Башҡортостан Ҡыҙы

Фортепианоның яңы төрөн уйлап тапҡандар!

Фортепианоның яңы төрөн уйлап тапҡандар!
Фортепианоның яңы төрөн уйлап тапҡандар!
Иглин районы Шипов ауылы ҡыҙы Альбина Лищинская фортепианоның яңы төрөн уйлап тапҡан! Үҙ уйын ҡоралын ФА-Ом тип атаған. Тышҡы яҡтан үҙгәреш кисермәһә лә, ноталар һанының етәүҙән туғыҙға күтәрелеүе, икенсе төрлөрәк яңғырауы менән айырылып тора: Фа, бэ, вэ, гэ, дэй, ка, син, тез, Ом.
Альбина бәләкәй сағынан моң донъяһында йәшәй, музыка мәктәбендә лә уҡыған. Бер нисә йыл элек ул төшөндә көйҙәр ишетә башлай. Тәүге мәлдә хәтерендә ҡалдыра алмай яфаланһа, аҙаҡ, күҙҙәрен асҡас та ҡолағы төбөндә торған моңдо көйләп, диктофонға яҙҙырырға күнегеп китә. Һуңынан ноталар дәфтәренә күсереп ҡуя. Ә өс йыл элек ул төшөндә ноталар системаһын ете түгел, туғыҙ ноталы итеп күрә. Көйҙәрҙе нескәрәк, хислерәк, тәрәнерәк итеп биреү мөмкинлеген шунда уҡ аңлап ала Альбина һәм 2014 йылда үҙенең ноталар системаһын төҙөй. Рәсәйҙә музыка ҡоралдары эшләүсе фабрикаларҙың ҡалмауы хәлде бер аҙ ҡатмарлаштырһа ла, бер йыл тигәндә Мәскәү оҫталары уға хыялындағы фортепианоны эшләп бирә.
Әле Альбина үҙе уйлап тапҡан уйын ҡоралына патент алған, яңы көйҙәр сығарыу менән мәшғүл.
Гөлнара МОСТАФИНА.
Иглин районы.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook