Мосолман әҙәбе

Исламдың нигеҙендә тәү сиратта әҙәп, әхлаҡ, тәртип ята. Әҙәп – ярты иман, тигән боронғолар. Мөьмин ғаиләһендә лә, халыҡ араһында ла үҙен тыйнаҡ тоторға тейеш һәм кешеләр менән мөнәсәбәттә ғәҙел булыуы мотлаҡ. Сөнки алдаҡсыға исламда урын юҡ. Алдашыу, ике йөҙлөлөк – иң ҙур гонаһ. Әгәр кеше яңылыш гонаһ ҡыла икән, тиҙерәк тәүбәгә килеп, үкенеп, ике рәҡәғәт «Тәүбә намаҙы»н уҡып, башҡа улай йәмһеҙ ҡыланмаҫҡа һүҙ бирә. Әҙәм балаһы тәүбә итмәһә, йөрәгендә ҡара тап барлыҡҡа килеп, тут һымаҡ йөрәген ялмап ала. Шунан кеше ҡаты бәғерлегә әйләнә, халыҡта ундайҙарҙы «таш йөрәк» тиҙәр. Йөрәктәребеҙ, күңелдәребеҙ бысранмаһын өсөн, һәр ваҡыт намаҙ уҡып, ураҙа тотоп, тәүбә итеп, көн дә Аллаһ биргәненә шөкөр әйтеп, зекер ҡылып йәшәргә тейешбеҙ. Аллаһ Үҙенең рәхимле, миһырбанлы, рәхмәтле булыу кеүек гүзәл сифаттарын мосолман йөрәгенә һалған. Шуға күрә кеше ни тиклем ябай, йомшаҡ, алсаҡ күңелле, әҙәпле икән, тимәк, ул шул тиклем Аллаһтың мәрхәмәтлелегенә өлгәшә.

Насар холоҡло әҙәмдәрҙе Аллаһ тәүбә өсөн яратҡан. Беҙ, уларға ҡарап, тәүбә итергә һәм Раббыбыҙ беҙҙе улай ҡылмағанына шөкөр итергә тейеш. Ул үҙенең холҡон камиллаштырыу өҫтөндә эшләргә, яңы маҡсаттар менән йәшәргә бурыслы.
Совет заманында, дини китаптар булмау сәбәпле, динебеҙҙе белмәй йәшәнек. Әммә хәҙер, ислам буйынса әҙәбиәт тулып ятҡанда, белә тороп та гонаһ ҡылыу – харам. Ҡәберҙә лә, Ҡиәмәт көнөндә лә һорау алғанда, барлыҡ ҡылған ғәмәлдәребеҙ өсөн яуап бирәсәкбеҙ бит.
Күптәр үҙен тәртипһеҙ тота, халыҡ араһында ҡысҡырып һөйләшә, әрләшә, һүгенә, ғәйбәт һата, кеше хаҡына керә, рәнйетә… Ә тыйнаҡ, әҙәпле булыу, был хаҡта уйланыу – гонаһтарҙан һаҡланыу ысулы ул…
Ниндәй ғәмәлдәр гонаһ һаналғанын барыбыҙ ҙа белә. Мәҫәлән, иң киң таралғаны – зина. Никахһыҙ ир менән ҡатынға енси мөнәсәбәткә инеү тыйыла. Ҡайһы бер ҡатындар үҙ ирҙәренән мосолманға фарыз буйынса айырылмай, иртән китә лә, кис икенсе иргә күсеп, уныһы менән никахһыҙ йәшәй башлай. Имеш, «айырылды», «яңынан тормош ҡорҙо». Былай йәшәү – зина, ә ундай «ғаилә»лә тыуған бала зинанан, никахһыҙ тыуған тип иҫәпләнә.
Ғаилә тарҡалған саҡта ир кеше өс тапҡыр «талаҡ» әйтә. Айырылғандан һуң ҡатындың дүрт ай кейәүгә сығырға хаҡы юҡ. Был – уның иренән йөклө киткәнме-юҡмы икәнен белеү өсөн ҡуйылған ваҡыт.
Тағы бер гонаһ – ул динһеҙ, мәжүси әҙәмдәрҙең ғәмәлдәрен үрнәк итеп алыу. Кем башҡа милләт кешеһенә оҡшарға теләй, ул шуларҙың береһенә әйләнә, тиелгән дини китаптарҙа.
Мосолмандарға үрнәк булһын өсөн Ҡөрьән, хәҙистәр бирелгән. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһиссәләм тормошо ла яҡшы өлгө беҙҙең өсөн. Гүзәл заттарға үрнәк булып пәйғәмбәрҙәрҙең, сәхәбәләрҙең ҡатындары тора.
Мөьминдәр дуҫты уның иманына, әҙәп-әхлағына ҡарап һайлай. Насар йоғонто яһап, кешене иманынан, диненән яҙҙырырҙай бәндә менән яҡынаймаҫҡа тырыша. Ҡиәмәт көнөндә ҡубарылғанда ла, беҙ кем менән был донъяла дуҫ булғанбыҙ, шулар менән бергә ҡубарыласаҡбыҙ.
Мосолман кешеһенә, иманы ныҡ булһын өсөн, өс көндән дә артыҡ йәмғиәттән айырылып тороу ярамай. Йәмғиәт кешегә ныҡ йоғонто яһай, иманын көсәйтә. Шуға ла мосолмандар өсөн салих-инсандар, дин әһелдәре, ғалимдар менән аралашып йәшәү хуплана. Шулай уҡ беҙгә тыуғандан алып үлгәнсегә хәтлем ғилем алыу лазым. Шунда ғына күңел таҙа, саф һаҡлана, иман нығына.

Фәнирә ҒАЙСИНА.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook