Башҡортостан Ҡыҙы

Көҙгө матурлыҡ

Көҙгө матурлыҡ
Йәйге эҫенән, ҡоро һауанан һуң тирене туҡландырыу, яңыртыу, киләһе һыуыҡтарға әҙерләү зарур. Бының өсөн беҙгә төрлө битлектәр ярҙамға килер. Көҙөн дә көҙгөләребеҙ беҙҙе ҡыуандырып ҡына торһон, әхирәттәр!

Ҡоро һәм нормаль тирене дымландырыу өсөн 1 ҡалаҡ бал менән йомортҡа һарыһын, 1 ҡалаҡ зәйтүн майын ҡушып бутайбыҙ. Баҙам (миндаль), етен (лен) майын алырға ла ярай. Эҫе һыулы кәстрүлдә йылытабыҙ ҙа биткә яғабыҙ. Ун минуттан аҡ сәскә төнәтмәһе менән йыуып алабыҙ. Бының өсөн 1 ҡалаҡ киптерелгән сәскәгә бер стакан ҡайнар һыу ҡоябыҙ ҙа 15 минут тотабыҙ.

Майлы һәм ҡатнаш тире өсөн дымландырыусы битлек. Тышы әрселгән, уртаһы алынған алмаға саҡ ҡына һөт һалып йомшарғансы бешерәбеҙ. Йылы килеш (эҫе түгел!) биткә яғабыҙ. 20 минут тотҡас, йылымыс һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Бындай битлек ваҡ һырҙарҙы тигеҙләй, битте шымарта.

Туҡландырыусы битлек. Ҡоро һәм нормаль тирелеләргә бал һәм алма ярҙамға килер. Ярты алманы ваҡ ҡырғыстан үткәрәбеҙ, шуға йомортҡа һарыһын, 1 ҡалаҡ бал, 1 балғалаҡ зәйтүн майы һәм 1 балғалаҡ аскорбин кислотаһы (онтаҡ рәүешендә дарыуханала һатыла) һалып бутайбыҙ. Биткә яғып,
15 минут тотҡандан һуң йылы һыу менән йыуабыҙ.

Ҡатнаш һәм нормаль тире өсөн. Кәбеҫтә, армыт (груша), йөҙөм, алманы бер тигеҙ алып, иҙәбеҙ. Туҡландырыусы крем ҡушабыҙ ҙа биткә һөртәбеҙ. 40 минуттан йылы һыу менән йыуып алабыҙ.

Ҡатнаш һәм майлы тирегә йөҙөм килешә. 5 йөҙөм емешен иҙәбеҙ, туғылған йомортҡа һарыһын, 1 балғалаҡ крахмал ҡушабыҙ ҙа бутайбыҙ. Биткә 15 минутҡа һылайбыҙ. Һалҡынса һыу менән йыуып төшөрәбеҙ.

Картуфлы битлек. 1 картуфты бешереп иҙәбеҙ ҙә 1 ҡалаҡ һөт өҫтө йә ҡаймаҡ ҡушабыҙ, саҡ ҡына бал һалабыҙ. Тире ҡоро булһа, бер нисә тамсы үҫемлек майы ҡушабыҙ. Майлы тирегә иһә бер нисә тамсы лимон һуты өҫтәйбеҙ. 15 минут биттә тотҡас, йылы һыу менән йыуып алабыҙ.

Пигмент таптарын бөтөрөү өсөн 2 балғалаҡ йомшаҡ эремсекте иҙәбеҙ, йомортҡа һарыһы ҡушабыҙ, шуға 10 тамсы водород перекисы тамыҙабыҙ. Таҙа биткә яғып, 10 минут тотабыҙ ҙа йылымыс һыу менән йыуып төшөрәбеҙ. Таптар бөткәнсе шулай аҙнаһына 2-3 тапҡыр эшләргә була.

Һытҡы сыҡмаһын өсөн баланлы битлек. Туҡыма салфетканы баландың һуты менән сылатабыҙ ҙа биткә ҡуябыҙ. 15 – 20 минуттан йыуабыҙ һәм дымландырыусы крем һөртәбеҙ.

Манный ярмаһынан скраб. 1 балғалаҡ манный ярмаһына 1 балғалаҡ зәйтүн майын һалып бутайбыҙ. Бармаҡтар менән ыуып, биткә, муйынға һөртәбеҙ. 20 минуттан йылы һыу менән йыуабыҙ.

Дымландыра ла, таҙарта ла. 1 ҡалаҡ эремсеккә 1 балғалаҡ һөт, 1 балғалаҡ цитрус емеше һутын ҡушабыҙ, бер семтем ваҡ тоҙ өҫтәйбеҙ ҙә яҡшылап болғатабыҙ. Биткә яғып, 15 минут тотабыҙ, шунан йыуып алабыҙ.

Таҙартыусы битлек. 1 ҡалаҡ зәңгәр балсыҡты йылан тамыры (шалфей), аҡ сәскә йә йүкә сәскәһе төнәтмәһендә иҙәбеҙ. Ҡаймаҡ ҡуйылығындағы иҙмәне биткә яғып, 7 – 10 минут тотабыҙ. Был арала һөйләшмәй генә ятып тороу хәйерле. Бит тиреһе ҡоро булһа, ярты балғалаҡ үҫемлек майы өҫтәргә кәрәк.
Гөлшат ҠУНАФИНА әҙерләне.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook