Зәйнәб исемле ике анабыҙ

Зәйнәб исемле  ике анабыҙ
Бисмил-ләһир-рахмәнир-рахим. Рәсүлебеҙҙең ике ҡатынының исеме Зәйнәб булған. Береһе – Зәйнәб бинт Хөзәймә, икенсеһе – Зәйнәб бинт Джахш радыйаллаһу ғәнһүләр. Уларға ла илсебеҙҙең хәләл ефеттәре һәм мосолман әсәләре булыу бәхете яҙа. Был мөслимәләрҙең исеме генә түгел, ихлас, ярҙамсыл, изгелекле йәндәрҙең күңел тороштары ла бер-береһенә оҡшаш була.

Зәйнәб бинт Хөзәймә ислам динен ҡабул иткәнгә тиклем үк ярлы-ябағаны, хәйерселәрҙе ҡараған, ашатҡан. Үҙе мохтаждарҙы эҙләгән һәм уларға ихлас ярҙам ҡулы һуҙған, хәйриәлек иткән. Шуға ла ул «мохтаждарҙың әсәһе» тигән танылыу ала. Уның ырыуы ғәрәп илендә иң ҡеүәтле нәҫелдәрҙең береһе һанала. Зәйнәб бинт Хөзәймә, ырыуына тәьҫире көслө булғанлыҡтан, халҡының ислам юлына баҫыуында ҙур роль уйнай. Тәүге ире Туфайл ибн Харистан айырылып, Убайд ибн Харисҡа кейәүгә сыға һәм, ул Бәҙәр һуғышында шәһит булғас, тол ҡала.

Һижрәнең өсөнсө йылында рәсүл Зәйнәбтең ырыуын дингә саҡырыу өсөн бер төркөм кеше ебәрә, әммә улар ҡамауға эләгеп үлтерелә. Ошо хәлдән һуң мосолмандарҙың ул ҡәбилә менән мөнәсәбәте боҙола. Әммә пәйғәмбәребеҙ һис дошманлашырға теләмәй һәм, Зәйнәб бинт Хөзәймәне яусылап, был ырыу менән араларҙы нығытып ҡуйырға теләй. Зәйнәбкә 400 дирхәм мәһәр түләп никахлашалар. Кәләш рәсүлебеҙ йортона күскәс, уның бүлмәһе Хәфсәнеке менән йәнәш була. Йәш ҡатын күп ғибәҙәт ҡыла. Әммә бәхете оҙаҡҡа һуҙылмай, Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләм менән ни бары 3-4 ай йәшәп өлгөрәләр, ул 30 йәшендә генә мәрхүмә булып ҡала. Уға илсебеҙ Үҙе йыназа намаҙы ҡыла һәм Мәҙинә ҡалаһының «Йәннәт әл-Баҡый» зыяратына ерләй. Шулай итеп Зәйнәб бинт Хөзәймә, Хәҙисә анабыҙҙан һуң, рәсүлебеҙҙең әхирәткә күскән икенсе ҡатыны була.

Зәйнәб бинт Джахш радыйаллаһу ғәнһү пәйғәмбәрлек килеүгә 20 йыл ҡалғас донъяға килгән. Ул ислам динен ҡабул иткән һәм Мәҙинәгә күсенгән ҡатындар араһында тәүгеләрҙән иҫәпләнә. Уның ысын исеме Бәррә булған, әммә рәсүлебеҙ Зәйнәбкә үҙгәртә. Ҡыҙҙың атаһы Бурра – Баныу Әсәд ҡәбиләһенән, ә әсәһе иһә – Мөхәммәт саллаллаһу ғәләйһис-сәләмдең ике туған апаһы. Пәйғәмбәр Зәйнәбте башта үҙенең аҫрауға алған улы, ҡоллоҡтан азат ителгән Зәйед ибн Харисҡа кейәүгә бирә, улар бер йыл йәшәйҙәр, әммә бер-береһенә эҫенеп китә алмай айырылышалар. Шул ваҡытта 33-cө «Әл-Әхзәб» («Фирҡәләр») сүрәһенең 4-5-се аяттары иңдерелә. Унда уллыҡҡа алғандарҙы үҙ аталарының исеме менән өндәшергә кәрәклеге хаҡында аңлатыла.

Бынан һуң ошо уҡ сүрәнең 37–40-сы аяттары иңдерелгәс, рәсүлебеҙ Зәйнәб бинт Джахшҡа өйләнергә тәҡдим яһай. Зәйнәбкә 35 йәш була. Туйҙары һижрәнең бишенсе йылында уҙа, барлыҡ Мәҙинә халҡы туйырлыҡ иң ҙур мәжлес ойошторалар. Әнәс бин Мәликтең әсәһе финик емешен май менән бутап, ике кеше туйырлыҡ ризыҡ әҙерләй ҙә Әнәс рәсүлебеҙ йортона илтә. Пәйғәмбәребеҙ уға кемде күрә, шуны табынға саҡырырға ҡуша. Көнө буйы килгән ҡунаҡтар ошо ашамлыҡ менән һыйлана, әммә бәрәкәтле ризыҡ һис кәмемәй. Әнәс шунда был хәлдең Аллаһ Тәғәләнең бер мөғжизәһе булғанын аңлай.
Зәйнәб һәр ваҡыт намаҙ уҡый, ураҙа тота. Ул мәсеттә хатта бау аҫып ҡуя, намаҙ уҡып ныҡ арыһа, тотоноп торор өсөн. Әммә пәйғәмбәр быны белеп ҡалғас тыя. Артығы менән ғибәҙәт ҡылып, үҙегеҙҙе йонсотмағыҙ, көс булғанда ғына уҡығыҙ, ти.

Зәйнәб анабыҙ ғүмер буйы тегеү, тире эшкәртеү һәм башҡа ҡул эше менән шөғөлләнә. Шулай үҙен ҡарай һәм башҡаларға ярҙам итә. Ул иманлы, киң күңелле, ихлас һәм айырыуса йомарт ҡатын була. Мөлкәтен һәр ваҡыт мохтаждарға, яңғыҙҙарға тарата. Ғүмәр хәлиф ебәргән аҡсаларын да үҙенә ҡалдырмай, ярлыларға өләшә. Хатта Ғүмәр хәлифтең ярҙамынан баш тартып, Аллаһҡа доға ҡыла. Матди байлыҡты донъяуи һынау тип ҡабул итә.
Зәйнәбтең шундай йомарт, ғәҙел булыуы хаҡында Ғәйшә анабыҙ ҙа гел телгә алған.

Бер ваҡыт ҡатындары рәсүлдән унан һуң кем беренсе булып әхирәткә күсәсәге хаҡында һорағас, ул, арағыҙҙан иң «оҙон ҡуллыһы», ти.
Пәйғәмбәрҙең вафатынан һуң, һижрәнең 20 йылында уның ҡатындарынан беренсе булып 53 йәшлек Зәйнәб бинт Джахш баҡыйлыҡҡа күсә. Шунда пәйғәмбәрҙең «оҙон ҡуллы», тимәк, «иң йомарт» тигән мәғәнәне аңлатҡанына төшөнәләр. Зәйнәб анабыҙға йыназаны Ғүмәр хәлиф үҙе уҡый. Шулай итеп Зәйнәб бинт Джахш та «Йәннәт әл-Баҡый» зыяратында ерләнә.
Фәнирә Ғайсина.
(Мостафа Эриштың «Пәйғәмбәр ҡатындары»
китабы файҙаланылды.)




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook