әңгәмәбеҙ.

Белешмә:
Римма Рифхәт ҡыҙы Сөләймәнова Өфөлә тыуған. 1982 йылда БДУ-ны тамамлаған. Фәлсәфә фәндәре кандидаты, алтмыштан ашыу ғилми хеҙмәт авторы. Баш­ҡортостан Республикаһының атҡаҙан­ған мәғариф хеҙмәт­кәре. Рәсәй Федерацияһы Мәғариф министрлығының Почет гра­мотаһына лайыҡ. Ғилми хеҙмәттәре өсөн Ватан мәғарифты үҫтереү фонды уҙғарған 2011–2012 йылдарҙағы иң яҡшы ғилми китап конкурсында лауреат булған. Тормош юлдашы Ришат Вахит улы Ниғмә­туллин да – ғүмерен фәнгә арнаған уҙаман, юридик фәндәр докторы, профессор. Улдары Тимур менән Таһир – хоҡуҡ белгестәре.

Беҙ бөтәбеҙ ҙә – бала саҡ иленән. Яҙмышты билдәләүсе, шулай уҡ уңышҡа илтеүсе сифаттар ҙа тап шул осорҙа һалына...
– “Нәмәгәлер өлгәшеү өсөн тир түгергә кәрәк”, – ти торғайны атайым менән әсәйем. Был – уңыштың йєнє бер сере, тип һанайым. Ћөнәри юғарылыҡ башлыса шуға бәйле, минеңсә. Атайым Рифхәт Миңлеғәли улы һөнәре буйынса инженер ине, ә әсәйем Роза Абдрахман ҡыҙы фанера комбинатында баш иҡтисадсы булып эшләне. Икеһенең дә тамырҙары Дим буйынан: атайым нәҫеле Дәүләкән башҡорттарынан булһа, әсәйем сығышы менән Шишмә районынан. Уларҙың ата-бабаһының үҙ заманының тырыш, алдынғы вәкилдәре булыуы артабанғы быуындарға ла йоғонто яһаған, тип уйлайым. Мәҫәлән, әсәйемдең атаһы Абдрахман Йәғәфәров Булгаков спирт заводында баш инженер булған, Бөйөк Ватан һуғышы осоронда уға етәкселек иткән. Фронтҡа китергә талпынған Абдрахман олатайыма: “Һин бында нығыраҡ кәрәк”, – тип, бронь биреп ҡалдырғандар. Уның 1905 йылда Мәскәү Шарап эшләү институтын тамамлауы хаҡындағы дипломын ҡәҙерләп һаҡлайым. Ә атайымдың атаһы Миңлеғәли Байгилдин революциянан һуң яңы тормошто башлап йөрөүсе коммунист була. Бөтә йөрәге менән илдең яҡты киләсәгенә ышанған Миңлеғәли олатайымдың ғүмере бик йәшләй өҙөлә – кистән йыйылышҡа киткән еренән юҡ була, менеп йөрөгән тоғро аты иртән үҙе генә ҡайта. Улар менән, илһөйәрлек тамырҙарымдың тәрәнлеге менән сикһеҙ ғорурланам. Әле иһә миңә бик һирәктәргә эләккән бәхет насип: әсә­йемдең әсәһе – изгеләрҙән-изге күңелле өләсәйем Зөһрә Шәһимәрҙән ҡыҙы­ның һөйөүен татып йәшәйем, уға киләһе йыл йөҙ йәш туласаҡ.

Мин – башта октябрятлыҡҡа алыныуҙы, унан пионер галстугы бәйләүҙе, артабан комсомолға, партияға инеүҙе ҙур байрам итеп ҡабул иткән, мәктәптә лә, университетта ла бөтәһе бер булып йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәгән быуындан.

≠ґем ѓ∆мер иткєн ћєр дє∆ер мињє бик яљын. Мин Советтар Союзында ла үҙемде бәхетле тоя инем. Матур йәшлек йылдары, ғашиҡ булыу, балаларым тыуыу тап ошо дәүерҙә булған бит. Һөнәр һайлау, тормош хаҡында уйланыуҙар мәле ине ул йылдар. Үҙгәртеп ҡороу заманы бө­гөнгөгә ишек асыуы менән әһәмиәтле. Ә әле иһә ғүмер буйы тупланған тәж­рибә, аҡыл, белемде егеп, яңынан-яңы хыялдарҙы тормошҡа ашыра торған ваҡытым. Ҡолас ташлап ижад итәм, ижад өсөн бер ниндәй ҙә кәртә юҡ һәм мин ғилми эҙләнеүҙәрҙән, йәштәр менән эшләүҙән әйтеп бөткө­һөҙ ҡәнә­ғәтлек кисерәм.
– Һеҙҙең күҙлектән ҡарағанда, бөгөнгө йәштәр – улар ниндәй?

– Уларҙың елдәй елгән ваҡыт ҡәҙе­рен белеүенә, үҙаллылығына һоҡланам. Фекерҙәре лә, ҡарарҙары ла, эштәре лә етеҙ, аныҡ. Һөнәр һайлауға, фән менән шөғөлләнеүгә аңлы, яуаплы ҡарап, киләсәктәренә нигеҙ һалалар. Мәҫәлән, кисәге студенттар аспирантураға ғилми дәрәжә алыуҙан бигерәк, һөнәри белем, зиһен офоҡтарын киңәйтеү өсөн килә. Барыһы ла университетта уҡытырға ҡалмай, әлбиттә, иҡтисадтың төрлө өлкәләрендә эшләй. Ләкин аспирантура тамамлаусы ҡәҙимге белгестән бер башҡа юғары. Был – юғары уҡыу йортонан һуңғы һөнәри әҙерлектең шәхес үҫеше өсөн ни тиклем мөһимлегенә бер дәлил.

Быуаттан ашыу тарихы булған уҡыу йортобоҙ ғәйәт көслө фән әһелдәре ме­нән дан тота, улар, фәндең иртәгәһен ҡайғыртып, үҙҙәренә лайыҡлы алмаш әҙерләй. Юғары һәм унан һуңғы белемгә ҡағылышлы яңы талаптар бик ҡаты һәм бөгөн аспирантураға инергә теләүселәр араһынан иң-иңдәре һайлап алына.

Шуны ла әйткем килә: халыҡ-ара хеҙмәттәшлектең үҫеүе – сит ил юғары уҡыу йорттары, мәҫәлән, Ҡытайҙағы Ляонин университеты, Болгариялағы Великотырновск университеты менән бәйләнештең яйға һалыныуы йәш ғалимдарға яңы мөмкинлектәр аса.
– Кафедрағыҙ әҙерләгән белгес­тәрҙе, йәмәғәтселек менән бәйләнеш оҫталарын, “өсөнсө мең йыллыҡ һөнәр эйәләре” тип атайҙар...
– Тап шулай. Яҡшы пиарсы бер үк ваҡытта үҙендә һиҙгер сәйәсмән, ял­ҡынлы журналист, маһир менеджер, талантлы рекламасы сифаттарын туп­ларға тейеш. Студенттарыбыҙҙың үҙ юлын яратып һайлауын, уҡып йөрө­гәндә үк эшкә ылығыуын күреп, “Афарин!” – тием. Улар семинарҙарҙа ғына түгел, ғилми конференцияларҙа ла әүҙем ҡатнашып, мөмкин тиклем яҡшыраҡ әҙерлекле булып сығырға ынтыла. Яҙ һайын уҙғарылған “Аралашыуҙағы мөһим проблемалар: теория һәм практика” Бөтә Рәсәй ғилми-ғәмәли конфе­ренцияһында йылдың йылы тәүге урындарҙы биләйҙәр. Кафедра уҡытыусылары менән бергә сараға хәйриә ярҙамы күрһәтеүселәрҙе йәлеп итеүҙә эшләп, тәүге һөнәри аҙымдарын яһайҙар.

Аралашыуҙың социаль, сәйәси, психологик, лингвистик, мәҙәни һәм башҡа юҫыҡтағы мәсьәләләрен тикшергән форумдың әһәмиәте Рәсәй гуманитар фәнни фонды тарафынан танылды һәм беҙ ҙур грантҡа лайыҡ булдыҡ. Әлбиттә, был ғилми проект етәксеһе булараҡ, бик шатландым.
Ә март айында студенттарыбыҙ, илһамланып, Башҡортостан Республикаһының Сауҙа һәм ҡулланыусылар хоҡуҡтарын яҡлау комитеты, Башҡорт­остан сауҙа ассоциацияһы менән берлектә “Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” программаһын ғәмәлгә ашырыуға ҡушылды.

– Был ҡыҙыҡлы проект хаҡында ныҡлабыраҡ һөйләп китһәгеҙ ине.
– Проект, ысынлап та, ифрат ҡыҙыҡ­лы һәм файҙалы. Маҡсаты – урындағы сеймалдан аҙыҡ-түлек етештереүсе республика предприятиелары, уларҙың тауар­ҙары сифаты хаҡында ҡулланыу­сыларға киңерәк мәғлүмәт еткереү. Ун­да ҡатнашыусыларҙың күбе­һе – эштә­рен саҡ башлап тороусылар һәм әлегә үҙ тауарын матурлап тәҡдим итә бел­мәй. Шуға күрә беҙҙең кафедра прог­рамманы һөҙөмтәле алға ебәреү буйын­са бушлай ярҙам күрһәтергә булды.
Башта бренд маркаһын күркәм эшләү – тауарҙың сауҙаға сығарыласаҡ исемен уйлап табыу кәрәк тип таптыҡ. Студенттар, бер-береһе менән ярышып, һатып алыусыла ыңғай хистәр тыуҙ­ырыусы персонаж йәки символ ижад итә, төргәкте йәмлерәк итеп үҙгәртешә. Хаҡы һәм сифаты буйынса бер үк тауарҙар араһында кеше күрер күҙгә күркәмен һайлай бит.

“Башҡортостан аҙыҡ-түлеге” – студенттарыбыҙҙың һөнәри оҫталығын үҫтереү майҙансығы ғына түгел, ул ҙур тәрбиәүи әһәмиәткә лә эйә. Тыуған еребеҙҙә етештерелгән сифатлы тауар­ҙы танытыуға үҙ өлөшөн индереүҙән улар ғорурлыҡ кисерә, республикабыҙ­ҙы яратыуҙарын матур эштәре менән дәлилләй.
– Иң боронғо замандарҙан бөгөнгө көндәргә тиклем аралашыу мәҙәниәте үҫеүен өйрәнеүсе ғалимә, улай ғына түгел, был маһирлыҡты башҡаларға еткереүҙе һөнәр иткән шәкерттәрҙең остазы булараҡ, уңышлы һөйләшеү алып барыу серен аса бирһәгеҙ ине?

– Кеше донъяға барлыҡҡа килгән­дән алып аралашып, һүҙ ярҙамында аң­лашып ғүмер итә бит. Аралашыу ки­мәле киң мәғлүмәт заманында йәшәүсе бөгөнгө кешенең дөйөм мәҙәни кимә­лен күрһәтеүсе бер дәүмәл булып тора. Хәйер, ул һәр заманда ла шулай булған – бөйөк Сократ та: “Һүҙ башла, кем икәнеңде әйтермен”, – тигән бит.

Эшлекле һөйләшеүҙең, һөнәри әңгәмәнең үҙ ҡанундары булһа, яҡындарың менән аралашыу башҡаса. Ләкин кем менән әңгәмә ҡорһаң да, ул уңышлы булһын өсөн, ихласлыҡ һәм ихтирам – кешенең шәхесенә, эшенә, диненә, милләтенә, теленә, мәҙәниәтенә хµр­мєт мотлаҡ. Был юҡ икән, телеңдән алтын һүҙҙәр ағылһа ла, һин уңышһыҙ­лыҡҡа дусар. Әңгәмәнең башы һәм аҙа­ғы бик мөһим – уның һөҙөмтәһен тәүге минуттар билдәләһә, артабан осрашыу теләге матур хушлаша белеүгә бәйле.

Уйлап ҡараһаң, кешеләрҙең үҙ-ара мөнәсәбәт сере үтә ябай һәм донъяның үҙе кеүек боронғо. Беҙҙән егерме биш быуат элек йәшәгән аҡыл эйәһе Конфуций был турала бик хаҡ һүҙҙәр әйтеп ҡалдырған: “Кешеләр һиңә нисек булы­уын теләһәң, уларға шулай бул”. Был һүҙҙәр єлмисаљтан алып бөгөнгєсє әх­лаҡтың алтын ҡағиҙәһе булып тора.

Альмира КИРӘЕВА әңгәмәләште.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook