Тормош гөрләй сәхнә артында ла...

Тормош гөрләй сәхнә артында ла...2008 йылдан бирле Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәһендә балҡыған, башҡорт театр сәхнәһенең яңы йондоҙҙары араһында иң һөйкөмлөһө тип нарыҡланған, күп һылыуҙарҙы һушынан яҙҙырған Руслан Хайсаров быйыл йәй туй үткәргән. Талантлы, сибәр егеткә тиң матурҡай әллә ҡайҙан түгел, ә шул уҡ театр сәхнәһенән табылған, кәләше – йәш актриса Гөлназ Ғөбәйҙуллина икән. Һоҡланғыс пар быға тиклем сәхнәлә лә бер нисә тапҡыр бергә күренеп, тамашасы күңелен яулап өлгөргәйне инде, бигерәк тә уларҙың быйыл йәй үткән «Салауат йыйыны» тамашаһында Салауат менән Зөләйханы уйнауҙары халыҡҡа оҡшаны. «Салауат менән Зөләйханың мөхәббәте мәңгелек һәм ундай һөйөү яҙмышҡа яҙылалыр һәм һирәктәр өлөшөлөр, – ти йәш кейәү менән кәләш. – Туйыбыҙ бик күңелле үтте, ҡыҙыл лимузинда йөрөнөк, ҡунаҡ ҡыҙҙар ҙа ҡыҙыл күлдәктә килде, барабансылар шоу күрһәтте, төрлө милләт бейеүҙәре булды. Дуҫтарыбыҙҙың күбеһе ижад кешеләре булғас, һандыҡ һатыу, мәһәр һалыу һымаҡ йолалар үҙе бер тамашаға әйләнде лә ҡуйҙы», – тип бәхетле йылмая кәләш менән кейәү. Беҙ иһә уларға сәхнәлә генә түгел, ғаиләлә лә үҙ ролдәрен оҫта һәм уңышлы башҡарыуҙарын теләйбеҙ!

Тормош гөрләй сәхнә артында ла...Театрҙа яңыраҡ ҡына эшләй башлауына ҡарамаҫтан, сағыу ролдәре менән тамашасы хәтеренә уйылып өлгөргән йәш, һәләтле актриса Лилиә Ғәлина ла быйыл йәй әрменән көтөп алған егетенә – курсташы Хәмит Дәүләтбәковҡа кейәүгә сыҡҡан. Лилиә бикәстәренә, ҡәйнештәренә алдан еңгәй бүләктәре хәстәрләгән. Туй Баймаҡ һәм Ейәнсура яҡтарында ике көн гөрләгән. «Бигерәк тә һыу башлатыуҙары, һандыҡ һатҡан мәлдәр күңелле булып иҫтә ҡалды, байрамыбыҙға туғандарҙан тыш, төркөмдәштәребеҙ һәм Өфө дәүләт сәнғәт академияһынан уҡытыу­сыларыбыҙ ҙа килде», – тип хәтерләй бәхетле мәлдәрен йәш кәләш. Лилиәгә ябай көндәлектә лә, артабан уйнаясаҡ образдарында ла, үҙенең «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» мюзиклындағы ҡолонсаҡ ролендәге кеүек, һәр саҡ ихлас һәм сағыу булып ҡалыуын теләйек! Тормошондағы яңы ролдә – аҫыл егеттең хәләл ефете сифатында ла уңһын, яратып һәм яратылып йәшәһен! «Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова) мюзиклы Ырымбурҙа үткән Беренсе Волга буйы төбәк театр фестиваленең «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булған. Ырымбур дәүләт университетының социология лабораторияһы студенттары, бик күп халыҡ менән аралашып, фекерҙәрен белешкәндән һуң һанап сығарған тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә билдәләнгән был номинацияның ғәҙелдәрҙән-ғәҙел булыуына тамсы ла шик юҡ. Фестиваль дирекцияһы Башҡорт дәүләт академия драма театрын һәм уның художество етәксеһе – спектаклдең режиссеры Олег Хановты еңеү менән ихлас ҡотлап, Диплом һәм ҡиммәтле бүләк – Ырымбур мамыҡ шәлдәрен тапшырҙы. Театр етәкселеге аҫыл шәлдәрҙе Маҡ­тымһылыуҙы оҫта башҡарып ғәм халыҡты арбаған, журналыбыҙҙың быйылғы беренсе һанының тышлығын биҙәгән Ирада Фазлаева менән мюзиклдағы иң ҡатмарлы ролдәрҙең береһе – Ҡара бейәне уңышлы башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмированың иңенә һалды. «Мюзиклыбыҙҙың фестивалдә уңыш ҡаҙаныуына һәм «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүенә сикһеҙ шатмын, ә художество етәксеһенең һәм тыуған театрыбыҙҙың эшебеҙҙе баһалауы менән икеләтә бәхетлемен», – ти был хаҡта Гөлнара Ирнес ҡыҙы.

Тормош гөрләй сәхнә артында ла...Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт академияһының Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт драма театры өсөн махсус әҙерләнгән курсы студенттары, быйыл уҡыуҙарын тамамлап, эш башлаған. Араларынан дүрт егет һәм бер ҡыҙ театр труппаһына ҡабул ителгән. Ижад юлдарын атаҡлы театр тупһаһынан башлау бәхете Күгәрсен районы егете Алмас Йосоповҡа, Хәйбулланан Айҙар Шәмсетдиновҡа, Өфөнән Морат Рафиҡовҡа, Стәрлетамаҡтан Азат Вәлитовҡа һәм Баймаҡ районынан Гөлназ Ғөбәйҙуллина-Хайсароваға тәтегән. Йәштәр килгән ерҙәренә таш булып батһын, тамашасыны яңынан-яңы сағыу образдар менән шатландырып торһон, уларға илһамлы ижади осош насип булһын!

«Маҡтымһылыу, Әбләй һәм Ҡара юрға» (Т.Ғарипова) мюзиклы Ырымбурҙа үткән Беренсе Волга буйы төбәк театр фестиваленең «Тамашасы һөйөүе» призына лайыҡ булған. Ырымбур дәүләт университетының социология лабораторияһы студенттары, бик күп халыҡ менән аралашып, фекерҙәрен белешкәндән һуң һанап сығарған тауыш биреүҙәр һөҙөмтәһендә билдәләнгән был номинацияның ғәҙелдәрҙән-ғәҙел булыуына тамсы ла шик юҡ. Тормош гөрләй сәхнә артында ла...Фестиваль дирекцияһы Башҡорт дәүләт академия драма театрын һәм уның художество етәксеһе – спектаклдең режиссеры Олег Хановты еңеү менән ихлас ҡотлап, Диплом һәм ҡиммәтле бүләк – Ырымбур мамыҡ шәлдәрен тапшырҙы. Театр етәкселеге аҫыл шәлдәрҙе Маҡ­тымһылыуҙы оҫта башҡарып ғәм халыҡты арбаған, журналыбыҙҙың быйылғы беренсе һанының тышлығын биҙәгән Ирада Фазлаева менән мюзиклдағы иң ҡатмарлы ролдәрҙең береһе – Ҡара бейәне уңышлы башҡарған Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Гөлнара Әмированың иңенә һалды. «Мюзиклыбыҙҙың фестивалдә уңыш ҡаҙаныуына һәм «Тамашасы һөйөүе» номинацияһында еңеүенә сикһеҙ шатмын, ә художество етәксеһенең һәм тыуған театрыбыҙҙың эшебеҙҙе баһалауы менән икеләтә бәхетлемен», – ти был хаҡта Гөлнара Ирнес ҡыҙы.

Тормош гөрләй сәхнә артында ла...Былтырҙан Мєжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры ҡарамағында «Самрау» балалар театр студияһы эшләй. Йәш быуында сәнғәткә һөйөү тәрбиәләү, ижади фекерләү ҡеүәһен арттырыу маҡсатынан ойошторолған ул. Үткән миҙгелдә самраусылар тамашасыға тәүге ижад емештәрен – «Ҡош тәпәйе» тип аталған башҡорт халыҡ әкиәте буйынса ҡуйылған спектаклде тәҡдим итте.
Йәш артистар мәктәп уҡыусылары ғына булыуына ҡарамаҫтан, сәхнәлә үҙҙәрен иркен тотоуы, телмәрҙәренең шыма булыуы менән ҡыуандырҙы. Уңыш нигеҙендә, әлбиттә, абруйлы педагогтарҙың тырыш хеҙмәте ята. Студияла танылған сәхнә әһелдәре Суфия Ҡорбанғәлиева, Илсур Ҡаҙаҡбаев, Урал Әминев, Зилә Баймырҙина, Руслан Хайсаров, Диләрә Иҙелбаевалар оҫталыҡ дәрестәре бирә.
– Ғүмеремдә бик күп премьера ҡарарға тура килде, тик быныһы үтә лә ҡәҙерле, – ти театрҙың художество етәксеһе, Башҡортостандың һәм Рәсәйҙең халыҡ артисы Олег Ханов. – Йәш быуындың серле театр мөхитенә ылығыуы ҡыуандыра. Тимәк, улар яҡшылыҡтың – яманлыҡты, изгелектең яуызлыҡты еңәсәгенә нығыраҡ инана.
Олег Закир улы белдереүенсә, студия­ла шөғөлләнгән балалар театрҙың ҙур сәхнәһендә ҡуйылған спектаклдәргә лә йәлеп ителәсәк. Тимәк, уларға танылған артистар менән бергә күләмлерәк тамашаларҙа ҡатнашыу бәхете насип булмаҡ­сы. Әйткәндәй, теләүселәргә «Самрау» балалар студияһына ҡушылырға әле лә һуң түгел, унда 7 йәштән 17 йәшкә тиклемгеләрҙән торған яңы төркөм йыялар.

Тормош гөрләй сәхнә артында ла...Актер Алмас Әмировтың талантына һоҡланмаған кеше юҡтыр. Литванан саҡырылған билдәле режиссер Линас Зайкаускас менән эшләү уға бигерәк тә килеште, ахырыһы. А.Кивиряхктың «Әлифбанан бер себеш» тип аталған моноспектаклендәге берҙән-бер герой – Мәүлитте уйнап, ул Өфө халҡын ғына илатып туҡтаманы, яҙғыһын режиссерҙың тыуған ҡалаһы Паневежиста сығыш яһап, литвалыларҙы ла таң ҡалдырып ҡайтҡайны. Ә хәҙер инде уны Карелияның баш ҡалаһы Петрозаводскиҙа, «Лифт Карелия 14+» исеме аҫтында театраль-эксперименталь проектта көтәләр. Башҡорт театры артистарының һөнәри кимәлен һәр ерҙә юғары баһалап, үҙҙәрен йылы ҡаршылап тороуҙары – сәхнәбеҙҙе биҙәгән ижади коллективтың маһирлығына тағы бер дәлил ул.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook