Башҡортостан Ҡыҙы

Башҡорт Шәһризадаһы

Башҡорт Шәһризадаһы
Филология фәндәре докторы Гөлнур Рауил ҡыҙы Хөсәйенованың Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына эшкә килеүенә 35 йыл. 1983 йылдан бөгөнгө көнгә тиклем ул фольклор бүлегендә эшләй. Абруйлы ғилми дәрәжәгә өлгәшкәнсе күпме китаптар аҡтарырға, ысын халыҡ гәүһәрҙәрен йөрәге менән тойорға, әллә күпме ер гиҙеп, милләтебеҙ күңелендәге хазиналарҙы барларға, уларҙы башҡаларҙың ауыҙ-тел ижады менән сағыштырып тикшерергә, бик күп сығанаҡтарҙы өйрәнергә тура килә уға. Иртәнән ҡара кискәсә китапханаларҙа, архивтарҙа ултырыуҙар, баш күтәрмәй ғилми хеҙмәттәр һеңдереүҙәр бөгөн халҡыбыҙға ошондай тәрән фекерле, алдынғы ҡарашлы ғалимәне әүәләгән.

Маҡсат бер – уҡытыусы булыу!
Учалы районы Ҡунаҡбай ауылында бәләкәй генә ҡыҙ донъяға оран һала. Йырсы булыр был бала, тиҙәр, уның сағыу тауышын ишеткәс, көлөшөп. Әсәһе, бригадир ҡайнағаһына йөклө булыуын әйтергә ҡыйынһынып, бала табырға һанаулы ғына көндәр ҡалғансы, колхоз эшендә йөрөгән.
Беренсе тапҡырҙан түгел, гел икенсе ынтылғанда уңыш килеүен Гөлнур Рауил ҡыҙы тыуған көнө икәү булыуы менән аңлата: ысыны – 4 октябрь, 14-е – документ буйынса.

Ғаиләлә тәүге баланың арҡаланыр олатаһы-өләсәһе юҡ, ата-әсәһе етем үҫкән. Ҡараусыһыҙ ҡалған Рауилды һәм уның ике ҡустыһын Йәмилә ҡартинәһе баҡҡан. Буй еткергәс, күрше Аҡҡужа ауылынан Фәнжиәне өлкән улға кәләш итеп алалар. Уның да атаһының яраланып һуғыштан ҡайтып киләм тигән сәләме генә еткән, үҙе юлда хәбәрһеҙ юғалған. Әсәһе алты бала менән тол ҡалған.

Гөлнурға йәш тә туғыҙ ай тигәндә ҡустыһы донъяға килә, уға Бату тип исем ҡушалар. Атай кеше малайына бик ныҡ һөйөнһә лә, үҙен «һөйкөмлө һөйәккәй ҡыҙым һәйбәтерәк» тип яратыуын да иҫләй әле ул. Вафаты алдынан ҡатынына, малайҙар үҙем кеүек шофер булһа ла ярай, ҡыҙымды уҡытырға тырыш, ауыр эштә эшләмәһен, тигәне васыят һымаҡ яңғыраған.

Гөлнурға өс йәш тигәндә атаһы ҡаты ауырыуға – үпкә сиренә дусар була. Табиптарҙың әйткәнен, халыҡ дауаһын ҡулланып, йәшәргә, йүнәлергә тырыша ул. Яңы һуйылған һарыҡ ите ашарға тигәндәрен дә үтәп ҡарай. Ҡәҙерлеһенә сәй итеп эсерер өсөн ҡарағат япрағын өҙөп алып килеүе, ашап туйғас, аллаһу әкбәр әйткән кеүек: «Рәхмәт, атайым төҙәлеп китһен» тигән теләк менән өҫтәлдән ҡалҡыуҙары, атаһының, 40 йәшкә етһәм, йәшәр инем, тип өҙгөләнеүе Гөлнурҙың хәтеренә ғүмерлеккә уйылған. Туғандарының: «Рауил терелмәҫ, ҡыҙҙарын тәрбиәгә әсәһенең ағайҙары алһын, ҡустыһын атаһының оло апаһына бирәйек. Фәнжиә әле йәш, кейәүгә сыҡһын, балаларҙан азат итәйек», – тигәнен ишетеп торған әсәһе, нимә күрһәм дә, ошо балалар менән күрәм, уларҙы бер кемгә лә бирмәйем, үҙем үҫтерәм, тип ҡырт киҫә. «Атайым гел дауаханала ятты, – тип дауам итә Гөлнур апай. – Ялдарҙа, байрам ваҡытында ғына ҡайтып, өйҙә тороп китә торғайны. Ғүмеренең һуңғы йылдарында табиптар ун көн һайын уның үпкәһенә тын тултырып йәшәтте. Ул ҡаты сирләүенә ҡарамаҫтан, әсәйем өсөнсө балаһын да табырға йөрьәт иткән». Улына уныҡына ауаздаш итеп Рамил тип исем ҡушҡан. Фәнжиә ирен нисек тә йәшәтергә теләй. Тормоштоң үҙ ҡанундары шул. 1973 йылда, кинйәһенә 9 йәш тигәндә, 37 йәшендә мәрхүм була Рауил. 33 йәшендә тол ҡалған ҡатын мөхәббәттән тыуған сабыйҙарына бауыр баҫа, балаларын кеше итеүҙе маҡсат итеп йәшәй. Уҡыусы саҡтарында мәктәпкә иҙән йыуырға күсеүе лә уларҙы күҙ уңынан ысҡындырмау ниәтенән икәнен әле аңлай Гөлнур. «Алдашмағыҙ, урлашмағыҙ, үсекмәгеҙ, тип өс яуызлыҡтан ҡурсаланы әсәйем. Илгә файҙалы кешеләр булығыҙ, тине. Өйҙәге эштәр көтөп ята, илгә файҙалы кеше булабыҙ тип, эшләйбеҙ ҙә эшләйбеҙ, әсәйҙең һүҙен тотоп», – тип йылмая Гөлнур Рауил ҡыҙы. Бату Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында машина йөрөтөүсе, Рамил юридик фәндәр кандидаты, доцент, полиция полковнигы, Өфө юридик институтында уҡыта.

Мөғәллимә һөнәренә ғашиҡ иттергән тәүге уҡытыусыһы – Лиза Баҡыеваны, башҡорт теле һәм әҙәбиәтенән белем биргән, Н. Крупская исемендәге премия лауреаты Зөһрә Бүләкованы йылы хистәр менән иҫкә ала Гөлнур ханым.

Башҡорт ШәһризадаһыЙөрәк ярып сыҡҡан бала икән
«Бәләкәй балам бар, унан оҙаҡ айырылып йәшәй алмайым», – тигәс, аспирантурала уҡыған институтының етәкселеге уға ятаҡтан бүлмә алырға ярҙам итә. Илһөйәр беренсе класҡа Мәскәүҙең 863-cө мәктәбенә бара. Русса һөйләшә алырмы, ситләтмәҫтәрме, тип борсолған әсә кеше бер мәл, дәрестәре бөтөүгә мәктәпкә килһә, ҡыҙын бала-саға һырып алғанын күреп, ҡурҡып китә. Баҡтиһәң, һүрәт төшөрөргә әүәҫ Илһөйәр класташтарына микки-маустарҙы эшләп тарата икән. Балаһын бүлмә алыр өсөн генә алып килгән Мәскәүгә, тип уйлағандар тыштан нәзәкәтле, наҙлы ханымдың эстән ҡаҡшамаҫ рухлы булыуына төшөнә. Гөлнур Хөсәйенова балаһын да баға, ваҡытында фән кандидаты исемен дә ала. Әкиәт жанры буйынса эшләгәнгәлер, уны «беҙҙең башҡорт Шәһризадаһы» тип йөрәтәләр. Мәс­кәүҙә йәшәгән осоронда ул Алла Ивановна Алиева, Валентина Александровна Бахтина, Лидия Андреевна Астафьева кеүек күренекле Рәсәй фольклорсылары менән танышыу, аралашыу бәхетенә эйә булһа, Әҙәбиәт институтында күренекле тюрколог Халҡ Гусейн улы Короглы, билдәле башҡорт халыҡ яҙыусыһы Әхиәр Хәким менән йыш аралаша алыуы менән ғорурлана. Бөгөнгө көндә шул мәлдә үҙенән юғары уҡыу йорто уҡытыусыһы яһаған, хәҙер инде республикабыҙҙа күренекле шәхестәргә әүерелгән Зөһрә Бураҡаева, Айҙар Хөсәйенов, Фәрит Әхмәҙиев, Айгөл Моратова, Шәүрә Вахитоваларҙың уңыштарына ихлас шатлана.

Өфөгә ҡайтҡас, төп эшенән тыш, өс йыл Башҡорт дәүләт университетында фольклор курсын, 2000 – 2011 йылдарҙа хәҙерге Мифтахетдин Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының музыка белеме биреү кафедраһында доцент вазифаһында башҡорт музыка фольклоры буйынса дәрестәр алып барһа ла, ауыр ваҡытта үҙен Мәскәү тиклем Мәскәүҙә уҡытҡан Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтына тоғро ҡала.

Ҡыҙы Илһөйәр рәсем уҡытыусыһы һөнәренә уҡый, философия буйынса кандидатлыҡ диссертацияһы яҡлай. Тормошҡа сыға һәм олатай менән өләсәйгә ейән бүләк итә.

Башҡорт ШәһризадаһыЯратҡан матур була
«Күңеле матур ҡыҙҙар ғына матур була, тигән фекер өҫтөнлөк итә башҡорт фольклорында. Ыңғай персонаждарға ҡарата ғына ҡулланыла ул матурлыҡ формулаһы. Беҙҙең халыҡта һәр ваҡыт «түңәрәк йөҙлө генә, тулыраҡ кәүҙәле» ҡыҙ ҡупшы һаналған. «Бер бите Ай, бер бите Ҡояш» тигәндә балҡып, нурланып торған кешене күҙ уңында тотҡандар. «Бер ҡашыҡ һыуға һалып йоторлоҡ һылыу» тигәндәре лә матурлыҡ формулаһының бер төрө. «Ай һынлы сибәр ҡыҙ!» – тиҙәр силәбеләр. Был уларҙың һылыу ҡыҙҙы ҡылыҡһырлауы. Төрлө халыҡта матурлыҡ формулаһы төрлөсә. Мәскәүҙә сыҡҡан монографиямда улар тураһында ентекле яҙылған», – ти Гөлнур ханым.

Ғалимәнең уйҙары яҡты, киләсәкте ҡайғыртып борсолоуҙары ла ихлас, әле лә сәмләнеп фән менән шөғөлләнә, янып эшләй ул. Еңел кәүҙәле, зәңгәр күҙле башҡорт ҡатыны донъя иркәһе һымаҡ күренһә лә, сабыр, тимерҙәй ныҡ. Һәр минуты иҫәпле, ваҡыттың ҡәҙерен белеп, ғүмерен халҡы өсөн файҙалы итеп үткәреүҙе маҡсат итеп алған ул. Тормош юлы, ғилми эшмәкәрлеге шуны раҫлай.
Гөлназ ҠОТОЕВА.


Материалдың тулы вариантын журналдың 11-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ҡатын-ҡыҙ Ғаилә




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook