Зиһен биҙе

Зиһен биҙе
Ҡалҡан биҙе ҡалҡып торған тулы муйын ҡасандыр матурлыҡ билдәһе тип һаналған. Фламанд рәссамдарының, Рубенстың күп картиналарында шундай муйынлы һылыуҡайҙарҙы күрергә мөмкин. Бөгөн улар, һис шикһеҙ, эндокринологҡа даими йөрөүсе ауырыу булыр ине.
Бар организмдың – йөрәктең, эндокрин, репродуктив һәм нервы системаларының, бөтә ағзаларҙың сәғәттәй көйлө эшләүен генә түгел, зиһен ҡеүәтен, хис-тойғолар тигеҙлеген, тимәк, кешенең ниндәй икәнлеген билдәләүсе ҡалҡан биҙен иң серле биҙ тип атайҙар. Медицина фәндәре кандидаты, юғары категориялы эндокринолог Гөлзифа Әбделхәй ҡыҙы ӘБҮШАХМАНОВА менән һүҙебеҙ шул турала.

– Бәләкәй генә биҙҙең ул хәтлем мөһим бурыстарҙы нисек үтәүен аңлатып китһәгеҙ ине.

– Ҡалҡан биҙе – ҡатмарлы гормональ системаның үтә мөһим өлөшө. Күбәләккә оҡшап торған ни бары 20-30 грамлыҡ был ағзаның әһәмиәтен баһалап бөтөү мөмкин түгел. Унда етештерелгән тиреоидлы гормондарҙа йод ҡан плазмаһындағынан 300 мәртәбә күберәк. Был гормондар ҡандағы аҡһым менән берләшеп, организмдың бөтә туҡымаларына үтеп инә, кислород ҡулланыу тиҙлеген көйләй, инсулин һәм адреналин менән бергә күҙәнәктәрҙе аминокислоталар һәм шәкәр менән байыта, файҙалы матдәләрҙе һеңдерергә, зыянлыларын сығарырға ярҙам итә. Ҡалҡан биҙе гормондарының матдәләр алмашы­ныуын көсәйтеүе һөҙөмтәһендә организм етеҙерәк үҫешә. Улар ғүмер буйы баш мейеһенә йоғонто яһай. Яңы мәғлүмәтте хәтерҙә ҡалдырыу, башҡа һөнәр үҙләштереү, икенсе шарттарға яраҡлашыу кеүек көсөргәнеш талап иткән ғәмәлдәр мотлаҡ ҡалҡан биҙе ҡатнашлығында уҙа. Мейенең интеллект өсөн яуаплы эшмәкәрлеге генә түгел, тойғолар өсөн яуаплы өлөшө лә уның гормондары күҙәтеүендә.
Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһы мәғлүмәттәренә ҡарағанда, йод етмәү арҡаһында ер йөҙөндә 20 миллион кешенең аҡыл үҫеше артта ҡалған. Ләкин йод ҡытлығынан барлыҡҡа килгән кретинизм төрөн булдырмау бик еңел бит – ул ер аҫтындағы алтын йәки диңгеҙ төбөндәге ынйы түгел, иң осһоҙ матдә. Ә шул сәбәпле тыуған ауырыуҙарҙан арыныу үтә ауыр һәм ҡиммәткә төшә.

– Башҡортостан да йод ҡытлығы кисергән төбәктәрҙән һанала.

– Эйе. Республиканы йод еңелсә, уртаса һәм ныҡ етмәгән биләмәләргә бүлеп ҡарарға мөмкин. Мәҫәлән, Урал алдында, Өфө тирәһендә уның ҡытлығын уртаса тип баһалаһаҡ, Урал артындағы таулы райондарҙа ул үтә аҙ. Ғөмүмән, бөтә Рәсәйҙә диңгеҙ буйҙарындағы ҡала-ауылдарҙа ғына был матдә етерлек дәрәжәлә. Шуға өҫтәп, йод ҡабул итеү миҡдары бик түбән. Республикала ғына түгел, бөтә Рәсәйҙә шулай. Илебеҙҙә кешеләр яҡынса көнөнә 40–60 мкг йод ҡуллана, кәңәш ителгән норма – кәмендә 200 мкг, йәғни уны физиологик ихтыяждан дүрт-биш тапҡырға аҙыраҡ ҡабул итәбеҙ. Сағыштырыу өсөн: АҠШ-та йәшәүсе көнөнә 400-800 мкг йод ҡулланһа, Япония халҡы – 1500 мкг.

– Йод етмәүгә ҡаршы нисек көрәшергә һуң?

– Уның өс алымы бар – был ҡытлыҡты дөйөм иҫкәртеү, төркөмләп һәм шәхси профилакти­калау алымдары. Иң һөҙөмтәлеһе – йод ҡытлығын дөйөм иҫкәртеү. Ул халыҡ ҡулланған тоҙға, икмәккә, һыуға йод ҡушыуҙан ғибәрәт. Бигерәк тә тоҙҙо йод менән байытыу ҡулай һәм киң таралған. Ни өсөн тиһегеҙме? Сөнки тоҙҙо бөтәһе лә файҙалана, ул арзан һәм бар кеше алырлыҡ, уның ашта тәме ҡәҙимгеһенән айырылмай. Шуға күрә йодлы тоҙ тотоноуҙы «өнһөҙ профилактика» тип атайҙар. Йод менән байытылған тоҙ һәм икмәк ашауҙың ҡалҡан биҙе сирҙәрен ике тапҡырға тиерлек кәметеүе ҡат-ҡат раҫланған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, халыҡ бындай тоҙ менән икмәкте алып бармай.
Төркөмләп иҫкәртеү тигәндә, коллективтарҙа, мәҫәлән, балалар баҡсаларындағы сабыйҙарға һәм мәктәп уҡыусыларына йод ҡушылған ризыҡтар ашатыу йәки йод препараттары биреү күҙ уңында тотола.
Шәхси профилактика иһә – ул айырым кешенең табип күҙәтеүе аҫтында тейешле миҡдарҙа йод препараты эсеүе. Бигерәк тә балалар, үҫмерҙәр, әсә булырға йыйынған ҡатындарға был бик мөһим. Бәпес табыуҙы мотлаҡ планлаштырып, һаулыҡты нығытыу зарур. Табип менән кәңәшләшеп, анализ биреп, бала яралғансы өс ай алдан йод препараты эсергә кәрәк, был мейенең дөрөҫ үҫешенә йоғонто яһай. Киләсәк быуындың аҡыл ҡеүәһе нигеҙҙә шуға бәйле. Ләкин ҡартайғанда бала аҡылы инмәһен өсөн өлкән кеше организмында ла йод етерлек булырға тейеш. Сөнки хәтер һәм интеллект туранан-тура аҡһым алмашыныуына бәйле, уныһы иһә йодлы гормондарҙың кимәленән тора. Һәр мәғлүмәт бер аҡһым берәмеге булып һаҡлана, тимәк, «хәтер аҡһымын» булдырыу һәләте шәп икән, зиһен дә асыҡ, тәрән.
Саҡ ҡына тарихҡа күҙ һалайыҡ. Совет власы аяҡҡа баҫып килгән 1930 йылдарҙа уҡ ҡалҡан биҙе ауырыуҙарын булдырмауҙа йодтың әһәмиәтен аңлап, илдә профилактиканың бөтә өс төрөн дә әүҙем файҙаланғандар. Хатта ауыр һуғыш йылдарында ла был эш туҡтатылмаған: әсәйем мәктәптә аҙнаһына бер тапҡыр антиструмин тигән дарыу ҡаптырыуҙарын хәтерләй. 1983 йылға оло илебеҙҙә был проблеманы тулыһынса бөтөрөүгә өлгәшкәндәр һәм бер аҙҙан профилактика туҡтатылған. Ләкин бының аяныслы эҙемтәләргә килтереү ихтималлығы күҙ уңынан ысҡынған.
Һуңғы йылдарҙа бигерәк тә үҫмерҙәрҙә ҡалҡан биҙе ҙурайыуы борсоуға һала. Рәсәй Фәндәр академияһының Эндокринология үҙәге тикшеренеүҙәре буйынса, илдең ҡайһы бер төбәктәрендә балалар һәм үҫмерҙәрҙең хатта 40 процентҡа тиклемендә ҡалҡан биҙе сире асыҡлана. Ә бына профилактика булған урындарҙа хроник сирҙәрҙең 20 процентҡа, кәүҙә үҫеше артта ҡалыуҙың – 20, енси үҫеш боҙолоуҙың 15 процентҡа кәмеүе күҙәтелә.

– Ҡалҡан биҙе сирҙәре хаҡында айырым туҡталып китһәгеҙ ине?

– Унда гормондар кимәле түбән булғанда гипотериоз тигән ауырыу барлыҡҡа килә. Ҡағиҙә булараҡ, сир аҡрын үҫешә, оҙаҡ ваҡыт беленмәй. Уның билдәләре күп төрлө. Кеше хәлһеҙлеккә, хәтере киҫкен насарайыуға, йоҡомһорауға, тән шешмәкләнеүгә, эсе ҡатыуға зарлана. Һимереү, температура түбәнәйеү, матдәләр алмашыныуы аҡрынайғанлыҡтан гел өшөү, иртә атеросклероз, телмәр һәм фекерләү һүлпәнәйеүе, бауыр ҙурайыуы – ошо сир билдәләре. Атлағанда тын ҡыҫыла, йөрәк ауырта, уның тибеше әкренәйә, ә күләме ҙурая, ҡатын-ҡыҙҙарҙың йыш ҡына күреме туҡтай. «Сәсем ҡойола, тырнағым һына», – ти күптәр. Яйлап ҡына сирленең тышҡы ҡиәфәте үҙгәрә: хәрәкәте әкренәйә, ҡарашы битарафҡа әйләнә, бите түңәрәкләнеп, шешмәкләнеп, ирендәре зәңгәрләнеп китә. Тән тиреһе тотоп ҡарауға һалҡын, кибеп тора, тубыҡ һәм терһәк тиреһе төләй. Был ауырыуҙан һөҙөмтәле дауалау алымын тапҡанға тиклем, 1950 йылдарғаса, кешеләрҙең мискәләй шешенеп үлгән осраҡтары булған.
Ҡалҡан биҙенең икенсе бер сире тиреотоксикоз тип атала. Ул, киреһенсә, биҙ эшмәкәрлеге ныҡ көсәйгән саҡта үҫешә. Тиреотоксикоз һирәгерәк осрай (ҡалҡан биҙе ауырыуҙарының 7 процентын тәшкил итә), ләкин ныҡ ауыр үтә. Кеше, ҡағиҙә булараҡ, ябыға, тынғыһыҙға әйләнә, борсола, күп һөйләй. Ауырыуҙарҙың ҡиәфәтендәге уртаҡ һыҙат: аптыраған һымаҡ ҡараш, ҡайһы берәүҙәрҙең күҙҙәре атылып сығып килгәндәй тойола. Ҡалҡан биҙе бер аҙ ҡалҡып тороуы йә бик ҙурайыуы ихтимал. Былар – тышҡы билдәләр, иң хәүефлеһе – йөрәк-ҡан тамырҙарының ҡаҡшауы. Ҡан баҫымы күтәрелә, йөрәк күкрәктән сығырҙай булып тибә, сир бик көсәйгән, дауаланмаған осраҡта хатта туҡтауы ла мөмкин.
Шулай уҡ ҡалҡан биҙендә төйөр, шеш барлыҡҡа килеү, боғаҡ шешеү (зоб) кеүек сирҙәр ҙә, ваҡытында дауаламаһаң, ауыр эҙемтәләргә килтерә. Шештең аҙып, яман сиргә әүерелеүе бигерәк тә аяныслы.

– Ҡайһы бер кешеләр, рекламаға ҡарап, үҙ белдеге менән йод препараттары эсә. Был дөрөҫмө?

– Әлбиттә, юҡ! Ул препараттарҙы табип менән һөйләшкәс, анализ биргәс кенә ҡабул итергә мөмкин. Ҡәҙимге кеше уның миҡдарын ҡайҙан белһен? Ҡайһы берәүҙә тиреотоксикозға әүәҫлек булыуы ихтимал. Баш-баштаҡланып эсеү сирҙе ҡуҙғытып ебәрәсәк.

– Ә бәғзеләр тәненә йод һыҙа, йәнәһе, уның еткәнен-етмәгәнен билдәләй.

– Рәсми медицина улай диагноз ҡуйыуҙы танымай. Бының зыяны ла, файҙаһы ла юҡ, тип уйлайым. Тик йод менән тиреһен яндырып ҡуймаһындар.

– Ә профилактика яһайым тип, һөткә тамсылап йод тамыҙып эсеүселәр хаҡында ни әйтерһегеҙ?

– Был иҫ киткес вәхшилек! Кешегә ғүмер буйы бер сәй ҡалағына һыйырлыҡ йод кәрәк. Тамсылап йод эсеп, тиҙ арала бөтә организмды ҡыйратырға мөмкин.

– Ҡалҡан биҙе ауырыуҙарынан һаҡланыу өсөн ниндәй кәңәштәр бирер инегеҙ?

– Беренсенән, йод менән байытылған тоҙ ҡулланырға кәрәк. Табынды төрләндерергә тырышығыҙ. Диңгеҙ балығы ашарға кәңәш итәм. Уны ҡиммәт тиһәгеҙ, өҫтәлегеҙҙә диңгеҙ кәбеҫтәһе булһын. Йонсомаған организм сиргә бирешеп бармай, шуға күрә сәләмәт тормош алып барыу, спорт менән дуҫ булыу, йоҡо һәм эш режимын көйләү мөһим. Һәм, әлбиттә, йылына бер булһа ла эндокринологҡа күренеү, ҡалҡан биҙен ультратауыш ярҙамында тикшереү, ундағы гормондар кимәлен белеү өсөн анализ биреү мотлаҡ. Поликлиникалағы табипҡа яҙылыуҙы мәшәҡәт күргәндәр түләүле медицина хеҙмәттәренән файҙалана ала. Ләкин йод ҡытлығы кисергән Башҡортостан халҡы өсөн ҡалҡан биҙенә иғтибарлы булыу алтын ҡағиҙәгә әйләнергә тейеш.
Альмира Кирәева әңгәмәләште.




Теги: Эндокринолог Гөлзифа Әбүшахманова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook