Башҡортостан Ҡыҙы

«Ҡойона донъям яңы шатлыҡҡа!..»

«Ҡойона донъям яңы шатлыҡҡа!..»
Рауил Бикбаев,
Башҡортостандың халыҡ шағиры


«Ҡойона донъям яңы шатлыҡҡа!..»

* * *
Өмөт аҡлау еңелме,
Вәғәҙәне үтәүме?
Бейектән ҡолап төшөүме,
Бейеклеккә етмәүме?
Ни ҡәҙерле –
Бөгөнмө?
Киләсәкме?
Үткәнме?
Ни ҡыйыны –
Көттөргәнме,
Көтмәйенсә киткәнме?
Юлдарыбыҙ һикәлтәле,
Бер артылыр, бер төшөр.
Иң ҡыйыны –
Булмауҙары
Көтөр, көттөрөр кешең.

* * *
Тыуым менән үлем сиктәрендә
Бирелгәндер беҙгә аҫыл ваҡыт.
Тыуымдарҙы көсләп туҡтаталар,
Үлемдәрҙе генә юҡ туҡтатыу.
Бәндәләрҙе әжәл ҡыумай арттан,
Әжәл беҙҙе алда тора көтөп.
Аңдыған был ауҙан, был тоҙаҡтан
Ҡотолған юҡ бер кем урап үтеп.
Бер кем белмәй килгәнлеген ергә
Әллә аҙға, әллә оҙаҡҡамы...
Башҡаларға менер тоҙаҡ ҡорма,
Үҙең ауҙа, үҙең тоҙаҡтаһың.

* * *
Иҫкә төшһә бер балам – бер ҡайғым,
Йөрәккәйем яна, йәнем әрней.
Миллиард балаларың тынғы бирмәй,
Түҙәһеңдер нисек кенә, Тәңрем?!
Уларҙың бит барыһы һиңә ғәзиз,
Һыҙланаһың барыһы өсөн, Раббым.
Уйларға ла быны хаҡым юҡтыр,
Тик уйсан йән итеп Һин яраттың,
Һин яралтҡан ерҙе эй яраттым.
Һин яралтҡас донъя, уйға һалып,
Бөтмәҫ һорау менән аптыратты,
Гел-гел әйтә:
–Үҙең тап язаны!

* * *
Баштарыма етмәк дошмандар,
Күҙҙәремде быумаҡ ҡуштандар.
Хәйлә-мәкер, ялағайлыҡ менән
Яманлыҡты бергә ҡушҡандар.
Аңдый улар кисем, таңымды,
Уяулығым ҡайтыр сағымды.
Юғалттырмаҡ булып аңымды,
Ҡайнаталар ғына ҡанымды.
Ваҡланһындар нығыраҡ ваҡлыҡтар,
Һаҡланһындар минән һатлыҡтар.
Һоро шәүләләрҙе яндан ҡыуа
Мең һынауҙы үткән һаҡлыҡтар.
Ҡойона донъям яңы шатлыҡҡа!

* * *
Атланһаң да арыҡ атҡа,
Уйың менән фәҡир булма.
Елдерһәң дә арғымаҡта,
Яманатлы зат-ир булма.
Шағирҙарҙың батшаһы бул,
Батшалар шағиры булма!

* * *
Һин үрләйһең тиҙәр,
Үрләмәйем.
Түбән төшә бары күп заттар.
Эреләнмәйем.
Күренәмдер эре
Ваҡланғанға байтаҡ ир-аттар.

* * *
Фәриҙәгә
Уҙған йылдар!
Береһенән-береһе
Ҡәҙерлерәк, ғәзизерәк булып,
Һағындырып алға баҫалар.
Илле йылдан артыҡ бер үк юлдан,
Бер үк ғүмер, бер үк ҡаралар.
Күпме балҡыш, күпме шатлыҡ бирҙем,
Хәтереңде күпме ҡалдырҙым.
Илле ожмахтарҙа йөрөттөм дә
Илле тамуҡтарҙа яндырҙым.
Киләсәкте Хоҙай ғына белә,
Тик йәшәйем ошо өмөттә:
Ҡалған юлды һинең менән үтһәм,
Һин янымда булһаң,
Шул еткән.

* * *
Елләп, дауыллап йәшлектең
Ҡуйынын асып инәһең.
Олоғайғас дауыл һине
Йыҡмаһын тип киләһең.
Йәш саҡта ғилем елемле,
Зиһенгә сат йәбешә.
Ҡартайғас, белем елемһеҙ,
Шунда уҡ ҡубып төшә.
Йәшлек – шат, ҡартлыҡ – бойоҡ тип,
Кем әйткән – белеп әйткән.
Тик йәшеңде һорап тормай,
Йәшлектә лә, ҡартлыҡта ла
Был тормош күп һемәйтә.
Ҡартайыуҙар был ғүмерҙә
Түгел иң ҙур аяныс.
Күпме дуҫым йәшләй китте,
Ирҙәр ҡалмай таяныр.

* * *
Йылы өйҙөң ҡәҙерен беләм –
Ҡышҡы оҙон юлда туңып
Ҡайтҡас, тәндән нисәмә көн
Бөтмәй ине сығып һыуыҡ.
Йотом һыуҙың ҡәҙерен беләм –
Селләләрҙә күп сарсаным.
Икмәктән дә тәмлеһе юҡ –
Аслыҡ мине күп ҡаҡланы.
Тоғролоҡтоң ҡәҙерен беләм –
Шаңҡыттылар хыянаттар.
Һаулыҡтың мин ҡәҙерен беләм –
Иҫтә әжәл быуған саҡтар.
Ниндәй яҡшы кешеләрҙең
Өлгөрмәнек ҡәҙерен белеп.
Ҡәҙерләйек һәр нәмәне
Ҡәҙеребеҙ бөтмәҫ элек.
Ниндәй аҫыл көндәремде
Йотто донъя ваҡлыҡтары.
Ваҡыт ҡәҙере нығыраҡ артыр,
Үтеп киткәс ваҡыттары!


Теги: Рауил Бикбаев




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook