Бурыс дәфтәре

Бурыс дәфтәре Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Мифтахетдин Аҡмулла һәм Һәҙиә Дәүләтшина исемендәге премиялар лауреаты, яҙыусы Факил Мырҙаҡаев балалар өсөн дә, ололар өсөн дә әүҙем ижад итә. Уның нескә юморға нигеҙләнгән яҙмалары ла байтаҡ. Прозаиктың 65 йәшлек юбилейы уңайынан иғтибарығыҙға мәрәкәле хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Бурыс дәфтәре

Бурыс дәфтәре
Хикәйә

...Бурысҡа һатыуҙы аҡса һуғыуҙың иң ҡулай ысулы, тип иҫәпләй Ғәшүрә. Дәфтәрҙә ир-аттың исем-шәрифе күберәк, улар магазинға тәмәке, һыра, араҡы алырға ғына йөрөй. Һатыусыға шул ғына кәрәк, бурысыңды ҡыуана-ҡыуана яҙып ҡуя. Ә үҙен азамат тип иҫәпләгән ҡайһы ир-аттың бер ярты менән генә мөрхәтһенгәне бар? Ул магазиндың ишеген мотлаҡ ҡабат аса йә төндә Ғәшүрәнең тәҙрәһен ҡаға. Дәфтәрҙән бурысыңды һыҙҙырғанда алдан иҫәпләп барған аҡсаң бер ваҡытта ла етмәй. Етер ине лә, хаҡты ҡатын өс яртыға таптыра. Һүҙ көрәштереү урынһыҙ, яуабы әҙер:
– Онотҡанһыңдыр, аяғыңда саҡ баҫып тора инең, бында бөтәһе лә яҙылған, – тип дәфтәрен танау төбөңә терәй.

Бәхәсләшеүҙән ни файҙа? Барыбер күҙ төбәп уға бараһы. Донъя көткәс, ҡунаҡ-төшөмһөҙ, табынһыҙ булмай. Бесән йә утын килтертһәң дә, иң төп һый – хәмер. Шуға күрә ир-аттың дәфтәрҙе яндырып, көлөн хужабикәнең күҙенә һибеп, унан үс алырға теләүе аңлашылалыр. Тейешлеһен генә яҙһа бер хәл, өҫтәп яҙғанға йәндәре көйә уларҙың.

Яңыраҡ маҡсаттарына иреште ҡорҙаштар. Бында теләһә-теләмәһә лә Сабурға ла ҡатнашырға тура килде. Хәйер, уның ризалығын һорап та торманылар.
Сабур ауылға ялға ҡайтҡайны. Ҡорҙаштары балыҡ тоторға саҡырҙы. Ҡармаҡтарын барлап, күл буйына барып еткәндә улар йыйылып бөткәйне. Баҡтиһәң, балыҡ тотоу һылтау ғына икән, кәңәш ҡормаҡсылар. Ғәҙелшаның телмәре ҡыҫҡа, ләкин тос ине. Ул ауыр хәлдән сығыуҙың берҙәнбер дөрөҫ юлын күрһәтте:
– Дәфтәрҙе нисек тә ҡулға төшөрөп, юҡ итергә!...

Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 11-се һанында уҡығыҙ.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook