«Йасин» сүрәһенең хикмәттәре

*«Йасин» сүрәһе Мәккәлә ингән, 83 аяттан тора. Мөхәммәт ғәләйһиссәләм был сүрәне Ҡөрьәндең йөрәге тип атаған.

*Хәҙрәти Әнәс былай тигән: «Рәсүлүллаһ саллалаһу ғәләйһис-сәләм әйтте: «Кем дә булһа «Йасин»ды уҡыһа, Аллаһы Тәғәлә ул бәндәгә нәҡ ун мәртәбә Ҡөрьән уҡып сыҡҡан ҡәҙәре сауап яҙасаҡ». Был хәҙис-шәриф «Йасин» сүрәһенең бөйөклөгөнә, олуғ дәрәжәһенә асыҡ дәлилдер.

*Әбү Һүрайранан хәҙис: «Пәйғәмбәребеҙ былай тип әйткән: «Кем дә булһа төндә «Йасин» сүрәһен Аллаһ ризалығына ирешәм тип уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәне шул төндә ғәфү итәлер».

*Хәҙрәти Ғәли радыйаллаһу-ғәнһүнән хәҙис: «Рәсүлүллаһ саллалаһу ғәләйһис-сәләм әйткән: «Кем булһа ла «Йасин» уҡығанды тыңлаһа, Аллаһ юлында егерме алтын аҡса таратҡан шикелле; кем уны уҡыһа, егерме хәжәткә ирешкән шикелле булыр; кем уны тәрилкәгә зәғферән менән яҙып, шуны сайҡап һыуын эсһә, уның аш ҡаҙанына мең дауа, мең хаҡлыҡ, мең нур, мең бәрәкәт, мең мәрхәмәт һәм ризыҡ инер, һәр ауырыу һәм яуызлыҡ сығып китер».

*Төн уртаһында «Йасин»ды уҡыған кеше мораҙына ирешер (хәҙис-шәрифтән). Бәлки, шуға күрә рәсүлебеҙ: «Өммәтем кешеләренең һәр береһенең йөрәгендә «Йасин» булыуын ни ҡәҙәр мин теләр инем», – тигән.

*Хәҙрәти Әбү Ҡалләбә радыйаллаһу-ғәнһү әйткәнсә, «Йасин» сүрәһен уҡыған кеше мәғрифәткә ирешер; әгәр ризығы аҙ булып, бар кешегә лә етмәҫлегенән ҡурҡҡан бәндә сүрәне ризығы янында уҡыһа, ул ризыҡ бөтөн кешегә лә етер. Йөклө ҡатын янында «Йасин» уҡылһа, балаһын еңел табыр.

*Кем дә булһа йөрәген ҡырыҫ тип һанаһа, «Йасин» сүрәһен тәрилкәгә зәғферән менән яҙып, шуны сайҡап һыуын эсһен.

*Әгәр берәй мәйет янында «Йасин» уҡылһа, ул мәйеттең халәте еңеләйер.

*Хәҙрәти Әбү Бәкер әс-Сиддыҡ тапшырғанса, рәсүлебеҙ әйткән: «Кем дә булһа йома һайын ата-инәһенә барып, улар янында «Йасин» уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә ул бәндәгә сүрәнең һәр хәрефе һайын истиғфарҙарын ебәреп торор».

*Күҙ һәм ашҡаҙан ауырыуҙарынан зарланыусы кеше ауыртҡан еренә ҡулын ҡуйып, сүрәнең беренсе 5 аятын уҡып торһон. Ин шә Аллаһ, шифаһын табыр.

*«Йасин»ды бер юлы 3, 5, 7, 40 мәртәбә уҡыу ғөрөф-ғәҙәте бар.

*«Ҡәҙер», «Бәрәғәт», «Мәүлит» кистәрендә иртәнге ваҡытҡа табан камил тәһәрәт алып, Ҡиблаға йүнәлеп, 41 мәртәбә «Йасин»ды уҡып, Аллаһҡа хәжәтеңде асһаң, мораҙыңа ирешәһең.

*«Йасин» сүрәһе – Раббыбыҙҙың бер хазинаһылыр. Уны 7, 21, 41 мәртәбә уҡыған кеше вәсвәсә, шикләнеү-шөбһәләнеүҙән ҡотолор. Аллаһ Тәғәлә уға донъя-әхирәт бәхеттәрен насип итер. Мохтаж кеше хужа-түрәләр янына был сүрәне 7, 21, йәки 41 мәртәбә уҡып инһә, хәжәте үтәлер.

*Һәр кисте «Йасин» сүрәһен уҡыусы кеше Ҡөрьәнде бер юлы ете мәртәбә уҡып сыҡҡан шикелле әжер сауаптарға эйә булыр һәм, әлбиттә, шаһит булараҡ баҡыйлыҡҡа күсер.

*Әбү Һүрайра тапшырған: «Ҡәберстанға инеп, кем дә булһа «Йасин» сүрәһен уҡыһа, шул көндән ҡәберҙә булыусыларҙың ғазабы еңеләйер, уҡыусыға иһә «Йасин»дағы хәрефтәр һанынса сауап бирелер».

*Үлем хәлендә ятыусы кеше янында «Йасин» уҡығыҙ, сөнки Аллаһ Тәғәлә «Йасин»дың уҡылған һәр хәрефе һайын унар фәрештә индерер. «Йасин» сүрәһендә өс мең хәреф барҙыр. Был фәрештәләр саф-саф теҙелеп, әжәле яҡынлашҡан кеше өсөн доғаистиғфар ҡылырҙар».

*Рәсүл ғәләйһис-сәләм: «И, Ғәли! «Йасин» сүрәһен дауамлы хәлдә уҡып тор! Хаҡлыҡта, унда егерме төрлө бәрәкәт бар! Уны ас кеше уҡыһа – туйыр, һыуһаған кеше уҡыһа – һыуһыны баҫылыр, яланғас кеше уҡыһа – кейенә алыр, өйләнмәгән уҡыһа – өйләнер, ҡурҡҡан кеше ҡурҡыуынан ҡотолор, ауырыу – шифа табыр, зиндандағы кеше иреккә сығыр, мосафир уҡыһа – сәфәрендә ярҙамға ирешер; юғалған әйбер табылыр; хәсрәтле кеше уҡыһа – хәсрәтенән арыныр...» – тигән. Һис шикһеҙ, ышанып, шик тотмайынса ғына уҡыған кеше ниәтенә ҡарата мораҙына ирешер.

*Пәйғәмбәребеҙ әйткән: «Йома кистәрендә «Йасин» сүрәһен уҡыусы кеше иртәнге сәғәттәргә ҡәҙәр илаһи ярлыҡауға ирешкән хәлдә ҡалыр».

*Йома кистәрендә ике рәҡәғәт намаҙ уҡып, беренсе рәҡәғәтендә «Әлхәм»дән һуң «Йасин», икенсеһендә «Әлхәм»дән һуң «Тәбәрәк» сүрәләрен уҡыусы кешегә уҡығанының һәр хәрефе һайын меңәр нур бирелер. Ул нур Ҡиәмәт көнөнә ҡәҙәр балҡыр. Ғәмәл дәфтәрҙәренә яҙылыр. Йәһәннәмдән ҡотолоуға сәбәптәрҙән булыр. Үҙенең ғаилә әһелдәре араһындағы гонаһлыларының етмешенә шәфәғәтсе булыр.

*Әбү Бәкер: «Пәйғәмбәр ғәләйһис-сәләм: «Кем дә кем «Йасин» сүрәһен «Иҙ жәъәһәл-мүрсәлүн» аятына ҡәҙәр уҡып доға ҡылһа, теләгән доғаһы ҡабул булыр!» – тип әйтте», – тигән.

*Рәттән 41 мәртәбә «Йасин» уҡылһа, Аллаһы Тәғәлә һораусыны теләктәренә еңеллек менән ирештерер.

*Таң алдынан тәһәрәтле хәлдә, тулы иман менән Ҡиблаға йүнәлеп, 1479 мәртәбә «Йасин» сүрәһенең 58-се аятын уҡып теләгән кеше Аллаһы Тәғәлә рәхмәте менән мораҙына ирешер.

*«Йасин» сүрәһен бер юлы 70 мәр- тәбә уҡыусының ҡаршында хәйерле ҡапҡалар асылыр.

*«Йасин» сүрәһен уҡыусы кеше, йә иһә кемгә төшөндә «Йасин» сүрәһен уҡыһалар, йә иһә үҙе уҡыһа, Аллаһ Тәғәлә Ҡиәмәт көнөндә уны Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм һәм уның әһле-бәйт араһында итер, күп төрлө ниғмәттәргә ирешер, Ҡөрьән аяттары һанынан 12 мәртәбә артығыраҡ әжер бирелер, ти.
(«Һәфтиәк шәриф тәфсире» китабынан тәржемәләнде.)
Фәнирә ҒАЙСИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook