Ҡыҙлы йортта ырыҫ бар

Ҡыҙлы йортта ырыҫ бар
«Ҡыҙы барҙың наҙы бар», «Ҡыҙы булмай тороп, ҡатын әсәй булмаҫ», «Өс ҡыҙы булған кеше ожмахҡа инер» – ҡыҙлы йортҡа ниндәй бәхет ишелеүен тойомлатыусы мәҡәл-әйтем байтаҡ. Өфө ҡалаһында тыуып үҫкән Азалия Азат ҡыҙы Заһитова менән ата-әсәһе, туғандары ғына түгел, «бына бит үҙебеҙҙең башҡорт ҡыҙы!» тип барса ғәләм ғорурланырлыҡ. Йәш кенә булыуына ҡарамаҫтан, Азалия заман ҡуйған байтаҡ һынауҙарҙы уңышлы үткән. Былтыр Рәсәйҙең баш ҡалаһы башҡорттары араһындағы гүзәллек бәйгеһендә тап ул «Мәскәү һылыуҡайы-2017» титулына лайыҡ булды. Азалия баһалама ағзаларын матурлығы менән генә түгел, аҡыллылығы һәм тәүфиҡлылығы менән дә арбай. Өфөнөң 3-сө гимназияһын тик «бишле»гә, М. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетының фундаменталь физика һәм химия инженерияһы факультетын ҡыҙыл дипломға, легендар физтехты – Мәскәү физика һәм техника институты магистратураһын шулай уҡ «иң яҡшы» билдәләргә тамамлаған ҡыҙҙың башҡорт, рус һәм инглиз телдәрендә иркен аралашыуы һис тә ғәжәп түгел. Әлеге көндә тырыш ҡыҙ Рәсәй Фәндәр академияһы Ҡаты есем физикаһы институтының аспирантураһында уҡый, яҡлаясаҡ фәнни хеҙмәте буйынса ғилми эштәр алып бара.

Ятып ҡалғансы атып ҡал!
Элегерәк сигеү, нағыш һалыу кеүек ҡул эштәрен үҙ итһә, хәҙер Азалия хәрәкәтсән шөғөлдәрҙе өҫтөн күрә. Остазының: «Маҡсатҡа етеүҙә алдығыҙҙа йылға күрәһегеҙ икән, йөҙөп сығығыҙ, тауҙы урарға, упҡынды осоп үтергә, әгәр ҡанатығыҙ юҡ икән, уларҙы үҫтерергә мөмкин», – тигәне йөрәгенә уйылған.
Бөтә ғәләм алдында донъяла һине иң борсоған мәсьәлә хаҡында сығыш яһарға ҡушһалар, балалар хаҡында һөйләр инем, ти Азалия. Ни өсөн? «Сөнки ер йөҙөндәге кескенә сабыйҙар аслыҡтан, көс ҡулланыуҙан, һуғыштан интегә. Балалар – тормош сәскәләре, киләсәккә һалынған нигеҙ. Шуға ла уларға дөрөҫ тәрбиә биреүгә көс, иң мөһиме, мөхәббәт, ваҡыт йәлләргә ярамай. Бәләкәй генә кеше үҙе менән уйнарға һораһа, мөмкинлегем йә кәйефем юҡлыҡҡа һылтана алмайым. Миңә шәхестең формалашыуын күҙәтеү һәр ваҡыт ҡыҙыҡлы. Сабыйҙарҙы тереклектең бер мөғжизәһе, тип һанайым. Бала сағымда ололарҙың уйыныма ҡатнашыуын, минең өсөн яңылыҡ асыуын хәтеремдә һаҡлайым, был мәлдәр күңелдә мәңгелеккә уйы­лыусан. Шуға ла ололар балаларына күберәк ваҡыт һәм иғтибар, һөйөүен бүлһен ине, тигән теләктә ҡалам. Тормошта иң мөһиме – кешене шәхес итеп үҫтереүсе атай-әсәй мөхәббәте», – ти Азалия.

Атаһы менән әсәһе икеһе лә БДУ-ның береһе – физика, икенсеһе башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеттарында белем алғанда донъяға килеп, студент тормошон ҡарында уҡ татыған бала олатайҙары һәм өләсәйҙәре һөйөүен тойоп үҫә.
«Өфөлә тыуған ейәнсәремә ашҡынып килдем. Әсәһе, йәш кенә булһа ла, баланы матур ҡарай, әммә минең дә хәстәрем бик урынлы ине. Ятаҡта сәңгелдәк элеп, әсәһен, уҡыуыңды ташлама, тип дәрескә ебәрҙем. Ун айы тулғас, баланы беҙгә, Бөрйән районы Байназар ауылына ҡайтарып алдым. Яратып баҡтым уны. Әммә сабыйҙың ата-әсәһен һағынып һарғайыуын күреп, йөрәк өҙөлә ине. Башҡорт телендә әкиәттәр һөйләп, йомаҡтар ҡойоп, үҙебеҙҙең милли йолаларыбыҙға ярашлы тәрбиәләнек Азалияны», – ти өләсәһе, үҙе лә ике ҡыҙ үҫтергән, әсәйҙәре мәрхүмә булып етем ҡалған өс малайҙы аяҡҡа баҫтырған Фәриха Мансур ҡыҙы Малаҡаева.

Журналистика бүлегендә уҡыған тыныс, сабыр Наилә Нурғәлина икенсе курста тыуған сабыйын да үҫтерҙе, диплом да алды. Шул дәүерҙә өлгөр ҡатын үҙен ҡеүәтле ҡәләм эйәһе итеп танытып өлгөрҙө. Уның башҡорт матбуғаты өлкәһендәге ғилми эшен әле булһа студенттар сығанаҡ булараҡ киң ҡуллана.

Бәхет мәл генәме?
Иң бәхетле мәлен һеңлеһе Алтынай тыуыуы тип иҫләй. Һеңлегә тип ауылдан килгән туғандарына төрлө һөнәрҙәрен күрһәтеп йыйылған ике мең һум аҡсаһына тотошлай сабыйға ғына бүләктәр һатып алып, бала тыуҙырыу йортона ҙур сумка тотоп килеп ингән бәләкәй генә ҡыҙыҡайҙың шатлығын күҙ алдына килтерһәгеҙ икән!
Ҡыҙлы йортта ырыҫ бар
Был ваҡытта инде Наилә Ниәтша ҡыҙы «Башҡортостан» гәзитендә төплө, өлгөр, алдынғы ҡарашлы журналист булып танылғайны. Алтынай йәштәрҙең тормошона йәм, ҡот өҫтәне. Бөтә иғтибар татлы балаға йүнәлтелә. Азалия ҡул араһына тиҙ инә. Уның шым ғына өй эштәрен башҡарыуы, уҡыуҙа ла алдынғылыҡты бирмәүе ғәҙәти хәл кеүек ҡабул ителә. Балерина булырға хыяллана ҡыҙ, бер ваҡыт һүрәт төшөрөү менән мауыға, медицина өлкәһен һайлармын тигән теләк морнай. Юғары кластарҙа физика дәресе ингәс, нишләптер ошо төп предмет тип ҡабул итеп уҡый башлай. Әммә бирелгән биш ғәмәлдең берәүһенә өлгөрмәй ҙә ҡуя. Баҡтиһәң, уңыш сабырлыҡта, ныҡышлыҡта икән. «Бишле»ләр, мәктәп, район, ҡала, республика, Рәсәй кимәлендәге олимпиадаларҙа ҡатнашыу һәм еңеүҙәр – ошо тырышлыҡтың һөҙөмтәһе. Ә ниңә тап 3-сө гимназияға илттегеҙ, тигән һорауыма әсәһе ҡыҙының мәктәпте үҙе йөрөп һайлауы хаҡында әйтте. Беренсегә уҡырға төшкәндә гимназияға ҡабул ителеүселәрҙең ҡушып уҡыу, яҙыу ғына түгел, һөйләм тикшерә белеү талабын үтәп барған Азалияны тәүге уҡытыусыһы Наталья Александровна Прокошева «миҙалға тамамларлыҡ ҡеүәте бар был баланың» тип ҡаршы ала. Ҡыҙ мәктәптә алған белемен Берҙәм дәүләт имтихандарынан юғары балдар йыйып, Мәскәү университетын ҡыҙыл диплом менән тамамлап раҫлай.
«Төҫөмә ҡарап, ниндәй милләттән булыуым менән ҡыҙыҡһыналар. Башҡорттар, тыуған республикам тураһында тулы мәғлүмәт бирергә тырышам. Башҡорт балы, ҡурайы хаҡында ғорурланып һөйләйем, – ти Азалия. – Ҡыйын булһа, ҡурҡһам, өләсәйҙе иҫләйем. Фәриха өләсәйем ошо хәлдә бирешмәҫ ине, уға төшкән ауырлыҡ һымаҡ түгел бит, тип үҙемде йыуатам».

Өләсәй-олатай тәрбиәһендә, йылыһында үҫкән балалар ауырлыҡтар алдында ебеп төшмәй, бешерәк, сыҙамыраҡ була. Азалияны гүзәллек бәйгеһендә Алтынбикә өләсәһенең ҡомартҡы һаҡалы еңеүгә алып сыға. Мәрхүмә өләсәһенең ҡырҡ көнөн үткәргәндән һуң, Алтынай Алтынбикәнең дауамы бит, тип быуындан быуынға күскән был ҡәҙерле биҙәүесте тап кинйәкәйгә бирергә ҡарар итә атаһының апайҙары. Бындай ҡомартҡылар тап ошо ваҡытта һандыҡтан сығарыла, ғорурлыҡ менән кешеләргә күрһәтелә. Һылыуҙарға картинаның авторын билдәләргә тигән талап ҡуйылғанда, Азалияға атаһының яҡташы Әхмәт Лотфуллиндың «Өс ҡатын»ы эләгә. Ә был картинаны билдәле рәссам Хәмит ауылында Алтынбикә өләсәһенең бер туған апайы Хәкимә инәйҙәрендә йәшәп яҙған, имеш! Сәнғәт әҫәренең авторын ғына түгел, үҙ тамырҙарына ҡағылышлы тарихын да һөйләп биргәс, тамашасылар «аһ» итә.
Бәйге еңеүсеһе булараҡ Азалияға бүләк ителгән ҡиммәтле ташлы эксклюзив йөҙөк һәм башҡа алтын-көмөш биҙәүестәр әле булһа, ҡағыҙҙары ла алынмай, ҡумтала һаҡлана. Сөнки ғилми лабораторияла биҙәүестәр тағыу уңайлы түгел. Ҡыҙыҡай ҙа үтә ябай кейенеүҙе өҫтөн күрә, биҙәнгестәрҙе лә ҡулланмай тиерлек, матур күлдәктәргә ҡарағанда уңайлы стилде һайлаған.

Мәскәү – Өфө араһы
«Мәскәүҙә уҡыу һәйбәт. Был донъяла иң мөһиме – яҡындарың. Мин уларҙы һирәк күрәм. Йышыраҡ осрашҡанда, улай ҡыйын булмаҫ ине. Әсәйҙе, өләсәйҙе, һеңлемде һағындыра. Минең өсөн яҡындарымдың эргәлә булыуы ҡәҙерле. Тыуған яҡ тиһәләр, Байназарҙы, төн еткәнсе урамда уйнаған, бәпкә йөндәре сыҡҡансы һыу ингән мәлдәрҙе иҫләйем, – ти Азалия. – Баламдың «әсәй» тип өндәшеүен теләр инем. Ғаиләлә ир менән ҡатындың бер-береһен яратып йәшәүе мөһим. Шул ваҡытта балалар ҙа бәхетле була. Тормош иптәше итеп үҙемде һөйгән кешене һайлар инем. Ә яраттырыр өсөн күңел бөтөн, бар яҡтан да килгән, башҡа кешегә генә түгел, үҙеңә лә ҡыҙыҡлы булырға тейешһең. Бының өсөн һәр ваҡыт үҫештә, хәрәкәттә булыу, яңы һөнәрҙәр үҙләштереү шарт. Күп ваҡытты эш, уҡыу алһа ла, буш мәлдәремдә бейергә яратам. Бассейнға йөрөйөм, сноубордҡа баҫтым. Теннис уйнайым. Батутта һикерәм. Был йәһәттән хеҙмәттәштәрем дә сәләмәт тормош, хәрәкәт яҡлы. Ғилми эш менән шөғөлләнгән аспиранттар күп булыуы һөйөндөрә. Ҡул эшен яратам. Теген машинкамды Мәскәүгә алып китергә уйлайым. Әлегә ятаҡта йәшәү бер нисек тә күңелде китмәй.

Ғилми эш менән шөғөлләнгәндәр күптәр өсөн ситтән ҡарағанда анһат ҡына асыштарға ирешә һымаҡтыр. Ысынында һәр асыш берәмтекләп йыйыла, күмәк кешеләр үҙ өлөшөн һала-һала яңы техника, ҡулайлама барлыҡҡа килә. Иң мөһиме – үҙемде көсләп эшкә алып бармайым, көн дә берәй ҡыҙыҡлы нәмә беләм, маҡсатыма яҡынаям, тип ҡыуанып йөрөйөм. Мине шул өлкә арбай. Ҡыйын ваҡыттарҙа: «Мин башҡорт та инде, бирешергә тейеш түгелмен», – тип уйлайым. Ҡатын-ҡыҙға барыбер ҙә үҙен күрһәтмәйенсә тороп, ышана һалмайҙар, эшләй алмаҫ, тип ҡарайҙар. Яуаплылыҡ, тырышлыҡ менән ышаныс яулана. Ғилми етәксем – донъяла танылған ғалим. Беҙ тәжрибә үткәргән өлгөләр сит илдәрҙән ҡайтарыла. Ғалимдар өсөн сит илдәргә стажировкалар ойошторола. Ғалим, ғилми эштәр киләсәкте алға этәреүсе, тормошто уңайлы итеүсе асыштар менән билдәләнә. Космосты үҙләштереү, яңы караптар уйлап табыу барышында билдәле булған серҙәр бөгөн көнкүрештә киң ҡулланыла. Әле килеп тик бөгөн уңайлыҡтар тыуҙырған приборҙар уйлап тапҡан фәнни эштәргә генә гранттар бүленеүе һағайта. Ғилми эштәр кешелек үҫешенән байтаҡҡа алдан барырға тейеш», – был да төплө ҡыҙҙың фекерҙәре.
Азалия эшләгән Тигеҙ булмаған электрон процестар лабораторияһын донъя кимәлендә таныйҙар. «Ике үлсәмле электрон системаларҙа плазмон-поляритон үҙгәрештәр» темаһына ғилми эшен ул яҡлауға сығарыр, уның фәнгә индергән өлөшө кешелеккә быуаттар буйына хеҙмәт итер. Ә әлегә ул Рәсәйҙең төрлө ҡалаларында фәнни конференцияларҙа ҡатнаша, Мәскәүҙәге ғилми лабораторияһына ашҡына. Аҡ халат кейеп, кисә ҡалдырып киткән, төн сыҡҡансы махсус мискәгә түбән температураға ҡуйылған ике үлсәмле өлгөнән билдәләрҙе ашығып ҡағыҙға төшөрә, таблицалар төҙөй, инглизсә мәҡәлә яҙа. Һеңлеһе Алтынайҙы үҫешкә, алға хәрәкәт итергә дәртләндерә. Өфө ҡала хакимиәтенең матбуғат хеҙмәтендә эшләгән әсәһенең теләк-хыялдарын һиҙгер күңеле менән тойоп, алыҫтан булһа ла уға терәк булырға тырыша. Ауырлыҡтарға бирешмәҫ, сыҙамлы, тормошто яратҡан өләсәһен уйлап, йылмайып ҡуя. Ошо йылмайыуҙан, гүйә, тормош та яҡтыраҡ, нурлыраҡ. Ҡыҙ баланың күңеле – быяла, һаҡһыҙ тейһәң, ыуала. Ая, тормош, ошо ҡыҙ баланы! Маҡсаттарына ирештер! Илебеҙҙең дә ырыҫы, ҡеүәте сафлыҡ, нәзәкәтлек, илаһилыҡ бөрккән, иңдәренә яуаплылыҡ алған ошо ҡыҙҙарыбыҙҙа бит.
Гөлназ ҠОТОЕВА.




Теги: Ҡыҙы барҙың наҙы бар




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook