Ҡанундарҡа бирешмәҫ классика

Ҡанундарҡа бирешмәҫ классика Һәр саҡ заман менән бергә атлағығыҙ киләме? Классик стилде һайлағыҙ – үкенмәҫһегеҙ. Ул ваҡыт ҡанундарына буйһонмай, яңы ағым-йүнәлештәргә лә бирешеп бармай.
Был стилде һайлағандарҙы иҫке ҡарашлы, күңелһеҙ һәм бер төрлөлөк яратыусылыр, тип уйлаусылар яңылыша. Классик стиль – уңышлылыҡ һәм нәзәкәтлектең нигеҙе ул. Юҡҡа ғына Жаклин Кеннеди, Маргарет Тетчер кеүек дәүләтендә ҙур урын биләгән ханымдар тап классикала туҡталған һәм меңдәрсә ҡатын-ҡыҙҙарҙы үҙ артынан эйәртмәгәндер.

Классик стиль XVII быуат башында Бөйөк Британияла барлыҡҡа килә, артабан бөтә Европаны биләп ала. Шуны ла әйтеп үтергә кәрәк: ул замандарҙа классик костюмдарҙы тик ир-егеттәр генә кейгән. Әммә феминисткалар улар менән бер хоҡуҡлы булыуҙы ғына даулап ҡалмаған, пинжәк һәм салбар кейеүҙе лә «тартып» алған...
Был стилдең барлыҡҡа килеүендә һәм үҫешендә билдәле Коко Шанелдең урыны ҙур. «Һәр ваҡытта ла яңылыҡ асыусы булыу мөмкин түгел. Минең классика булдырғым килә», – ти ул һәм, һис шикһеҙ, маҡсатына өлгәшә. Жакеттар, тубыҡҡа тиклем оҙонлоҡтағы тура итәктәр, салбарлы костюмдар һәм, әлбиттә, «бәләкәс ҡара күлдәк» – классик гардеробта була торған төп кейем.
Классик стилдәге кейем юғары сифатлы, нәзәкәтле, ябай тегелешле, биҙәлештә сама белеү менән айырылып тора. Туҡымаларҙан бер төҫлө, йышыраҡ һоро, күк, ҡуйы ҡыҙыл, ҡара, көрән, аҡһыл көрән һәм башҡа йомшағыраҡ сағылыштағылары ҡулланыла. Уларҙың һүрәттәре күҙгә артыҡ салыныусан түгел: буй һыҙыҡтар, шаҡмаҡтар, «шыршы», «тауыҡ тәпәйе» кеүек нағыштар. Сифатлы күн, йөн, твид, етен кеүек туҡымалар ҡулланыла.
Кейем йыш ҡына тура тегелешле, кәүҙәлә яҡшы ултыра, тәнде һығып йәки уға еңелсә һылашып тора. Үтә ҡупшы аксессуарҙар, балитәктәр, ялтыр-йолтор биҙәүестәр һәм банттар бөтөнләй тиерлек ҡулланылмай, барыһы ла ябай һәм зауыҡлы булырға тейеш.
Бындай кейемдең кәүҙәлә яҡшы ултырыуына айырыуса әһәмиәт бирелә. Әммә классик стилдә кейенеүселәр өсөн тағы ла ҡағиҙәләр бар.
Блуза аҡ йәки костюмдан бер нисә тонға аҡһылыраҡ төҫтә булырға тейеш. Махсус сара өсөн сағыуыраҡ төҫ һайларға ла мөмкин. Әммә артыҡ асыҡ иҙеүле булыуы хупланмай.

Итәк тура йәки аҫҡа табан еңелсә киңәйә, арттан йә ҡабырғанан ҙур булмаған уйымы бар.
Костюмда итәкте салбар менән алмаштырырға ла мөмкин. Ул тигеҙ һыҙыҡ эшләп үтекләнгән, тура фасонлы, аҫҡа табан бер аҙ ғына тарая бирергә мөмкин.
Пинжәк йәки жакет тулыһынса йә еңелсә тәнгә һылашып тора, оҙонлоғо бил һыҙығынан йәки янбаштың уртаһына тиклем була. Туҡымаға тап килгән төҫтәге ҙур булмаған төймәләрҙең берҙән-бер биҙәк булыуы ла мөмкин.
Эшкә йәки етди осрашыуҙарға кейелгән классик стилдәге күлдәктең муйын уйымы ҙур түгел. Төҫө буйынса ла тотанаҡлы, ипле, биҙәүестәр бик аҙ ҡулланыла. Кисәләр өсөн иһә оҙон итәкле, ҡулбаш аша таҫмалар үткәреп тегелгән, муйын уйымы тәрән булған, хатта арҡаһы асығыраҡ булған күлдәктәр ҙә урынлы.
Классик образды тулыландырып тороусы баш кейеме – ҡарағусҡыл йәки аҡһыл төҫтәге нәзәкәтле эшләпәләр, береттар һәм яулыҡтар.
Аяҡ кейеме сифатлы һәм ҡиммәтле булырға тейеш. Ул күндән йәки йомшаҡ күндән (замша) тегелгән, бейек үксәле. Иң йәтеше – «кәмә-туфли»ҙар.
Классик стилдең иң яҡшы яғы шул – кешенең йәшенә һәм кәүҙәһенең ниндәй булыуына ҡарамай, ул тормоштағы һәр осраҡҡа тиерлек тап килә. Бындай кейемдәрҙе бер-береһе менән тап килтереүе, икенсеһе менән алыштырыуы еңел.
Тағы ла Коко Шанелдең һүҙҙәре иҫкә төшә: «Тәүге тәьҫоратты ҡалдырырға икенсе тапҡыр мөмкинлегегеҙ булмаясаҡ». Ә нескәлек, нәзәкәтлек, күркәмлек, ҡупшылыҡ, көйәҙлек, ышаныслылыҡ, маҡсатҡа ынтылыусанлыҡ, тотанаҡлылыҡтың үҙе булған классик стиль һәр саҡ юғарылыҡта ҡалырға ярҙам итер.

Айгөл КИРАНОВА.
Александр ДАНИЛОВ фотолары.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook