АЛМАСЫБАР ҺӘМ АЗАТЛЫҠ ОСОШО

АЛМАСЫБАР ҺӘМ АЗАТЛЫҠ ОСОШО
Атайымдың иҫтәлегенә бағышлайым

Гөлбаныу Яныбай ҡыҙы Ырыҫбаева 1961 йылдың 5 сентябрендә Баймаҡ ҡалаһында тыуған. Мәскәүҙәге М.Горький исемендәге Әҙәбиәт институтын тамамлаған. Әлеге ваҡытта Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театрының әҙәбиәт бүлеге етәксеһе вазифаһын
башҡара.

Хикәйә
Июль аҙағы – йәйҙең иң өлгөргән мәле. Кешеләр, ҡояштан арып, тирә-яҡтағы матурлыҡҡа иғтибар итмәй башлай, йәшеллек тә башҡаса, июндәге һымаҡ йәш, ыуыҙ түгел. Һарғая башлаған үләндән күңелдә һағыш ярала. Шундай көндәрҙең береһендә, ул, тирә-йүндә бер нәмә лә күрмәгән төҫлө, аласыҡ янындағы эскәмйәлә ултыра ине. Офоҡ, эҫе көн вәғәҙәләп, ҡуйырып ҡыҙарҙы. Елдең тын ағышында тауҙарҙан килгән һалҡынса еләҫлек ғәләмәте тойолдо.
Тынлыҡ һәм төнгө һалҡын һауа уны тынысландырҙы, шунан тағы ла алмасыбар юртаҡты күр­гәнен иҫенә төшөрҙө. Аҙ ғына хәрә­кәт итһә лә, арҡаһындағы аҡ биҙәктәре бөгөлөп китә малҡайҙың. Кешеләр күп уйлап тормаған, нисек бар, шулай атаған – алмасыбар. Ҡайҙан килгән икән ул был яҡтарға? Күпме уйлаһа ла, ундай тоҡомдоң Уралда барлығын иҫенә төшөрә алманы.

Бер көндө гәзиттә ат һатылыуы хаҡында иғлан күреп ҡалды ул. Ниндәй булыр икән быныһы тип, уйлана-уйлана барҙы, бәлки, туры, ундай төҫтәгеләр бында йыш осрай, бәлки, ҡолаһы – ул да матур, ҡаракүл тура кил­һен – эх, бик һәйбәт булыр ине! Бабай йыл һайын йәй алдынан бесәнгә йөрөргә ат һатып ала, аҫауҙы йәй буйына өйрәтә, ә һуңынан ҡара көҙгә һатып алыусы ла табыла. Әммә аттың тө­ҫө уның өсөн һәр саҡ мөһим булды.

Ниһайәт, бына барып күрҙе – алмасыбар тора, ҙур аҡ ямаулы. Ҡолаҡтарының үткер осо, әйтерһең дә, йомшаҡ ҡына ҡылҡәләмдең нәҙек ситтәре, ҙур бәрхәт күҙҙәрендә – эскерһеҙ тәрәнлек. Бейек, һомғол, ярһып, тыпырсынып тора, әйтерһең, тылсымлы аҡбуҙат хаҡындағы әкиәттән сабып килеп сыҡҡан! Бындай төҫтәге малҡайҙар хаҡында ишеткәне бар, аҡ таптар тураһында ла белә, тик был юлы сихырланғандай ҡатып ҡалды. Уның ҡаушауын һиҙгәндәй, Алмасыбар башын бороп ҡына ҙур дымлы күҙҙәре менән ҡараны, берҙе лә күҙен йомманы: ғорур ине, әйтерһең, үҙ хистәренә ышанған һәм ғүмер буйы көткән, ниһайәт, көтөп алған ҡатын-ҡыҙ. «Йә, Хоҙайым, ҡөҙрәтең сикһеҙ һинең...» – тип шыбырланы ул һәм өйөнә ҡайтып китте.
Үҙе урам буйлап бара, үҙе бер ни уйлай алмай. Йөрәктә, гүйә, нимәлер өҙөлдө. Була бит, бала саҡтан берәй нәмә хаҡында хыялланаһың һәм уның бары тик хыял булыуына күнәһең. Ул һәр ваҡыт һинең күңелеңдә йәшәй, ниндәй шартта ла һине ташламай, хатта шундай хәлгә етәһең: уның тормошҡа ашыу-ашмауы ла мөһим булмай башлай. Хыял тормошоңдо биҙәй, бәхеткә сикһеҙ ышаныс бирә. Тормош кешелә бала саҡ хыялынан башҡа бөтәһен дә үҙгәртә – ул ғына ваҡытҡа буйһонмай, бары тик үҙенең сағыулығын ғына алыштыра: һин йәшерәк булғанда, ул да сағыу һәм хыялың янында үҙең дә килешеп кенә тораһың. Торабара күп нәмәне аңлай башлайһың, әммә хыялдың һүнеүенә юл ҡуймайһың. Ғүмер юлыңда хыялың менән шул тиклем бергә үреләһең, хатта уның барлығы хаҡында ла онотоп ебәрәһең. Ул һулар һауа төҫлө, күренмәй, тойолмай, әммә юғалмай ҙа. Бына теләгең ҡабул – ул алдыңа бөтә әкиәти матурлығында килеп баҫа: шул саҡ бөтә ғүмерең күҙ алдынан үтә. Унда, алыҫ, етем бала саҡта, һинең бер кемең дә, бер нәмәң дә булмаған, ә һин ҡурҡмай әкиәти толпар хаҡында хыялланғанһың. Бына ул – аҡбуҙат! Ошондай мәлдә ҡапыл ғүмер юлыңдағы, бәлки, бер ҡасан да хәтереңә алмағандарҙы иҫеңә төшөрәһең…

Ул, ҡайтҡас, йәйге усаҡлыҡ янындағы һикәлтәгә ултырҙы. Етмешкә еткәс, алдына көтмәгәндә килгән ошо миҙгел – малай саҡтағы мөғжизәүи толпар хаҡындағы хыял уға һуғыш осорондағы алыҫ бала саҡта иҫән ҡалыр һәм әле ирешкәндәренә етер өсөн көс биргәндер... Бала саҡ хыялы – һаҡлаусы фәрештә кеүек, унһыҙ күңелгә үкһеҙ бушлыҡ оялар ине. Кем белһен инде, бәлки, бәхетһеҙлектәр хыялдар тормошҡа ашҡан мәлдән башланалыр… Алмасыбар – тормошҡа ашмаҫ хыял булып ҡалһын әйҙә...

…Төндө оҙатып иҫкән елдән баҡ­сала шыршылар шаулашты. «Таңдан барып Турыҡайҙы ҡарар кәрәк», – тип уйланы ҡарт. Бейәне ул тышауһыҙ ебәрҙе, ҡолонларға тора, күп тә ҡалмаған инде. Хәтирә яңыртыуҙан хәлһерәп, серемгә китте.
Иртән, ҡояш күтәрелеү менән, ул ҡулына йүгән тотҡан килеш ҡалҡыулыҡта тора ине инде, унан бөтә урман, уның аръяғындағы аҡлан күренә. Ниндәйҙер аттар йөрөй, әммә Турыҡай күренмәй, ул атының бейек һыртын алыҫтан таный. Моғайын, урман артындалыр, унда һалҡынсараҡ, үлән дә һутлыраҡ. Ваҡыт төшкә ауышҡас, сауҡалыҡта, ағас күләгәләре араһынан үҙе лә күләгәләй генә булып Турыҡай салынып ҡалғандай итте. Ҡояштан күҙе сағылһа ла, аттың кәүҙәһендә еңеллек барлығын аңғарҙы. Асыуһыҙ һуҡранып, ул ҡапыл телдән яҙҙы. Ысынлап та, ул йөгөнән арынған, әммә ҡолонҡайы янында юҡ, үҙен сәйер тота, етмәһә: аҡлан буйлап юртып тик йөрөй. Бер нисә тапҡыр тынғыһыҙ бышҡырып туҡтағас ҡына хужаһына әйләнеп ҡараны ат. «Шунан, ҡайҙа инде?» – тип һораны ҡарт, үҙ алдына ғына ризаһыҙлыҡ белдереп. Әммә Турыҡай йәнә түңәрәк буйлап сапты, әйтерһең, хужаһын бер нимә лә булмаған тип ышандырырға теләй. ...Ҡолонҡайҙы ҡыуаҡлыҡтар араһында тапты, бәләкәс, һығылмалы кәүҙәһен йомарландырып ҡына ята ине. Хужа ҡыуаҡтарҙы асҡас, малҡай ҙур күҙҙәре менән аҡыллы итеп уға баҡты. Ҡарашынан ҡолонҡайҙың үҙен таныуын аңланы – малҡай хужаһының тауышын иҫләй, тимәк. Турыҡай тынғыһыҙланып йәнә аҡланды әйләнде, бер нисә тапҡыр ризаһыҙ бышҡырып алды. Бабай: «Ярай, өйөрҙән ситкә алып киттең дә ти, ә минән нимә тип йәшерәһең?» – тип малҡайын шелтәләп ҡарап торҙо ла уйлана-уйлана өй яғына табан атланы.
«...Турыҡай күптән бушанған. Уны күпме күрмәнем әле, туҡта: бер нисә тапҡыр тапманым, тимәк, ул теге ваҡыт уҡ өйөрҙән айырылған, ҡолонҡайға ай самаһы бар. Ҡарале һин уны, нисектер ҡолонҡайына ҡыуаҡтар араһында ғына булырға кәрәклеген һәм торорға ярамағанлығын аңлата алған бит әле... – тип аптырап баш сайҡаны ул, – бына, һиңә Турыҡай».

Турыҡайҙы, мәле еткәс, тышауһыҙ-ниһеҙ генә йөрөтә ине ул. Ҡапҡа тышына сығара, йүгәнен һыпыра, ә малҡай китергә лә ашыҡмай, ҡыйыуһыҙ ғына алыҫҡа күҙ ташлай, шунан хужаһына, йәнә алыҫҡа баға, доға уҡығанын тыңлап тора, уның йылы устарын арҡаһында тоя, ә ул атты һыйпап ала ла яғымлы ғына итеп ҡеүәтләп ебәрә: «Һә, ...әйҙә... бар...». Ул хәүефләнеп ян-яғына ҡарана-ҡарана, тояҡтары менән йомшаҡ һәм тауышһыҙ ғына баҫып, яйлап ҡапҡа яғынан ҡуҙғала, хужаһының оҙатҡан ҡарашын тойоп, оло юлды үтә. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ҡолонҡайы менән бергә ҡайтып килә лә туп-тура атлыҡсаға ынтыла. Ә ҡолонҡайы ҡапҡаларҙы тәүге тапҡыр күреп ҡа­тып ҡала. Нәҙек итеп кешнәй-кешнәй урамды бер нисә тапҡыр әйләнгәндән һуң, еңел булмаған һайлау эшләгән һымаҡ, ярһып ишек алдына үтә лә әсәһенә һыйына.

«Ҡорайт! Ҡорайт!» – ти хужабикә, боронғоса «Малың ишәйһен!» – тигән оранды ҡабатлап. Турыҡай, сабыйына хәүефһеҙ урын эҙләп, өйгә осоп ҡайтҡан. Ҡыҙыҡһыныусан йылҡы өйөрө ҡапҡа артында тапана. Ҡайһы берәүҙәре Турыҡай артынан ишек алдына ла килеп инә. Шунан хужа, сыбыртҡы шартлатып, өйөрҙө өркөтөп ебәрә. Ҡамсы һыҙғырыуы менән алыҫлашҡан ат тояғы тауыштарына ҡолаҡ һалып, Турыҡай йылы һырты менән ҡолонҡайына терәлә лә хужаһына рәхмәтле ҡарай. Ошо рәүешле бер генә йыл йәшәмәне улар. Ә был юлы Турыҡай унан ҡолонон йәшерҙе, хатта күрһтергә лә йыйынманы. Был бик борсоуға һалды ҡартты.

«Турыҡай миңә башҡаса ышанмай», – тип ҡуйҙы ул, эсе бошоп. Шулайтыр ҙа шул, йыл һайын йәш мал ят ҡулдарға китә бит. Хәҙер ни хатта ат өйрәтеүсе лә юҡ, олатайҙар оҫталығы китте, тирә-йүнгә ул бер үҙе. Үҙенекеләрен ул шунда уҡ өйрәтә: башта балаларын менгәштереп, йүгәненән тотоп йөрөтә, тора-бара эйәр һала. Ни тиһәң дә, ваҡытында тәрбиәләү – бөйөк эш ул.

Ҡай саҡ уға колхоз аттарын да алып киләләр. Иркенлекте теләгәнсә татыған йылҡыға яҡынлап алыуы еңел түгел. Ул үҙ йәшенә ҡарамайынса, бер тапҡыр ғына алып ырғытылмаясағын да уйлап тормай, малҡайҙың бөйөрөнән аяҡтары менән ныҡ ҡыҫып, тығыҙлап менеп ултырғандан һуң, ишек алдын буйлап әйләнеп йөрөй-йөрөй, сыбыртҡының һыҙғырыуын баҫа биреп, ҡәтғи, ҡай саҡ асыулы ла өндәшә: «Мин уйлап тапҡан нәмә түгел, был быуындан-быуынға күскән ата-бабалар васыяты... Олатайҙарыбыҙ ат менгән, беҙгә лә васыят итеп ҡалдырған!» Ат өйрәткәндә шулай өндәшеү йолаһы хәҙер инде онотолған. Ә һуңынан, бөтә «көрәштәр» артта ҡалғас, һыйпап алырға ла онотмау, ялын иркәләп туҙҙырып: «...Һәйбәт! Һәйбәт! Миңә асыу тотма, мин уйлап тапҡан нәмә түгел, ата-бабалар васыяты...» – тиеүе шулай уҡ йола тәртибе.

Атты һатып алған хужаһына тотторғанда, кешеһенә ҡарай, мотлаҡ: «Эскелек менән дуҫ түгелһеңме? – тип һорай. – Ҡара уны, йылҡы малы иҫеректе кешегә һанамай ул, тыңламай ҙа. – Ә аҙаҡтан өҫтәп ҡуя: – һыуҙы таҙа биҙрәнән генә эсер, шуныһын да онотма, боронғолар әйтер ине: лайыҡлы хужаны ат һанлай, хатта үле килеш тә кәүҙәһен яу яланында ҡалдырып китмәй, тип». Һуңынан артынан оҙаҡ итеп ҡарап ҡала, аттың әле ҡапҡаһы төбөнә әйләнеп киләсәген белә. Тик элекке хужа малға ҡабат сыҡмай ҙа, индермәй ҙә. Шунда ғына ат яҙмышына күнәсәк.

«Бына һиңә Турыҡай...» – тип уйҙарына әйләнеп ҡайтты ул. Ҡалҡыулыҡтан Турыҡайҙың ағастар араһынан ҡарашы менән оҙатҡанын күрҙе, ә ҡолонҡай, эңер ҡояшына йылынып, уйнаҡлап йөрөй. «Турыҡай тәжрибәле, аҡыллы... – Ҡапыл һиҫкәнеп китте ҡарт. – Һуңғы сабыйы бит был уның. Шуға ла йәшерә, нисек тә янында һаҡлап ҡалғыһы килә. Әсәлек бәхетенең һуңғы тапҡыр бирелгәнен белә, һуңғыһы менән хушлашыр хәле юҡлығын аңғартырға уйлай. Һай, был Турыҡай! Ә ҡолонҡайы ерән бит, матур», – тип эстән генә һөйөндө бабай.
Өйөндә лә ул Турыҡайҙың сәйерлеге һәм ҡолоно хаҡында ғына һөйләне. «Ә ялы, ҡойроғо?» – тип һорашты ҡатыны. «Шулай уҡ асыҡ төҫтә, бөҙрә...» – тип йылмайҙы ул, әммә Турыҡайҙың үҙенә ышанып етмәүе күңелен өйкәп тик торҙо.

Шул көндән башлап ул малҡайҙарҙы ҡалҡыулыҡтан күҙәтте, яҡын барманы. Бер аҙҙан ҡолонҡайҙы ҡалдырырға тигән ҡәтғи ҡарарға килде: «Әйҙә, Турыҡай менән Ерәнкәй бергә йәшәһен!» Быны ишетеп, ҡатыны ҡулдарын ҡаушырҙы: «Ә бесән һуң... ҡышҡылыҡҡа күпме бесән кәрәк була... һин шул хаҡта уйланыңмы?» «Ҡайғырма, Турыҡай үҙ эшен белә, еңеп сығырбыҙ», – тине ул ҡоро ғына, шуның менән һөйләшеү ҙә тамам булды.
Тағы бер ай тирәһе ул бейәһе менән ҡолонсаҡты алыҫтан ғына күҙәтеп йөрөнө. Ҡалҡыуҙан тау итәге асыҡ күренә, һоҡланып ҡарап торҙо, эңерҙә малдарының һырттары, әйтерһең, Ирәндектең зәңгәрһыу тауҙары бөгөлөнөң дауамымы ни, гүйә, талантлы ҡылҡәләм оҫтаһының тамамланған рәсеме. Бейә менән ҡолондоң һындары күк Ирәндек һырттарында йәшел бәрхәттәге ҡиммәтле биҙәк кеүек кенә салына. Нисек итеп малҡай ошо азатлыҡты яратмаһын ти инде, ниндәй хозурлыҡ! Турыҡайҙың тыныслығын һәм инәлек бәхетен боҙорға ҡыйманы ул. Өсөнсө ай иркендә, үҙе аңлап тора, һуҙа бирһә, ҡырағайға әйләнәсәк Ерәнкәй, тыйып та тота алмаясаҡ.

Инәһе ҙур күҙҙәре менән, аңлағандай итеп, борсолоп хужаһына ҡарай. Турыҡайҙы танырлыҡ түгел, һуңғы ҡолонлауы уны бөтөнләй үҙгәртте. Әйтерһең, үҙенең ирекле үткәне, хатта кешеләрҙе белмәгән, ҡырағай мәлдәре хәтерендә яңырҙы. Ата-бабалар һөйләүе буйынса, аттар ҡасандыр ҡанатлы зат булған, кеше менән дуҫлашып, уларҙың ауыр тормошон күреп, тоғро хеҙмәт итергә ынтылған һәм йыш ҡына Ерҙә тотҡарланыр булған. Улар кешеләргә ҡарата оло мөхәббәте хаҡына хатта ҡанаттарынан яҙған бит.

– Тррр, Турыҡай, әллә бөтөнләй миңә ышанмай башланың инде... – йүгәнде әҙер генә тотоп, хуш еҫле икмәк һынығын һуҙҙы. Был бейәне үҙе өйрәткәйне, эйәләштерелмәгән килеш һатып алғайны. Башта, йола талап иткәнсә, ҡаты сыбыртҡыны күрһәтеп кенә алды, һуңынан тыңламағаны һәм тибешкәне өсөн һыҙырҙы, йәнә лә ғәҙәтләнгән һүҙҙәрен ҡабатланы: «... ата-бабалар аттарҙы эйәләштереүҙе васыят иткән, сыбыртҡы менән өйрәтеүҙе лә улар әйтеп ҡалдырған... мин уйлап сығарған нәмә түгел, ата-баба васыяты!»

Күнде малҡай, әммә һәр саҡ тышауын өҙҙө. Төн етһә, ҡырағай тәбиғәте иҫенә төшөп, таңға хатта хужаһын да, ата-бабаларҙы ла, уларҙың васыят иткән сыбыртҡыһын да танымай торор ине. Бер урмандан икенсеһенә саба, ә ул күндерергә тырышып, һололо биҙрәһен тотоп артынан эйәрә. Турыҡай бик тиҙ ыңғайламай шул: башта икмәк һынығын эләктереп сабып китә, шунан яңағынан һыйпарға рөхсәт итә лә йәнә юртаҡлай. Ниндәйҙер бер мәлдә малҡай хужаһына уйын тәҡдим иткәндәй, яҡыныраҡ ебәрә, ялына тотонорға рөхсәт итә, уның менән бергә саба башлай. Әйтерһең, Турыҡай хәтерләгән, ә кеше заты онотҡан азатлыҡты тойоп ҡарарға саҡыра. Ул ялға тотоноп, елеп барған ыңғайы, оҙон аҙымдарын ташлап, ат янында оса. Йәш мал үҙенең ирекле осошонда уға күҙ ҡырыйы менән генә ҡарай, әйтерһең, тиңдәше, гүйә, кеше менән дуҫлығына шатлана. Хужаһы йығылып барыуын тойһа, ҡатып ҡалып, муйынынан ҡосаҡлата.

Һуңынан ул атты ялынан тотоп, тфү, шайтан, тип шелтәләй-шелтәләй, ирекле осошта төшөрөп ҡалдырылған йүгәнде эҙләп китә. Аты, хужаһын йәлләгәндәй, тыңлаусан ғына бара, тағы ла ҡояштың төшкә ҡарай ҡыҙҙыра башларын тоя, хужа ҡоҙоғондағы һыуҙың һалҡынлығын белә. Бына хәҙер ул хәлдәр ҙә бер нисә тиҫтә йыл артта ҡалды, малҡай менән хужа инде бер-береһенең кәйефен өнһөҙ ҙә тоя. Турыҡай уның ҡулының еҫен, тауышын таный, хужаһының эске донъяһының хәйләһеҙ, саф булыуын үтә күрә. Шуға ла, ышанып, Ерәнкәйҙе уға тапшырҙы. Ә Ерәнкәй бөтөнләй ҡырағайға әйләнде. Хужаһынан башҡа бер кемде лә яҡынайтмай, ишек алдына ингән һәр кемгә ташланып, алғы тояҡтарын күтәреп, тештәрен ыржайтып, юлбарыҫтай тешләргә ынтыла. Быны күргән Турыҡайҙың күҙҙәренән ғорурлыҡ сатҡыһы сәселгәндәй тойола ине. Бабай уның көсөнә һоҡланып, Ерәнкәйҙе өйрәтеүҙән, ябай ат итеүҙән баш тартты. Шуның менән ата-бабалар васыятын үтәүҙе тәүге тапҡыр боҙҙо.

Бесән башланды. Һәр иртә ул ҡо­лондо һарайға бикләй ҙә Турыҡай менән бесәнгә китә. Ул электән йәш малды бесәнгә йөрөтмәне, беренсенән, хәүефле, сапҡыс араһына барып инеүе ихтимал, икенсенән, әсәһен ҡаңғырта. Турыҡай, сапсынып, һәр ваҡыт ҡолонон эҙләй, ә тегенеһе йә урманға саба, йә өйгә ҡайтып китә. Ләкин быйыл бейәне алыштырҙылармы ни, һәр көн, әйтерһең, сабыйынан мәңгелеккә айырыла. Аҡылдан яҙғандай борсола, ә йорт яғына табан шул тиклем саба, арбалағы йөктө бар тип тә белмәй. Бер нисә тапҡыр хатта шоссе юлдың ситенән төшөп китә яҙҙы. Шуға хужа икенсе ҡағиҙәһен боҙҙо – Ерәнкәйҙе бесәнгә ала башланы. Ҡатыны ҡаршы төштө: «Ҡара уны, бесән сапҡыс аҫтына барып ингәнен дә һиҙмәҫһең, һәләк итәһең бит малҡайҙы!» Быға ул ҡаштарын ғына йыйырҙы, йәнәһе, бында нимә­лер аңлатып тороуҙың кәрәге юҡ. «Мин уны Турыҡайға күренеп торорлоҡ итеп ағасҡа бәйләйәсәкмен, уға шулай тынысыраҡ».

Бесәнгә ҡара таңдан йөрөнө, көндәр һанаулы ғына ҡалды, ә ҡышҡа малдарға ризыҡты икеләтә күберәк әҙерләргә кәрәк ине шул.
«Тағы бер аҙна бесәнгә йөрөһәк, – Турыҡайҙың йүгәнен рәтләп, башынан һыйпап, кәңәшләшкән кеүек, өндәште ул. – Быйыл һолоно ла күбе­рәк алырмын, һалҡындарға тиклем тибендә йөрөрҙәр, тауҙа ҡар ҡалын булмай, тамаҡтары өҙөлмәҫ, ...борондан шулай булған...». Быны ишетеп торған ҡатыны: «Аттарһыҙ ҡалырға теләйһеңме, ҡарт, алып ҡасасаҡтар бит, һалҡындарға тиклем кем яланда ҡалдыра, мин әйтте тиерһең, ҡыуып алып китәсәктәр», – тип өҙмәне лә ҡуйманы. «Ерәнкәйгә кем яҡынлай алһын, ул булғанда, эт тә кәрәкмәй, хет ана ишек алдына ебәр ҙә ятып йоҡла», – тине ул, аңғармаҫтан әйткәненә үҙе һөйөнөп көлөп ҡуйҙы.

Ә бер көнө бабай яландан һуңлап, бесәнһеҙ генә ҡайтты. Ҡолонҡай йомарланып ҡына арбала ята ине. Уйынсыҡ төҫлө ине ул, нуры ҡасҡан тере күҙҙәре төймә кеүек кенә ялтырай. Турыҡай яй ғына ихатаға инде, ҡолонон арбала алып ҡайтып килеүен белһә лә, сабыйын бикләп йөрөгән һарай ишегенә өмөтләнеп ҡараны. Төҙәтә алмаҫлыҡ хәлде аңлауҙан ҡурҡып, аңы томаланған ине. Ҡатыны аптыраштан ҡулдарын сапты һәм сеңләп ебәрҙе. Улар усаҡлыҡта ут тоҡандырмай ғына, оҙаҡ ултырып тын ғына һөйләште: «Кемдер ағастан Ерәнкәйҙең йүгәнен алып киткән, яңы ине, үҙем эшләгәйнем... йәй буйына ағаста ҡалдыра торғайным... кемгә кәрәк булғандыр инде?.. Бөгөн арбала нимә табыла, шуның менән бәйләнем: бер бесән көнө лә юғалмаһын тип ашыҡтым, ә ул... ундағы ҡырағай көс... Бәйенән нисек ысҡынғанын һиҙмәй ҙә ҡалғанмын... Сапҡыс ҡаршыһына сабып сыҡмаһынмы... Бесән сапҡысты туҡтатып өлгөрә алманым... Ә ул, ҡапыл өркөп, кире боролдо ла сабып ырғытҡандай ергә ҡоланы... Артҡы аяҡтарындағы һеңерҙәре... Хәҙер бер ҡасан да аяҡҡа баҫмаясаҡ...» «Ярай, етте һиңә, хәҙер мал тип ҡайғырып ултырып булмай бит инде... Әйттем бит, үҙең менән йөрөтмә, тип... Быйыл бигерәк әллә нимә ҡыландың ул шул Турыҡайың менән... Һин ғәйеплеме ни инде...» «...Нуҡтаһы ныҡ ине, үҙем яһағайным... Кемдер ҡул һуҙған... Һәр саҡ, һәр ерҙә бергә булһындар тигәйнем...»

Хаталанды шул, ундай хәл кешеләр араһында ла була, оло мөхәббәттән. Ул быны аңлаһа ла, үҙен ғәфү итә алманы. Таңдан эргәһенә күптәнге дуҫы инде. Ниҙер һөйләй башлағайны, тыңларға хәле булманы. Тегеһе хужаның күҙҙәрендә йәш күреп, яурындарын һикертте лә, бер аҙ баҫып торғас, бейә янына инеп, Ерәнкәйҙе арбаға һалып алып китте.

Турыҡай көнө буйына һарайҙың диуарын тояҡтары менән типкеләне, аран аҫтындағы ерҙе иҙеп бөттө, ауыҙлығын өҙөргә маташты, ҡыҫҡа ғына бауында әллә ҡалайтып зыр әйләнде, күбегенә сәсәгәнсе Ерәнкәйҙе саҡырыуын белде.
Иртән йәнә дуҫы килде, улар шым ғына фекер алышты: «Әйтеп торам, тыныс­ланмаясаҡ ул... Турыҡайҙы ла әрәм итәһегеҙ... Уға ҡолононоң башын күрһәтергә кәрәк, шунда ғына күнә­сәк... Һөтө лә бөтәсәк, тынысланасаҡ та... Нимә балалар кеүек ҡыланаһығыҙ... Ата-бабалар шулай эшләгән... Мин башын алып килдем... Аңлайым барыһын да, һеҙҙән булмаҫ, үҙем һалам...»

Турыҡай башты күреү менән тауыш сығарып көрһөндө, ирендәре ҡалтырап китте, әйтерһең, ҡысҡырырға тырышты, әммә тауышы сыҡманы. Түбән эйелеп, ғәзизен хәтерләткән һөйәккә яңағын терәне лә тынып ҡалды. Эре, үтә күренмәле күҙ йәштәре, яңағында киң юл ҡалдырып, аҡты ла аҡты. Башҡаса тыпырсынманы, тауышы ла сыҡманы. Аласыҡта ауыр тынлыҡ урынлашты, һулҡылдау һәм шым ғына һөйләшеүҙәр ишетелде.
Бейә ашауҙан яҙҙы, ә иң ҡурҡынысы – ул һыу ҙа эсмәҫ булды. Хужаһы уны, йүгәненән тотоп, ишек алдында йөрөтә, ҡоҙоҡҡа алып килә. Уның күҙ алдында һалҡын һыу ала. Малҡай баш тарта. Ул, йүгәнде ҡулына урап, йәнә ишек алдын буйлай. Бейә уның артынан башын эйеп атлай. Хужа тағы ла, биҙрәләрҙе сыңғырҙатып, һыу ултырта – Турыҡай тағы ла башын бора.

Иртәгәһенә лә малҡай ҡоҙоҡто ситләп үтте, ҡайғынан тонған күҙҙәре тирә-яҡта берәүҙе лә күрмәне, шәйләмәне лә. Биҙрәне күкрәгенә ҡыҫып, бабай Турыҡайҙың ауыҙын һыуға тейҙерергә тырышып ҡараны, әммә бушҡа ғына. Дүртенсе көндө йәнә ҡоҙоҡҡа алып килгәндән һуң, һыуҙан башын борғас, малҡайҙың яңағына башын терәне лә: «Беләһең бит... Ерәнкәйҙе һинең өсөн һаҡларға теләнем... һинең һуңғы сабыйың икәнен аңлай инем... ғәфү ит...» – тине. Ҡарттың күҙ йәштәре Турыҡайҙың яңағына сыланды. Кеше һәм малҡай, бер ҡайғынан ҡыйралып, ҡоҙоҡ янында оҙаҡ торҙо. Турыҡай уның ҡайғыһы хужаһының да ҡайғы­һы икәнен аңлап, башын күтәрҙе, ышанып, ҙур дымлы күҙҙәрен уға төбәне, ҡолаҡ остарын һелкетеп ҡуйҙы ла һыуға үрелде.
Кискеһен ул бейәне ҡалҡыулыҡҡа алып китте. Оҙаҡ ҡояш байышына ҡарап торҙо, доға уҡыны. Устары менән битен һыпырып амин тотҡанда, ҡарттың күҙҙәренән йәш эркелә ине. Бер хужаһына, бер офоҡҡа ҡараған Турыҡай аңланы: ошо ҡыҙарып байыған ҡояш менән нимәлер китте, ниндәйҙер бик мөһим, күңелде өйкәп торған нәмә, Ерәнкәй кеүек… Артабан йәшәр өсөн, был бөтә ҡайғыюғалтыуҙарҙы түҙемлек менән ҡабул итергә кәрәк.
Ошонан һуң бейә көн дә ҡалҡыулыҡҡа менеп, ҡояш байышын күҙәтер, шунан хужаһына бағып, тынып ҡалыр булды. Уның доғалары малды тынысландыра ине. Хужаһы ҡайтырға йүнәлә, ә бейә ҡалҡыулыҡтан оҙаҡ ваҡыт бер уның артынан, бер байыған ҡояшҡа ҡарап байтаҡ ҡына ҡуҙғалмай тора.
Турыҡай тағы биш йыл йәшәне. Уның һуңғы йылы көтөү ғазабы менән үтте. Хужаһының, Ерәнкәй кеүек үк, юҡҡа сыҡҡанын аңлағас, ул бөтөнләй һыу эсеүҙән туҡтаны. Тулы биҙрә һәр саҡ янында торҙо. Малҡай бабайҙың аяҡ тауыштарын, ул алып килгән һыуҙы көттө. Ҡапҡа шығырлаған һайын, ингән бер кешегә мөлдөрәп ҡараны ул. Әммә көтөп ала алманы. Ә бер көн иртән Турыҡай­ҙың сабып барған кеүек ерҙә һуҙылып ятҡанын күрҙеләр. Ул ярһыу йәшлегендәгеләй сабып бара ине, ҡабатланмаҫ үткәнендәге һымаҡ. Хужаһы ла уның ялына йәбешеп, оло аҙымдар менән, аяҡ­тарын ташлай-ташлай, янында оса. Ҡолаҡҡа ел һыҙғырып үтә. Турыҡай онота алмаған азатлыҡ осошонан нисек итеп хужаһының йөҙө яҡтырып киткәнен күрә.

Лариса АБДУЛЛИНА тәржемәһе.




Теги:




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook