Бәхет – шатлыҡ өләшеүҙә!

Бәхет – шатлыҡ өләшеүҙә!
«Шаҡмаҡ сумкалы ҡатынға һәйкәл ҡуйырға кәрәк!» – тигәнде йыш ишетергә тура килә һуңғы арала. Ете диңгеҙ аръяғынан тауар ташып, осһоҙлата кейендергән ҡатын кем ул? Аҡсаң етмәйерәк торғанда, тауарын түбәнерәк хаҡҡа ла биреп, ҡайһыныһы килешле икәнен ихлас күңелдән әйтеп ебәргән, кейем күңелеңә хуш килгәнен аңлағас, бергә шатлана белгән кем тиһегеҙ? Рәхмәт әйтеп боролғас та уның йөҙө онотола. Күңелдә шул йән иреткес йылмайыуы ғына ҡала. Кем ул? Һылыу йөҙлө көләс апай ошо тауарҙы һиңә алып килеп еткергәнсе ниндәй юлдар үткән? Был турала уйланғанығыҙ бармы?
Һеҙҙе уҙған быуаттың 90-сы йылдарынан ошо тулҡынға эләгеп, һаман да бирешмәй, сауҙа менән шөғөлләнгән, үҙ эшенә сикһеҙ яратып ҡараған Мәрйәм Әхәт ҡыҙы Фазылова (Сафина) менән таныштырмаҡсыбыҙ. Бөгөнгө көндә Өфөлә өҫкө кейемдәр һатыуға махсуслашҡан «Bertone» кибетенең хужабикәһе, уның баш ҡалала бер нисә сауҙа нөктәһе бар.


Бөрйәнгә йәне береккән
Тамырҙары Ишембай районы Әрмет ауылына барып тоташһа ла, Мәрйәмдең бала сағы, үҫмер йылдары Бөрйән районында үткән. Әсәһе Шәмсебаныуҙың тәүге ире яуҙа ятып ҡалғас, ҡәйнешенә сыҡҡан, ул да мәрхүм булған. Һуғыш осоронда өс бала менән яңғыҙ ҡалған, ныҡ йонсоғанлыҡтан, кем һоратһа, шуға барырмын, тигән. Һоратыусы табылған, донъя йәме булып ҡыҙ бала тыуған, Мәрйәм тигән матур исем ҡушҡандар уға. Яҙмыштыр инде, был юлы ла Шәмсебаныуҙың ир ҡатыны булыу бәхете оҙаҡҡа бармай...
Мәрйәм донъяға килгәндә Шәмсебаныуға 45 йәш була. Уңарсы Иҫке Собханғолда уҡытыусы булып эшләгән өлкән ҡыҙы Миңлебикә бала-сағалы булып киткән. Уға ла ярҙамым тейер, бәләкәс ҡыҙым да туғандары менән үҫер, ҙур мәктәптә уҡыр тип, әсә шунда төйәкләнә.
Һигеҙенсене тамамлағас, Мәрйәм Салауат педагогия училищеһына уҡырға инә. Билдәле яҙыусы булып таныласаҡ Гөлнур Яҡупова менән юлдары ошонда киҫешә. Һабаҡташ ҡына түгел, ғүмерлек дуҫҡа әйләнәләр. Республикала таныулы етәкселәрҙең береһе Мансур Әйүпов та улар менән уҡый. Гөлнур апай әхирәте хаҡында һөйләп туймай. Бер нисә кәлимә генә килтереп киткем килә: «Дөйөм ятаҡта 17 ҡыҙ бер бүлмәлә урынлаштыҡ. Карауаттар икешәрләп йәнәш ҡуйылғайны, бергә тура килдек. Беренсе уҡыу көнөндә миңә ятаҡта дежурлыҡ төштө. Мәрйәм партала үҙенең янында урын алған миңә. Шунан башланып китте бына инде 56 йыл өҙөлмәгән дуҫлығыбыҙ. Уны беҙ, төркөмдәштәре, шунда уҡ лидер итеп таныныҡ, староста итеп һайланыҡ. Яҡшы уҡыны ул, дүрт йыл буйы рәсеме Почет таҡтаһында торҙо. Мин шул саҡта уҡ шиғырҙар яҙа инем, Мәрйәм дә бер осор ижад менән мауығып китте. «Ленинсы»ла бер шәлкем шиғырҙары баҫылып сыҡты. Ғәжәп. Уның һәләттәре күп яҡлы ине, минең тешем үтеңкерәмәгән физика, химия, математиканан шәп булды. Химия уҡытыусыһы уны лаборантка итеп алды, икәүләп пробиркалар йыуа, бер ыңғай лабораторияла, тыныста, ултырып дәрес әҙерләй инек. Әсәйем бер килгәнендә, Мәрйәмдең миңә йоғонтоһо ҙур икәнен һиҙеп ҡалып, уға әйтеп китте: «Һылыу, минең ҡыҙым хыялға бирелеп донъяһын онота торған. Стипендияһын үҙең тот, кәрәгенсә генә бир уға, йәме», – тип. Шулай иттек тә. Мин кейәүгә сыҡҡас, Гөлнур арыу ғаиләгә тура килде, уңды, егет шәп, тип, әсәйем менән икәүләп шатландылар... Шулай, беҙҙе төрлө яҡта йәшәү ҙә, һөнәр айырмалығы ла, башыбыҙға төшкән һынауҙар ҙа айырманы, мин Өфөгә күскәс инде ирҙәребеҙ, балаларыбыҙ танышты. Ҡатнашып йәшәйбеҙ. Киләсәктә лә шулай булыр, тип ышанам».
Училищены тамамлағас, Мәрйәм Әхәт ҡыҙы Бөрйән районы Нәби башланғыс мәктәбенә математиканан уҡытырға ебәрелә. Ошонда уҡ билдәле ғалим, фольклорсы Әхмәт Сөләймәнов ҡатыны Флүрә менән институт тамамлап ҡайтып төшә. Бергә хеҙмәт юлын башлап ебәрәләр. Белгестәр килеү менән 5-6-сы кластар асыла, аҙаҡ мәктәп һигеҙ йыллыҡ итеп үҙгәртелә.
Юғары белем алырға тигән теләк Мәрйәмде Стәрлетамаҡ дәүләт педагогия институтына алып килә. Мәктәптә математиканан уҡытҡас, физика-математика факультетын һайлай. Училищела дүрт йыл буйы Почет таҡтаһында торған ҡыҙ институтты ла ҡыҙыл дипломға тамамлай. Студент йылдарында үҙенән ике курс юғары уҡыған егет менән дуҫлашып китәләр. Ҡауышыу насип булмай. Тәүге һөйөү, яҡты һағыш...

Бәхет – шатлыҡ өләшеүҙә!Мәғариф юлында
Диплом алғас, Бөрйәндең Монасип ауылына уҡытырға ебәрәләр Мәрйәм Әхәт ҡыҙын. Ул инде йәшләй генә етди тормош һынауын да үтеп өлгөргән: ҡыҙы Гөлнара тыуған, иренән уңмай, айырылған. Әммә биш бала үҫтергән апаһының ғаиләһендә бәләкәйҙән егәрлелеккә, сабырлыҡҡа өйрәнгән ҡатындың рухы һынмай, сәмләнеп эшкә тотона. Коммунистар партияһына ҡабул ителә. Артабан Әбделмәмбәт урта мәктәбенә директор итеп тәғәйенләнә. Бер аҙҙан уны район мәғариф бүлегенә инспектор итеп алалар.Торараҡ өлгөлө хеҙмәте менән абруй яулаған өмөтлө белгесте Өфөгә Мәғариф министрлығына район мәктәптәре менән эшләү өсөн саҡыртып алырға бойороҡ була. Әммә Мәрйәм Әхәт ҡыҙы, Мәскәүҙә уҡытыусыларҙың белемен камиллаштырыу институтында уҡып ҡайтҡас, 2-се мәктәпкә эшкә бара. Насибына яҙғас, ете йылдан һуң барыбер шул министрлыҡҡа эшкә тәғәйенләнә. Был ваҡытта инде «Ҡыҙыл таң» гәзите журналисы Рәзил Фазылов менән сәстәре сәскә бәйләнгән була. Икенсе ҡыҙы Розалияһына ауырлы. Шул осорҙа яҙмыш уны буласаҡ мәғариф министры Сәбилә Ғәйзулла ҡыҙы Сөләймәнова менән осраштыра. «Әйҙәгеҙ, 20-се мәктәпкә эшкә барығыҙ», – тип өндәшә ул Мәрйәмдең тынғыһыҙ, ныҡышмал холҡон самалап. Башта уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫар, артабан директор булып китә, ахырҙа тағы ла министрлыҡҡа кадрҙар бүлеген етәкләргә саҡырыла.
Министр алмашынғас, эштән китергә мәжбүр була. Психология фәндәре кандидаты, 50-се мәктәп-гимназия директоры Рафиҡа Ибраһим ҡыҙы Әминеваның компьютер технологияларын индереп, гөрләтеп эшләгән сағы була был. Мәрйәм Әхәт ҡыҙын ул үҙенең урынбаҫары итеп саҡыра. Меңгә яҡын уҡыусы белем алған мәктәптә дәрестәр теҙмәһе төҙөү, өлгәштәре насар булған балаларҙың ата-әсәләре менән бәйләнеш тап уның иңенә төшә. Ләкин яратҡан һөнәренән айырылырға әллә күпме сәбәптәр килеп тыуа: ауыр сиргә тарыған ире, ҡартайған әсәһе, үҫеп килгән ике ҡыҙы менән ҡыҫынҡы «хрущевка»ла йәшәү, эш хаҡының был ишле ғаиләгә етмәүе...
Юҡсыллыҡ хөкөм һөргән 90-сы йылдар. Ҡапыл Ҡытай, Төркиә кеүек сит илдәргә ябай кешеләргә лә бығаса бикле сиктәр асылған мәл. Бер ғаиләләге өс баланың уҡыуҙа әҙерәк һүлпәнәйеүен күреп, Мәрйәм Әхәт ҡыҙы ата-әсәһен саҡырып һөйләшә. Яҡынлап танышҡас, улар Ҡытайға сығып тауар алып ҡайтып һатыуҙары, шуның арҡаһында ярайһы ҡотайып китеүҙәре хаҡында һөйләй, ҡыҙыҡһыныу уята. 25 йыл педагогия өлкәһендә эшләү ялҡытмаһа ла, тормошона яңылыҡ индереү, яҡшыраҡ йәшәү зарурлығы уларға эйәреп сит илгә сығырға, кейем һатып ҡарарға этәрә. Бурысҡа аҡса алып тороп, ҡыйыр-ҡыймаҫ ҡына башланған кәсеп яйлап үҙенә ылыҡтыра. Мәктәпте ҡалдырып, тик сауҙа менән генә булырға ҡарар итә.

Әҙәм күрке – сепрәк
Рәсәйҙә ҡытлыҡ булған тауарҙарҙы Ҡытайҙан алып ҡайта, халыҡтың көсөнән килерлек хаҡтар ҡуя, аҡса яғы таҡырыраҡтарҙың ихтыяжын да онотмай, осһоҙораҡ кейем-һалым тәҡдим итә. Күн курткалар, пальтолар беҙҙә яҡшы үтә. Аралашыу ҡыйынлыҡ тыуҙырмай – ҡытайҙар руссаға өйрәнеп бөткән. Рәсәй халҡына һәйбәт мөнәсәбәттәләр. Тормош иптәше Рәзил ҡатынының яңы шөғөлөн хуплап ҡаршы ала. Ниндәй ҡыйынлыҡтар аша үтергә тура килеүе, нисек уҡытыусының эшҡыуар булып китеүе хаҡында очерк яҙып сыға. Үкенескә күрә, был уның һуңғы ижад емеше була. 19 йыл бергә ғүмер итеүҙәре ҡапыл өҙөлә: ире мәрхүм булып ҡуя.
Ул йылдарҙа эшҡыуарлыҡҡа кеше ағылып килә. Күптәр еңел уйлап, барып алаһың да арттырып һатаһың, байыйһың да китәһең тип яңылыша. Йортон һатып бер нәмәһеҙ тороп ҡалғандар ҙа була. Ә уңышлы эшләп китеү өсөн башта бөтә рәхәтлектәрҙән – самаһыҙ аҡса туҙҙырыуҙан, кәйеф-сафалы тормоштан, ялдан баш тартырға кәрәк. Әйләнгән һайын диңгеҙ буйында ял итеп ятҡан кешенең нисек эше алға барһын? Бәғзеләре мәшәҡәтле эштән ялҡа, хөкүмәтте әрләй башлай. Тауар күп, аҡса һалырға аҡыл кәрәкмәй. Үҙенә оҡшаған тауарҙы алып ҡайталар, ә ул халыҡҡа кәрәкме, юҡмы – уйламайҙар. Һөҙөмтәлә уны алған хаҡына ла һата алмай, аҡсалары юҡҡа сыға. Алға китер урынына, кире сигенә. Аҡсаны тағы ҡайҙан алаһың? Кредитҡа инергә кәрәк, ә уның проценттары бар. Тауарың иҫкермәһен тиһәң, ул һәр ваҡыт яңырып торорға тейеш. Ихтыяж кәмей башлаһа, ташлама яһап һатаһың. Яңырмаһа, халыҡ һатыусыға ҡарағанда ла хәбәрҙар, был бит былтырғы, элекке модель, тип әйтәсәк. Сепрәк оҙаҡҡа сыҙай, тик мода тиҙ үҙгәреүсән.
Мәрйәм Әхәт ҡыҙы менән башлағандарҙың күптәре эшҡыуарлыҡҡа ҡул һелтәй, меңәрләп кешенән ун проценты ғына ҡала. Тауарын ергә сепрәк түшәп йәки йәшниктәр өҫтөнә теҙеп ҡуйып һатыуҙан башлап, ялтырап торған быяла витриналар артында һатыуға тиклем күпме юл үтергә тура килә уға? Оҙаҡ йылдар тик уларҙа кейенгәндәр бар. Башта абруй өсөн эшләйһең. Һатҡан тауарыңды кеше яратып кеймәһә йәки бер йыуғандан һуң сепрәккә әйләнһә, ул бер ваҡытта ла был магазинға ҡабат килмәй. Ә Мәрйәм Әхәт ҡыҙының бөгөнгө көндә сауҙа нөктәләре табышлы эшләй. Был уңыштың нигеҙендә уның үҙенең һәм ҡыҙҙарының оҙайлы, ныҡышмал хеҙмәте ята. Үҙҙәрендә генә кейенгән һатып алыусыларҙы танып бөткәндәр. Магазиндарына көнөнә илле кеше инеп сыҡҡанда ла айына мең ярым кешене кейендерәләр. Йылына – ун һигеҙ мең, ә 20 йыл эсендә күпме халыҡты һөйөндөргәндәр тип уйлайһығыҙ?
«Сифатлы тауар әҙ. Ҡытай, Дубай, Италияла эшләнгәндәре тиҙ таралып бөтә. Уларҙы Мәскәүҙәге офистан да барып алабыҙ. Рәсәй тауарҙарының сифаты яҡшыра бара. Санкт-Петербургта тегелгән плащ-пальтолар, ирҙәр костюмдары серияһы бик үтемле», – ти Мәрйәм ханым.

«Ҡыҙҙарым – алтындарым»
Ҡыҙҙарынан уңған Мәрйәм апай. Гөлнара Башҡорт дәүләт медицина университетының фармацевтика факультетын тамамлаған. Розалия юғары белемде юрист һөнәре буйынса алған. Әсәләренең көсөргәнешле эшен күреп үҫкән ҡыҙҙар уны йәлләп ярҙамлаша ла, артабан үҙҙәре лә сауҙаға эҫенеп китә. Гөлнараның өс балаһы бар, Розалияның – икәү. Ейәнсәре Индира, юридик факультет тамамлап, «Башнефт»тә эшләй. Мартин, Ролан, Азат, Булат исемле ейәндәре буй еткерә. Чесноковка биҫтәһендә егерме йыл элек һала башлаған йортон төҙөп бөтөп, ейәнсәр-ейәндәре килгәндә уларға рәхәтләнеп уйнарлыҡ ер булыуына шатлана Мәрйәм ханым.
Ҡатын-ҡыҙҙар союзы Президиумы ағзаһы булараҡ, күп кенә сараларҙың бағыусыһы сифатында та сығыш яһай. Артистар, йырсылар ярҙам һорап килә, уларҙы ла буш итмәҫкә тырыша. Мәрхәмәтлек акцияларында ҡатнаша.
«Һатыу эшендә булғас, бының тауары, аҡсаһы күп, тип уйлайҙар. Был өлкәлә утыҙ йыллап шөғөлләнәм, уның үҙ нескәлектәре бар: кешеләргә эш урындары бирәһең, һатыу нөктәләре асаһың, һалым түләйһең, уның ун ете төрө бар, онлайн касса аппараты, күн әйберҙәргә чиптар ҡуйыу – сауҙаның үҙ ҡанундары һәм талаптары. Бәләкәй бизнес эшҡыуарҙары араһында ныҡ байып, самолеттар алып йәшәгән кешеләрҙе белмәйем. Иң байыған тигәне лә фатир, машина ала. Һәр өлкәнең дә үҙ хәүефе, ҡытыршылыҡтары бар. Көрсөккә терәлеү һәр ваҡыт һағалай. Миллионлап кредит алаһың, ҡайтарып буламы, юҡмы? Сит илгә сығып китәһең, уңаһыңмы, туңаһыңмы? Күптәр аҡсаларын урлатып, юл фажиғәләренә осрап һәләк булды», – ти ул эше хаҡында һөйләп.

Ҡеүәт сере
Һабаҡташтарының, йәштән белгән таныштарының: «Мәрйәм, һин бер ҙә үҙгәрмәнең», – тиеүе, уның, тол ҡалһа ла, ниндәй ауыр йөктө һөйрәп барһа ла, ябай һәм кешелекле булып ҡалыуына ишаралай. Һаулығына иғтибарлығы уны, ете тиҫтәһен уҙған кешене, йәштәрсә ялҡынлы, дәртле һәм сәмле итә.
«Йәшәүгә, эшкә көс тормошто, кешеләрҙе яратыуҙан киләлер, юғиһә, тынғы юҡ, уянғас та көнгә билдәләнгән эштәрҙе барлай башлайһың. Иркенләп йоҡлап ятырға, күңелһеҙләнеп ултырырға ваҡыт юҡ. Хоҙай Тәғәлә бәхетте эштән биргән. Бирелеп, кинәнеп хеҙмәт итәм. Яратмайынса, үҙеңде көсләп йөрөтһәң, уңыш ҡаҙаныуың икеле», – ти Мәрйәм Әхәт ҡыҙы.
«Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк», тигәндәй, кешене матур итеп кейендереп, күңелен күтәреп йәшәй минең героиням. Мәрйәм ҡыҙын 45 йәшендә табып, 100-гә еткән ҡәҙерле әсәһе тап уның тәрбиәһендә ғүмер итеп, уға разый булып китә әхирәткә. Асыҡ күңел менән йәшәргә, ҡыйынлыҡтарға бирешмәҫкә шәхсән өлгө күрһәтә ул ҡыҙына. Алма ағасынан йыраҡ төшмәй, тиҙәр. Мәрйәм апайға ла йөҙгә етеп, халыҡ һүҙенсә, күкрәк көсө менән тапҡан бәхетенән яҙмай, күркәм ғүмер кисереүен теләйек.
Азалия МИРЗАЕВА.




Теги: Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook