Йәшлекте оҙайтайыҡ!

Йәшлекте оҙайтайыҡ!Тәбиғәт кеүек ҡатын-ҡыҙ ғүмере лә миҙгелдәрҙән тора. Бер мәл уның өсөн донъя төҫһөҙләнеп ҡалған кеүек була, юҡҡа ғына кәйефе төшә, булмаған сирҙәре ҡалҡып сыға. Бөтә ғиллә шунда: ырыуҙан ҡалғанда организмда гормондар һүнә бара. Уларҙы тулыландырыу өсөн гормондарҙы алмаштырыусы терапия билдәләнә. 45 йәштән өлкән инглиз ҡатын-ҡыҙҙарының – 55, немец ханымдарының – 25, француз гүзәлдәренең 12 проценты был препараттарҙы ҡулланһа, Рәсәйҙә уларҙы ҡабул итеүселәр – 1 – 3, ә Башҡортостанда 1 проценттан аҙыраҡ. Беҙҙең ҡатындар гормондарҙы алмаштырыусы препараттарҙан, «улар – химия» тип баш тарта, шул уҡ ваҡытта ысын химия – антибиотиктар эсеүҙе бер ни урынына ла күрмәй.

Шөкөр, гүзәл заттарыбыҙ ауырға ҡалыуҙан һаҡлаусы гормональ контрацептивтар файҙаланырға өйрәнә башланы, ә бына ҡартлыҡты сигендереүсе «төймәләр» хаҡында ишетергә лә теләмәй. Бәлки, сәбәбе нимә юғалтыуыбыҙҙы белмәүҙәлер?

Ҡатын-ҡыҙҙарҙың 20 – 30 проценты менопаузаның тәүге осорон еңел кисерә, шуға күрә табипҡа мөрәжәғәт итеп тормай. Улар климаксты үҙағышына ҡуя һәм «сабыр ғына үткәреп ебәрәйем», тип көтә.

Тик гормондар кәмеүе – гинекологик проблема ғына түгел. Улар, ғәмәлдә, беҙҙең тормошобоҙ менән идара итә, «енси гормондар» тип аталыуы ла шартлы ғына. Организмыбыҙҙа улар бик күп «эш башҡара»: холестерин кимәлен, ҡан баҫымын, углевод алмашыныуын, һейҙек ҡыуышлығы эшмәкәрлеген яйлай, һөйәктә кальций миҡдарын күҙәтә. Бынан тыш, күңел төшөнкөлөгөнән аралай, шатлыҡ, енси дәрт өҫтәй. Гормондарҙы алмашты­рыусы терапия шул уҡ бурыстарҙы атҡара ла инде.

Ә беҙҙең ҡатын-ҡыҙҙар форумдарҙа был препараттар хаҡында ҡурҡыныс уйҙырмалар тарата. Имеш, улар һимертә, тәнде йөн менән ҡаплай, хатта яман шешкә сәбәпсе. Ысынында иһә, киреһенсә, гормондар кәмеү гипертонияға, шәкәр диабетына, остеопорозға, инфарктҡа һәм башҡа сирҙәргә килтерергә мөмкин.

Күрем килеү туҡтаған икән, тимәк, эстрогендар юҡ, тигән һүҙ. Ҡартлыҡ етеп килә, тип уйлай күремдән яҙған ҡатын-ҡыҙҙың күбеһе һәм тәрән яңылыша. Ҡартайыу күпкә алдараҡ, эстрогендар саҡ кәмеүгә табан барғанда, башлана. Гипофизға был хаҡта «хәбәр» булыу менән ул фолликулаларҙы барлыҡҡа килтереүсе гормонды етештереүҙе арттыра. Шулай итеп, ҡартайыу программаһы эшкә тотона.

Эстрогендар кәмеү ҡатын-ҡыҙҙың хәтерен насарайта, гормондарҙы алмаштырыусы терапия иһә уны һәйбәтләп кенә ҡалмай, зиһенде лә асып ебәрә. Олоғайыусы ҡайһы бер ханымдар һөйәк тығыҙлығын һаҡлау өсөн кальций эсә. Ләкин уны услап ашауҙан фәтеүә юҡ – эстроген түбән булғанда, кальций үҙләштерелмәй. Эстроген айырыуса һөйәге тиҙ һынып барыусыларға файҙалы, уны кальций, Д3 витамины менән бергә ҡабул итеп, физик әүҙемлекте һаҡлағанда, һөйәктәр оҙаҡ йылдар ныҡ булып ҡаласаҡ.

Күреме бөткән гүзәл затты шулай уҡ атеросклероз, йөрәк ауырыуҙары, нервы, эндокрин системаһы сирҙәре һағалай. Гормондарҙы алмаштырыусы терапия был сирҙәрҙең үҫешен тотҡарлай йә бөтөнләй туҡтата. Ҡанда эстроген кимәле юғары булыуы Альцгеймер ауырыуынан, эсәк яман шешенән һәм башҡа сырхауҙарҙан ҡурсалай, ҡан тамырҙарының һығылмалылығын һаҡлай, бәүел тотмауҙан, еңсәнең артыҡ ҡоро булыуы арҡаһында енси тормошта тыуған ауырлыҡтарҙан арындыра.

Ырыуҙан ҡалған ханымдарҙың иң ҙур яфаһы – биткә ҡан бәреүҙән бурҙаттай ҡыҙарыу, ҡыҙып-ярһып китеү, бигерәк тә төндәрен тиргә батыу. Ҡайһы берәүҙәр, бынан дауа барлығын белмәйенсә, 6 – 10 йыл буйы шулай интегә.

Йәшкә ҡарап, препараттар миҡдары төрлөсә билдәләнә. Әммә ҡуҙғалған поездың һуңғы вагонына һикереп менеп өлгөрмәҫкә лә мөмкин. Мәҫәлән, атеросклероз үҫешкән икән, гормондың иң ҙур миҡдары ла файҙаһыҙ. Бына ни өсөн был дауаны иртә башларға кәрәк. 65 йәштән һуң гормондар менән дауалау, ҡағиҙә булараҡ, тәғәйенләнмәй: енси гормондар эшкә ҡушылып китмәйәсәк. Дауаны ваҡытында алып, уны һуңғы көнгәсә дауам итеү йәшлегегеҙҙе оҙонайтасаҡ.

Ҡайһы бер ауырыуҙарҙан яфаланыусыларға гормондарҙы алмаштырыусы терапия ярамай. Мәҫәлән, ныҡ һимереү, яман шеш, бөйөр, бауыр эшмәкәрлеге ныҡлап боҙолоуы, шәкәр диабеты шундай сирҙәргә ҡарай. Препараттарҙы ҡатын-ҡыҙ һаулығын бөтә яҡлап етди тикшергәс кенә тәғәйенләйҙәр. Бөгөн уларҙың әллә нисә төрө бар: таблетка, шәм, крем рәүешендәгеһе, пластырь, тире аҫтына ҡуйыла торған имп­ланттар.

Шуны иҫтә тотайыҡ: гормондарҙы алмаштырыусы препараттар – үлемһеҙлек дарыуы түгел. Улар артыҡ йылдар өҫтәмәҫ, ләкин Хоҙай биргән ғүмерҙе сифатлы, матур итеп уҙғарырға ярҙам итер.
Рәүфә ЙӘНТИЛИНА,
акушер-гинеколог,
Республика перинаталь үҙәгенең бүлек мөдире.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Рәүфә Йәнтилина




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook