«Йылдарым – алмаларым»

«Йылдарым – алмаларым»
Ҡәҙим АРАЛБАЙ

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты, Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Ҡәҙим Аралбаевтың шиғриәт донъяһы – гүзәл затҡа, әсәләргә, ҡатын-ҡыҙға аяулы күңел балҡышы. Милли рух, йән йылытыр серле биҙәктәр менән ул уҡыусыһын ошо мөғжизәүи иленә ылыҡтыра, иғтибарын үҙенә йәлеп итә белә.

«Йылдарым – алмаларым»

I
Етмеш бишәр алма бүләк иттем
Ҡыҙҙарыма емеш баҡсамдан.
Был бит – мин үҫтергән таҙа алма.
Уны табып булмай аҡсаға.

«Ниңә етмеш биш?» – тип һораһағыҙ, –
Берәр алма һәр бер йылыма.
Ошо йәштә мин үҫтергән алма
Йылдан-йылға тәмле тойола.

Оҡшамаған кеүек йылдар йылға,
Алма төрлө бер үк ағаста:
Ымһындырып, балҡып көлөп торор,
Тутлағаны булыр ҡояшта.

Ағасынан алма алыҫ төшмәй,
Тып-тып яуа улар тирәләп,
Ҡыҙҙарым да, беҙҙе ҡыуандырып,
Рухиәттә ҡанат кирәләр.

Алмағастар тағы шау сәскәлә!
Баҡса сәме йәнде ялманы...
Йөҙөшәргә еткерергә ине
Һеҙгә бүләк итер алманы!

II
Әсәйҙәргә әсе алма
Һонған яҙмыш күп тапҡыр.
Әсе алма – әсе яҙмыш –
Әсәй уны күп ҡапты.
Һөтө әсе булды микән
(Тәм айыра белгәнмен!) –
Хәтергә һеңеп ҡалған бит
Илай-илай имгәнем...

Әсе алма әселәре
Теленән китмәгәндер,
Атайымды һағыныуҙан
Күҙ йәше кипмәгәндер.
Алты бала – алты ауыҙ
Ҡалған өйҙә атайҙан...
Алма ашауҙары ҡайҙа?! –
Астан үлмәһәң ярай ҙа.

Әсәйҙәргә әсе алма
Һонған яҙмыш гел генә.
Һәйбәт алма һоналманым –
Шул йәнемде телгеләй.
Изгелегең ҡайтаралмам
Һатып ҡалмаларымды,
Һиңә арнап, хәйер итәм
Иң шәп алмаларымды.

III
Ҡыҙҙарға, ти, ҡыҙыл алма.
Ҡыҙҙар ҡыҙыл ярата.
Ҡыҙылды яратҡанғалыр
Ҡыҙҙар йәм-нур тарата.
Үтә ҡыҙыл тиҙ уңа, тип,
Әйтмәгәндәр тикмәгә,
Ҡыҙылға ҡыҙыҡҡан ҡыҙҙар
Еңел йөктө йөкмәгән.

Борондарҙан килә булыр
Ҡыҙҙарға инләү ҡыҙыл.
Үҙеңдең ҡыҙың – ҡәҙерле,
Ҡыҙғаныс – ҡыҙҙың ҡыҙы.
Ҡыҙҙарҙың иң гүзәл сағы –
Ҡыҙ сағы, ҡыҙыл сағы.
Өйгә йылы,
Йәнеңә йәм
Уттың да ҡыҙыу сағы.

Бер мәртәбә кейә ҡыҙҙар
Ап-аҡтан туй күлдәген.
Аҙаҡ, ағинәйҙәр булғас,
Аҡ кейеме – көндәге.
Ҡыҙҙарға мин ҡыҙыл алма
Бирәм изге теләктән:
Ҡыҙыл саҡ – ҡуҙҙай саҡ оҙаҡ
Һүрелмәһен йөрәктә!

IV
Боҙ һуҡҡан яҙҙар ҙа булды
Алмағас ғүмерендә,
Ап-аҡ бирнә кейеменән
Ҡалды көл-күмер генә.
Емешһеҙ ҡалып моңайһа
Алтындай көҙҙәрендә,
Түгелде өмөт йәштәре
Йыһандың күҙҙәренән.

Ҡорт төшкән саҡтар ҙа булды
Ҡай бер йылды алмаға,
Алма өсөн хәүеф йотоп,
Йөрәкте ут ялмаған
Булды саҡтар...
Ҡоролоҡ та
Яҫҡынды ағастарға.
Ә ул тамырҙарын һуҙҙы,
Дым эҙләп, алыҫтарға...

V
Алма кеүек ҡыҙҙарыбыҙ –
Күҙемдең алмалары.
Уларһыҙ юлдар ҡараңғы,
Зиһен дә таралалыр.

Ҡыҙҙар менән ҡыҙыҡ үтеү
Ғүмерҙең ҡалғандарын.
Ҡояш кеүек
Балҡып тора
Йылдарым – алмаларым...
2016–2017

Йырлап киттең...
Фәйрүзә һеңлемдең яҡты иҫтәлегенә
Моңо менән булған иҫкәртергә
Күңелдәрҙе томан баҫҡанды,
Йырсы ҡыҙың Фәйрүзәкәй кисә
Ерҙән йырлап китте «Томан»ды.

Саҡырһа ла һомғол ҡарағайҙар,
Алыштырманың һин талыңа.
Ҡул саптылар мәрмәр һарайҙар ҙа,
Тоғро булдың Турат тауыңа.

Ахыры, беҙ һине аңламаныҡ,
Ҡатылыҡтан ҡалдың аптырап.
Толпарынан яҙған Көнһылыуҙай,
Биҙҙең илдән, беҙҙән ятһырап...

Тик йыр ғына ҡалды хыянатһыҙ,
Таянғанһың хистең көсөнә.
«Томан»ды һин йырлап инеп киттең
Таралмаҫлыҡ томан эсенә...

Тыңлайыҡсы:
Алыҫ Таштуғайҙан
Шыңғырап та килә тауышы.
Таралыр ҙа, бәлки, аҡ томандар,
Баҫылырмы йөрәк һағышы?..
2018

Дебет шәлдәр
Апайымдар бәйләгән шәл,
Һәр күҙендә – күҙ нурҙары.
Уймаҡ-уймаҡ биҙәктәрҙә –
Әсәйемдең ҡул һырҙары.

Күҙ нурынан ғына түгел
Шәлдәрҙәге биҙәк-нағыш,
Әсәйемдән ҡыҙҙарына
Биҙәк булып күскән һағыш.

Заманалар күп ябынды
Апайҙарҙың дебет шәлен,
Сығарҙылар баҙарға ла
Шәлдең шәбен, белеп мәлен.

Алыҫтарҙан танып торам
Апайҙарҙың дебет шәлен.
Һүндермәҫ һис
бурандар ҙа
Улар яҡҡан күңел шәмен,
Донъя йәмен, йәшәү ғәмен...
2017

Көҙгө көй
Һиҙҙермәҫтән генә көҙ ҙә етте,
Ерҙә – ҡыштыр-ҡыштыр япраҡтар.
Мин дә ҡыштыр-ҡыштыр йөрөгән булам,
Ҡаршылашып ерҙә ятмаҫҡа.

Көҙҙөң үҙ йолаһы,
Үҙ биҙәге –
Ҡыштыр-ҡыштыр ҡойола япраҡтар.
Ҡыштыр-ҡыштыр мин дә ҡыймылдайым,
Ашыҡмайым ергә ятмаҡҡа.

Япраҡтарын ҡоя ағастарым,
Килер яҙға бөрө-уй атып.
Ҡыштыр-ҡыштыр мин дә
япраҡ йыям,
Көҙгө һуҡмаҡтарҙы уятып...
2018




Теги: Ҡәҙим Аралбай




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook