Мәскәүҙе яулаған башҡорт һылыуҙары

Башҡорт ҡыҙҙарының ҡулынан килмәгән эш юҡ. Был – иҫбатлау талап итмәгән хәҡиҡәт. Һуңғы йылдар ҙа уларҙың яңынан-яңы өлкәләрҙе яулап, ятыраҡ юҫыҡтарҙа ла маһирҙарҙың-маһиры булып китеүҙәре һөйөндөрә. Мәскәүҙе яулаған режиссер ҡыҙҙарыбыҙҙың уңыштарына ла бергәләп ҡыуанайыҡ!

Мәскәүҙе яулаған башҡорт һылыуҙарыГөлназ Ғәлимуллина-Макиеваның тамырҙары – Иглин яғынан. Өләсәһе менән генә үҫкән ҡыҙҙың Черниковка биҫтәһенән Өфөнөң үҙәгендә урынлашҡан 20-се һанлы башҡорт гимназияһына көндә тимер юл вокзалына килеп, электричканан автобусҡа күсеп ултырып йөрөп уҡыуы ғына ла уның хаҡында күпте һөйләй. Бәләкәйҙән ижадҡа ылыға, «Йәншишмә»нең йәш хәбәрсеһе, «Аманат»тың редколлегия советы ағзаһы булған һылыу 11-се класта «Тамыр» балалар студияһы эшендә әүҙем ҡатнаша башлай. Журналист Янис Рамазанов менән урам балалары хаҡында документаль фильм төшөргән саҡта тәүге тапҡыр милиция хеҙмәткәрҙәре менән рейдҡа сығыу, геройҙар эҙләү ваҡытында тормоштоң әсе ысынбарлығы хаҡында уйланып йөрөгән ҡыҙ артабан да кеше яҙмыштары, уларҙың күңелендә барған яу һәм көрәште асып һалырҙай фильмдар эшләргә теләүен аңлай. Тиҙҙән Луиза Фархшатова уны «Тамыр»ға эшкә ала. Яҙмыш тарафынан бығаса ла етерлек һыналған һылыуға яман ауы- рыу менән күҙмә-күҙ осрашып, бер йыл дауаханала ятып, йәшәү өсөн көрәшергә тура килә. Ләкин ҡаһарман ҡыҙ, барыһын да шаҡ ҡатырып, аҫтыртын сирен еңә. Артабан ашау-йоҡлауҙы ла онотоп эшкә сума. Аяуһыҙ ҡаршылыҡтар аша үтеп тә бирешмәгән кешеләр хаҡындағы «Профилдәр» документаль серияһы менән ул үҙенең ғәжәйеп талантлы режиссер булыуын иҫбатлай. Рәсәй һәм донъя кимәлендәге фестивалдәрҙә бер-бер артлы килгән еңеүҙәрҙең артында уның шәхси фиҙакәрлеге һәм ҡара тырышлығы ята. Гөлназ Ғәлимуллина әлеге көндә килешеү буйынса Рәсәйҙең Беренсе каналында эшләй. Мәскәүҙә төшөргән һуңғы эштәре араһынан беҙгә бигерәк тә легендар кинооператор, яҡташыбыҙ Мәхмүт Рафиҡов хаҡындағы «Номерной» ҡәҙерле.
Яңыраҡ Гөлназға кейәүе велосипед бүләк иткән. «Утыҙ йәшемдә, ниһайәт, бала саҡ хыялымды тормошҡа ашырып, сәпидтә йөрөргә өйрәнәм. Көнөнә икешәр-өсөшәр сәғәт булашам, тубыҡтарымды ярып бөттөм инде, ә күңелгә шундай рәхәт», – тип яҙылған уның фейсбуктағы диуарында.

Мәскәүҙе яулаған башҡорт һылыуҙарыЖурнал уҡыусыларыбыҙ араһында сериал һөйөүселәр байтаҡтыр. Һуңғы йылдарҙа зәңгәр экрандарҙа шаулаған «Метель», «Немного не в себе», «Услышь мое сердце», «Большое сердце», «Карамель», «Пузаны», «Новогоднее дежурство» һәм башҡа мелодрамаларҙың режиссеры, унан алдараҡ күрһәтелгән «Атлантида», «Сердцеедки», «Крем» сериалдарын төшөрөүҙә лә ҙур өлөшө булған, бөгөнгө көндә Рәсәй кинемато графында уңышлы һәм әүҙем режиссерҙарҙан һаналған Флүзә Фархшатова ла – үҙебеҙҙең башҡорт һылыуы.
Әсәһе Луиза Азамат ҡыҙы Фархшатова «Тамыр» балалар студияһын асҡас, ҡыҙын да ижади эшмәкәрлеккә йәлеп итә. Яҡын кешеһенең ауыр, әммә ҡыҙыҡлы хеҙмәтен күреп үҫкән Флүзә бәләкәйҙән үҙенең кем буласағын аныҡ белә. Режиссер һөнәре хыялың дағы донъяны таҫма аша башҡаларға ла күрһәтә алыу мөмкинлеген бирә, тип иҫәпләй ул. «Оҙайлы съемкалар ваҡытында павильон тышындағы ысын тормошта әле аҙнаның ниндәй көнө генә түгел, йылдың ниндәй айы икәнен дә онотоп, тулыһынса үҙең тыуҙырып килгән икенсе ысын барлыҡта йәшәү шул тиклем мауыҡтыра. Мин – азат ижадсы, тәҡдим ителгән сценарий оҡшаһа ғына ризалашам, тик килешеү менән генә эшләйем, айырым бер телеканалға бәйле түгелмен. Әлеге мәлдә билдәле продюсер Игорь Толстунов менән Беренсе канал өсөн ун ике сериялыҡ телевизион фильмға тотонорға торабыҙ. Кастингтар бара, 35–40 йәшлек ир-егет роленә кеше таба алмайым. Йәшерәктәр бар, олораҡтармы – рәхим ит, ә утыҙҙы үткәс мыҡты ирҙәр ҡайҙа була икән һуң, тип аптырайым. Был кинематографтың ғына түгел, тотош илебеҙҙең дә бәләһе шикелле», – тип хәлдәрен һөйләне яҡташыбыҙ.
Флүзәнең тормош иптәше ҡырғыҙ егете Уланбек Баялиев – Мәскәүҙә уңышлы театр режиссерҙарының береһе. Әле ул Е. Вахтан- гов исемен дәге театрҙа премьераға әҙерләнә. Уларҙың дүрт йәшлек Урал исемле улдары бар. Бәләкәс өләсәһе ижад иткән «Йәшәмеш ағай имеш» китабын бик ярата. Ул уны көндәр буйы тыңларға әҙер. Флүзәнең киләсәктә башҡорт ерлегенә нигеҙләнгән фильм эшләргә хыялы бар. «Өҫ тәлемдә яҙылған сценарий ҙа ята, ләкин әлегә уны тормошҡа ашырыр ваҡыт етмәгән, ахырыһы, финансларға әҙер продюсер көтәм», – ти ул.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook