«Яҙҙарымды наҙлай халҡым моңо»

Журналыбыҙ тышындағы һылыу – Мәсетле районының Әләгәҙ ауылы ҡыҙы Эльнара Шафиҡова. Бәләкәстән йыр-моңға ғашиҡ ҡыҙ башланғыс синыфтарҙа уҡ балалар музыка мәктәбендә шөғөлләнә, хорға йөрөй. Гөрләтеп баянда уйнарға, йырларға әүәҫ һылыуҡай ауыл мәҙәниәт йортонда, мәктәптә ойошторолған һәр сарала әүҙем ҡатнаша.

«Әхирәтем менән байрамдарҙа күрше ауылдарға сығып та концерт ҡуя торғайныҡ. Филармония артис­тары килде, тип ҡаршы алырҙар ине. Урта мәктәпте тамамлап, Башҡорт дәүләт университетына уҡырға инһәм дә, күңелем менән барыбер ҙә сәнғәткә тартылдым. Шуға уҡыуҙы бөтөп, Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһына эшкә инеүем Хоҙайҙың оло бүләгеләй булды. Моң донъяһы – һүнмәҫ наҙ, йәшәү сығанағы. Донъялағы иң ҙур мөғжизәләрҙең береһе ул», – ти Эльнара.

Әлеге көндә Эльнара, бәпес үҫтереп, өйҙә ултыра. Мәсетле районы Йонос ауылы егете Илдар Зияфитдин улы менән ҡорған күркәм ғаиләләрендә Ғәҙилә исемле гүзәл ҡыҙ үҫә. Бәхете өсөн Эльнара ата-әсәһе Илфат Мөхәмәтхәй улы менән Рәғиҙә Әрбин ҡыҙына, яљындарына һәм туғандарына сикһеҙ рәхмәтле.
«Гүзәл заттың тормоштағы уңышы тәү нәүбәттә ата-әсәнең бәхетле була белеү нескәлеген бәләкәстән ҡыҙ баланың күңеленә һеңдереп үҫтереүендәлер, тип уйлайым. Беҙ Илсур ҡустым менән атайым менән әсәйемдең бер-береһенә булған йылы, илтифатлы мөнә­сәбәтенә иркәләнеп, үҙ көсөбөҙгә ышанып, ауыл эшендә сынығып үҫтек. Яҡындарымдан һирпелгән мөхәббәт нурын йөрәгемдә йө­рөткәнгәлер ҙә, бәлки, тормоштоң да, юлымда осраған кешеләрҙең дә матур яҡтарын күрә һәм уларға һоҡлана беләмдер. Үҙең кешеләрҙә ниндәй һыҙаттарҙы күрергә теләйһең, шулар дөрләп тоҡанырға ғына тора бит ул. Нәфрәт – ытырғаныу, ышанмау – асыу, ә аңлау иһә ышаныс, яҡшылыҡ кеүек һөйөнөслө тойғолар уята. Уйҙары, ғәҙәттәре аша ла кеше үҙенә тәғәйенде, тап килерҙәйҙе тарта. Мин һәр ваҡыт уйҙарымды яҡшыға көйләргә, һүҙҙәрҙе лә абайлап ҡына һөйләргә тырышам. Бер алама һүҙ генә лә әллә күпме хәсрәттәргә юлыҡтырыуы ихтимал. Ҡатынығыҙ менән ни өсөн айырылдығыҙ, тигән һорауға ла бит, ирҙәрҙең күптәре, иң тәүге сә­бәптәрҙең береһе тип, яман һүҙҙе атаған.

Әсәйемдең матур һәм мин һоҡланған сифаттарының береһе – сабырлыҡ. Ҡайһы саҡ берәй нәмәгә ярһыуым ҡубып китһә, туҡта әле, ул был осраҡта сәбәләнмәҫ ине, тип уйлайым. Яйлап үҙемде сабырлыҡҡа көйләйем. Йәш кешенең тау аҡтарырҙай көсө иң нескә хис-той­ғоларға, үҙ-ара йылылыҡҡа хилаф итмәҫкә, ә даими үҫешкә, бала тәрбиәләүгә һәм ғаилә татыулығына йүнәлтелергә тейеш, тигән фекерҙәмен. Минең кәңәшсем дә, яҡын әхирәтем дә – әсәйем. Күптән көтөп алған, тормошобоҙ мәғәнәһенә, донъябыҙ йәменә әйләнгән Ғәҙилә ҡыҙыма мин дә өлгөлө әсәй була алһам ине. Көн дә Аллаһы Тәғәләнән бәпесебеҙгә бәхет, сәләмәтлек, рухи ныҡлыҡ, Ҡояш наҙы һәм һөйкөмлө­лөгө теләйем», – ти бәхетле әсә.

Буш ваҡытта Эльнара спорт менән шөғөлләнә, фото төшөрөү менән мауыға. Ғаилә менән тәбиғәт ҡосағында, һыу буйында ял итергә яраталар. Күңелен имләр, йәшәүгә дәрт-дарман уятыр ҡөҙрәтте ул баян телдәрендәге моңда һәм һөйөү көсөнә, әрнеүҙәргә, хис һәм тел аһәңенә үрелгән башҡорт халыҡ йырҙарында таба. Йәш һылыуҙың киләсәккә төбәгән барлыҡ хыялдары ғәмәлгә ашһын һәм үҙе яратҡан илаһи моң ипкене уның күңел донъяһын да балҡытһын, тип теләйек!

Альбина ҒӨБӘЙҘУЛЛИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook