Ниндәй ул "Йыл директоры"?

Ниндәй ул "Йыл директоры"?
Йырлы йәндең алсаҡ ҡояшы
Көйҙөргөс ҡарашлы ҡара һылыу Римма Айрат ҡыҙы Ғөбәйҙуллина – Көйөргәҙе районы ҡыҙы. Олатаһы Миңлеғәлене Әхмәтзәки Вәлиди скрипкасыһы итеп йөрөткән. «Әсәйем яҡлап бик көслө ишандар тоҡомонанмын», – ти ул. Өләсәһе Ғәйшә биш ҡыҙға ғүмер бирә. Шуларҙың береһе яндырай холоҡло, әммә иҫ киткес йомарт, йор һүҙле шағирә Зөбәржәт Йәнбирҙина булыуын әйтһәм, уҡыусым үҙе лә төшөнөр. Ғәйшә инәй күңел байлығы менән Рәми Ғариповтың да иғтибарын йәлеп иткән, билдәле шағир йыш ҡына уларға ҡунаҡҡа килеп, тәмле аштары менән һыйланып китә торған булған.
Күмертау ҡалаһындағы Республика политехник лицей-интернат директоры, БР мәғариф отличнигы Римма Айрат ҡыҙы – Башҡортостан мәғарифын үҫтереүгә тос өлөш индергән тынғыһыҙ етәксе, талантлы уҡытыусы. «Яңы уҡыу йылы алдынан, бәйгегә әҙерләнгән ат кеүек, айырыуса тулҡынланаһың», – ти ул. Күңел донъяһын байҡап, уның, ғөмүмән, тынғыһыҙ йән булыуына асыҡ төшөнәһең.

Атай, әсәй – пар ҡанат
Римманың әсәһе Рафиға Нәби ҡыҙы Йәнбирҙина Көйөргәҙе районының Ҡунаҡбай ауылында тыуған. Атаһы Айрат Миңлеғәле улы Күсәрбаев – Аҡһары ауылыныҡы. Икеһе лә ҡанлы булып тарихҡа ингән 37-се йылғылар. 78 йәштәрендә, пар күгәрсендәрҙәй гөрләшеп, Көйөргәҙе районының Ермолаево ҡасабаһының Айсыуаҡ ауылында йәшәйҙәр. Ваҡытында бынамын тигән матур йорт төҙөп, ишек алдарын тултырып емеш-еләк ағастары ултырта улар. Әле шул донъяларын гөл итеп көткән бәхетле олатай менән өләсәй булып тигеҙ генә ғүмер итәләр. Айрат Миңлеғәле улы оҙаҡ йылдар милицияла эшләй, янғын һүндереүсе булараҡ хаҡлы ялға китә. Ә Рафиға Нәби ҡыҙы эштән туҡтарға ҡарар иткәнендә Сбербанктың идарасыһы вазифаһын башҡара. «Атайым япон һуғышынан яраланып ҡайтҡан яугир ине, уҡыу теймәне беҙгә, миңә белем бирер өсөн селек бәйләп аҡса тапты, үҙем дә эшкә төштөм. Әле лә төшөмдә ҡул күтәреп яуап бирергә ынтылыуымды күрәм, артабан уҡырға теләк шул тиклем көслө ине, тура килмәне генә», – ти ул уфтанып. Әммә ҡайҙа ғына эшләмәһен, абруйлы була Рафиға Нәби ҡыҙы. Эште еренә еткереп башҡарыуы, теүәллеге өсөн яраталар уны.
Айрат Миңлеғәле улы республикабыҙ тормошонда барған ваҡиғаларға битараф түгел. Сәнғәт, әҙәбиәт, спорт өлкәһендәге яңылыҡтарҙы үҙенең көндәлегенә даими теркәп бара.
Римманың берҙән-бер бер туған ағаһы Фирҙәт менән еңгәһе Лилиә Стәрлетамаҡ ҡалаһында төпләнгән, ике ул үҫтергәндәр.
Римма тыуған 9 майҙа бөтә ил буйлап елберләтеп байраҡтар эленә. Шул йылда, 20 йыл үткәс, Бөйөк Еңеү рәсми рәүештә байрам ителә башлай. Ошо иҫтәлекле көндә тыуыуы уның булмышын да билдәләй. Еңеүсе. Ниндәй ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар булыуға ҡарамаҫтан, ул мотлаҡ алға сығырға, еңеүсе булырға тейеш!
Мәңге тынмаҫ шишмә
Беренсе класҡа Ермолаево ҡасабаһындағы мәктәпкә төшкәндә Римма үҙенең кем буласағын, ниндәй буласағын асыҡ төҫмөрләй. Иң мөһиме – тыйнаҡ ҡатын-ҡыҙҙарға хас сифаттарҙы тоя, үҫтерә ул үҙендә. Әсәһенең өлгөһө –иң матур, гүзәллек һәм нәзәкәтлек тап ошо ҡәҙерле кешеһенә оҡшарға тырышыу менән күсә уның булмышына. «Ғүмер буйына юғары рухлы, изгелекле кешеләр миңә үрнәк булды, уларҙың ошо сифаттары һоҡландырҙы, яҡшыға ҡарап яҡшы булырға теләнем, – ти Римма Айрат ҡыҙы. – Бөхтә йыйыштырылған өйгә ингәс, хайран ҡалып торғаным һәм үҙемдә лә һәр ваҡыт ошондай тәртип булдырырға ҡарар итеүем хәтеремдә».
Римма китаптарҙы һыу кеүек эсә. Район китапханаһына үҙе барып яҙыла. Ҡайтышлай уҡ, юлдағы ташҡа ултырып, уҡып бөтә ул алған китаптарын. Ҡурсаҡтарын теҙеп ҡуйып, эргә-тирәләге балаларҙы йыйып, дәрес бирергә ярата. Китап магазинына ингәнендә, мотлаҡ «уҡыусылары» өсөн дидактик материалдар һайлауына ҡарап, буласаҡ уҡытыусы, тип һоҡланып ҡалалар. Әммә ҡыҙыҡай йә актриса, йә юрист булырға хыяллана. Тик сағыу тауышын тыңлап ҡарап, Өфөләге музыкаль мәктәпкә саҡырһалар ҙа, яҙмышының был ымын ҡабул итмәй. Йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Дружина советы рәйесе, комсорг итеп һайланып, гел алғы һыҙыҡта, етәксе, әйҙәүсе булараҡ танылған тиктормаҫ ҡыҙҙы балаларға булған һөйөүе барыбер мөғәллимлек юлын һайларға этәрә. БДПИ-ның тарих-инглиз факультетына уҡырға инә.
Студент тормошоноң уртаһында ҡайнаған, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнашҡан ҡыҙыҡайҙың интеротряд хәрәкәтенә ҡушылыуы артабанғы уның характерын формалаштырыуҙа мөһим роль уйнай. 1984–1988 йылдарҙа йәйге ялдарында «Ҡыҙыл ҡәнәфер» интернациональ студент лагерында эшләй. Республиканың биш юғары уҡыу йорто студенттары бер төптән булып төҙөлөшкә егелә. Нефтекама «Башсельмаш»ын сафҡа индереүҙә ҡатнаша. Июлдә төҙөлөш үҙ көстәре менән барһа, август айында ГДР-ҙан студенттар килеп ҡушыла. 30 килограмлыҡ рубероидтарҙы күтәреү нескә тал кеүек ҡыҙҙарға бер ни түгел! Бер йылда Римманың үҙен, комиссар итеп тәғәйенләп, ГДР-ға ебәрәләр. Иң иҫтәлекле мәлдәр, иң тоғро дуҫтар шул ваҡыттарҙа табылған, тип хәтерләй хәҙер ул. Сағыу тауышы менән йырлап ебәрһә, һандуғасыбыҙ һайрай, тиҙәр, ундағы энергия, ҡеүәтле ташҡын булып, үҙенең артынан эйәртә, дәрт, көс өҫтәй.
Яҙмыш елдәренә тағылып...
...Һәм уға мөхәббәттең серле тылсымы ҡағыла. Римма, юғары вазифа вәғәҙәләгән эш буйынса тәҡдимдән баш тартып, йөрәге ятҡанын һайлай.
5-се курста уҡып йөрөгәнендә Башҡорт ауыл хужалығы институты студенты, Баймаҡ районы Буранбай ауылы егете Фәнил менән сәстәрен сәскә бәйләйҙәр. Ишбирҙе ауылы мәктәбендә рус теле уҡытыусыһы булып эш башлағанда йәшәйештәренә ҡот өҫтәп донъяға килгән Фәйрүзгә бер йәш тә тулмаған була.
Белгестәр өсөн өй бирәләр. Ишек алдын ялт иттереп ҡуя йәштәр. Ун өс ҡайынлы өй алды йәшеллеккә күмелә. Сәскәләр ултыртҡас, йәм өҫтәлә. Һыу алыҫта булыуы ғына йонсота. Бер хеҙмәттәше менән үҙ-ара өлгөрлөк буйынса ярыш та ойоштора. Сәмле Риммаға, әлбиттә, етеүсе булмай. Һыйырҙарын һауып, көтөүгә ҡыуып, ҡоҙоҡтан иң таҙа һыу алыу уның өлөшөнә төшә! Гөлназ ҡыҙҙары Ишбирҙе ауылында донъяға килә.
Аҙаҡ ире инженер, урман хужалығы директоры булараҡ, Темәс ауылына, унан Баймаҡ ҡалаһына ебәрелгәс, ғаилә уның артынан эйәрә. Риммаға һәр ерҙә лә ишектәр асыҡ: 3-сө, 4-се мәктәптәрҙә эшләй. Һуңғыһы хәҙер лицей статусында. Ә Римма, беренсе сығарылыштың класс етәксеһе булараҡ, был уҡыу йорто йылъяҙмаһына ингән.
«Тарихсы булыуым да, инглиз телен тәрәндән өйрәнеүем дә тормошта кәрәкте. Был фәндәрҙән тыш, донъя мәҙәниәтен, рус телен уҡыттым. Аккордеон класы буйынса балалар музыка мәктәбен тамамлауым йыр дәрестәрен алып барыуға булышлыҡ итте. Барлыҡ фәндәрҙән дә уҡыттым, бары математика ғына ҡалды», – ти Римма ханым.
Ә күңеле баш ҡалаға тарта. 2000 йылда эш эҙләп килгән еренән талантлы, тәжрибәле мөғәллимәне Башҡортостан уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтының Сибай филиалына директор итеп тәғәйенләп ҡайтарып ебәрәләр. Риммаға 1992 йылдан эшләп килгән, бер осор ябылып, мөлкәте мәғариф учреждениеларына таратып бирелгән ойошманы ҡайтанан тергеҙеү, гөрләтеп эшләтеп ебәреү бурысы ҡуйыла. 1-се мәктәптәге үҙәккә тәғәйен бүлмәлә компьютер бар ҙа отчеттар һаҡланған бер-ике папка. Римма маҡсатынан тайпыла торғандарҙан түгел. Әмәлгә ҡалғандай, ул йылда уҡытыусыларҙың республика август кәңәшмәһе тап Сибайҙа үткәрергә билдәләнгән була. 13-сө мәктәп бинаһынан урын бүләләр. Тырыш, егәрле етәксе үҙенекен итә. Үҙәк Урал аръяғында йәшәгән уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу өлкәһендә бихисап эштәр башҡара. Бер аҙҙан, балалар баҡсаһы булдырабыҙ, тип үҙәкте йәнә икенсе бинаға күсерәләр. Йылылыҡ селтәренең икенсе ҡаты тулыһынса һеҙгә, тиҙәр. Өр-яңынан методик кабинеттар, Өфөнән килгән лекторҙарға ла ҡуныу өсөн бүлмәләр булдырыу... 280 квадрат метр майҙанды йәнең теләгәнсә файҙалан. Мәғариф бүлеге етәкселәренә рәхмәтле Римма. 2 ҡала, 5 район уҡытыусыларының белемен камиллаштырыуҙы сифатлы ойоштороу, мәғарифты үҫтереү буйынса бик күп эштәр башҡарыла. Сибайҙа йәшәгәнендә кем генә булып китмәй уның фатирында! Өйрәнергә, уҡырға теләгәндән башлап алтын бөртөктәренә бәрәбәр белеме менән бүлешергә ынтылған һәр кем. Сибай рухымды байытты, ҡанаттарымды нығытты, халҡыбыҙҙың күңел донъяһының тәрәнлеген тап ошонда астым, ти мөғәллимә.
Үкенескә ҡаршы, матур ғаиләгә күҙ тейгән кеүек, бер мәлдә барыһы ла селпәрәмә килә. Аяныслы хәлдән тик араларҙы өҙөп кенә арынып буласағын аңлау өсөн дә арыуыҡ ваҡыт үтә, көс китә. Был аҙым үҙемдең һаулығым, балаларымдың киләсәге өсөн дә бөтә яҡлап уйлап ҡылынған ҡарар ине, ти Римма.
Тарта, ылыҡтыра Өфө!
Сибайҙа унда-бында күсеп йөрөй торғас, 2006 йылда иҫке генә өйҙән фатир бирәләр. Дуҫтары ярҙамында ипләп алғас, күңел бөтәйә. Фәйрүз Калининградта белем ала, Гөлназ Өфө дәүләт сәнғәт училищеһының фортепьяно класында уҡып йөрөй. Балалар осар ҡоштай өйҙән һурылып сығып китә. Аптыранып ултырған мәлдә, иҫкеһе урынына өр-яңы өйҙән ике бүлмәле фатир бирәләр. Мәғариф тарихы буйынса кандидатлыҡ диссертацияһын яҙа башлай. Уға ла ҡулы бармай. «Яйға һалынған эште дауам итеү ауыр булмаҫ, ә мине яңы офоҡтар ылыҡтыра ине», – ти Римма. Уңышлы ғына итеп Өфөнөң үҙәгендә фатир һатып ала. Институтта ла редакция нәшриәт үҙәгенә кеше кәрәк булып сыға. Римманы ҡуш ҡуллап алалар. Яңы тормош башлана, яңы офоҡтар асыла. Бында ла һәйбәт ойоштороусы, егәрле етәксе, һиҙгер хеҙмәттәш тип таныта ул үҙен.
Изге бурыс
Ҡытай философы Конфуций, атай-әсәй, туғандар, ғаилә алдындағы бурысты иң тәүгеһе, тип билдәләй. Шунан ҡала ғына йәмғиәт, дәүләт алдындағы бурысты ҡуя.
Әсәһе гел: «Их, бына эргәлә булһағыҙ!» – тип уфтана торған була. Күмертау ҡалаһында урынлашҡан Республика политехник лицей-интернаты директоры урынына конкурс иғлан иткәндәрен белеп, ҡатнашырға була. Бәхет Риммаға йылмая. «Мин һеҙҙең янға ҡайттым, әсәй!» – тип ҡыуанып һөйөнсөләгән ҡыҙына Рафиға апай башта ни тиергә лә белмәй. Кире кит, тип әйтеп булмай, ауыр ҙа, яуап лы ла эш менән ҡайтҡан бит ғәзизе тыуған яғына! 1997 йылдан эшләп килгән, инешендә Юлай Камил улы Әмәкәсов директор булған лицей техник белемле, ижади интеллигенция тәрбиәләүҙе маҡсат итеп ҡуя. Башлыса егеттәрҙе алалар. Аҙаҡ ҡына ҡыҙҙар ҙа уҡытыла башлай. Римма үҙенең сайпылып, ашып торған ҡеүәте менән уҡыу йортоноң тормошона йәм, дәрт өрә. Башҡарған эштәрҙе күрһәтә лә белергә кәрәк, тип иҫәпләй ул. Шуға ла республикала ғына түгел, Рәсәйҙә үткән бәйгеләрҙә, форумдарҙа әүҙем ҡатнашалар. Әйтәйек, «Рәсәйҙәге хәҙерге мәктәптәрҙең үҫеш мәсьәләләре һәм перспективалары» II Рәсәй мәғариф форумы сиктәрендә үткән «Рәсәйҙең иң яҡшы 100 мәктәбе» бәйгеһендә был уҡыу йорто «Иң яҡшы лицей-интернат» номина цияһында еңеү яулай, ә директор Римма Ғөбәйҙуллина «Йыл директоры – 2014» исеменә лайыҡ була. «Инновация һәм үҫеш» халыҡ-ара форумындағы «Рәсәйҙең 100 яҡшы предприятиеһы» конкурсының «Рәсәйҙең иң яҡшы мәктәбе» номинацияһында, «Электрон мәктәп» республика форумындағы «Иң яҡшы мәғариф сайты» бәйгеһендә лицей еңеүсе тип табыла. 2014 йылда дөйөм тәрбиә биреү интернаттарының «Йыл тәрбиәсеһе» республика бәйгеһе тап ошонда юғары кимәлдә уҙа. Лицейҙа йыл да «Йыл уҡытыусыһы», «Йыл тәрбиәсеһе» бәйгеләрен үткәреү ҙә матур бер йолаға әйләнгән. Бөйөк Еңеүҙең 70 йыллығына, Әҙәбиәт йылына бағышланған республика фәнни-ғәмәли конференцияһы ла тап ошо лицейҙа ойошторола. Белем сифаты сығарылыш уҡыусыларының Рәсәйҙең иң алдынғы техник йүнәлештәге юғары уҡыу йорттарына бюджет урындарға инеп китеү менән билдәләнә. 18 йыл эсендә тамамлаусыларҙың 30 проценты миҙал менән бөткән. Ырымбурҙан, Хәйбулла, хатта Өфөнән дә килеп уҡыйҙар. Имтихан менән ҡабул итәләр. 5 тапҡыр ашатыу ҡаралған, түңәрәктәр бушлай. «Бер ҡасан да кешеләрҙе кәмләп күтәрелергә ынтылмағыҙ, үҙегеҙҙең көсөгөҙ менән тырышығыҙ, яҡшынан үрнәк алығыҙ, тип өйрәтәм уҡыусыларыма. Ата-әсәләр балаларын тәрбиәләүгә етдиерәк ҡараһындар, Хөкүмәткә тапшырҙыҡ, тип ҡул һелтәп ҡуймаһындар ине. Бала бит улар өлгөһөндә үҫә, юҡҡа ғына «Ояһында ни күрһә, осҡанында шул булыр» тимәйҙәр», – ти директор. Ҡағыҙ эштәре күп булыуы, отчет артынан отчет талап ителеүе, янғын һүндереүселәр, башҡа күҙәтеүселәрҙең талаптарын үтәр өсөн сәсрәрҙәй булыр саҡтар, үтәлмәгән осраҡта һалынған штрафтар... Әлбиттә, был ваҡ мәсьәләләр ҙә Римма Айрат ҡыҙының тырышлығы, сабырлығы менән хәл ителә бара. Ә күңеленә театр, сәнғәт рәхәтлек бирә.
Ике балам – таянысым
Юрист, артист булам тигән хыялы балаларында тормошҡа аша Римманың. Фәйрүз улы – хәрби кеше, Рәсәй Федераль именлек хеҙмәтенең Калининград сик буйы һаҡсылары институтын тамамлап, сик буйында хеҙмәт итә, һөнәре буйынса хоҡуҡ белгесе. Ә ҡыҙы Гөлназ – Башҡорт дәүләт академия драма театры актрисаһы булараҡ, сәнғәтебеҙ күгендә ҡабынған яҡты йондоҙ. Кейәүҙәре Руслан Хайсаровтың сәхнә ене ҡағылған талантлы актер, маҡсатлы кеше булыуы менән ғорурлана Римма ханым.
«Иң мөһиме – балалар. Уларҙы тәрбиәләр өсөн бөтә көсөмдө һалдым. Бәхетле генә булһындар», – ти әсә.
Римма әле парашюттан һикерергә, тауҙар артылырға хыяллана. Күңел наҙҙарын бағышларлыҡ мөхәббәтен – пар ҡанатын осратырына ла ихлас ышана ул. «Халыҡ театры булһа, рәхәтләнеп уйнар инем!» – тигән ниәте лә бар. Йыр – уның мәңгелек юлдашы. Йырлы йәндә ҡояш байымай, тиҙәр. Римманың күңел ҡояшы алсаҡ, йылы нурҙары менән әйләнә-тирәләгеләрҙе йылыта. Уҡыусыларына, күптәргә үҙе үрнәк, өлгө ул.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Күмертау ҡалаһы.
[right][/right]




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook