Йәнде һыҙлатҡан тәндәге тап

Витилиго тип аталған һирәк осраусы был сирҙе халыҡта ала ауырыуы тип йөрөтәләр. Уға дусарҙар тән һыҙлауынан түгел, психологик уңайһыҙлыҡтан ғазап сигә. Тиреһендә аҡ таптар хасил кешеләрҙең күбеһе башҡалар янында үҙҙәрен бик яйһыҙ тоя. Был иһә уларға иркенләп аралашырға, асылырға ҡамасаулай, ҡайһы берҙә шәхси тормоштарында кәртә булып тора. Республика тире-венерология диспансеры табибы Алһыу Әнүәр ҡыҙы ХАММАТОВА менән ошо ҡатмарлы сырхау хаҡында әңгәмәләшәбеҙ.

– Витилиго – иң өйрәнелмәгән һәм дауалауға ауыр бирелгән сирҙәрҙең береһе. Ул донъяның бөтә илдәрендә лә таралған. Ауырыуҙың теләһә ниндәй йәштә барлыҡҡа килеүе мөмкин, әммә йышыраҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙа һәм 20 йәшкә тиклемге йәштәрҙә үҫешә. Һуңғы йылдарҙа иһә өлкәндәр, шулай уҡ балалар араһында ла уның менән сирләүселәрҙең артыуы күҙәтелә.
Тирелә ситтәре асыҡ аҡ тимгелдәр барлыҡҡа килеүе сирҙең төп билдәһе булып тора. Тәндең төҫөн билдәләүсе пигмент – меланин юҡҡа сығыуы сәбәпсе быға. Тәүҙә 0,2–0,3 сантиметрҙан артмаған таптар аҡрынлап ҙурая, бер-береһе менән ҡушылып, киңәйә бара. Таптар тәндең теләһә ҡайһы өлөшөндә, бигерәк тә асыҡ урындарҙа: биттә (ауыҙ, ҡолаҡ, күҙ, танау тирәһендә), муйында, аяҡ-ҡулдарҙа (бармаҡ остарында, терһәктә, тубыҡта, үксәлә, табанда) хасил булыусан. Баштың сәсле өлөшө тап менән ҡапланғанда, сәстә төҫөн үҙгәртә, саллана.
Витилиго менән яфаланыусылар һыҙланыу-ауыртыныу ғазарланмай, уларҙа тик эстетик етешһеҙлек ҙур борсолоу тыуҙыра.
– Тимәк, сирҙең һаулыҡҡа, ғүмергә туранан-тура ҡурҡынысы юҡ?
– Эйе, шулай тиергә мөмкин. Айырым таптарҙың үҙенән-үҙе бөтөүе бар. Ләкин витилиго күп осраҡта организмдағы ниндәйҙер хәүефле үҙгәрештәр хаҡында һөйләй. Шуға күрә уны һис кенә лә иғтибарһыҙ ҡалдырырға ярамай.
– Кешенең кәйефенә, тотошона кире йоғонто яһаусы был ауырыуға килтергән сәбәптәр хаҡында ла әйтеп үтһәгеҙ ине.
– Витилигоға эндокрин ауырыуҙар (ҡалҡан биҙе, гипофиз, енси биҙҙәр эшмәкәрлегенең боҙолоуы), йән йәрәхәте алыу, оҙайлы ваҡыт көсөргәнешле хәлдә йәшәү, йөрәк-ҡан тамырҙары һәм нервы системаһындағы тайпылыштар сәбәпсе булыуы бар. Йоғошло ауырыуҙар үткәреү, эске ағзаларҙың даими сире, организмда зарарлы матдәләр тупланыуы (интоксикация), ауыр тән йәрәхәте лә уға килтереүе ихтимал. Витилигоға дусарҙарҙың байтағындаашҡаҙан-эсәк эше көйһөҙләнеү арҡаһында витаминдар етешмәүе, баҡыр, тимер, цинк һәм башҡа микро һәм макро элементтар алмашыныу боҙолоуы күҙәтелә.
Әммә иң мөһим сәбәптәрҙең береһе – организмдың иммунсистемаһы ҡаҡшауы, йәғни сирҙәргә ҡаршы тороу ҡөҙрәте кәмеү, тип әйтер инем.
– Был осраҡта халыҡ медицинаһына мөрәжәғәт итергә мөмкинме?
– Сирҙең тәүге билдәләре һиҙелеү менән табип-дерматологҡа күренергә кәрәк. Сөнки, әйтеүемсә, эш тиренең тимгелләнеп боҙолоуында ғына түгел, бөтә организмдағы үҙгәрештәрҙә. Шуларҙы асыҡлап ҡына дөрөҫ дауа билдәләргә була. Дауалау оҙайлы һәм түҙемлек талап итә. Ә халыҡ рецептарын табип дауаһына өҫтәмә ярҙамсы тип ҡарарға кәрәк, минеңсә.
– Ала ауырыуы нәҫелдән күсеүе ихтималмы?
– Эйе, йышҡы навитилигоға әүәҫлек нәҫелдән килә. Ләкин нәҫелендә был сир булған бөтәһелә уның менән ауырып китмәй бит – ҡуҙғытыусы сәбәптәр юҡ икән, сырхау хаҡында иҫкә лә алмайҙар.
– Витилиго менән ауырыусыларға ҡояшта ҡыҙынырға яраймы?
– Тәндәге аҡ таптар ҡояшҡа, бигерәк тә ультрашәмәхә нурҙарға бик һиҙгер. Шулай булғас, ҡыҙынырға ярамай. Янған тәндә аҡтимгелдәр тағы ла нығыраҡ беленә башлай. Көслө нурҙар аҫтында булыуҙан ҡояш дерматиты барлыҡҡа килеүе бар.
Альмира КИРӘЕВА
әңгәмәләште.


Журналыбыҙҙы уҡыусы 57 йәшлек Нурия ханым ИГЕЛЕКОВА витилигоны нисек «еңеүен» уртаҡлашыуы ошо ауыр сиргә ҡаршы көрәшеүселәрҙе ныҡышмалыраҡ булырға өндәр, моғайын.
– Ала ауырыуы менән 13 йәштә сирләп киттем. Таптар ғүмер буйы бер кәмене, бер ҡалҡты. Халыҡ араһында нисек оялыуымды һөйләп тә тормайым. 2005 йылда иһә яман сир асыҡланды, унан алда бауырымдың эштән сығыуы билдәле булды. Таптар тәнемдең 70 процентын ҡапланы. Һөнәрем буйынса мин массажист, кешегә ҡағылыуы ла бик уңайһыҙ була башланы.
Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуя юлына тигәндәй, шул йылда Мәскәүгә китеп барғанда поездағы юлдаш ҡатын был ауырыуҙан нисек ҡотолоуын һөйләне. Батып барыусы һуңғы һаламға тотонғандай, ул өйрәткәнсә халыҡ медицинаһы буйынса дауаландым. Мөғжизәгә ышаныуым шул хәтлем көслө булдымы, әллә ысынлап файҙаһы тейҙеме – өс ай ярымдан тәнемдә бер тап та ҡалманы. Әле табипҡа даими күренеп торам, уның әйткәндәрен күҙәтәм, анализдар бирәм. Бауырҙың һәйбәт эшләүе өсөн ашауымды ныҡлап тәртипкә һалдым. Яман шештең сигенгәненә лә байтаҡ йылдар уҙҙы. Минең һымаҡ сирләүселәргә әйтер һүҙем шул: һис кенә лә күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ, бөтә сараларҙы файҙаланығыҙ, тик табип менән кәңәшләшергә онотмағыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook