Йәнде лә, тәнде лә дауалай

Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Айгөл Рәсүлева баш ҡала поликлиникаћында юғары категориялы терапевт булып эшләй. Пациенттары уны белемле, иғтибарлы булғаны өсөн хөрмәт итә.

...Урал электротехник институтын тамамлап, Өфөгә эшкә ҡайтҡан Салауат Рәсүлев йәш сибәр Нәзирәгә бер күреүҙә ғашиҡ була. «Башнефть» берекмәһе инженеры менән БДУ-ның беренсе курс студенткаһы тиҙҙән ғаилә ҡора. Ҡыҙҙары Лилиә донъяға килә. Бөгөн Башҡортостандың атҡаҙанған артисткаһы Лилиә Рәсүлева моңло тауышы менән тамашасы күңелен яулай. Рәсүлевтарҙың иркә төпсөгө Айгөл дә сәхнәгә ғашиҡ булып үҫә. Ләкин уның өсөн иң мөһиме – төплө белем алыу. Инглиз теле, математика, химия, биология олимпиадаларында мәктәбенең намыҫын яҡлай, иҡтисадсы булырға хыяллана. Ә уҡытыусылары уға артист яҙмышы юрай, сөнки ҡыҙ бик матур бейей. Өфөнөң 96-сы мәктәбен «бишле»гә генә тамамлаған Айгөл әсәһе әйткәнгә ҡолаҡ һала: «Затыбыҙҙа бөтәһе лә педагог йә артист, табиптар юҡ», – ти ул. Медицина университетына ингәс тә Айгөл «Йәншишмә» фольклор ансамблен ташламай, Силәбе өлкәһенә, республика төбәктәренә гастролгә йөрөйҙәр.
Айгөл үҙ аллы тормошҡа ике ҡанат алып оса: береһе – сәнғәт, икенсеһе – медицина. Ижады менән кешеләрҙең йәнен, табип булараҡ тәнен дауалай. Йыр клиптарында төшә, бейеү смотрҙарында ҡатнаша. Талантлы Йәнбәковтар тоҡомонан бит ул! Автомобиль йөрөтөү, сәйәхәт итеү, ҡала ситендә үҙҙәре һалған йортта донъя көтөү, бәйләү, сигеү, ят ризыҡтар менән тормош иптәшен һәм һөйөклө улын – туғыҙ йәшлек Илдарын ҡыуандырыу, яҡындарын күңел йылыһы, хәстәрлек менән солғау – бөтәһе лә ҡулынан килә, һәммәһенә өлгөрә уңған ҡатын.
Алия НАСИРОВА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook