ИХЛАСЛЫҠТАН ДОНЪЯ ЯҠТЫРАҠ

ИХЛАСЛЫҠТАН ДОНЪЯ ЯҠТЫРАҠ Шундай кешеләр була: улар менән бер аралашыу ҙа күңелдә уйылып ҡала, яңы танышыңдағы нур ипкене һиңә лә күскәндәй тойола. Осрашыуҙан һуң тағы ла бик оҙаҡ ошо йылылыҡтан, ихласлыҡтан күңелең талпынып, ҡанатланып йөрөй. Баймаҡ ҡалаһында йәшәүсе эшҡыуар Гөлнара Зәйнулла ҡыҙы Байрамғолованың нурлы, ҡотло йортонда булып, һоҡланғыс ғаиләһе менән танышыуыбыҙ, уның йөрәк йылыһын тойоуыбыҙ ҙа шундай матур хистәр бүләк итте.

Тәрбиә башы – ғаиләлә
Ирәндек итәгенә һыйынып ултырған Һәмән, Билал, Күгиҙел ауылдарын сәмсел, эшлекле кешеләр төйәк иткән. Бер-береһе менән ярышып донъя көтөүҙәре, кәртә-ҡура тултырып мал аҫрауҙары һис тә байлыҡ, бол туплау маҡсатынан түгел, ә матур, етеш йәшәргә ынтылыуҙан. Һәмәндә йәшәүсе Ишһылыу һәм Зәйнулла Әминевтар ҙа ауыл тормошоноң уртаһында ҡайнап ғүмер итә. Яҙмышын мөғәллимлеккә бағышлаған Ишһылыу апай оҙаҡ йылдар урындағы ҡатын-ҡыҙҙар советын етәкләй, әле ағинәйҙәр ҡороноң әүҙем ағзаһы. Ғүмерен ауыл хужалығын үҫтереүгә арнап төрлө етәксе вазифаларҙа эшләгән Зәйнулла ағайҙы, хаҡлы ялға сыҡҡас, ауылдың старостаһы тип һайлап ҡуйғандар.

Бына шундай абруйлы, өлгөлө ғаиләлә үҫә Гөлнара. Өлкән бала булараҡ, бәләкәйҙән әсәһенә ярҙамлашып, өс ҡустыһын ҡараша. «Гөлнарам бик иртә ҡул араһына инде. Һәмәндән Билалға йөрөп уҡытҡан мәлемдә береһенән-береһе бәләкәй ҡустыларын ҡарау ҡыҙымдың иңенә төштө. Ҡайтыуыма бәләкәсен бәүетеп, ҙурҙарын әүрәтеп ултыра торғайны. 9-10 йәшенән аш-һыу яраштырырға өйрәнде. Бер мәл торттар бешерергә оҫтарып алды, хатта туйҙарға, тыуған көндәргә заказ бирә башланылар. Ул заманда әлеге кеүек эш өсөн аҡса һорау тигән нәмә булманы. Төн уртаһына тиклем торт бешергән баламды йәлләп: «Ҡуй шул шөғөлөңдө», – тием. Әммә үҙенә оҡшай торғайны», – тип Ишһылыу апай үҙҙәренең йәш, балаларының сабый сағын һағынып иҫләп алды.

…Бөгөн Байрамғоловтар – аяҡтарында ныҡлы баҫып торған эшҡыуарҙар. Райондың Беренсе Этҡол ауылында буш торған ферманы йүнәтеп, тоҡом ҡаҙҙары үрсетеп ебәргәндәр. Унда алты мең самаһы ҡаҙ аҫрала. Хәҙер инкубатор өсөн ситтән йомортҡа эҙләп йөрөмәйҙәр.
Элегерәк был төбәк халҡы өсөн ҡаҙ, өйрәк бәпкәһе, күркә, тауыҡ себеше һатып алыу иҫ киткес ҙур мәшәҡәт ине. Бөгөн Рәмил менән Гөлнара уларҙың был тәңгәлдәге талабын тулыһынса ҡәнәғәтләндерә, күрше райондарҙы хеҙмәтләндереүгә лә мөмкинлек таба. Хатта «Байрамғоловтыҡы» тигән һүҙ бренд булараҡ ҡабул ителә. Уларҙың исеме менән ҡулланыусы мут сауҙагәрҙәр ҙә осрап тора икән. «Баҙарҙа бер ағай себеш һата. Ҡайһы яҡтан килдегеҙ, тип һорашам. «Үҙебеҙҙеке, Байрамғоловтыҡы», ти күҙемә ҡарап», – тип Рәмил Рәүил улының асыуланмай ғына, мәрәкә итеп һөйләүе, һис шикһеҙ, уның киң күңеллелеген, ихласлығын дәлилләй…
Гөлдәр ЯҠШЫҒОЛОВА.
Баймаҡ ҡалаһы.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 5-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook