Уҡытыусы хәтирәләре

Уҡытыусы хәтирәләре Журналыбыҙ тышында йәш һәм ҡупшы һылыуҡайҙарҙы күреп өйрәнгәнбеҙ. Әлеге һаныбыҙҙы биҙәгән Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина – бар ғүмерен балаларға белем һәм тәрбиә биреүгә арнаған, туғыҙтиҫтәне тултырған абруйлы педагог. Ихласлығы, эскерһеҙлеге, күңел бөтөнлөгө менән ул күптәргә өлгө булырлыҡ. Хөрмәтле уҡытыусының фәһемле, ҡыҙыҡлы иҫтәлектәре лә байтаҡ йыйылған. Түбәндә – уларҙың бер өлөшө генә.

...«Миңә Раевка мәктәбендә белем алырға насип булды. Уҡытыусыларым – холҡо, ҡиәфәте, темпераменты менән төрлө кешеләр, тик уларҙы фиҙакәрлек, үҙ эшен яратыу берләштерә ине. Уҡытыусы феномены кешенең абруйлы ҙур мәктәптә йә төпкөл ауылда – ҡайҙа икәнлегенә лә, милләтенең, инаныстарының төрлө булыуына ла ҡарамай. Һуғыш йылдары. Мәктәбебеҙҙе госпиталь иткәндәр, беҙ Райпотребсоюз бинаһында уҡыйбыҙ. Туғыҙынсы кластамын. Нишләптер һуңлабыраҡ индем дәрескә, иң артҡы парталағы буш урынға ултырҙым. Химиянан уҡытыусыбыҙ яңы, ул эвакуацияланып килгән. Владимир Матвеев ағай берәм-берәм формулалар һорай. Һәр кем белгән тиклем яҙа ла ултыра. Мине лә таҡтаға саҡырҙы. Ниндәйҙер реакцияларҙың формулаһын яҙырға ҡушты. Ул әйткәнде яҙғас: «Юй!» – ти ҡаты итеп. Мин – уҡыу алдынғыһы, улай бойорған кеүек ҡаты өндәшкәнгә күнекмәгәнмен, бер аҙ ғына баҙап ҡалдым. Таҡтаны һөрткәс, бөтә белгән формулаларҙы яҙырға ҡушты. Уҡытыусы әйткәнсә ваҡ хәрефтәр менән был фәнде өйрәнгәндән алып үткән барлыҡ формулаларҙы теҙәм. Таҡтала урын ҡалмай башлағас, ағай миңә: «Ултыр. Һиңә сиреккә – «бишле», йыллыҡҡа ла «бишле» ҡуям», – тине. Ә бит әле уҡыу йылы башланып ҡына тора... Уҡыусының белемен, ғилем эстәү көсөн һәм теләген бер дәрестә лә һынап һиҙә торғандыр инде тәжрибәле педагогтар.
Күп йылдар үткәс, Матвеев ағайҙы баш ҡалабыҙ урамында осраттым. Ҡапыл ғына мине танымай торҙо. Теге ваҡиғаны иҫенә төшөргәйнем, ҡыуанысы йөҙөнә сыҡты: «Ә, иҫләнем, ул саҡта шул тиклем йөрәгем сыға яҙып шатланғайным», – ти.
Көслө, дәрте ташып торған уҡытыусыбыҙ теманы аңлатыр өсөн әллә ниндәй сүрәттәргә инә торғайны. Ике яҡ стенаны плюс һәм минуслы электродтар тип атай ҙа, уртала үҙе йүгереп йөрөп, атомдарҙың зарядланыуын, нейтралләшкәнен аңлата торғайны. Шулай үҙен йәлләмәй эшләне ул...

Гөлшат ҠУНАФИНА яҙып алды.
Александр ДАНИЛОВ фотоһы.


Мәхтүмә Ислам ҡыҙы Яхина иҫтәлектәрен журналдың 10-сы һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook