ЙӨРӘГЕНДӘ – МОҢ ДАРЪЯҺЫ

ЙӨРӘГЕНДӘ – МОҢ ДАРЪЯҺЫ Билдәле музыка белгесе, филология фәндәре кандидаты, Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институты доценты Гөлназ Галинаның яҙған хеҙмәттәре, иңенә алған йөгө уны көслө рухлы, бай йөкмәткеле, киң фекер йөрөтөүсе, алдынғы ҡарашлы ғалимә, халҡыбыҙҙың моңдаръяһы киләсәген хәстәрләүсе остаз булараҡ күҙ алдына баҫтырһа, йәмәғәтселеккә уның яҡты сырайы, ҡыңғырау сыңлы яңғырауыҡлы тауышы «Башҡорт йыры» бәйгеһе баһаламасыһы сифатында таныулы. Классик музыка сәнғәтен тәрәндән аңлап, профессиональ баһа биргән, тура һүҙле, ғәҙел, үткер ҡыҙыбыҙ бар икән дә, тип һоҡландылар зәңгәр экрандар аша уға. Хөсәйен Әхмәтов, Заһир Исмәғилев, Тамара Хоҙайбирҙина кеүек легендар шәхестәр хаҡында монографиялар, тормош, ижад юлдары хаҡында бәйән итеүсе ҡыҙыҡлы китаптар, халыҡ ижадының музыка сәнғәте жанрҙары хаҡындағы төплө хеҙмәттәр яҙыуға нисек килде икән был һоҡланғыс, өлгөр ханым?

…Гөлназ көтмәгәндә килгән ҡайғыны Хоҙайҙың һынауы тип ҡабул итә. Театр донъяһына ылыға. Музыка үҙенә ҡармап ала, ҡыҙыҡай унда үҙенең иреп, икенсе халәткә күсеүен аңғара. Мәҡәләләр яҙырға оҫтара. Күңел талабы буйынса ошо донъяны тойоуын, үҙенә асылған сер-белемдәрен киң йәмәғәтселеккә еткерергә ашыға ул. Беренсе яҙмаһы Рим Хәсәновтың аудиопластинкаһына фекер рәүешендә ярала. Тойғоларын, күңелендә ҡайнаған хистәрен белдерергә белем етмәгәнен һиҙә. Кемдеңдер ижады хаҡында әйтер өсөн, уның менән бер кимәлдә фекер йөрөтөү ҙә кәрәк бит. «Ленинец» гәзитендә яҙмаһы баҫылғас осоп йөрөүҙәре! Ижад ҡомарын тойған ҡыҙ ошо тылсымға ҡабат арбала. Иң ҡыйын мәлендә ҡулына ҡәләм алып, үҙен иҫ киткес ирекле, бәхетле итеп тойҙортҡан донъяның асылын кешеләргә лә өләшергә ашыға…
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 1-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook