Юҡһыныуҙан юҡтыр саралар

Юҡһыныуҙан юҡтыр саралар

Наилә Фуат ҡыҙы Кималова Белорет районы Кәртәле ауылында тыуып үҫкән. Башҡорт дәүләт педагогия институтын тамамлағандан бирле Инйәр ҡасабаһының 2-се мәктәбендә балаларға белем бирә. «Илһам ҡошо йыш ҡына ҡәләм алырға мәжбүр итә, ижад – ул йөрәк дауаһы ла, ҡанат ҡуйыусым да», – ти ул.

Әсәй киткән оҙаҡҡа
Ҡайттым әле тыуған йортҡа,
Тик ҡаршылар кешем юҡ.
Донъя ҡыуған күршеләрҙең
Юлаусыла эше юҡ.
Һүнмәһә лә бөтөнләйгә
Тыуған йортомдоң уты,
Шундай етемһерәп ҡалған,
Юғалып бара ҡото.
Хәҙер әсәй өтәләнеп
Ҡапҡаны асыр кеүек,
Сәстәремдән һыйпап-һыйпап
Бауырын баҫыр кеүек.
Үҙемде үҙем йыуатам:
«Әсәй киткән ҡунаҡҡа».
Ҡарайым да һағыныуҙан
Тутҡа батҡан йоҙаҡҡа,
Аҡтарылалар аһтарым...
...Әсәй киткән оҙаҡҡа.

Юҡһыныуҙан юҡтыр саралар Нәзирә Ишбулды ҡыҙы Ишҡолова (Күскилдина) – Стәрлебаш районы Һарайҫа ауылынан. Биш балаға әсәй, инде өләсәй булған ханым әҙәбиәткә һөйөүен йылдар аша һүндермәй, үҙе менән алып килә. Китаптары донъя күреп тора, байтаҡ шиғырҙарына үҙе көй ҙә яҙған.

Хаҡһыҙлыҡ, тимә

Йондоҙҙар юҡ, була шундай мәлдәр –
Буҙ томанда күктең салғыйы.
Ошо микән ергә йыһан наҙы,
Йәре генә татыр төн һыйы?
Ауыл йоҡлай, өшөп эттәр шымған,
Урамдарҙы яңғыҙ ҡыҙырам.
Арбайым да хисле был донъяны,
Томан сайпылдырып, ҡул һонам.
Ишектәрен асам уй иленең,
Мурт ҡар еҫен тойоп тынымда.
Хаҡһыҙлыҡ был, тимә, йә, Хоҙайым,
Таң моңдарын тапһаң йырымда,
Шәфәҡ нуры тамһа ҡулымдан.





Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook