ЖУРНАЛҒА ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ

ЖУРНАЛҒА ХАТ КИЛЕП ТӨШТӨ
ХӘЛИҘӘ ЧЕМБАРИСОВАНЫҢ «ҮКЕНЕС» ИСЕМЛЕ ХИКӘЙӘҺЕН УҠЫП СЫҠҠАНДАН ҺУҢ УЙЛАНЫУҘАР
Хәлиҙә Чембарисованың «Башҡортостан ҡыҙы» журналының 4-се һанында донъя күргән «Үкенес» исемле хикәйәһен тетрәнеп уҡып сыҡтыҡ.
Хикәйәнең беренсе юлдарын уҡыу менән үк күҙҙәргә йәш килеп тула. Автор, оҫта яҙыусы булараҡ, тәүге ваҡиғаны урынлы, оҫта һайлаған һәм сабыйҙар күңеле, ҡарашы, йөрәге аша бик нескә, саф тойғолар менән тасуирлап бирә алған.

Яҙыусы, ваҡиғаларҙы хикәйә жанры итеп бирһә лә, ысын тормошобоҙҙа ла унда бәйән ителгән яҙмыштар кеүек осраҡтар тулып ята. Тыуғас та сабыйын балалар тыуҙырыу йортонда ҡалдырып киткән ҡатындар, баштарын эскегә һалып, ғаиләһен ҡарамай әсе яҙмыш ҡосағына ташлағандар, атайһыҙ бала табып, бәләкәстәрен туҡмай-туҡмай үҫтергән ҡаты бәғерле әсәләр, эйе, әгәр ысынлап та уларҙы «әсәй» - тип атап булһа икән. Һанай китһәң, иҫ китерлек, сәстәр үрә торорлоҡ аяныслы хәлдәр, фажиғәле яҙмыштар аҙмы ни тормошобоҙҙа?

Шуға ла Хәлиҙә Чембарисованың хикәйәһе кеүек әҫәрҙәр яҙылыуы, баҫылыуы йәмғиәтебеҙ өсөн бик мөһим һәм кәрәкле.
Күптәргә һабаҡ ул бындай әҫәрҙәр. Тәрбиәүи яҡтан да бик фәһемле хикәйә ул «Үкенес».
Тәрбиә – бала тыуғандың тәүге көндәренән үк башлана. Сабыйҙың бәхетле булыуы ғаиләлә уның 90% тәрбиә алыуынан тора, тиҙәр, психологтар.
Хәлиҙә Чембарисова хикәйәһендәге әсә кеше, бәлки, шундай битараф, йөрәкһеҙ ҡатын да булмаҫ ине, әгәр ваҡытында матур тәрбиә – ир менән ҡатын араһындағы мөнәсәбәт тураһында дөрөҫ тәрбиә, лайыҡлы әсә, хужабикә, ҡатын булыр өсөн дәрестәр алһа.

Әсә йөрәге, әсә күңеле, әсә мөнәсәбәттәре яҙмыштарыбыҙҙа айырыуса мөһим роль уйнай шул… Әгәр әсәй йылылығы етмәһә, хикәйәләге кеүек осраҡтар, ваҡиғалар килеп тыуыуын көт тә тор!
«Үкенес» әҫәре йөрәктәрҙә тәрән эҙ ҡалдырҙы. Автор ваҡиғаларҙы шундай сағыу, оҫта итеп һүрәтләп бирә алған, уҡый башлау менән үк ваҡиғаларҙы ап-асыҡ күҙ алдына килтереп, уның эсенә тулыһынса кереп китәһең һәм ундағы геройҙар менән бергә йәшәй, көйә, һыҙлана башлайһың.
Был инде яҙыусының үтә лә маһирлығы, оҫталығы хаҡында һөйләй.
Тетрәндергес әҫәр!
Рәхмәт, һеҙгә, Хәлиҙә һылыу, шундай лайыҡлы матур, фәһемле, кәрәкле хикәйәгеҙ өсөн!
Ҡәләмегеҙ бик көслө, артабан да шундай һоҡланырлыҡ әҫәрҙәр көтөп ҡалабыҙ! Илһам ҡанаттарығыҙ тағы ла юғарыраҡ талпынһын!
Р.А.ИСМӘҒИЛЕВ,
Нефтекама дәүләт филармонияһы директоры.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook