Етегә етте «Иҙел»

Етегә етте «Иҙел»
Халыҡ-ара «Иҙел» башҡорт һәм татар йыры фестиваль-бәйгеһе быйыл Өфөлә етенсе тапҡыр үтте. Ике күрше республиканың, туғандаш халыҡтың йыр сәнғәтен үҫтереүҙе генә түгел, үҙ-ара мөнәсәбәттәрҙе яҡынайтып, дуҫлыҡ ептәрен нығытыуҙы ла маҡсат иткән был сара йыл да баш ҡалабыҙ тамашасылары өсөн ҙур байрамға әүерелә. Проект авторы, фестивалде ойоштороусы фиҙакәр ханым – Лилиә Әхмәт ҡыҙы Бәҙәмшинаның тырышлығы һәм ныҡышмалылығы менән был йыр байрамы Рәсәйҙә генә түгел, сит илдәрҙә лә ҙур танылыу яуланы.

Етегә етте «Иҙел»
Быйылғы сарала ҡатнашырға теләп ҡырҡтан ашыу йырсы мөрәжәғәт итһә, финалға егерме һигеҙе үткән. Бәйгегә үтеүселәрҙең күплеге баһалама ағзаларының йомшаҡлығынан түгел, ә тыуған еребеҙҙең моң шишмәһе көслө булыуынан. Иҙрис Ғәзиев, Зилә Сөнғәтуллина, Флүрә Килдейәрова, Илһам Вәлиев, Филүс Ҡаһиров, Айгөл Һағынбаева кеүек мәртәбәле шәхестәрҙән торған баһалаусылар ҡороноң иләге аша үтеп, һайлап алыу турына эләгеү бәхете тик лайыҡлыларға ғына тәтегән. Еңеүселәр, йылдағыса, төрлө номинацияларҙа билдәләнде. «Башҡорт халыҡ йыры» буйынса бер юлы ике башҡарыусыға беренсе дәрәжә лауреат дипломы тапшырылды. Фестивалдең юғары бүләгенә лайыҡ булған Алмас Сирусин менән Алмас Хөсәйенов икеһе лә – Баймаҡ егеттәре. З. Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының беренсе курс студенттары атаҡлы педагог Фәрзәнә Фәтҡулла ҡыҙы Сәғитовала уҡый. Автор-башҡарыусылар араһында еңгән, «Мөхәббәт – диңгеҙ» тип хисләнгән Денис Илсебаев иһә тамашасыны тауышы менән генә түгел, үҙенсәлекле кейенеү стиле менән дә арбаны. «Татар эстрадаһы» номинацияһында иң-иңдәрҙән тип табылған Раушан Сөләймәновтың бәрхәт тауышы, сәхнәлә үҙен иркен тотоуы һоҡландырҙы. «Академик вокал» буйынса беренселекте Ҡаҙан ҡыҙы Алиса Мамина алды. «Балалар йырлай» бүлегендә төп бүләк тамашасыны һөйкөмлөлөгө, үҙен сәхнәлә шул тиклем тәбиғи тотоуы менән яраттырған моңло ҡыҙ Камилла Михайловаға тәтене. Камилланың «Талы бөгөлөп тора»ны татарса таҙа, һүҙҙәрҙе дөрөҫ яңғыратып йырлауы ла айырым маҡтауға лайыҡ. Ғөмүмән, «Иҙел»дең үҙенсәлеклеге шунда: был фестивалгә йыл һайын башҡа милләт йырсылары ла башҡорт йә татар телдәрендә матур сығыштар алып килә. Быйыл икенсе дәрәжә лауреат исемен алған Грузия йырсыһы Ия Тепнадзены ла, алдан иғлан итһәләр ҙә, күптәр татар ҡыҙы йырлай тип ҡабул итте. Башҡарыусыларҙың һәр береһе хаҡында юғары кимәлдә, лайыҡлы сығыш яһаны, тип әйтергә мөмкин. Кейемеңә ҡарап ҡаршы алалар тигәндәй, башҡорт костюмын заманса стилләштереп сәхнәгә сығарған Элина Хәкимова (өсөнсө дәрәжә лауреат) менән Лиана Иҙрисова (икенсе дәрәжә лауреат) сәхнәлә айырыуса күркәм күренде. «Иҙел»селәрҙең барыһының да тамашасыны «тере тауыш» менән кинәндереүе лә – фестивалдең юғары кимәленең бер күрһәткесе. Алып барыусылар, башҡорт телевидениеһы йондоҙо Ғәлиә Вәхитова менән Ҡазандың танылған һүҙ оҫтаһы Марсель Әхмәҙуллиндың туған телебеҙҙең ҡырҡыу мәсьәләләренә ҡағылған фекерҙәрҙе лә сәхнәнән ҡыйыу яңғыратыуы байрамға халыҡсан төҫ өҫтәне, уны тамашасыға яҡынайтты. Етеһен үткән балаға беҙҙә «быуыны нығынды» тиҙәр, «Иҙел» дә – инде ике республиканың мәҙәни донъяһында үҙ урынын тапҡан, үҙ йолалары булған сағыу бәйге. Уға оҙон, емешле ғүмер теләйек!
Гөлнара ӘХМӘҘУЛЛИНА.




Теги: Иҙел фестиваль




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook