Йәйғорло яҙмыш

Йәйғорло яҙмыш Ҡыҙсыҡ йәшеллеккә төрөнгән бәрхәттәй сәхрәлә рәхәтләнеп уйнаны ла, ауылды уратып аҡҡан тылсымлы һыулы шишмәгә төшөп, битен сайҙы. Балҡып торған күҙҙәренән сая ҡыҙыҡһыныу ҙа, тилбер хыял да, йәнде тетрәтер һағыш та, йәшәүгә ынтылыш та һүнмәҫ нур булып һирпелә, әйтерһең. Сабый йөрәгенән урғылған нур көлтәһе ҡайҙан инеш алғандыр?! Тыуған ергә һөйөүҙән, уға тоғролоҡтан яралғандыр, моғайын. Йәмле тәбиғәтле ғәзиз төйәге – Ғафури районы Ерек ауылы оло юл сатында ғына ята. Ошо юл, Гүзәлиәнең йөрәген дөрләтеп, ҡайҙалыр ымһындыра, ниндәйҙер серле лә, илаһи ҙа донъяға әйҙәй төҫлө. Яҙмышына гел юлда йөрөй торған һөнәр насип буласағын белмәй әле ҡыҙ...

...Инде күпме йылдар һыуҙай түгелгән... Өс тиҫтәгә яҡын ғүмерен ҡатмарлы ла, яуаплы ла, мауыҡтырғыс та журналистика өлкәһенә бағышлаған Гүзәлиә Фәтих ҡыҙы Борханова радио тыңлаусыларға – «Аҡ елкән», телевизор ҡараусыларға «Артылыш», «Тай-тулаҡ», «Үҙ еремдә», «Һүҙһеҙ ҡараш», «Автограф», «Шаңдау», «Беҙ – бала саҡ иленән» тапшырыуҙары аша яҡшы таныш. Республикабыҙ ҡала-райондарын ғына түгел, ә күрше өлкәләрҙе лә әллә нисә урап, һәр төбәктең үҙенсәлеген, унда йәшәгән сағыу шәхестәрҙе, тоғро хеҙмәте менән дан ҡаҙанған ябай ер эшсәндәренең яҙмышын асҡан, көнүҙәк мәсьәләләр күтәргән үткер ҡарашлы, оҫта телле, тәрән, тос фекерле журналистың тапшырыуҙары тамашасы күңелен яулап, һәр саҡ резонанс уятыуы менән мәртәбәле. Көслө публицист, ҡыйыу һүҙле репортер байтаҡ ҡына тапшырыуҙарҙы төшөрөүгә үҙ өлөшөн индергән продюсер булараҡ та билдәле. Әйтәйек, Луиза Азаматтың «Таныш түгел таныштар» Яңы йыл фильмының ике миҙгеле лә Гүзәлиә Борханованың продюсерлығында эфирға сыға. Һәр башланғысын күтәреп алған һәм ошо ауыр заманда ла телевидениеның абруйын һаҡлаған етәкселеккә рәхмәтле ул...

...Гүзәлиә һөйгәне Саматҡа кейәүгә сығып, әсә булыу шатлығын татығас, үҙен донъялағы иң бәхетле ҡатын итеп тоя. «Мөхәббәттә тыуған бала һәләтле, һөйкөмлө, даланлы була, тиҙәр. Шөкөр, ҡыҙымдың тыуыуын яҙмышымдың иң оло бүләгеләй ҡабул иттем. Уның барлығы тормошома яңы мәғәнә өҫтәп, йәшәйәшемде һутландырып, йәмләндереп ебәрҙе. Ваҡ-төйәк ығы-зығыларға иғтибар бирмәй, һәр атҡан таңға һөйөнөп йәшәргә өйрәндем. Ниндәй хәлдәр булмаҫ, әммә үпкә, нәфрәт һаҡлау килешмәй. Күңелһеҙ уйҙарҙан тиҙ генә арынып, яңы көн килтергән бәрәкәтте, һөйөнөстө, изгелекте асыҡ күңел менән ҡабул итергә, ҡотон ҡундырып ҡалырға тырышам. Һәр быуын үҙ заманы өсөн әҙерлекле, белдекле, ата-әсәһенән отҡорораҡ, етеҙерәк, аҡыллыраҡ булып тыуа, күрәһең. Ҡыҙымдың матур сифаттарын күреп, үҙем өсөн дә күп нәмә алам. Бары күңеленә һаҡһыҙ ҡағылып, тылҡып, йәки, киреһенсә, артыҡ маҡтап осондороп ҡуймайым, тип кенә хәүефләнәм. Алтын урталыҡҡа таяныу ҡотҡара. Мин бәләкәй саҡта ололар: «Үтә ҡысҡырып көлөргә ярамай – ҡәлебең үлә», – ти торғайны. Һәр нәмәлә сама белеүҙең, иплелектең, самимилыҡтың матур тәрбиә билгеһе генә түгел, ә сәләмәтлек, бәхет сығанағы ла икәнен борон өләсәйҙәребеҙ яҡшы белгән. Ҡыҙымдың көн тәртибенә талабым ҡаты: бер генә сәғәте лә файҙаһыҙ үтмәй. Иртән уянғандан алып башыңды мендәргә терәгәнсе үҙеңде тәрбиәлә, үҫтер, тип өйрәтәм. Ҡыҙым Сөмбөл уҡыуҙан тыш, Нариман Сабитов исемендәге музыка мәктәбенең саксофон класында шөғөлләнә, «Веселинка» өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбленә йөрөй. Бушыраҡ кистәрҙә ҡул эштәренә ултырабыҙ, бигерәк тә милли биҙәктәр менән нағышланған ҡашмауҙарыбыҙ, түшелдеректәребеҙ ҡарашты наҙлай. Сабырлыҡ тәрбиәләү, төшөнкөлөктән арыныу, хис-тойғоларҙы йүгәнләү һәм кәйефте тигеҙлеккә көйләү өсөн ҡул эше бик отошло ысул, минеңсә. Берҙән, үҙе сиккән матур биҙәктәргә һоҡланып, күңеле үҫә, маһирлығы арта. Бөтә башланғыстар тәү уйҙан үҫеш ала, нығына, ти ғалимдар. Уй ҡайҙа йүнәлтелә, шул тарафҡа, нур көлтәһеләй, көс ағыла башлай икән. Шуға уй-теләктәр менән бик абай булыу зарур. Классик әҫәрҙәр, кеше асылын, заман һулышын тойорға ярҙам иткән яңы китаптар уҡыйым. Көнсығыш халыҡтарының һаулыҡҡа, туҡланыуға, тәрбиәгә бәйле тәғлимәттәре һәм асыштары менән ҡыҙыҡһынам. Велосипедта йөрөйөм, саңғыла шыуам, бассейнда йөҙәм, ҡыҙым да, миңә эйәреп, сәләмәт тормошҡа ынтыла. Беҙ уның менән дуҫ һәм серҙәш», – ти бәхетле әсә...
Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.


Мәҡәләнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook