Һары сиренә тарыма

В гепатиты тән тиреһен, күҙ алмаһын һары төҫкә әйләндергәнгә күрә, уны һары сире тип тә атайҙар. Бауырҙы эштән сығарыусы был ауырыуҙы тышҡы мөхиткә бирешмәгән вирус тарата. Ул 60 градус эҫелектә 10 сәғәт тотҡанда, ҡайнап торған һыуҙа 30 минуттан үлә. Вирус сирле кешенең ҡанында һаҡлана, шулай уҡ төкөрөгөндә, аталыҡ орлоғонда, күрем ҡанында, енси ағзаларҙан сыҡҡан бүлендектә, оло ярауҙа булыуы мөмкин.

Сир кешегә ҡан ебәргәндә зарарланған ҡан һәм ҡан препараттары аша күсеүе ихтимал. Яҡшылап стерилләнмәгән медицина ҡорамалдары аша (мәҫәлән, теш алдырғанда) йоғоу ҡурҡынысы ла бар. Маникюр, педикюр яһатыусылар, татуаж, пирсинг яратыусылар араһында ла сир эләктереүселәр юҡ түгел. Әгәр тирелә бәләкәй генә яра бар икән, вирустың сирле кеше тотонған көнкүреш әйберҙәренән (таҫтамал, ҡырынғыс, теш щеткаһы) йоғоуы ихтимал.

Гепатиттың был төрө бигерәк тә енси юл менән күсә – енси ағзаның лайлалы тышсаһынан вирус шунда уҡ ҡанға үтә. Шулай уҡ вирус йөрөтөүсе әсәнең сабыйы ла шул уҡ вирус менән тыуған, бәпескә сир күкрәк һөтө менән күскән осраҡтар етерлек. В гепатиты менән ауырыусылар бигерәк тә наркотик матдәләр ҡулланыусылар араһында күп – ҡан тамырына наркотик ебәреүселәрҙең 90 процентҡа тиклеме гепатитҡа дусар.

Вирус эләгеп, сир беленгәнсе ике айҙан алты айға тиклем ваҡыт үтеүе мөмкин. Ҡайһы берәүҙәрҙә билдәләре һиҙелмәй, ауырыу аҡрынлап көсәйә. Кемдәрҙәлер иһә киҙеү кеүек башлана: тән ауырта, температура күтәрелә, быуындар һыҙлай, хәлһеҙлек солғай. Ауыҙҙан аш тәме китә, уң яҡ ҡабырға аҫты ауырта. Сир башланып ҡына торғанда дауалай башлаһаң, кеше тулыһынса һауығасаҡ. Ләкин күптәр «һалҡын тейгәндер, үтер әле» тип, табипҡа бармай. Мәлендә тотоп алынмаған В гепатиты көсәйә бара. Ике-өс аҙнанан (ҡайһы берҙә иртәрәк тә) бәүел һарғылт-ҡара төҫ ала, оло ярау аҡһыллана, тән һарғайыбыраҡ китә, баш сатнай. Дауалауға һуң тотонғанда күп кеше өҙлөгөп ҡалыусан. Хатта тулыһынса һауыҡтым тигәндә лә, йыш ҡына икенсел билдәләр барлыҡҡа килә – бауыр ҙурая, һыҙлай, эс ҡабара, уҡшыта, ҡоҫтора, эс китә. Иң насары шул: бауыр күҙәнәктәре тарҡалып, цирроз хасил булыуы, хатта яман шеш барлыҡҡа килеүе бар.
Эльвира ЯМАЕВА,
табип-инфекционист.


В гепатитын йоҡтороуҙан һаҡланыу өсөн:
*Шәхси гигиена ҡағиҙәләрен күҙәтегеҙ. Кеше ҡырынғысын, маникюр яһай торған кәрәк-ярағын, йыуғысын, таҫтамалын тотон­мағыҙ.

*Осраҡлы енси бәйләнеш­тәрҙән һаҡ булығыҙ.

*Бер ҡасан да наркотиктар ҡулланмағыҙ.

*Хәтерегеҙҙә тотоғоҙ: яҡшылап стерилләнмәгән теләһә ниндәй ҡорамал вирус сығанағы булырға мөмкин. Шуға күрә лицензиялы учреждениеларҙа ғына маникюр, педикюр эшләтегеҙ.

*Иң мөһим кәңәш: прививка яһатығыҙ. Профилактик привив­каларҙың милли календарына ярашлы, балалар һәм 55 йәшкә тиклемге өлкәндәр В гепатитына ҡаршы өс тапҡыр вакцина яһатырға тейеш. Был һеҙҙе оҙайлы ваҡытҡа ҡатмарлы сирҙән һаҡлаясаҡ.


Теги: Профилактика Вирус




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook