Баланың эсе ауыртһа…

Баланың эсе ауыртһа…
Балаларҙың эсе ауыртып яфаланғанда йыш ҡына табиптар «дисбактериоз» диагнозын ҡуя. «Ул нилектән барлыҡҡа килә, билдәләре ниндәй, нисек дауаларға?» – ата-әсәләрҙең ошо һорауҙарына медицина фәндәре докторы, Башҡортостан Республикаһы Һаулыҡ һаҡлау министрлығының штаттан тыш баш балалар гастроэнтерологы Александр Альберт улы НИЖЕВИЧТЫҢ мәҡәләһе яуап булыр.


Дисбактериоз – ул эсәктәрҙә микробтар тигеҙлеге боҙолоуы. Икенсе төрлө әйткәндә, бифидо- һәм лактобактерияларҙың, йәғни файҙалы бактерияларҙың бик аҙайып, зыянлыларының артыуы. Зарарлы микроорганизмдар «еңә» икән, организмда аллергия башланыуы, эсәк, бауыр, ашҡаҙан аҫты биҙе, эндокрин системаһы эшмәкәрлеге боҙолоуы бар.

Дисбактериоз менән ауырымаған организмда өс йөҙҙән ашыу төр бактерия «йәшәй». Бифидобактериялар – организмға һауанан, аҙыҡтан, һыуҙан ингән микробтарҙан яҡлаусы микроорганизмдар. Улар аҙыҡ эшкәртеүҙә кәрәк булған органик кислоталар барлыҡҡа килеүе өсөн әһәмиәтле. Зыянлы микробтарҙың ныҡ артып китмәүен шулай уҡ лактобактериялар «күҙәтә», был микроорганизмдар аш һеңдереү юлындағы лайлалы тышсаның яңырыуы өсөн дә «яуаплы». Уларҙан тыш, эсәктәрҙә К, С, Н һәм башҡа витаминдарҙың барлыҡҡа килеүенә булышлыҡ итеүсе таяҡсалар бар. Эсәктәрҙәге сәләмәт микрофлора аш һеңдереү, матдәләр алмашыныу, иммунитетты көйләү, организмды ағыулы матдәләрҙән таҙартыу бурыстарын үтәй.

Дисбактериозға килтергән төп сәбәптәрҙе атап үтәйек. Шуларҙың йыш осрай торғаны – антибио­тиктарҙы, башҡа дарыуҙарҙы оҙаҡ ҡабул итеү. Был эсәктәге зарарлы микроорганизмдарҙы ғына түгел, файҙалыларын да юҡ итә.

Сиргә йоғошло эсәк ауырыуҙары ла сәбәпсе. Сифатһыҙ ризыҡ ашап ағыуланыу ҙа зыянлы микробтарҙың үрсеүенә килтерә.
Яһалма туҡландырыу шулай уҡ ашҡаҙан-эсәк юлына кире йоғонто яһай. Шуға күрә бәләкәстәр өсөн аҙыҡ ҡатнашмаларында мотлаҡ аш һеңдереүгә булышлыҡ итеүсе лакто- һәм бифидобактериялар булырға тейеш. Ауырыуҙы стресс һәм насар экология ла тыуҙырыуы ихтимал.

Дисбактериоздың билдәләре ниндәй? Был сиргә тарыған баланың эсе ауырта, аппетиты юғала, лайла ҡатыш эсе китә, ярауының еҫе әскелт була. Ул ҡоҫа, кикерә, насар йоҡлай, тынғыһыҙлана. Олораҡ йәштәге балаларҙа ауырыу йәшерен үтергә лә мөмкин. Баш ауыртыу, эс ҡатыу, иммунитет ҡаҡшауы йыш ҡына аҫтыртын сир сағылышы була.

Ауырыуҙың тәүге билдәләре беленеү менән, оҙаҡҡа һуҙмайынса, табипҡа мөрәжәғәт итеү мотлаҡ. Дисбактериоз тейешле анализдар ярҙамында асыҡлана. Сирҙе уңышлы дауалау өсөн иң башта уны тыуҙырған сәбәптәрҙе бөтөрөү мөһим. Ғәҙәттә эсәк микрофлораһын яйлаусы препараттар – пробиотиктар билдәләнә.

Майлы һәм тоҙло-боросло ризыҡтарҙан, кондитер ашамлыҡтарынан, ҡыҙыл төҫтәге емеш-еләктән, йәшелсәнән, туҡмастан, аҡ икмәктән, һөт-ҡаймаҡтан, ойоған һөттән (простокваша) баш тартыу зарур. Мейестә бешкән алма, тауыҡ ите, һимеҙ булмаған һыйыр ите, быҡтырылған йәки боҫта бешкән йәшелсә, тары, манный, дөгө бутҡалары файҙалы. Ашты һәм бутҡаны иҙмә рәүешендә бирергә кәрәк. Ҡаты сәй, ромашка төнәтмәһе, кеҫәлдәр, һыу, компот эсергә кәңәш ителә. Дисбактериоздан милли эсемлегебеҙ ҡымыҙ – ҡеүәтле дауа. Өрөк, барбарис, көртмәле, укроп, гөлйемеш, ҡурай еләге, ер еләге, ҡара ҡарағат, кишер зыянлы бактерияларҙы юҡ итеүе менән файҙалы.

Сабыйҙы дисбактериоздан үҙ аллы дауаларға ярамай. Препараттарҙы бары табип ҡушыуы буйынса ғына эсереү зарур. Ул дарыуҙы баланың йәшен, сирҙең ауырлығын иҫәпкә алып билдәләй.

Ҡайһы берҙә дисбактериоз билдәләре булып та, анализдар уны күрһәтмәҫкә мөмкин. Шуға күрә балалар гастроэнтерологына һәм инфекционисына мөрәжәғәт итеү мотлаҡ.




Теги: Дисбактериоз




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook