«Арғаяш һандуғасы»

«Арғаяш һандуғасы»Венера Сөнәғәт ҡыҙы менән мин һикһәненсе йылдарҙан таныш. Педагогик хеҙмәт юлым уның менән туған тел һәм музыка дәрестәре өсөн тәғәйенләнгән бер кабинетта татыу эшләүҙән башланды. Иңгә-иң терәп мәктәптә төрлө саралар уҙғарҙыҡ, ауылдарҙа концерттар менән сығыш яһаныҡ. Мин шиғырҙар уҡыйым, ә ул моңло тауышы менән яҡташтарын нурға сорнай ине. Мәктәптә эшләгән осорҙа йырсылар ансамбле ойошторҙо. Уҡытыусының бер ҡулы – балаларҙа, икенсеһе һәр ваҡыт халыҡ ижадында булды. Бына шундай бәйләнеш уның ижад теҙгенен бушатмай, киреһенсә, яңы үрҙәргә күтәрә.

Хоҙай тарафынан бирелгән һәләтен ергә күмеп ҡуйманы ул: эстрада йырҙарынан башланған репертуары халыҡ ижады өлгөләре менән байыны, башҡарыу оҫталығы даими камиллашты, ижад офоҡтары киңәйә барҙы. Бөгөн етмеш йәшен билдәләгән уҡытыусы, йырсы, башҡорт халыҡ ижадын үҫтереүсе тип белгән яҡташтарын силәбеләр яратып «Арғаяш һандуғасы» тип йөрөтә.

Венера Шәймөхәмәтова Арғаяш районының Ҡуйһары ауылында тыуған. Силәбе педагогия училищеһын тамамлағас, тыуған ауылында башланғыс синыфтар уҡытыусыһы булып хеҙмәт юлын башлай. Йөрәгендә йөрөткән йыр-моңға сикһеҙ һөйөү уны музыкаға ҡайтара. «Атайым – ҡурайсы, әсәйем халыҡ йырҙарын яратып башҡарҙы», – тип оло ихтирам менән телгә ала.

Ҡурай тартһаң, көй була, тигәндәй, моңо менән халыҡ күңелен арбай торғас, ул байтаҡ йырҙар туплай. 2009 йылда Өфөлә «Йырҙарым бар йырларға» тигән тәүге музыкаль альбомы сыҡһа, 2012 йылда «Мөнәжәттәр» тип исемләнгән икенсе дискыһы менән яҡташтарын һөйөндөрә. Уның был музыкаль йыйынтыҡтары –уҡытыусы өсөн тыуған яҡты өйрәтеүҙә әһәмиәтле сығанаҡ.

Венера Шәймөхәмәтованың эстрада һәм башҡорт халыҡ йырҙары, бәйеттәр һәм таҡмаҡтар, туй йолаһына ҡараған сеңләүҙәр һәм дини йөкмәткеле мөнәжәттәрҙән торған репертуары бай. «Ғүмер уҙа», «Һыу буйлап», «Һандуғас», «Оҙата барма», «Томан» кеүек халыҡ йырҙары, ауылдаштары тарафынан сығарылған «Әсә бәйете» ише халыҡ ижады гәүһәрҙәре тәүге музыкаль дискыһына тупланған.

Уның сауаплы эше йәнә шунда: яҡташтарынан байтаҡ мөнәжәттәр яҙып алған. Арғаяш башҡорттары халыҡ рухын өмөт-ышаныс менән һуғарыусы дини жанрҙы айырыуса ҡәҙерләп һаҡлай. Венера Сөнәғәт ҡыҙы шуларҙы сәсәниә булып ихлас башҡара. «Нәғимә Вәкилова, Бәһнән Яҡупова һәм башҡа инәйҙәрҙән мөнәжәттәр яҙып алдым. Аят уҡыған ваҡытта шуларҙы башҡарһам, ауылдаштарҙың күңелдәре йомшарып, күҙҙәренә йәштәр килә...» – тип һөйләй мөнәжәттәрҙең сихри көсө хаҡында.

Быйыл, апрель айында Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге әҙәби берекмәнең 55 йыллығын билдәләгән көндәрҙә, Өфөнән бер төркөм яҙыусылар килде. Силәбе ҡалаһының Төҙөүселәр мәҙәниәт һарайында күркәм байрам сараһы булып уҙҙы. Сәфәрҙән ҡайтҡас, шағирә Лариса Абдуллина: «Венера Шәймөхәмәтова сығышы менән Өфөләге академик йырҙарҙан арындырып, халҡыбыҙ моңдарына сорнаны. Бына, исмаһам, кеше йырлай: интектермәй ул йырҙы, эсенән моң ағыла ла ағыла», – тип, һоҡланып, бик хаҡлы яҙып сыҡҡайны.

Венера Шәймөхәмәтова – «Ирәндек моңдары», «Оҙон көй» халыҡ йырҙарын башҡарыусылар бәйгеләре лауреаты. Бөтә Рәсәй үҙешмәкәр сәнғәт смотрында Силәбе өлкәһе Мәҙәниәт министрлығының миҙалы менән бүләкләнгән. Уның лайыҡлы исеме «Арғаяш башҡорттарының рухи донъяһы» тигән энциклопедик йүнәлешле китапҡа ингән.
Ҡамса МОРТАЗИН,
филология фәндәре кандидаты.
Силәбе ҡалаһы.




Теги: Силәбе




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook