Бәпес көткәндә

Бәпес көткәндә
«Бәләкәсебеҙ сәләмәт тыуһын!» – бәпес көткән ата-әсәнең бар теләге шул. Йөклөлөк осоронда тейешле медицина тикшереүҙәрен үтеп тороуҙың сабый һаулығы өсөн ниндәй әһәмиәткә эйә икәнен әйтеү кәрәкме? Бөгөн хатта «яралғы медицинаһы» тигән термин да бар. Бала әсә ҡарынында яралғандан алып уның үҫешендәге тайпылыштарҙы асыҡлауға йүнәлтелгән тәрән медицина тикшеренеүҙәре комплексы ошо төшөнсәгә инә лә инде.

Был тикшеренеүҙәрҙең бер нисәһе – әсә булырға ниәт­ләнгән һәр ҡатын-ҡыҙ беренсе сиратта белергә тейешлеләре менән ҡыҫҡаса ғына таныштырып үтәбеҙ.

Буласаҡ әсәгә табип-генетикҡа күренеү зарур. Был нәҫелдә булған сирҙәрҙең күсеү һәм хромосома ауырыуҙарының барлыҡҡа килеү ҡур­ҡынысын асыҡлау өсөн кәрәк. Клини­кабыҙҙың тәжрибәле генетигы Елена Валерьевна Ғайсина ошо һәм башҡа һорауҙар буйынса төплө консультация бирергә әҙер.

Ҡарындағы сабыйҙың үҫешендә теге йәки был тайпылыш хәүефе бар икән, пренаталь диагностика буйынса белгес, ультратауыш тикшереүе табибы, медицина фәндәре кандидаты Нурия Искәндәр ҡыҙы Крюкова ярҙамға килеп, артабан инвазив (организм эсенә үтеп биологик материал алыу), йә инвазив булмаған тикше­ренеүҙәр кәрәкме икәнен асыҡларға булышлыҡ итер.

Бәпес көткәндә заманса ҡорамалдар ярҙамында уҙғарылған беренсе һәм икенсе скринингтар бик әһәмиәтле. Йөклөлөк ваҡытында ультратауыш тик­шереүе үткәндә ҡорамалдың сифаты мөһим. Беҙҙең клиниканың бөтә филиалдары ла юғары сифатлы 4Д сағылышлы Voluson ҡорамалдары менән йыһазландырылған. Улар асыҡ, теүәл, бөтә күләмдә һәм бик тиҙ сағылдырыуы менән айырыла, төрлө режимдарҙа эшләүе иһә бәпестең һаулығын иң иртә осорҙа баһалау мөмкинлеген бирә, ҡан тамырҙарының төҙөлөшөнә тиклем ап-аныҡ итеп күрһәтә.

Ә 4Д форматтағы ультратауыш тикшереүе үткәндә (был инде планлы скрининг түгел, ә теләк буйынса уҙғарыла) сабыйҙың хәрәкәтен, нисек йылмайыуын күҙәтергә, хатта йөҙ һыҙаттарын сырамытырға, кемгә оҡшауын күрергә мөмкин. Был тикшереүгә буласаҡ әсәй менән бергә атай ҙа, хатта өләсәй менән олатай ҙа килә ала.

Йөклөлөк осоронда үтергә тәҡдим ителгән ультратауыш тикшереүенең яҡынса графигы
1. Күрем тотҡарланғандан һуң биш көн үткәс. Шулай уҡ бер юлы буйға ҡалыу-ҡалмауҙы билдәләүсе ҡан анализы (ХГЧ гормонына) тапшырырға кәрәк.
2. 7–10-сы аҙнала – яралғының йөрәк тибешен билдәләү, йөклөлөктөң ваҡытын аныҡлау өсөн.
3. 12–14-се аҙнала тәүге скрининг. Был – ауырлы ҡатындарҙың бөтәһе өсөн дә мотлаҡ тикшереү. Маҡсаты – һөйәктәр үҫешендә кәмселектәр юҡлығын, Даун, Эдвардс, Патау һәм башҡа ҡайһы бер сирҙәр хәүефен асыҡлау. Ультратауыш тикшереүенән тыш, әсә ҡанын РАРР-а аҡһымына һәм b-хгч гормонына тикшереү өсөн биохимик анализ яһайҙар.
4. 16–18-се аҙнала – аналыҡ муйынтығының оҙонлоғон баһалау, аналыҡ һәм уның муйынтығы мускулдары бушаҡ түгелме икәнен билдәләү.
5. 20–22-се аҙнала икенсе скрининг уҙғарыла. Был ультратауыш тикшереү ҙә буласаҡ әсәләр өсөн мотлаҡ. Маҡсаты – бәпес йөклөлөк осорона ярашлы үҫешәме-юҡмы икәнен, плацента торошон, яралғы эргәһендәге һыу күләмен белеү. Әсәнең венаһынан алынған ҡан b-ХГЧ, АФП гормондарына, ирекле эстриолға тикшерелә.
6. 24–28-се аҙналағы тикшереү аналыҡтың һәм сабыйҙың ҡан менән нисек тәьмин ителеүен, ҡарындағы балаға кислород етмәү ҡурҡынысы янау-янамауын белеү ниәте менән эшләнә.
7. Өсөнсө скрининг 32–34-се аҙнала бәләкәстең ағзалары үҫешен, плацентаның өлгөрөү кимәлен, уның ниндәй бейеклектә булыуын, баланы тыуҙырырға әҙерлекте билдәләү маҡсатында үткәрелә.
8. Аналыҡтың ҡан тамырҙары торошо ниндәй, бәпес ҡан менән нисек тәьмин ителә, ул кислород етмәүҙән яфаланмаймы, ғөмүмән, әсә организмы баланы донъяға килтерергә ни кимәлдә әҙер? – 36–38-се аҙнала үткәрелгән тикшереүҙә ошо һорауҙарға тулы яуап алына.

Әлбиттә, буласаҡ әсәгә нисә тапҡыр ультратауыш тикшереүе үтергә кәрәклеген уның йөклөлөгөн күҙәтеүсе табип билдәләй. Ә билдәле ваҡытта үтергә тейешле скрининг тикше­реүҙәре бәпес көтөүсе һәр ҡатын өсөн мотлаҡ.

АSTRAIA программаһы буйынса скрининг нимәне аңлата?
Ул – ультратауыш тикшереүен, биохимик анализды, махсус программа буйынса хәүеф кимәлен баһалауҙы үҙ эсенә алған беренсе скрининг. Ультратауыш тикшереүҙе FMF сертификатына эйә, махсус әҙерлекле һәм тәжрибәле бел­гестәр уҙғара.

Йөклөлөк – ҡатын-ҡыҙ ғүмерендәге иң матур, шул уҡ ваҡытта яуаплы осор. Һәр әсәгә ул осорҙо имен-аман үткәреп, ҡулына һау-сәләмәт бәпес алыу бәхетен кисерергә яҙһын! «Ҡатын-ҡыҙ һәм ир-ат һаулығы» клиникаһы табиптары ошо мөһим осорҙа гүзәл затты оло хәстәрлек менән солғап, юғары сифатлы медицина ярҙамы күрһәтергә әҙер.
Беҙҙең адрестар:
Өфө ҡалаһы,
Киров урамы, 52;
Зорге урамы, 75;
Кусимов урамы, 15/1.
Телефоны: 8-800-775-69-69.
Нурия КРЮКОВА,
пренаталь диагностика буйынса белгес, ультратауыш тикшереүе
табибы, медицина фәндәре кандидаты.


Сикләүҙәр бар. Белгес кәңәше мотлаҡ




Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook