Донъя тотҡаһы

Донъя тотҡаһыЗатлы ҡатын, даланлы ҡатын, тип һоҡланып ҡарайҙар Әбйәлил районы Әбйәлил ауылында ғүмер итеүсе Рәйлә Вәлит ҡыҙы Ниғәмәтйәноваға. Ә был дәрәжәгә етер өсөн күпме юл, һынауҙар, ҡаршылыҡтар үтергә тура килеүен ул үҙе генә белә. Тыумыштан бирелгән илаһи көс, ҡот ярҙамында ауырлыҡтарҙы барыбер ҙә еңеп сығып, бөтә матурлығында балҡый, күңеле талабы буйынса йәшәргә ынтыла Рәйлә ханым.
Районда аяғында ныҡ баҫып торған фермер Хәлфәт Ниғәмәтйәновтың уң ҡулы, тоғро тормош юлдашы, улы һәм ҡыҙҙары өсөн өҙөлөп торған ғәзиз әсәй, ейән-ейәнсәрҙәре өсөн йән йылыһын йәлләмәүсе өләсәй булыуҙан тыш, Рәйлә Вәлит ҡыҙы – республикабыҙ сәнғәтенә үҙенсәлекле, онотолмаҫ бейеүҙәр бүләк иткән ҡайнар йөрәкле шәхес. Ҡыҙы Хәлиҙә һәм ейәнсәре Карина менән «Байыҡ» телевизион бәйгеһендә «Өс быуын» триоһын башҡарып, Гран-приға лайыҡ булыуҙары, үҙенең «Донъя тотҡаһы», «Ҡып итеп кенә торам» бейеүҙәре менән бөтә республикаға танылыу яулауы шуны иҫбатлай. Кем ул? Ҡайҙан ул? Кемдең иркә генә хәләл ефете, тип ҡыҙыҡһыныусылар ҙа күп булды «Байыҡ»тан һуң.


Тамырҙарҙан һут алып
Магнитогорск ҡалаһында тыуған ҡыҙыҡайҙың атаһы Вәлит бар эшкә лә маһир. Металлургия комбинатында электрик булып эшләгән уҙаман, балалар ишәйгәс, хәләл ефете Зәйтүнә менән ата-бабалары ғүмер иткән Ҡужан ауылына ҡайтып төпләнә. Ғүмер буйына һарыҡсылыҡта эшләй. Ут булмаһа, донъя туҡтай. Уны бар итеү, донъяны балҡытыу өсөн бағана башына менеп китһенме, Вәлит тотонһа, барыһы ла тәртиптә. Һунарсылыҡ менән шөғөлләнгән, балыҡ тотҡан, бысаҡ, салғылар эшләгән алтын ҡуллы атай кеше скрипкала ла һыҙҙыра, мандолинала ла уйнай. Ул – Нәҡиә һәм ошо төбәктә колхоз төҙөп, тәүге рәйесе булған Исрафил Һибәтуллиндарҙың тәүге балаһы. Сания, Фәрит, Сара тыуғас, ғаилә башлығы кулак тип ҡулға алына һәм байтаҡ ғүмерен ситтә уҙғара. Әммә иманын юлдаш итә. Тирә-яҡта көслө мулла тигән даны сыға.

Хәйер, 1898 йылда тыуған Исрафилдың күңел дәфтәренә – көндәлектәренә күҙ һалыу ҙа етә. Ниндәй халыҡ дошманы булһын ти ул? Олатаһы Шафиҡ 96 йәшендә вафат була. Атаһы Һибәтулла 1921 йылда 63 йәшендә яҡты донъя менән хушлаша. Унан Лоҡман-Хәким, Исмәғил, Исрафил, Әбделбарый, Хәтирә, Нәғимә, Нәбирә, Асия, Сәрбиямал – бөтәһе туғыҙ бала тыуа. Ғаилә урта хәлленән түбән һанала. Атаһы йәш ваҡытында үҙ аты менән Ырымбурҙа драгон (эскадрон) хеҙмәтендә йөрөп ҡайта. Күҙе зәғифләнә, шуға уны ауылда Һуҡыр Һибәт тип йөрөтәләр.

Олатайҙың яҙмалары буйынса, Һибәтулланың 1974 йылда дүрт балаһы иҫән: Асия, Сәрбиямал, Әбделбарый, Исрафил.
«Мин, Исрафил, Хоҙайбирҙе ауылы халҡының һарыҡ-кәзәләрен көтәм. Эш хаҡы яҙҙан көҙгә хәтле, мал башына 15 тин. 1927 йылдың көҙөндә беҙҙең ауыл ярлылары бер булып Ҡужанда артель төҙөнөк, уға «Нур» тип исем ҡуштыҡ. Башта етәү булһа, 1928 йылда 17 хужалыҡты берләштерә ине. Илдә коллективлаштырыу башланды, ләкин беҙҙә, артель булғас, колхоз төҙөү еңелләште. Аҡташҡа утын әҙерләргә барҙым. Ауылда яңы әлеп. Латин хәрефе менән яҙа башланым, уға хәтлем уҡый ҙа, яҙа ла белмәй инем. Ошо йылдан Совет ағзаһы һәм ауылда ярлылар төркөмөнөң юлбашсыһы булып киттем. 1930 йылдың йәйендә бригадир итеп ҡуйҙылар. Уҡыу-яҙыуға байтаҡ төшөнгәс, йыл аҙағында мине, райондан вәкил килеп, Таштимер ауыл Советы рәйесе итеп тәғәйенләне.

Өс йыл эшләгәс, Өфөгә йыллыҡ курсҡа ебәрҙеләр. 1935 йыл башында уҡыуҙы тамамлап ҡайтҡас, район «Һаҡлыҡ банкыһы»на етәксе итеп күсерҙеләр. 1936 йыл аҙағында «Алға» колхозына ҡайтып, колхоз рәйесе урынбаҫары булып эшләй башланым. 1937 йылдың декабрендә НКВД кешеләре мине ҡулға алды. Хәл юҡ. Кулак агенттары минән үс ала. Контрреволюционер, бик ҙур хәлле кулак тип ялған документ төҙөлгән. Ҡайҙа ғына ебәрмәһендәр, хур түгел, совет һәм партия юлындамын.

Фашистар һөжүм башлаған көндән үк мине хәрби эшкә күсерҙеләр. Һуғыш бөттө, мин хеҙмәттә. Нимәләр эшләгән – сер. Ял, йоҡо әҙ, ашау һәм кейем хәрбисә булды. 1947 йыл илгә ҡайттым. Бер йыл ярым үтеүгә мине тағы ситкә ебәрҙеләр. Себергә барғас, колхозға юлланылар. Унда биш йыл эшләнем. Әгәр Берия тотолмағанда, оҙаҡҡа ла һуҙылыр ине. Туған колхозыма, «Заветы Ильича»ға, күп йылдар тоғро хеҙмәт иттем. 67 йәшемә хәтле ҡулдан эш төшмәне.

Балта оҫтаһы, столяр, бондарь (ағастан мискәләр яһаусы) ҙа булдым һәм транспортҡа кәрәк-яраҡ эшләнем. Дәүләт хәүефһеҙлеге, Башҡорт АССР-ы Юғары Советы һәм Башпрокуратура тикшереп, ғәйепһеҙ булыуымды асыҡланы һәм, аҡланыуымды күрһәтеп, документ бирҙе.
Хәҙер инде ҡартайҙым, ләкин үҙемдең дөрөҫлөгөмдө иҫбатлап, партия, совет юлынан барам.
Дүрт төрлө миҙалым бар. 16-сы йыл пенсия алам, ләкин ул бик әҙ, 21 һум ғына. Трудодень һәр йыл 350-нән 600-гә хәтле арттырып үтәлгән. Колхозда эш көндәре бик арзан, 11 тин, бик яҡшы йылдарҙа 40 тин булған.
Мин, Исрафил Һибәтуллин, ошо 1974 йылда 76 йәшемде тултырам. Әле күпме йәшәп булыр – билдәһеҙ, һаулыҡ самалы инде», – тип көндәлектәренә яҙып ҡалдырған ул.

Сос, зирәк Рәйләне һөргөндән иҫән йөрөп ҡайтҡан Исрафил олатаһы менән Нәҡиә өләсәһе үҙҙәренә алып ҡарарға ҡыҙыға, әммә әсәһе бирмәй. Ейәнсәр уларға иркәләнеп урталарына төшөп ятыуын айырыуса бер йылылыҡ менән хәтерләй. Әкиәт-хикәйәләр яҙған, тәбиғәттәге үҙгәрештәрҙе, ауылдағы, илдәге хәлдәрҙе теркәп барған бай рухлы олатай менән аралашыу үҙе бер ғүмер булғандыр инде. Тирә-яҡта көслө мулла булып танылған Исрафил ейәнсәрен бик хәтәр ауырыуҙан йолоп алып ҡала. Ул ваҡытта таралған йоғошло сир Рәйләне аяҡтан йыға. Ҡалтырап, температураһы күтәрелгән ҡыҙыҡайҙы Мулдаҡ күле ярына тәрән итеп соҡор ҡаҙып, эсенә усаҡ яғып ҡыҙҙырғандан һуң, батҡаҡ ташып һалып, күмелеп ятырға ҡушалар. Олатай доғалар уҡый. Батҡаҡлы соҡорҙа тотоуҙы бер нисә тапҡыр ҡабатлағас, ҡыҙыҡайға йән инә. Олатайҙың таң менән тороп ауыл халҡы өсөн мәке уйыуын, ул ҡалдырған «Исрафил ҡоҙоғо»н әле булһа халыҡ онотмай.

Бер-бер артлы донъяға килгән Рәил, Рәйсә, Рәмилә исемле туғандарын ҡарап, сәңгелдәктән төшкәс тә самауыр ҡайнатып, икмәк һалып буй еткергән ҡыҙ нисек итеп ата-әсәһенә бәләһен һала алһын? Үҙ яҙмышын үҙенә ҡорорға, юлды үҙенә ярырға тура килә уға.

Исеме – есеменә
Рәйлә – төҙөүсе, нигеҙ һалыусы тигәнде аңлата. Үҙ ғүмерендә шуғалыр ҙа әллә нисәмә йорт һалырға йә күтәрергә булышлыҡ итергә насип була уға. Ерҙән атлап түгел, осоп йөрөгән, шиғырҙар яҙған ҡыҙыҡай үҙен киләсәктә бейеүсе итеп күрә, шуға ла Стәрлетамаҡ мәҙәни-ағартыу училищеһына уҡырға инергә хыяллана. Ғаиләлә –дүрт бала, әммә бишәү түгел, Рәйлә льготалылар рәтенә эләкмәй, районға бер тигән электрик атаһының эш хаҡы ла ундай ташламанан файҙаланырға хоҡуҡ бирмәй. Ата-әсәһенә өндәшмәй, үҙ йүнен үҙе күрергә булған ҡыҙыҡай «ашатып-эсереп, йоҡлатҡан» Стәрлетамаҡтағы 3-сө ҡала профтехучилищеһына уҡырға инә. Бер йыл йәшәткәс, уның ятағынан да сығаралар. Ҡунаҡханала ҡунып йөрөй. Аҙаҡ фатирға инә. Һөнәр алғас, Бәләбәй ҡалаһына эшкә ебәрелә. Рәйлә көндөҙ төҙөлөштә бил бөгә, кис район мәҙәниәт һарайына, «Төҙөлөш» клубына бейергә, бейеүҙәр һалырға йүгерә. Шунда юлдары киҫешә ғүмерлек тормош иптәше Хәлфәт Тимербай улы менән. Бергә парлы бейеүҙәр башҡаралар. Милли көрәш буйынса Бәләбәй ҡалаһы, Башҡортостан чемпионы исемдәрен яулаған, механиклыҡҡа уҡыған бәһлеүән егет тәүҙән үк үҙен бик булдыҡлы итеп күрһәтә: вагон бушатып, буласаҡ кәләшенә ебәктән эске күлдәк бүләк итә. Киң булыуын әйткәс, йөклө ваҡытта кейерһең, тип йылмая. Кәләше, балаларының әсәһе буласағын алдан самалап ҡуйған, тимәк. Хәлфәт ике йыл хеҙмәтен тултырып ҡайта. Йәштәр ике яҡтың ата-әсәһенән фатиха алып, никах уҡытып, гөрләтеп туй яһап, Асҡында төпләнә. Улдары Рөстәм шунда тыуа. Рәйләгә мәҙәниәт йортонда методист урыны табыла, Хәлфәт механик булып эш башлай. Нисек кенә булмаһын, ғаилә башлығы ҡатынының ят яҡты өнәп етмәгәнен һиҙеп йөрөй. 1977 йылдың көҙөндә Әбйәлилгә күсенеп, икеһе лә 93-cө һөнәрселек училищеһына эшкә алына. Рәйлә Хәлиҙәһенә йөклө. Тәҙрәһеҙ-ишекһеҙ үтәнән-үтә ел өрөп торған өйҙө йүнәтеп сығалар. Аҙаҡ бушаған бүлмәгә күсенәләр. Йүнсел хужа ағас һорап ингәс, етәксе ҡыуанып китә. Бер йыл эсендә өй күтәрәләр. Хәлфәт – мастер, милли көрәш секцияһын алып бара, Рәйлә – училищеның художество етәксеһе, Таштимер мәктәбе уҡыусыларын мәҙәниәткә ылыҡтыра, бейеү түңәрәген етәкләй. Бейеүҙәр һала, концерттарға сценарийҙар төҙөй. Элекке гараждан клуб төҙөтә. Дискотекаларҙан йыйылған аҡсаға синтезатор, музыка ҡоралдары һатып ала. Ансамблдә шөғөлләнгән балаларға күлдәкте үҙе тапҡан туҡыманан тегеп, йыуып, үтекләп, сумаҙандарға тултырып, концерттарға алып йөрөтә. Баш ҡалала үткәрелгән бәйгелә ун биш союздаш республика бейеүҙәрен башҡарғас, бөтә зал аяғүрә баҫып алҡышлай. Ун биш йыл ғүмер шулай һиҙелмәй ҙә үтеп китә, үҙгәртеп ҡороу елдәре иҫкәс, үҙгәрергә, яраҡлашырға заман үҙе этәргес бирә.

Уңыш бетеүе
Уҙған быуаттың 92-се йылдарында ғаилә башлығы фермерлыҡ менән шөғөлләнергә ҡарар итә. Өсөнсө балалары Ританан һуң Рәйлә хөкүмәт эшенә сыҡмай, көнө-төнө эшселәрҙе ашатып, усаҡ-ҡаҙан, ҡош-ҡорт, мал-тыуар тирәһендә ҡайнай. «Фермер ҡатынының эше аш-һыу яраштырыуға ғына ҡайтып ҡалмай. Рәйлә – беҙҙең уңыш бетеүе ул. Өйҙәге кәйеф-торош, эшселәр менән яғымлы мөнәсәбәт уның менән бәйле. Башта ун ете фермер хужалығы иҫәпләнһә, хәҙер беҙ генә тороп ҡалдыҡ. Уңышты мул алабыҙ. Был ҡаҙаныштарҙың барыһында ла Рәйләнең өлөшө ҙур», – ти Хәлфәт Тимербай улы. 700 гектар ергә орлоғон сәсеп, уңышын йыйып алыу күпме тырышлыҡ, көс талап ителеүен фермер ғаиләһе үҙ елкәһендә татып беләлер. Бер ҡараштан аңлап торған ҡатыны булғанда хужа үҙен терәкле, ҡанатлы тоя. Крәҫтиән хужалығына ҡуртымға бирелгән майҙан эсендә элек Исрафил ҡарт биләгән ерҙәр булыуы үҙе бер мәғәнәгә эйә. Юл эшләйбеҙ тип тотош тауҙарҙың юҡ ителеүе емергес һөҙөмтәгә этәрә, ағастарҙың ҡырҡылыуы күлдәрҙә балыҡтар юғалыуына килтерә, уның эргәһендәге ауылды һыу баҫып ыҙалата. Күп эштәрҙең төптән уйланылмай башҡарылыуы насар, тәбиғәткә зыян итә. Фермер ғаиләһе тирә-яҡ мөхиткә һаҡсыл ҡарашта. Кешеләрҙең битарафлығы, ниндәй мөмкинлектәр булып та, ауылдарҙа халыҡтың ҡош-ҡорт, мал көтөүҙән ситләшеүе, вайымһыҙға әйләнә барыуы хафаландыра уларҙы.

Балалар өсөн
Улдары Рөстәм атаһының төп ярҙамсыһына әйләнгән. Кәләше Анна менән матур йорт төҙөп сығып, ошо ауылда төпләнгән. Артур һәм Арина исемле ейән-ейәнсәр бүләк иткәндәр. Үҙәк район дауаханаһының паллиатив ярҙам бүлексәһен, йәғни хосписты етәкләүсе уртансы ҡыҙҙары табип Хәлиҙә Ғәйфуллинаны республикала белмәгәндәр һирәктер. Тормош иптәше Илшат менән улар Рамаҙан һәм Карина исемле балалар үҫтерә. Тарихсы һәм юрист һөнәрен һайлаған кинйә ҡыҙҙары Рита Арыҫлан атлы егет менән сәстәрен сәскә бәйләп, матур уй-хыялдар менән йәшәйҙәр.
Ҡырҡ йылдан ашыу татыу ғүмер иткән Хәлфәт Тимербай улы менән Рәйлә Вәлит ҡыҙының бар ынтылыштары – балаларының, ейән-ейәнсәрҙәренең бәхетен күреп, хеҙмәттән йәм табып йәшәү.

Егерме биш йыл буйына сәхнәләге осошто һағынған Рәйлә ханым, ниһайәт, үҙен рухи иректә тип хис итә. Һуңғы йылдарҙа ғына бөтмәҫ-төкәнмәҫ хужалыҡ эштәренән йырылып сығып, Әбйәлил районының «Миләш» фольклор ансамбленә ҡушылған. Фестивалдәрҙә, баш ҡалала үткән сараларҙа уны уттай янып торған мәрйенле түшелдеректәр, һаҡалдар таҡҡан, ҡашмауҙар кейгән матур апайҙар рәтендә осратырға мөмкин. Балетмейстер Рәйес Низаметдинов һалған «Донъя тотҡаһы», «Ҡып итеп кенә торам» тигән ике бейеүендә лә үҙенең тормошон, булмышын башҡара. Сәхнәлә лә ул аҫыл ҡатын булараҡ асыла, хәләленә һөйөү тулы наҙлы мөнәсәбәте бөркөлөп тора. «Малды иренмәй көтһәң, тормошоңа ҡот бирә», «Ең һыҙғанып донъя көтһәң, өҫтәл тулы һый булыр, зат-ырыуың бай булыр, ауыҙың тулы май булыр!», «Ирем егәрле булғас, балда-майҙа йөҙәмен. Бер аҙ ғына мыжығыраҡ, уныһына түҙәмен!» – тип шаярыулы-ысынлы әйткән таҡмағында ла уның рухи көсө ярылып ята, күңелен осошло иткән илаһи уты яндырып-көйҙөрөп ала. Бейеүҙә – уның күңел йыуанысы, тән дауаһы, йән тыныслығы.
Гөлназ ҠОТОЕВА.
Александр ДАНИЛОВ һәм ғаилә архивы фотолары.
Әбйәлил районы.




Теги: Ғаилә Ҡатын-ҡыҙ




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook