«Олатайҙар ерен уятҡандай, Тояҡтарҙан ҡалды осҡон сәсрәп...»

«Олатайҙар ерен уятҡандай, Тояҡтарҙан ҡалды осҡон сәсрәп...»
Шиғриәтенән үҙе тыуып үҫкән дала тыны, иркенлек бөркөлгән Башҡортостандың халыҡ шағиры Ҡәҙим АРАЛБАЙ аҡһаҡалдар рәтенә баҫып, етмеш бишен билдәләй. Уның ижад донъяһы аҡ тирмәләр теҙелгән, алтын башаҡтар йәйелгән яландай мул, ошо киңлектәргә уҡыусыһын әйҙәп, әҙәбиәт һөйөүселәрҙең күңелен үҫтереп, оҙон-оҙаҡ ҡәләм тибрәтергә яҙһын уға!

Сигеүле таҫтамал
Тормош юлдашым
Клара Ғүмәр ҡыҙына


Һөлгөләрең – өлгөләре
Халҡым нағыштарының.
Унда – сағыу тантанаһы
Шатлыҡ-һағыштарыңдың.

Көйләп-йырлап сигәһең һин
Һәр нағыш, һәр биҙәкте.
Йырыңмы,
Ебең нурымы
Өҙөр кеүек үҙәкте.

Күҙ нурҙарың тамған иреп
Һәр тамға, һәр нағышҡа.
Бүлгәнгә йөрәк йылыңды
Юлығаһың табышҡа.

Сигелгән һөлгөбаштарың
Нағыш әҫәре кеүек.
Биҙәктәрҙә уйнар ҡояш,
Һағыш йәшенмәҫ кереп.

Нағыштарҙағы ваҡытты
Нур менән туҡтатҡанһың,
Йыр менән ҡаймалағанһың,
Рух менән уятҡанһың.

Һағышҡа түгел, шатлыҡҡа –
Һөлгөләрең бүләккә.
Быуындан быуынға күсһен
Йәдкәр изге теләктән.
2015.

Һыбайлы ҡыҙға
Ейәнсәрем Гөлнурға

Һыбай саптың, ҡыҙым,
Хан ҡыҙындай,
Олатайҙар ерен уятҡандай,
Тояҡтарҙан ҡалды осҡон сәсрәп,
Беҙҙе биләп алды ҡурҡыу-хәсрәт:
«Аттарҙың бит була төрлөләре –
Алып ҡасыр ярһыу дөлдөлдәре,
Бәйелһеҙе, үшән, уҫалдары,
Биленләре, сабан, аҫауҙары...»

Тик һин, ҡыҙым, бирмәй үҙ һүҙеңде,
Юлға тарттың инде теҙгенеңде,
Белдек: балалыҡты өҙгәнеңде,
Даръяларҙа иркен йөҙгәнеңде
Тормош ырғарҙарын һиҙгәнеңде,
Ҡағып-һуғылыуға түҙгәнеңде,
Ҡурҡыуҙарҙың үҙен еңгәнеңде,
Яҡлау-ҡурсалауҙан биҙгәнеңде...

Сая ҡыҙҙар тора үҙ һүҙендә,
Тик бушатма ҡулда теҙгенеңде!..
2015.

Ете ҡыҙ
Өфөлә «Ете ҡыҙ» фонтаны асылды

Берәү генә түгел, етәүһегеҙ,
Тура килеп изге һанға ла,
Ерҙә Етегәндәй балҡынығыҙ,
Һоҡланырлыҡ һомғол һынға ла

Эйә булып, гөлдәй үҫкәнһегеҙ,
Сибәрҙәрҙән сибәр еткән ҡыҙ,
Бер туғандай татыу әхирәттәр –
Гүзәллектең тажы, ете ҡыҙ!..
Һыу төбөнә инде китмәҫһегеҙ,
Хыялдарҙан айнып, терелеп,
Йәшәрһегеҙ бейеү, фонтан булып,
Беҙҙең йылы хискә төрөнөп...

Тик ете ҡыҙ – бейеү генә түгел,
Ул сәнғәт тә, милли иман да,
Ете ҡайғы ете быуын буйы,
Ете өмөт ҡара томанда...

Һыу тауышын еңеп илай ҡыҙҙар,
Үкһеүҙәре йәнде өшөтә.
Тарих төпкөлөндә тороп ҡалған
Зарҙы бөгөн ҡабат ишетәм.

Ҡурай моңдарына һеңгән һағыш –
Ете ҡыҙҙың көн дә илауы.
Янығыҙҙа баҫып торғанымда
Саҡ тыямын йөрәк тулауын...

Ергә төшкән сихри Етегәндәй,
Һыу тирәләп баҙлай ете ҡуҙ...
Кешеләргә өлгө булмышығыҙ,
Сафлыҡ билдәһе һеҙ, ете ҡыҙ!
01.07.2015.

Әйтелгән һүҙ
Лилиәгә

Йомош менән ингәнемдә әйттең:
«Тынғы тапмай шағир йөрәге...»
Белерлекме даулы был донъяла
Кем йәненә нимә кәрәген!..

Белеп әйттең – сәпкә тейҙе уғың:
Тынғы тапмай йөрәк күпме йыл?!
Бәлки, ошо һүҙҙәр өсөн генә
Үткәнмендер ерҙә күпме юл?!

Шул бер һүҙең онотолмаҫ инде,
Уйынсалап ҡына әйтһәң дә,
Шаяртһаң да, хискә төрөп әйттең,
Көтөлмәгән бер һүҙ көтһәң дә.

«Тынғы тапмай шағир йөрәге...» – тип,
Ҡараштарың һирптең – түҙ генә!
Килеп тейгән кеүек амур уғы!..
Эйе, ул – һүҙ.
Йәл, ул – һүҙ генә...
2015.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook