Башҡортостан Ҡыҙы

«Ҡартлыҡ көҙҙәй, сағыулығы уның – күңелдәрҙә янған иҫтәлек»

«Ҡартлыҡ көҙҙәй, сағыулығы уның – күңелдәрҙә янған иҫтәлек»Гөлсирә Шафиҡова – ғүмере буйы тыуған ерендә йәшәп ижад иткән шағирә. Мәсетленең Яңы Мишәр ауылы йәмле Әй буйында урынлашҡан. Уның тәмле тел менән яҙылған, балаларға арналған әҫәрҙәре кескәйҙәрҙе сағыу һәм мөғжизәле донъяға алып инә. Баҫмабыҙға тәҡдим иткән лирик шиғырҙарында ла тормошҡа сабыйҙарса эскерһеҙ ҡарашын юғалтмаған ҡәләм эйәһенең ихласлығы сағыла.

ҠОСАҒЫМ
Тыуасаҡ сабыйым, емешем,
Тыңлайым йөрәгең тибешен.
Һөйөнөс булып был донъяға,
Еремә киләсәк бер кешем.
Йөрәгем аҫтында йөрәгең,
Үҙеңде эй килә күрәһем.
Бәхеттән, наҙҙарҙан иҫереп,
Иркәләп-иркәләп һөйәһем.
Ҡояшын балҡытыр таң сағым,
Сәскәһен баҙлатыр гөл сағым.
Бәпкәһен йылытып ҡурсалар,
Инә ҡош ояһы – ҡосағым!


ҺҮҘ
Һүҙҙе мин тиңләнем йондоҙға.
Ул янып, атылды бер аҙҙан.
Оҡшаттым мин уны гөлдәргә,
Тик улар яндылар ҡырауҙан.
Тамсыға оҡшаттым һүҙемде,
Йылтырап көҙгөләй күренде.
Асҡайны саф йөҙөн ут-ҡояш,
Ни ҡалды тамсынан – күр инде!
Һүҙ – ялҡын, һүҙ – һалҡын, һүҙ – осло,
Һүҙ – шифа, яраны имләрлек.
Йәшәткән, йәшнәткән, күтәргән –
Нимә бар, әйт, һүҙгә тиңләрлек?!


УСТАРЫМДА – ОРЛОҠ
Устарымда – орлоҡ, серле орлоҡ,
Ниндәй гөл ул, ниндәй япраҡ булыр.
Кемдер уға ҡарап хайран ҡалыр,
Кемдер бүләккә тип өҙөп алыр.
Ҡояш көслө, ямғыр – шифа, әммә
Гөл итә алмай уны бер ни, юҡ, юҡ...
Шыта бит ул бары тупрағында,
Ерһеҙ ул – сүп, туҙан, ябай орлоҡ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook