Бейегән кеше һау була

Бейегән кеше һау була
Был фани донъяла кеше йыр-бейеүһеҙ йәшәй алмай. Сабый башын тота башлағас та, һамаҡлап усҡа ултыртып һикертәләр. Бына шул – бейеүгә тәүге аҙым. Иң боронғо сәнғәт төрҙәренең береһе булған бейеүҙә халыҡтың тормош-көнкүреше, ғөрөф-ғәҙәттәре, ышаныуҙары сағы­лыш тапҡан. Тәүтормош кешеһе тыуыу менән үлемде лә, һуғышты ла, ҡыуаныслы ваҡиғаларын да бейеү хәрәкәттәре аша күрһәткән, Алланан яҡлау һораған, ямғыр йә ҡояш йылыһын теләгән. Башҡорт бейеү­ҙәре элек-электән ҡурай моңо, ҡумыҙ, думбыра сыңы менән сорналып килгән, уны таҡмаҡҡа һалып та бейегәндәр. Һуңыраҡ гармун, мандолина кеүек уйын ҡоралдары ҡушылған.

Ир-егеттәр бейегәндә, хәрәкәттәрҙә халҡыбыҙҙың яугирлеге, саялығы, ҡыйыулығы, оҫта һыбайлы, сос һунарсы булыуы ярылып ята. Ҡулдарҙы көслө тотоу, кәүҙәнән, ҡараштарҙан, аяҡтарҙы ныҡ итеп тыпырҙатып баҫыуҙан башҡорт халҡының холоҡ-фиғелен асыҡ күрәбеҙ. Көслө заттың бейеүендә етеҙлек тә, хәрәкәттәр киҫкенлеге лә, көс-таһыл да сағыла. Әйткәндәй, ололарҙан ишетеүебеҙсә, һуғыш йылдарында бейеүселәргә айырым ҡараш булған, тиҙәр. Улар көслөрәк, һиҙгерерәк, таһыллыраҡ, етеҙерәк һаналған. Ҡатын-ҡыҙ­ҙарҙың бейеүе иһә, киреһенсә, баҫалҡылығы, тыйнаҡлығы, һомғол­лоғо, нәзәкәтлелеге, нәфислекте, эшсәнлекте, һығылмалылыҡты һынландырыуы менән айырылып торған. Йыйындарҙа иһә күмәкләп бейегәндә йәш-елкенсәк бер-береһенә күҙ атҡан, оялсанлығын еңеп, танышып һөйләшкән...

Беҙҙең төньяҡ-көнсығыш райондарында яңғыҙ бейеү, ишле бейеү, күмәк бейеү менән бергә түңәрәк уртаһына сығып бейеү киң таралған булған. Түңәрәкләп халыҡ ултыра, уртаға сығып бер кеше бейеүҙе башлай һәм, туҡтар алдынан, икенсе кешегә тыпырҙатып баҫа. Шулай уйын таңға тиклем һуҙылған. Улар төрлө хәрәкәттәр яһап, аяҡтарҙы төрлөсә тыпырҙатып бейегән. Ҡыҙғанысҡа күрә, уларҙың боронғо төрҙәре һаҡланмаған, олатайҙарҙан һәм өләсәйҙәрҙән генә ишетеп беләбеҙ. Был түңәрәк ҡояш символы булып һаналған. Хәрәкәттәге түңәрәк шулай уҡ йәшәүгә дәрт өҫтәүсе алым да булып торған.
Бейегән кеше һау була
Башҡорт ял иткәндә лә уйһыҙ-ғәмһеҙ түгел бит ул. Халҡыбыҙҙың һәр ғәмәленә мәғәнә һалынып, тормошҡа ҡарашы, фәлсәфәүи уйҙары урын алған. Бейеүҙәребеҙҙең дә күбеһе сюжетлы йәки легендалы. Йөкмәткеһе, башҡарылышы яғынан да күп төрлө улар. Өйрәнәһе нәмәләр ҙә байтаҡ әле. Шөкөр, был сәнғәт төрөнә иғтибар республикабыҙҙа арта бара. Беҙҙең гүзәл Баш­ҡортостаныбыҙҙа ниндәй генә бейеү коллективы юҡ. Фәйзи Ғәскәров исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле үҙе генә ни тора! Бөтә донъя кимә­лендә танылыу яулап, юғары уңыштарға өлгәшкән данлыҡлы бейеүселәребеҙ күп. Быуаттар буйы тупланған халыҡсан башҡарыу оҫталығын терелтеү маҡсатында ойошторолған «Байыҡ» башҡорт бейеүен башҡарыусыларҙың республика телевизион конкурсы ла тамаша­сының яратҡан тапшырыуына әйләнде. Боронғо башҡорт бейеү­ҙәренең, һис юғалып ҡалмайынса, быуындан быуынға күсә килеп, мәңгелеккә һаҡланыуында өмөт бар.

Бейеү һаулыҡ өсөн бик файҙалы. Тән һығылмалылығы, зифа буй-һын хаҡында әйтеп тә тормайым. Бейегәндә бар мускулдар ҙа эшкә егелә, шуға ла бейеүсе кеше көслө һәм сыҙамлы була. Ҡан әйләнеше яҡшыра, тын юлдары асыла. Хәрәкәттәрҙең дөрөҫ башҡарылышын, эҙмә-эҙлелеген иҫтә ҡалдырыу хәтер яҡшырыуға килтерә. Бейеү баш мейеһенең ике яғын да «эшкә йәлеп итә»: был шөғөл образлы фекерләү һәм логика талап итә. Бейеү – хәҙерге тел менән әйткәндә, «релакс» ул. Кеше кәүҙәһен дә нығыта, бер мәлгә онотолоп, көндәлек мәшәҡәттәренән дә арына. Шулай булғас, бейегән кеше ҡартаймай!
Балаларыбыҙҙы ла бейергә өйрәтәйек. Тән хәрәкәте генә түгел бит ул, йәнгә дауа ла: бейеү өйрәнгәндә халҡыбыҙҙың мәҙәниәте, тарихы, ғөрөф-ғәҙәттәренә күпме байҡау яһала!

Бер боронғо бейеү
Гармунсы бейеү көйө уйнай. Ҡыҙ йәки егет уртаға сығып, түңәрәк буйлап тыпырҙап йөрөп икенсе уйнаусы ҡаршыһына барып баҫа ла уны алып сыға. Түңәрәк буйлап бейеп китәләр. Һуңғы уйнаусы боролоп өсөнсө уйнаусыға баҫа. Уны үҙ артынан алып сыға, түңәрәк яһап, тыпырҙап, түңәрәкте алға иңкәйеп ҡыҫырыҡлап, артҡа ҡайҡайып киңәйтеп, беренсе уйнаусы дүртенсе бейеүсегә барып баҫа. Шулай бер-бер артлы бейеүселәр уртаға сығып тора. Түңәрәк эсендә бейеүселәр ни тиклем күберәк булһа, шул тиклем бейеү күңеллерәк һәм дәртлерәк. Улар ҡулға-ҡул тотоношоп күмәкләп уртаға йыйылалар йә иһә түңәрәкте киңәйтеп артҡа ҡайҡайып бейеп китәләр, тағы ла йыйылалар, ҡулдар ысҡын­дырылмай. Шунан һуң түңәрәк буйлап бейейҙәр. Башта алға, аҙаҡ икенсе яҡҡа боролоп бейеп китәләр.
Был бейеүҙе түңәрәк эсендә ишләп тә башҡарып була. Уртаға бер егет менән ҡыҙ сыға ла ишләп бейей. Гармунсы туҡтаһа, үҙеңә иш алаһың, ишһеҙ бейеүсе иһә үҙенең бер әйберен (фантик) бирә лә уйынды дауам итә. Беҙ шуны бейеп үҫтек!
Мөҙәрис ДАЯНОВ.
Ҡыйғы районы.


Башҡортостандың халыҡ артисы, С. Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, данлыҡлы бейеүсе Риф ҒӘБИТОВ:

Һәр ерҙә лә яҡшы һөҙөмтәләргә ирешәм тиһәң, туҡтауһыҙ үҙ өҫтөңдә эшләргә, даими күнегеүҙәр башҡарырға кәрәк – был бөтәһенә лә мәғлүм. Бейеүселәр ҙә көн һайын репетиция өҫтөндә, кәүҙәнең һәр өлөшөнә, бармаҡ осона тиклем, махсус күнекмәләр яһай. Йога, гимнастика кеүек махсус һаулыҡты нығытыу өсөн уйлап табылған күнекмәләр булмаһа ла, даими хәрәкәттә булыу, әлбиттә, сәләмәтлеккә йоғонто яһамай ҡалмай. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип халҡыбыҙ бик тапҡыр әйткән. Тағы ла: «Ҡурай өсөн тын кәрәк, бейеү өсөн һын кәрәк», тигәндәр. Кәүҙәһен ыҡсым, йыйнаҡ тотоу өсөн ашауҙы ла арттырмай бейеүсе, сөнки тышҡы ҡиәфәтте ҡарап йөрөү ҙә – һөнәри бурыс. Икенсенән, бейеүселәр репертуарҙағы һәр бейеүҙе иҫтә тоторға тейеш, был моторик хәтер нығыныуға килтерә. Шулай булғас, нисек бейеүҙе кеше һаулығы өсөн файҙалы тимәҫһең?!. Унан тыш, маҡсатҡа ынтылыусан, йыйнаҡ-тәртипле, егәрле лә булыу кәрәк.
Кеше тик торғандан ғына бейеп китмәй бит, иғтибар иткәнегеҙ бармы? Ҡунаҡта ла башта ашап-эсәләр, аралашалар, шунан йырға күсәләр, аҙаҡтан ғына күңел ирәйеп китеп, бейей башлайҙар. Тап бейегәндә йөҙҙә йылмайыу балҡый, күңелде шаярыу биләп ала. Шатлыҡ тойғолары кисергәндә аяҡтар үҙенән-үҙе тыпырҙап китә. Юҡҡа ғына һөйөнсө һорап: «Хат килде, бейе, әйҙә!» – тимәйҙәр бит! Бейеү – шатлыҡлы, ҡыуаныслы тойғолар кисергән мәлдә кешенең юлдашы ул. Йылмайыу, көлөү, әлбиттә, кешене һауыҡтыра, бейегеҙ, йәмәғәт!


Теги: Һаулыҡ - ҙур байлыҡ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook