Иманға тоғролоҡ

Иманға тоғролоҡ
«Тормоштоң яҡшы яҡҡа үҙгәреүен күргегеҙ килһә, үҙегеҙ үҙгәрегеҙ!»
Махатма Ганди


Заман менән бергә, хатта унан алдараҡ та барған Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернаты менән Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Рәсәй Федерацияһының мәғариф һәм фән өлкәһендәге почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың мәғариф отличнигы Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Садыҡова етәкселек итә. Ошондай яуаплы вазифала үҙеңде уңған ойоштороусы, маһир педагог итеп раҫлар өсөн, халыҡса әйткәндә, был өлкәлә бер нисә бот тоҙ ашау зарурҙыр. Һәр йылға инештән, ә инеш тауҙарҙан башлана. Бөтә ғүмерен йәш быуынды тәрбиәләүгә бағышлаған аҡыллы һәм алдынғы ҡарашлы, ғорур һәм сабыр, эшлекле һәм һылыу ҡатындың сыҡҡан еренә – йәғни инешенә, уны тыуҙырған, донъяға бар ҡылған мөхиткә бер ҡараш ташлайыҡ.

Иманға тоғролоҡГөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы 1960 йылда Белорет районының Абҙаҡ ауылында Ғәмбәрә һәм Хәйрулла Вәлиевтар ғаиләһендә тыуа. Атаһы – Хәйрулла Яуымбай улы, ауылға исем биргән Абҙаҡ уҙаман тоҡомо. Ишле, болло, ныҡлы нәҫел. Урман яғында кемдең ашарына игене бар, шул бай һаналған. Гөлйемеш «эшләһәң – эш ҡарышмай» тигәнде алға һөргән, уңған ата-әсәнең тормошон күреп үҫә.

Унда буласаҡ лидер сифаттары үҙен бик иртә һиҙҙерә: уҡырға төшкәнсе үк төрлө уйындар, «Ҡарға бутҡаһы» байрамдары ойоштороп йөрөй, 5–6-сы кластарҙа уҡығанда үҙенән кесерәктәргә вожатый була. Дәреслектәрҙе алдан уҡып өлгөргән­лектән, БДПИ-ның «Йәш педагог мәктәбе» курсын табып, унан химия һәм биология фәндәре буйынса эштәр ала, рефераттар яҙа. (Аҙаҡ ул был мәсьәләләрҙең институттың химия, биология факультеттарының I–II курс программаһы булғанын аңлай.)

Ҡыҙҙы ни өсөн тәү сиратта тәбиғәтте өйрәнеү фәндәре ҡыҙыҡһындырғаны, бер яҡтан, аңлашыла кеүек: бер тапҡыр ғына булһа ла Абҙаҡ ауылы аша үткән кеше был төбәкте уратып алған тәбиғәткә – текә тауҙарға, шәмдәй ҡарағайҙарға һоҡланмай ҡалмай. Гөлйемештең ошо гүзәллекте кәүҙәләндергән тәбиғәт серенә төшөнөргә тырышыуы шуға күрә бик тә тәбиғи.

Иманға тоғролоҡГөлйемештең характеры формалашыуҙа, йәғни эске донъяһын туҡыуҙа күрше Мораҡай ауылында йәшәгән өләсәй-олатаһы ла мөһим роль уйнай. Олатаһы Сәйфулла мулланың ниндәй ҙур абруйға эйә зат икәнен йөрәге менән төшөнә ҡыҙ. Бына ул әбейенә:
– Самауырҙың ҙурын ҡуй әле, күмәк кеше килә ята лаһа, – ти. Йәки:
– Аш һал әле, килеүселәрҙең ҡуна ҡалыуы ихтимал. Сире ҡаты, бер өшкөрөү менән генә бөтмәҫкә оҡшаған, – ти...
Зәйнулла Рәсүлев ишандың шәкерте, доғалары менән әҙәмде һауыҡтырыу ҡөҙрәтенә эйә әүлиә Сәйфулла мулла, моғайын, ейәнсә­ренең киләсәктә ниндәй көскә эйә булырын һиҙемләп, фатихаһын биреп, яҡшыға юрағандыр...
Ҡыҙ инде хәҙер гүр эйәһе Сәйфулла олатаһының ҡәберенә килә. Баш ҡалаға уҡырға китеү – кеше ғүмерендә иң яуап­лы осор. Өйҙә һине диуарҙар ҙа ҡурсыһа, ситкә киткәндә һин мосафир сүрәтенә керәһең. Олатаһынан фатиха һорағас, ҡыҙҙың күңеле урынына ултырғандай итә. «Бөтәһе лә яҡшы буласаҡ», – ти уға йөрәге.

Гөлйемеш Вәлиева Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға инә. Алдан әҙерлекле килгән Абҙаҡ ҡыҙы уҡыуҙа һынатмай, йәмә­ғәт эштәрендә лә әүҙемлек күрһәтә. Институтты «ҡыҙыл диплом»ға тамамлағас, Әбйәлил районы Асҡар ауылы егете Фирғәт Фәтих улы Садыҡовҡа кейәүгә сыға. Энә ҡайҙа – еп шунда, тигәндәй, Фирғәт Иркутск өлкәһенә әрме хеҙмәтенә алынғас, Гөлйемеш тә уның артынан юллана. Ике йылдан, хеҙмәт иткән ерҙә тәьминиәт арыу булһа ла (совет осоро бит), йәштәр ояны үҙ илендә ҡормаҡ була. Ғаилә башлығы Белорет рессор заводында эшләй башлай, ә Гөлйемеш Белорет металлургия техникумы ятағына тәрбиәсе булып урынлаша. Күп тә үтмәй, ошо уҡыу йортонда химия, биология һәм сәйәси иҡтисад фәндәрен уҡытырға күсә, хатта үҙенән оло киске мәктәптәгеләргә лә һабаҡ бирә.

Гөлйемеш Садыҡованың педагог, лидер, шәхес булып ныҡлап формалашыу осоро ошо йылдарға тура килә. Бер саҡ шулай уның менән әңгәмәләшкәндә:
– Белорет ҡалаһында үҙеңде раҫлау еңел түгелдер ул? – тип һорап ҡуйҙым. – Ҡала бик ныҡ «урыҫлашҡан», Баймаҡ йә Сибай рухы юҡ бит.
– Уныһы дөрөҫ, – тине Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы. – Белем дә кәрәк, рус телендә лә таҙа һөйләш, үҙеңде лә ҡуя бел.
27 йәшендә педагог һөйөклө әсәһе менән ғүмерлеккә хушлаша. Донъяла иң ауыр ҡайғы – әсә күҙҙәренең мәңгегә йомолоуылыр... Һинең үткә­нең дә, бөгөнгөң дә сағылған әсә күҙҙәре юл күрһәтеүсе йондоҙ кеүек. Уларҙы күрмәй нисек йәшәргә?! Ул бит үҙе лә йыш ҡына ҡыҙына: «Мин тере саҡта һеҙгә әле йәшәүҙең ауырлығы бик һиҙелмәҫ», – тип әйтә торған булған.

Утты ут менән һүндергән кеүек, ҡайғы баҫыуҙың берҙән-бер сараһы – бар булмышыңды биләр хеҙмәттер. Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы Белореттағы 11-се мәктәп-интернатҡа эшкә күсә. Химия, биология дәрестәренән һабаҡ бирә, тәрбиәсе лә була. Ҡыҙлы әсәнең улы ла тыуа. Коллектив тырыш, берҙәм. Шулай ҙа мәктәпкә директор булып Зифа Юлсурина килгәс, бөтә нәмә тамырынан үҙгәрә башлай. Бығаса 11-се мәктәп-интернат тип йөрөтөлгән уҡыу йорто Белорет лицей-интернаты тип атала башлай. Эш, әлбиттә, атама үҙгәреүҙә түгел, йөкмәтке яңыра. Көслө лидер менән илке-һалҡы эшләп булмай: коллективтан күптәр китә. Ҡатын ҡатындан быуаҙый, ти халыҡ мәҡәле. Гөлйемеш Садыҡова тәүҙә уҡытыу эше буйынса директор урынбаҫары була. 2000 йылдан директор вазифаһын башҡара. «Ҡурҡма, эшләһәң, эш ҡарышмай!» – ата-әсәһенең ошо һүҙҙәрен иҫендә тотоп, билен биштән быуып, эшкә тотона. Ун йыл дауамында ул лицей-интернатты етәкләй. Коллектив менән уртаҡ тел табыу – уңыштың иң ҙур өлөшөлөр. Һәр хәлдә ул йылдарҙа уҡытыусылар: «Эшкә байрамға кеүек барабыҙ», – тиҙәр.

Етәксе яңы алымдарға тәүгеләр рәтендә мөрәжәғәт итә, уҡыусыларында ла еңеүсе рухын тәрбиәләргә тырыша. Юҡҡамы ни лицей-интернат алты меңдән ашыу мәктәп ҡатнашҡан бөтә Рәсәй конкурсында «Гражданлыҡ тәрбиәләү мәктәбе» номинацияһында II урынды яулай.

***
Һуңғы йылдарҙа йәмәғәтселек бәндә ҡаршыһына: «Нимә ул иман?» тигән һорауҙы ҡуя. Һине белгән яҡындарыңдың, балаларыңдың үҙең киткәс тә үткәнең өсөн йөҙө ҡыҙармаҫлыҡ итеп йәшәһәң, ана шундалыр инде ул иман. Һәр хәлдә ошо йылдарҙа Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы ир ҡатыны, әсә, педагог, етәксе булараҡ та Хаҡ тәғәлә, йәки Намыҫы алдында имтихан тота. Йоҡоһоҙ төндәр кисергәндә, йә булмаһа оҙон юлға сыҡҡанда, Гөлйемеш был турала күп уйлана һәм, шөкөр, тигән һығымтаға килә.

Был осорҙа ғаилә башлығы Фирғәт Фәтих улы Садыҡовтың тормошо ла бер урында тормай. Үҙ-үҙенә талапсан, төплө аҡыллы уҙаман үҙ һуҡмағын һала: ҡала хакимиәтендә яуаплы эштә эшләй, БР Президенты эргәһендәге Башҡортостан дәүләт хеҙмәте һәм идара итеү академияһын тамамлай, һәр хәлдә бөгөнгө биләгән вазифаһына илткән юлдар, һикәлтәләр – барыһы ла Белореттан – Иҙел башынан юл ала. 2010 йылда Фирғәт Фәтих улы Өфөгә юғары вазифаға эшкә саҡырыла. Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙына ла ҡуҙғалыу хәжәте тыуа. Ике бала ла был мәлдә инде баш ҡалала уҡый. Ғаиләһенән ике йыл айырым йәшәгәс, тәүәккәл ҡатын Өфөгә юллана һәм Ҡасим Дәүләткилдиев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназия-интернатын етәкләй.
– Коллективты тар-мар итергә йыйынмайым. Һеҙҙең менән бергә-бергә эшләргә килдем, – ти яңы етәксе. Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙына – Белорет лицей-интернатын ун йыл дауамында етәкләгән кешегә – яңы эштең әллә ни яңылығы ла юҡ кеүек: шулай уҡ ситтән йыйылған балалар, көнкүреш, туҡланыу, гигиена мәсьәләләре. Әммә бында балалар икенсерәк: улар донъяға рәссам күҙлегенән ҡарай. Эсендәген бик әйтеп, сығарып та бармайҙар, ләкин нескә хислеләр, тойғо менән йәшәйҙәр. Бөтәһенең күңелен бер асҡыс менән асып та булмай: һәр береһе – үҙенсә. Тәжрибәле педагог, йәнә ҡатын-ҡыҙ, әсә булараҡ, был айырманы Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы шундуҡ төшөнә, шуға күрә лә гимназияла йылдар һуҙымында барлыҡҡа килгән ижади-психологик мөхитте һаҡларға тырыша.

Ул етәкләгән коллективтың уңыштарын бер бәләкәй генә мәҡәләгә һыйҙырыу мөмкин дә түгел. Әгәр ул «Һәләтле балалар – Рәсәйҙең киләсәге» энциклопедияһының Почет таҡтаһына индерелгән, Бөтә Рәсәй «100 яҡшы Рәсәй мәктәбе» конкурсы сиктәрендә «Йыл директоры – 2013» маҡтау билдәһе менән дә бүләкләнгән икән – былар барыһы ла уның фиҙакәр хеҙмәтен баһалау ул.

Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы хәҙер инде әсәй генә түгел, өләсәй ҙә. Инәнән күргән тун бескән, атанан күргән уҡ юнған, Садыҡовтарҙың татыу, мөхәббәтле ғаиләһендә ул һәм ҡыҙ буй еткерә, уҡып, тормошта үҙ юлдарын таба: Римма – иҡтисадсы, кейәүе Руслан – юрист, бер ул һәм бер ҡыҙ үҫтерәләр; улы Азамат – нефтсе, уның ҡатыны Динара – табип-гинеколог, ҡыҙҙары бар. Гөлйемеш Садыҡова бөгөнгө көн талап иткән һөнәри хәстәрҙәр менән йәшәһә лә, үҙен бар ҡылған тамырҙарын байҡарға ла өлгөрә, әруахтарына, йәғни ҡан хәтеренә тоғролоҡ һаҡлай. Туғандары менән бергә олатаһы Сәйфулла мулланың ҡәберен рәтләп, таҡтаташ ҡуя; 2010 йылда шәжәрә байрамы ла үткәрә. Арҙаҡлы Байым тархан тоҡомо үҙенең кем икәнен белеп, ғорур һәм илһөйәр булырға тейеш – Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы, мәҫәлән, был хаҡта һис ҡасан онотмай.

Йылғалар тауҙарҙан башлана. Тауҙарҙан да бейегерәк – хәтер. Үрҙә телгә алынған иман төшөнсәһе лә, моғайын, тамырҙары менән хәтергә тоташалыр. Гөлйемеш Хәйрулла ҡыҙы кеүек шәхестәр йәштән үк тормош тигән оло донъяға сәфәргә сыҡҡанда юлдашҡа үҙенә иманды ала һәм ғүмере буйына уға тоғро ҡала.
Таңсулпан Ғарипова.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook