Киткәндәр кире ҡайта

Киткәндәр кире ҡайта
Мәртәбәле яҙыусыларыбыҙҙың береһе, Башҡортостан Республикаһының атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Ҡыйғы районы Абзай ауылы ҡыҙы Нажиә ИГЕҘЙӘНОВА етенсе тиҫтәһен артмаҡланы. Нажиә ханымдың сатира һәм юморға ҡоролған хикәйәләре лә, тормошсан ваҡиғаларҙы һүрәтләгән етди прозаһы ла ауыл ерлегенә бәйле. Уҡыусыларға тәҡдим иткән яңы әҫәрендә лә ул үҙенә тоғро, әммә был юлы автор етди ысынбарлыҡтан да, мәрәкәнән дә бер аҙ тайпылып, өмөткә ҙур урын ҡалдырған мөғжизәләр донъяһының шаршауын күтәрә. Бәхеткә юл асҡан шул өмөт нуры ҡәләм оҫтаһының үҙ күңелен дә, ул тыуҙырған ижад илен дә һәр саҡ яҡтыртып торһон!

Киткәндәр кире ҡайта
Мистик хикәйә

...Өфөнән такси менән ҡайтырға сыҡҡан Нурзифам юл фажиғәһенә эләгә. Таксист та, өс пассажир ҙа һәләк була. Һа-а-ай, юлдарҙың насарлығы!.. Яман юлдарҙа күпме кешенең ғүмере өҙөлә.
Ҡунаҡ бүлмәһенең уртаһына ҡуйҙыҡ табутты. Хушлашырға килеүсе­ләр бихисап. Ҡапыл аҡ күбәләк күрҙем. Яй ғына күҙәтәм тегене. Нурзифамдың башы тирәләй оса: йә маңлайына ҡуна, йә, ҡанаттарын нескә ҡағып, портретҡа йүнәлә.

Мәрхүмәнең өсөнә, етеһенә бағышланған аят уҡыттыҡ. Дауыттан һорайым: «Нурзифа менән уның портретын уратып осҡан аҡ күбәләкте күрҙеңме?» «Ҡыш ниндәй күбәләк булһын?..» – Ул, сикһеҙ ғәжәпләнеп, күҙҙәрен тултырып миңә ҡараны – йәлләне лә, шикләнде лә шикелле. Ысынлап та, сатлама һыуыҡта ғүмере бер генә көнлөк күбәләк ҡайҙан хасил булһын ти. Тимәк, күҙемә күренгән...
Киткәндәр кире ҡайта
Хәләл ефетем менән бүтән бер ҡасан да күреү-күрешеү мәхрүмлеге йөрәгемде телә. Был ҡәҙәре тетрәнеште күтәрмәм кеүек. Донъяның мәғәнәһе ҡалманы – хатта йәшәгем килмәй. Сәстәре дала ҡылғаны һымаҡ ағарып ҡалған, бик бөтөрөнгән әсәгә терәк кәрәклеген аңлау ғына көс биргәндәй. «Ваҡыт – дауа» тиһәләр ҙә, нисәмә йылдар толҡа тапманым – һөйөклөмдө төштәремдә күрҙем, шиғырҙар яҙҙым, көйҙәр сығарҙым. Әммә бағышлау­ҙарымды бер кемгә ишеттермәнем – улар йәрем менән минеке генә ине.

Нурзифаның йыллығы етте. Аят уҡытырға йыйынабыҙ. Был сара Дауыттың ауылға ҡайтҡан сағына тура килде. Гүзәлиә гөманлы ине.
Ҡунаҡтарҙы оҙатҡас, дүртәүләшеп – Гөлзифа ҡәйнәм, Гүзәлиә, Дауыт, мин – Нурзифаның портретына ҡарап торабыҙ. Уның ҡарашы яғымлы, алсаҡ.
Гүзәлиә ҡапыл ағарынды, сайҡалды ла Дауыттың беләгенә тотондо:
– Ай, эсемә әллә ни булды... нимәлер ҡыбырлаған һымаҡ, – тине оялып һәм йөҙөн ситкә борҙо.
Ҡәйнәм уға һынсыл ҡарашын төбәне:
– Ҡурҡма – сабыйға йән инде, – тип йәш ҡатындың арҡаһынан һөйөп ҡуйҙы.

...Йоҡларға һуң ятһам да, йоҡлай алмайым. Шулай ҙа таңға табан серемгә киткәнмен. Төшөмдә йәмәғәтем менән йөрөгән яланды күрҙем. Имеш, Нурзифам йылмайып ҡаршыма йүгерә: ҡосағында – аҡ, зәңгәр ҡыңғырау сәскәләре...
– Иҙелбәк, мин ҡайттым, – тине ул ап-асыҡ итеп.
Көтөлмәгән шатлыҡтан тын алыуы ҡыйынлашты. Шыбыр тиргә батып уяндым. «Төштәремдә күреп, ай ҡыуанам, һүҙ әйтәйем тиһәм, уянам...» тигән халыҡ йыры ҡалай тура килә. Төшөмдө түкмәй-сәсмәй Гөлзифа әсәйгә һөйләнем.
– Аят уҡытҡанға рухы шатланған. Балам минең дә төшөмә инде: аҡ алъяпҡысын бәйләп, бәлеш бешереп йөрөй. Йөҙө ҡояштай балҡый, ихлас. – Ул етдиләнде, уйланды ла һаҡ ҡына һораны. – Мин ҡайттым, тинеме?
– Ғәжәп, эйе, шулай тине шул.
– Һәйбәт төш, Иҙелбәк улым. Икебеҙҙең дә төшөбөҙгә матур ингән.

Төш күргәндән һуң саҡ ҡына тынысландым – йөрәгем тулауы баҫылғандай булды.
Ҡәйнәм айырым бүлмә биргәйне – оҫтаханам да, йоҡо бүлмәм дә шул. Ҡылҡәләмемде тырышып ҡулға алдым. Аптырарһың: ижади хыялым юҡ, көсләп ниҙер яҙырға маташам. Башҡаларҙы ҡабатлайым һымаҡ.
Дауыт тыуған ауылына ҡайтты. Бәләкәй генә бүлмәлә Гүзәлиә, ун йәшлек ҡыҙы Гөлиә йонсоғайнылар. Дуҫымды урта мәктәпкә директор итеп тәғәйенләнеләр.

Ул саҡта Ҡыйғыр ауылының урта мәктәбендә һүрәт төшөрөү дәресенән уҡыта инем. Гөлзифа әсәйҙе тыуған көнө менән ҡотларға Дауыт дуҫым ҡатыны, ҡыҙы менән килде. Табындан һуң бүлмәмә күҙ һалырға булды дуҫтарым:
– Иҙелбәк, ниҙәр төшөрәһең, беҙгә күрһәт әле.
– Әйҙәгеҙ, ҡарарлыҡ нәмәләр аҙыраҡ бар.
Барыбыҙ ҙа оҫтаханаға сыҡтыҡ. Нурзифам менән сәскәле яланда йөрөгәнебеҙҙе, ҡуш ҡарағас эскизын, аҙаҡ яҙырмын, тип ситкәрәк һалғайным. «Ҡалған эшкә ҡар яуа», тиҙәр. Ваҡыт тапманыммы, эскиз нисәмә йылдар ятты. Һәм яңыраҡ ниңәлер күңелем елкенеп, аҙна эсендә пейзажды киндергә төшөргәйнем. Гөлиә шуға ҡарап торҙо ла:
– Бигерәк матур. Тик ошонда сәскәләр өҫтәгәндә тағы ла шәберәк булыр, – тимәһенме.
– Ҡайһы урында? – Мин ҡыҙыҡһынып ҡыҙға ҡарайым.
– Ошо ергә.
– Ә ниндәй сәскәләр?
– Аҡ... тағы... зәңгәр сәскәләр. Ҡыңғырау сәскәләре.

Иҫем китте, ғәжәп иттем. Шулай ҙа йәнә һорау бирҙем?
– Ағы нисәү ҙә зәңгәре нисәү?
– Аҡ сәскә – биш, зәңгәре етәү булһын, – Гөлиә етди ҡарашын миңә төбәне.
Йәнә тетрәндем: Нурзифам нәҡ шул ерҙә, нәҡ шунсама сәскә төшөрөргә кәңәш биргәйне...
– Ҡайҙан беләһең? Ҡасан был урында булдың? Аңлат, Гөлиә.
– Бер ҡасан да булманым. Күңелем әйтә. Һиҙенәм, тиергәме... Әллә төшөмдә күрҙем микән... Нисек аңлатырға белмәйем. – Ҡыҙыҡай, үпкәләй яҙып, ирендәрен турһайтты.

– Бәй, минең дә иҫемә төштө – Нурзифам да шулай тигәйне шул... – Гөлзифа әсәй, күҙҙәрен тултырып, Гөлиәгә ҡарап тора.
...Ғүмер тигәнең тиҙ үтә. Әле тәфсирләгән хәлдән һуң биш-алты йыл уҙғанын да тойманым. Хәҙер Өфө тип ашҡынмайым, Ҡыйғырҙа йәшәргә башкөллө күндем – кешеләргә өйрәндем. Ауыл халҡы ла үҙ итә, хөрмәтләй. Әммә... ауылдан ҡуҙғалмауымдың сәбәбе бүтән ине...
Дауыт дуҫымдың Гөлиәһен – торғаны бер мөғжизәүи ҡыҙҙы – күрһәм, йөрәгемдең әрнеүе баҫыла, күңелемдең өҙөләм-өҙөләм тигән нескә ҡылдары нығына. Эшкә дәрт-дарманым арта – яҙып өлгөр генә. Торараҡ ун алты йәшлек Гөлиәнең дә миңә тартылыуын бар булмышым менән һиҙәм. Әммә хистәремде йүгәнләргә тырышам. Дауыт дуҫым менән Гүзәлиәнән оялам. Беҙҙең сетерекле хәлебеҙҙе барыбер бөтәһе лә белде, тойҙо. «Һөйөүҙе йәшереп буламы?» – тип дөрөҫ йырлайҙар. Ҡыҫҡаһы, Гөлиә ҡыйыу булып сыҡты: ун һигеҙ йәшендә мине телһеҙ итте:
– Иҙелбәк ағай, мин һеҙҙе өҙөлөп яратам, – тимәһенме.

– Уйлап әйтәһеңме, уйнап әйтәһеңме, Гөлиә? Һин – минең иң яҡын дуҫымдың балаһы. Һиңә өмөтләнергә тамсы хаҡым юҡ. Ә иң мөһиме – мин оло, һинең өсөн ҡарт. Айырма – егерме өс йәш.
– Һи-и, ағай, егерме өс йәштең айырмалығы...
Бәхеткә Гөлиә хәбәрен һөйләп бөтөргә өлгөрмәне, әхирәте саҡырҙы:
– Бәй, һине көтә-көтә көтөк булдыҡ, репетицияны оноттоңмо әллә? Тиҙерәк бул!
Улар мәктәпкә йүгерҙе. Артабан ни эшләргә, нисек йәшәргә?
Уйлайым-уйлайым да бер үк һығымтаға киләм: беренсенән, хәҙер инде Өфөгә тиҙерәк китергә кәрәк; икенсенән, Гөлиәне оноторға бөтә хәселемде егермен. Йәш ҡыҙ ҙа тәүге хыялый хис-тойғоларынан арыныр. Уның ғүмере алда – тағы ғашиҡ булыр.

...Бер көндө Гөлзифа әсәй яйлап ҡына, һаҡ ҡына һүҙ башланы:
– Улым, ултыр әле ҡаршыма, кәңәшләшергә кәрәк. – Тауышы яғымлы, әйтерһең, бәпес әүрәтә. Өҫтөндә яңы күлдәк, яулығын иңдәренә төшөрөп ябынған. Әммә ҡиәфәте һәләк етди. Әңгәмәнең ябай түгеллегенә төшөндөм. Әйтәһе һүҙҙәре бик мөһимдер.
– Хәл-әхүәлеңде белеп, күреп йөрөйөм – Өфөгә ҡуҙғала алмай ыуаланаһың. Ҡыйғырҙа ни ғүмер йәшәнең – бөтөнләйгә ҡал. Һүрәттәреңде төшөр ҙә төшөр – халыҡ ярата. Әлегәсә шул ҡәҙәре дан һүрәтсе беҙҙең ауылда ғына түгел, районда булманы. Хазина бит һин, ауылыбыҙ йәме. Китһәң, бөтәһе лә етемһерәр. Айһынды* өйҙө ҡәберемә алып китмәйем бит. Бөтә донъямды һиңә яҙҙырҙым – ана дүкәминттәрен йыйып ҡуй. Бәхәсләшмә, уйлап эшләнем. Йәнә. Беҙ был өйгә килен төшөрәйек. Хаҡ Тәғәлә ғүмер бирһә, өләсәй булып, ейән-ейәнсәр һөйөргә лә яҙыр. Хәбәремде бүлдермә, улым, тыныс ҡына тыңла. Күптән күҙәтеп йөрөйөм – төшәсәк килен һәләк күрмәлекле, килмәгән-килешмәгән ере юҡ, бик тәрбиәле – һәйбәт кешеләрҙең балаһы. Ә иң мөһиме – ул һине ихлас ярата. Ир менән ҡатын яратышып, бер-береһен хөрмәт итеп йәшәһә генә донъя матур – ғүмеркәй заяға үтмәй. Әйткәндәй, һеҙҙең ишләнеүегеҙгә ата-әсәһе лә риза.

– Урыҫ әйтмешләй, «Без меня меня женили». Һуң, ул ҡыҙҙы мин беләмме? Мин бит... ни...
Гөлзифа әсәй һүҙемде бүлдерҙе:
– Бәхетле ит Гөлиәне.
Һүҙһеҙ ҡалдым. Әллә көтөлмәгәнлектән, әллә шатлыҡтан башым әйләнде. Ул арала кейенеп-яһанған Гүзәлиә менән Дауыт, Даһия, Даһияның йәмәғәте килеп инде – йөҙҙәре балҡый, күҙҙәре йылтырай.
Гөлзифа әсәй уларҙың килеүенә һис ғәжәпләнмәне – тимәк, алдан килешкәндәр, кәңәшләшкәндәр.

Гөлзифа әсәйҙең һуңғы һүҙҙәрен ишеткәндәрҙер, ахыры, Дауыт, ғәҙәтенсә, ҡулбашымды ҡағып алды:
– Бына яусылап килдек, – тине туранан-тура. – Тәүге мөхәббәт онотолмай, бергә булмаһағыҙ, Гөлиә һине мәңге онотмаясаҡ – һарыларға һабышасаҡ.
– Атаһы менән тиңдәш кешегә кейәүгә сығырға һис теләмәҫ Гөлиә. – Мин, хайран ҡалһам да, йылмайырға тырыштым.
– Һинән биш йәшкә өлкәнерәк икәнемде ниңә иҫәпкә алмайһың? – Дауыт дуҫымдың ауыҙы йырыҡ.

Шул һүҙҙәрҙе көтөп кенә ултырғандай, Гөлзифа әсәйҙең йөҙө нығыраҡ асылып, тауышы көрәйҙе:
– Ир кешегә кәләшенән олораҡ булыу насар түгел. Борон ҡатындар еңел-елпелеген елгә елгәрергә өлгөргән, аҡыл ултырған олпат йәмәғәтен хөрмәтләп, ҡәҙерләп йәшәгән. Абруйы ҙур, тамыры ныҡ ир – ҡаҡшамаҫ таяныс. Хәҙер генә ир затының ҡәҙере кәмей. – Ул беҙгә диҡҡәт менән күҙ йөрөттө лә хәбәрен дауам итте. – Нурзифамды бүлмәгә ҡуймаҫ элек стенала элеүле кәртинкәне, түрҙә торған көҙгөнө ҡапларға ҡушҡайным. Берәү ҙә үтенесемә илтифат итмәгән. Ә минең ярым иҫһеҙ мәлем – үҙемдең сепрәк ябырға башым етмәгән. Мәрхүм булғанда көҙгөнө мотлаҡ ябырға кәрәк. Көҙгө асыҡ торһа, йән шунда урынлаша. Әгәр ҡанһыҙ, яуыз кешенең йәне булһа, ғаиләгә бәлә килер, ығы-зығы тыуыр, тип киҫәткәндәр. Йәнә «Бәндәнең ете ғүмере була. Кеше мәрхүм булғас, ул кәүҙәһен генә ҡалдыра. Мәле еткәс, яңы кәүҙәгә инә – сабый тыуа. Кеше һүрәтен төшөрөүҙе лә тыйғандар: мәрхүмдең йәненә булашыр», – тигән боронғолар. Нурзифам­дың изге йәне үҙ рәсеменә күскән, тимәк. Ә мәле еткәс, йәндең Гөлиәне һайлауына иманым камил. Иҙелбәк кейәү аҡ күбәләк күреүен һөйләгәс, юҡҡа түгеллеген аңлап һағайғайным. Хистәремде йөрәгемдә ун туғыҙ йыл һаҡланым – кешегә һөйләмәнем. Халыҡта «Күбәләктәй йәнем» тигән һүҙ юҡҡа әйтелмәгән. Гөлиә үҙемә лә дауа кеүек, уны күрһәм, йөрәгем тыныслана, күҙ алдарым яҡтыра. Нурзифамды ҡосаҡлаһам, шулай хәлләнеп, шәбәйеп китә инем... – Йәшкәҙәгән күҙҙәрен ҡул һырты менән һыпырып ҡуйҙы ул. Бер аҙ тауыш-тынһыҙ ултырҙыҡ. Гөлзифа әсәйҙең арыуы еткәйне – әкрен генә бүлмәһенә йүнәлде. Шуныһы ғәжәп: Гөлиәгә өйләнгәс, Нурзифа төшөмә инеүҙән туҡтаны...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 9-сы һанында уҡығыҙ.




Теги: күбәләк хикәйә




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook