Мәңге арбар йондоҙ яҡтыһы

Мәңге арбар йондоҙ яҡтыһы Күңел төйөндәре ҡасан сеймәлә лә ҡасан тағатылалыр? Һәр кем Ер йөҙөнә өйрәнеү, һабаҡ алыу өсөн килеп, йәне ошо дәрестәрҙе үткәс, яңы баҫҡыстарҙы артыла, яңы һулыш менән йәшәүгә күсә торғандыр.

Бына алтын сәсле, зәңгәр күҙле бәләкәй генә ҡыҙсыҡ күҙ йәштәренә төйөлөп, ниңә үҙенең ошо һынауҙарға дусар икәнен аңларға тырыша. Көсһөҙлөгөнән, эх, ошонда мине ҡурсаларлыҡ, таянырлыҡ атайым булһа икән ул, тигән уфтаныуҙары хыялға күсә. Атаһы менән әсәһе Аэлита тыумаҫ борон уҡ айырылыша. Ҡапыл тоҡанған ғашиҡ осҡоно үрләп китә алмай. Бысраҡ һүҙҙәр, ғәйбәт ике йәш йөрәктең аңлаша алмауына килтерә. Учалыға телефон станцияһы төҙөргә тип килгән ир Өфөгә ҡайтып китә. Мөхәббәт емеше булып, 1986 йылдың 29 мартында Аэлита Таһир ҡыҙы Зөлҡәрнәева донъяға килә. Атай, тип үҫмәһә лә, йәне атай наҙына һыуһай. Әммә ҡәҙерлеһе тере бит әле ул! Әллә ҡайҙа ла түгел, яҡында ғына, республиканың йөрәге – Өфөлә йәшәп ята, тигәндәрен ҡолаҡ осо менән ишетеп ҡалғаны бар! Мин дә баш ҡалаға уҡырға барасаҡмын, мотлаҡ табасаҡмын атаҡайымды, тигән хыял ҡыҙсыҡты күбәләктәй талпындыра, тырышып уҡырға, белем алырға ниәтен нығыта. Ә әлегә ул Учалы районының Ҡунаҡбай ауылында йәшәгән өләсәһе Латифа Сөләймән ҡыҙы Зөлҡәрнәева менән олатаһы Рәфҡәт Зәйнулла улы Хөснуллин йортонда, уларҙың биш ул-ҡыҙының балалары, үҙе кеүек ейән-ейәнсәрҙәр менән зыҡ ҡубып уйынға бирелгәндә лә, табибә булып уйнай. Ҡурсаҡ-уйынсыҡтарын дауалай, хәстәрләй, операциялар яһай, уколдар ҡаҙай.

Учалы ҡалаһында урта мәктәпте тамамлағас та, ошо яҡты хыялы уны Башҡорт дәүләт медицина университетының дауалау факультетына алып килә. Ҡаршылыҡһыҙ уҡырға инә. Өлгәше юғары стипендия менән баһалана, бер юлайы провизор булып эшләп тә йөрөй. Туғандары һәр ваҡыт ярҙам ҡулы һуҙырға әҙер тора: асыҡма, матур, бөхтә кейенеп йөрө, башҡаларҙан кәм-хур булма, тиҙәр.

Университетты 2011 йылда тамамлай тырыш ҡыҙ. 2013 йылда аспирантураға уҡырға инә. «Дауалау факультетының «Терапия, тәүге ярҙам күрһәтеү һәм ауырыуҙарҙы ҡарау» кафедраһына эшкә ҡалдырған бүлек мөдире, медицина фәндәре докторы, профессор Вил Лотфый улы Нәзифуллинға рәхмәтлемен. Тын юлдары ауырыуҙарын фәнни нигеҙҙә өйрәнәм. Аныҡлап әйткәндә, хроник обструктив үпкә ауырыуҙарын киҫәтеү, дауалағандан һуң реабилитация үткәреү, уларҙы булдырмау буйынса фәнни тикшеренеү эше яҙам. Пульмонологик хеҙмәттәрҙең һөҙөмтәлелеген тәьмин итеү, халыҡҡа ваҡытында мәғлүмәти ярҙам күрһәтеү ҙә ауырыуҙарҙы булдырмауға булышлыҡ итә, – ти ул. – Сир аҙып китмәһен тиһәк, уларҙы профилактикалауға иғтибар бүлергә кәрәк. Тын юлдары ауырыуҙарын ваҡытында дауаламаһаң, йөрәк ауырта башлауы мөмкин, ҡан баҫымы боҙолоуы ихтимал. Йүтәл барлыҡҡа килһә, үтер әле, тип ҡул һелтәп ҡуйырға ярамай. Реабилитация бүлектәре, квалификациялы медицина ярҙамы ойоштороу талап ителә. Табиптың ваҡытында ауырыуҙарға файҙалы кәңәштәр биреүе мөһим».

Университеттың Почет таҡтаһында, «Иң яҡшы завуч»тар араһында, уның да фотоһүрәте ҡуйылған. Аэлита Таһир ҡыҙы уҡыу йорто тормошонда ихлас ҡатнаша. Педиатрия факультетының кураторы. Студенттар өсөн төрлө мәҙәни саралар, ҡыҙыҡлы бәйгеләр ойоштора. «Студент яҙы», «Көҙгө бал» кеүек саралар уртаһында ҡайнай. Ятаҡта студенттарҙың көнкүреше шарттарын күҙәтә. Башҡорт дәүләт медицина университеты профсоюз комитетының әүҙем ағзаһы ул. Йәйге лагерҙарға урынлаштырыуҙы, мәҙәни сараларға, тамашаларға билеттар юллауҙы хәстәрләп, хеҙмәткәрҙәрҙең ялдарын ойоштороуға ла Аэлита Таһир ҡыҙы күп көс һала...
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 6-сы һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook