Башҡортостан Ҡыҙы

Бәхет бар ул, бар ул көткәнгә!

Бәхет бар ул, бар ул көткәнгә!
Рәсәй Федерацияһы һәм Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены һәм «Башҡортостан Республикаһында күрһәткән фиҙакәр хеҙмәттәре өсөн» билдәһе кавалеры, Ишембай ҡалаһы һәм районының почетлы гражданины Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы Солтанова бөтә ғүмере буйына халҡыбыҙға арымай-талмай хеҙмәт иткән шәхестәрҙең береһе.
Тәрән аҡылы, күңел көсө, илһамы, тырышлығы – барыһы ла милләтебеҙ йәшәһен, рухы нығынһын, балалары белемле, мәҙәниәтле булып үҫһен өсөн. Уның асылы, алсаҡлығы – үҙенән-үҙе изгелек өләшеүсе ҡояш һымаҡ. Хәйер, уның тормош юлына сәхифәнән быны үҙегеҙ ҙә аңларһығыҙ, һәм һис арттырыу булмауына төшөнөрһөгөҙ.


Илһамлы иткән хыял
Кешенең бәхете, тормоштан ҡәнәғәт булыуы хыялына бәйле. Ҡарауылтауға артылып, Алағыуаттан һыуһын ҡандырып, Һикәҙелә һыу ингән саҡтарын һағынып йәшәгән Мәрйәм апай, 60 йәшен тултырғас, мотлаҡ тыуған ауылы Маҡарға ҡайтып төпләнергә ҡарар итә. Берәү ҙә уға йылы урын әҙерләп көтөп тормай ауылында. Киреһенсә, туған мәктәбенә махсус музыкаль белем биреүсе статусын алыу өсөн барлыҡ көсөн һала: кемдәрҙең генә ишеген ҡаҡмай ҙа ниндәй генә тупһаларҙы тапамай. Уҙған быуаттың 90-сы йылдар башында, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы түләү ҙә мөмкин булмаған ваҡытта, тотона ул был ниәтенә. «Эш хаҡы түләүҙе үҙ ҡарамағыма алам, рөхсәт кенә бирегеҙ», – ти ул хужаларға. Һөҙөмтәлә маҡсатына ирешә. Мәктәпкә эшкә килергә риза уҡытыусыларҙы ла таба. Фанера диуарлы һәм ишекле генә булһа ла, класс та бирәләр. Үҙе тыуған ата йортона килеп төпләнә Мәрйәм.
Ҡыш көнө хәл белергә тип дуҫы менән Радик улы килеп инә. Яғылған мейес йылы тотмай. Бүрәнәләре эстән боҙланып тора. «Әсәй, мин бында һине ҡалдыра алмайым», – ти улы. Тик Мәрйәм хыялынан сигенә торғандарҙан түгел. Был хәлдәр алыҫ үткәндәрҙә тороп ҡалған. Хәҙер инде шул замандарҙа үҙе белем биргән уҡыусылары уҡытыусы булып Ишембай сәнғәт мәктәбенең Маҡар филиалына ҡайтып, ең һыҙғанған. Ишектән ингәс тә күҙгә ташланған һәр әйбер уның ҡулы, йөрәк йылыһы аша үткән. Мәрйәм апайҙың улы, билдәле эшҡыуар Радик Солтанов иҙән, түшәмде яңыртҡан, йыһаз, музыка ҡоралдарын, бөтә кәрәкле ваҡ-төйәкте, балаҫ, парта, ултырғыс, ишектәр, техника алыуҙы хәстәрләгән. Ҡыйыҡты өр-яңынан япҡандар, ҡыҫҡаһы, 2006 йылдан башлап мәктәпте ремонтлау уның ҡарамағында.
Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы шул ваҡытта тоҡандырған белем усағы әле лә балаларға рухи, милли, мәҙәни тәрбиә биреү йүнәлешендә эшләй. Бына әле ул Өфөнән билдәле бейеүсе Зөлфиә Ҡудашеваны саҡыртып алған. Шундай оҫтанан дәрестәр алыу кемгә тәтей әле! Бер-ике сәғәттә генә ғүмерлек һабаҡ бирә, үҙ-үҙҙәрен тотоуында, маҡсат ҡуйыуҙа тотош фекерләүҙәрен үҙгәртеп ебәрә ала бит ул ундай таланттар. Ә бындай шәхестәр менән аралашыу-осрашыуҙар даими ойошторола, уларҙың мөһимлеген аңлап эш итә талантлы педагог.
«Бында Маҡар балалары ғына түгел, күрше Ибрай, Иҫәкәй, Һарғай һәм Егән ауылдарынан да йөрөп уҡыйҙар. Мәрйәм апайҙың улы балаларҙы уҡыу кәрәк-яраҡтары һалынған сумка, Яңы йыл бүләктәренән өҙмәй. Яңыртылған спорт залын да кәрәк-яраҡ менән тәьмин итте, саңғылар алды, шыуыу трассалары эшләп ҡуйҙы, уның даими хәстәрен тойоп эшләйбеҙ», – ти директор Гөлнара Рим ҡыҙы Хисмәтуллина.
Бәхет бар ул, бар ул көткәнгә!
Ғүмер биргәс, йәшәйбеҙ әле!
Әсәһе Мәхмүзә менән атаһы Ғәзизрахмандың улдары Нәғимрахман, ҡыҙҙары Маһиранан һуң, 12 йыл эсендә биш балаһы төрлө сәбәп арҡаһында үлеп тик тора. «Мин тыуғас, ҡарт өләсәйем өйрәткәнсә, йола атҡарыла: Факиһа тигән әбейҙе саҡырып, мине унан бер пар галош һәм бер күлдәклек ситса биреп һатып алғандар. Бәхете, ғүмере менән һатам, тип әйткән. Йоҡа ғына селтәр пәрҙә менән ҡаплаулы тыуғанмын, тиҙәр. Бөркәнсекте ергә күм, тип атайыма тотторғандар. Шул да саҡырып ятамы, ауылыма тартылдым. Тыуғас та миңә атап, Мәрйәмбикә тип ағас ултыртҡандар. Алһыу ғына сәскә ата ул. Ауырыған ваҡытымда бөтөнләй ҡорой яҙҙы. Бик ҡаты сирләгәндән һуң икебеҙ ҙә терелеп киттек. Әле яҙҙарын геүләтеп япраҡ яра, сәскәгә күмелә. Йәшәйбеҙ әле, тием».
Һигеҙенсе тиҫтәһен түңәрәкләгән ағинәй, ил инәһе Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы әле лә Маҡар мәктәбен хәстәренән ташламай, республика, район күләмендә үткән сараларҙың ул уртаһында: Ишембай районы уҡытыусылар хоры дирижеры, йәмәғәт эштәрендә әүҙем ҡатнаша, райондың ағинәйҙәр ҡоро етәксеһе, ҡан ҡәрҙәштәрҙе туплап, берләштереп, тамырҙарҙы, нәҫел тарихын, шәжәрәне өйрәнергә этәреүсе лә үҙе.

Ҡарамышевтар нәҫеле
«Граждандар һуғышы ваҡытында аҡтар килһә лә, ҡыҙылдар килһә лә, талағандар. Һуңғыһында өләсәй менән олатайҙы атабыҙ, нимәгеҙ бар, бирегеҙ, тип ҡапҡа төбөнә ҡуйғандар. Шул ваҡытта олатайҙың йөрәге ярылып үлгән, өләсәй иҫен юйған, бер-ике көндән ул да теге донъяға киткән. Әтейемә – 14, ҡустыһы Ғәззәлигә – 12, Маһиҙәргә – 10, Шәйхрахман абзыйға 8 йәш кенә була. Әтейемдән башҡа бөтәһен дә Стәрлетамаҡтағы балалар йортона, аҙаҡ Бәләбәй приютына ебәрәләр. Шәйхрахман һуғыштан ҡайтмай, Рафаэль тигән улы ҡала, Ҡабаҡҡыуышта йәшәне. Яңыраҡ ул вафат булды, Ҡөрьән уҡытып, ҡәберен кәртәләп алыуҙы хәстәрләнем. Ә сығышыбыҙ – Ҡарамышевтар. Олатайҙың атаһы – Хәбибрахман Ҡарамышев. Белеүегеҙсә, улар бик затлы нәҫел, дворяндар тоҡомо», – ти әңгәмәсем. Барыһын туплап, хәстәрләп, күҙ уңынан ысҡындырмай уйлап ултырыусы туған йәнле Мәрйәм былтыр шәжәрә байрамы үткәргән. Үҙ ереңдә үҙең хужа бул, был һәр кемдең үҙенән тора, тигәнде яҙмышында раҫлап, күрше-күләне, ауылдаштары менән гөрләтеп йәшәй Мәрйәм апай.
Бәхет бар ул, бар ул көткәнгә!
«Дирижер булам!»
Урта мәктәпте тамамлағас, мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инә. Математика, физиканы яратҡан Мәрйәмде туғандары уҡытыусылыҡҡа барырға өгөтләй. Педагогия институтына документтарын тапшырғас, Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡытҡан ауылдашы Бикә Яҡупованы осрата. Халыҡ йырҙарын оҫта башҡарған, бейеүҙең йәнен тойған Мәрйәмгә ул: «Һин тик сәнғәт кешеһе булырға тейешһең», – тип, документтарын алдыртып, үҙҙәренә ҡоҙалай. Ҡулына диплом алғас, Петровск мәҙәниәт йортона художество етәксеһе булып ҡайта. Төрлө ауылдарҙан йырлай белеүселәрҙе йыйып, башҡорт хоры булдыра. Салауат ҡалаһында башҡорт хорҙары буйынса ойошторолған тәүге бәйгелә беренсе урын алып ҡайталар. «Йылдар үткәс, 2017 йылда, ошондай бәйгене «Көҙгө һулыш» тип, икенсегә үҙем ойошторҙом. Өсөнсөһөн, насип итһә, 2020 йылда үткәрергә уйлайбыҙ», – тип ниәттәре менән уртаҡлаша Мәрйәм апай.
...Ошо хәлдән һуң уны 1959 йылда Өфөлә үткән Хор йәмғиәтенең өлкә конференцияһына делегат итеп һайлайҙар. Унан Бөтә Рәсәй хор йәмғиәттәренең I съезына һайланған 16 кешенең араһында ул да була. Мәскәүҙә билдәле музыка белгесе Людмила Петровна Атанова, хор дирижеры, педагог Михаил Петрович Фоменков менән танышыу яҙмышында ҡырҡа боролош яһарға мәжбүр итә. Уларҙың хәстәрлегендә Өфө музыка училищеһына уҡырға инә ул.
Кем булыр инең, йырсымы, дирижермы, тип һорайҙар үҙенән. Дирижерлыҡты һайлай. Сәбәбе – Петровск мәҙәниәт йортона Өфөнән радиокомитет хоры сығыш яһарға килә. Уның етәксеһе Ризәлә Минулла ҡыҙы Бикмөхәмәтоваға ҡарап һоҡлана. Һығылмалылығы, үҙен тотошо, көйҙө тойоп, хор менән оҫта етәкселек итеүе хайран итә. Ҡыҙы тыуғас та юҡҡа ғына уға Ризәлә тип ҡушмаған бит! Хәҙер инде республикала билдәле йырсылар Нажиә Аллаярова, Флүрә Ноғоманова, Зәйтүнә Ғәзизовалар менән училищела бергә уҡый. Дуҫлыҡ, бер-береһен туғандарса ҡайғыртыу һаман да бәйләй уларҙы. «Ҡыҙым Өфө авиация институтына уҡырға ингәс, тәүге йылда ятаҡта урын булманы. Зәйтүнәләрҙә фатирҙа торҙо. Флүрә Ноғоманова менән концерттар ҡуйып йөрөнөк», – тип хәтирәләргә бирелә ул.
Икенсе курстан һуң Мәрйәм Рахманова табип һөнәрен һайлаған Ирек Солтановҡа кейәүгә сыға. Һабаҡташы, ҡыҙҙың өс туған ағаһы Марс Юлдашевтың тыуған көнөндә таныша улар. 1961 йылдың көҙөндә йәштәр, комсомол туйы яһап, өйләнешә. Ҡыҙҙары тыуа. Бер йыл алдараҡ диплом алған Ирек Мәсәғүткә баш табип итеп ҡуйыла. Уға һәм әсәһенә бер айлыҡ Ризәләне ҡалдырып, Мәрйәм уҡыуын дауам итә. Әсә кешенең үҙенә лә был бик ауыр аҙым. «Түштәр тирткән. Илайым. Барак йорттағы бер бүлмәлә 20 ҡыҙ йәшәйбеҙ. Айырым бүлмә бирәм, әбей ҙә табам, ти уҡытыусым Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина, мине әүрәтергә тырышып. Ирем дә, әсәйем дә сабыйымды Өфөгә алып килеүгә ҡаршы төштө. «Уҡыуыңды тамамла! Бала ышаныслы ҡулдарҙа!» – тиҙәр», – тип хәтирәләргә бирелә Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы. Әсә йөрәге меңәр саҡрымдар аша ла ҡыҙының хәлен тоя. Имтихандарҙы алдараҡ тапшырып ҡайтып төшөүгә сабыйы туҡтамай илауын әйтәләр. Күҙ тейгән, тип өшкөрөп маташалар икән. Әсәһе ҡайтҡас, бала үҙенән үҙе һауыға.

Алтын-көмөш яуған ерҙән тыуған-үҫкән ер артыҡ!
Дипломлы йәш белгес Дыуан районындағы Мәсәғүт педагогия училищеһында музыка уҡытыусыһы булып эш башлай. Ошонда йәшәгәндә улдары Радик донъяға килә. 1967 йылда Мәрйәм апай Гнесиндар исемендәге Мәскәү дәүләт музыка-педагогия институтына ситтән тороп уҡырға инеп, уны тамамлай. Дәүләт имтиханына атаҡлы уҡыу йорто проректоры менән хор дирижерлығы факультеты деканы килә. Ун йылдан һуң, башҡалар күҙлегенән балда-майҙа йөҙгән ғаилә, Мәрйәмдең тыуған яғына, Ишембайға ҡайтып төпләнергә ҡарар итә.
«Бик оҙаҡ ебәрмәй йонсоттолар. Минең әтей ауырып китте, әнейҙең дә һаулығы юҡ, Иректе ҡайтырға күндерҙем. Ә ул санаторийҙа баш табип булып эшләй. Был мәсьәлә райондың партия комитеты йыйылышында ҡарала. Уларҙың рөхсәте кәрәк», – ти Мәрйәм апай. Ләкин ул кире сигенә торғандарҙан түгел, балаларын алып, алдан күсеп китә. Берәүҙәре, ҡайҙа барһын, кире килер, ти. Икенселәре, юҡ, Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы әйткәненән ҡайта торған кеше түгел, тип, ғаиләне тарҡатмау яғында була. Шулай итеп, Ирек Мирза улы ла Ишембайға күсә.
Бөйөк Ватан һуғышында санитар булған, Ҡыҙыл Йондоҙ, «Яуҙа күрһәткән батырлыҡтары өсөн» ордендары менән наградланған атаһы 1974 йылда мәрхүм була. «Беҙ Ишембайға күскәс, бер йыл ғына йәшәп ҡалды. Әнейҙе 18 йыл үҙем ҡараным. Беҙҙә йәшәне. Әтейең ауыр хәлдә, тип шылтыраттылар. Тәнем ут кеүек ҡыҙып ауырып торған еремдән терелдем дә ҡуйҙым. Ҡайтып, әтей, тип өндәшеүемә башын ҡалҡытып, күҙҙәремә ҡараны ла йән бирҙе. Көтөп ятҡан, тимәк. Ерләп ҡайтҡас, төш күрәм. Тәҙрәне вата яҙып туҡылдата, кил, тип мине саҡыра. Сыҡманым, тәҙрә лә ватылманы, иҫән ҡалдым. Алып китергә уйланы инде. Ныҡ ярата ине мине», – ти Мәрйәм Ғәзизрахман ҡыҙы.
Ишембай сәнғәт мәктәбендә балалар хоры етәксеһе булып эшкә тотоноу менән мәҙәни тормош гөрләй: фестиваль, бәйгеләрҙә ул етәкләгән хор төрлө дипломдар ала. Ул күп көс һалған Ишембай ҡалаһы мәҙәниәт һарайының Халыҡ академия хоры һәм Кинйәбулат ауылы башҡорт хоры бөтә республикала танылыу яулай. Үҙенә лә маҡтаулы исемдәрҙе тап ошо дәүерҙә бирәләр.
Бәхет бар ул, бар ул көткәнгә!
Ғаиләм – ҡәлғәм
Мәрйәм апайҙың тормош иптәше – Ирек Мирза улы оҙайлы ваҡыт ҡаты сирләгәндән һуң бик иртә яҡты донъя менән хушлаша. Быуындары нығынып бөтмәгән балаларҙы аяҡҡа баҫтырыу, уҡытыу ауыр ҡайғыны сыҙам күтәргән көслө рухлы ҡатын иңенә төшә. Бәхеткә күрә, улар ҙа әсәләрен хафаландырмай, маҡсатлы булып үҫә. Биатлон буйынса СССР-ҙың спорт мастеры дәрәжәһенә күтәрелгән Радик Рәсәй, донъя кимәлендә эшҡыуар булып таныла. Ҡыҙы Ризәлә лә тормоштан уңа. Икеһе лә матур ғаилә ҡороп, парлы йәшәй, балалар үҫтерә, хәҙер инде ейән-ейәнсәрҙәр һөйә. Ялдарға улар гөрләшеп Радик әсәһе өсөн һалған хан һарайылай мөһабәт йортҡа өләсәләре янына ҡайта. Ә Мәрйәм апай әле лә ҡартайыуҙы белмәй. Башҡорт дәүләт филармо­нияһында «Башҡортостандың тарих биттәре» фестиваль-марафоны сиктәрендә республиканың 100 йыллыҡ юбилейына арнап үткәрелгән Ишембай районының исем туйында төрлө ауылдарҙан йыйылған 80 кешелек хор менән сығыш яһаны. Башҡорт хорын туплап сығыш яһау өсөн күпме дәрт, сәм, көс кәрәк! 60 йыл тигәндә тарих яңынан ҡабатланды: Ишембай башҡорт хоры баш ҡала тамашасыһын әсир итте.
Һәр көнө, һәр минуты ниндәйҙер мөһим эш өсөн яныу менән үтә, әле алдына алған маҡсаттары, ниәттәре күп уның. Тормоштоң тәмен, яҡындарының ҡәҙерен белеп, үҙе лә ҙур хөрмәттә ғүмер итә ил инәһе. Яҙған йырҙарының байрамдарҙы биҙәп, күңелдәрҙе сабыр­лыҡҡа, бәхеткә көйләп яңғырауынан – кинәнес, уҡыусыларының гөрләтеп эшләп йөрөүенән ҡәнәғәтләнеү таба.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Ишембай районы.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ 2018 - Ғаилә йылы




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook