ТӘҮГЕ ҠАР

ТӘҮГЕ ҠАР Земфира Аҡбутина – Бөрйән ҡыҙы, Ейәнсура килене, Ибрай мәктәбе уҡытыусыһы. Балалар өсөн дә, ололар өсөн дә ихлас ижад итә, китаптары донъя күреп тора. Ғүмерен мөғәллимлеккә арнаған ханымдың журналыбыҙға тәҡдим иткән хикәйәһендә һәр ғәмәлдең күктәргә яҙылып, артабанғы ваҡиғаларға ла, шәхестең үҫешенә лә йоғонто яһау көсөнә эйә икәнлеге асыҡ күрһәтелә. Кешелеклелек, башҡаларҙың күңелен тоя, аңлай белеү кеүек ябай, әммә баһалап бөткөһөҙ ҡиммәттәргә иғтибар йүнәлтә автор.

ТӘҮГЕ ҠАР
Хикәйә

...Оҙон тәнәфестә уҡытыусыларҙы биш минутлыҡ кәңәшмәгә йыйҙылар. Йома көн директорҙар семинарында үткәреләсәк асыҡ дәрестәрҙе һәм шуға бәйле һорауҙарҙы яңынан ҡарап сығыр өсөн. Дәрестәр теҙмәһе үҙгәрмәйәсәк, тәүгеһенә инмәҫтәр, икенсе сәғәткә тура килер, тигәйнеләр. Йома минең дәресем 3-сө сәғәттән башлана. Шуға тыныс ултырам. Уҡытыу буйынса директор урынбаҫары асыҡ дәрескә кластарҙы билдәләй башланы. 7-сене өндәшмәй үтте. ТӘҮГЕ ҠАРМөһабәт кәүҙәле Илнур Фәнил улы, ҡулдары менән һорғолт бөҙрәләрен артҡа һыпырып, былай тине:
– Бөтәбеҙ ҙә беләбеҙ, 7-селәр – көсһөҙ класс. Расписание буйынса – математика. Өҫтәүенә, математика уҡытыусыһы Гөлгөнә Рәсил ҡыҙы сентябрҙән генә эш башланы. Шулай булғас, ул көндө 7-се кластың икенсе дәресе бер нисек тә математика була алмай. Нишләйбеҙ?
Тынлыҡ урынлашты. Ысынлап та, вуз тамамлап ҡына килгән йәш белгес директорҙар талабына ярашлы асыҡ дәрес бирә алмай – уныһы аңлашыла. Тик бер уҡытыусы ла 7-сене алырға теләмәй. Күпме педсоветтарҙа улар хаҡында бәхәсләшеү, һөйләшеү булды – ни өсөн «көсһөҙ класс»? 2-3-сө кластарҙа 3-4-селәр менән бергә уҡыу һөҙөмтәһе ине ул. Ике кластан байтаҡ бала йыйыла – уҡытыусы ниндәй генә яҡшы булмаһын һәм тырышып уҡытмаһын, тейешле белемгә өлгәшә алмай уҡыусылар. Тиҙҙән башланғыс мәктәптән дүрт класс бергә уҡығандар килһә, унда ни булыр?!
Береһе лә өндәшмәгәс, Илнур Фәнил улы:
– Ул көндө 7-селәргә Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте лә инә бит. Бәлки, икенсе дәресте һеҙ алырһығыҙ, Әлфирә Баязитовна? – тип ипле генә миңә ҡараны. Бөтә зал боролоп миңә төбәлде. Күптәрҙең йөҙөндә – кинәйәле йылмайыу. «Шәп уҡытыусы исемен йөрөткәс, әйҙә, «көсһөҙ класс» менән шәп булып ҡара әле!» – тигән уйҙы уҡырға була.
Мыҫҡыллы ҡараштарға иғтибар итмәнем, өйрәнеп бөткәнмен инде.
– Ярар, алырмын, – тинем.
...Ҡыңғырау шылтыраны. Тап шул 7-се класта дәрес үткәрергә тейешмен. Бөгөн теманы яҡшы үҙләштерһәләр, һынатмаҫтар әле, тигән ышаныс менән класҡа индем...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 3-сө һанында уҡығыҙ.


Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook