Башҡортостан Ҡыҙы

Өлөш барҙа үлеш бар

Өлөш барҙа үлеш бар
Әлиә САМАТОВА

Әлиә Саматова Белорет районының 2-се Инйәр башҡорт мәктәбендә уҡыта. Быйыл «Баҫҡыста» исемле тәүге йыйынтығын ҡулына алды. Повестары, хикәйәләре матбуғатта күренә башлау менән уҡыусылар уның һутлы, халыҡсан телле булыуына һоҡланды. Һеҙҙең иғтибарға V Мәхмүт Ҡашғари исемендәге халыҡ-ара хикәйәләр бәйгеһенең Башҡортостанда үткән төбәк өлөшөндә өсөнсө урын алған хикәйәһен тәҡдим итәбеҙ.

Өлөш барҙа үлеш бар
Хикәйә

– Бик алыҫҡа китмәгеҙ, орлоҡҡайҙарым, – ҡапыл иҫкән елгә төрлө яҡҡа һирпелешкән орлоҡтарын киҫәтте Ҡайын-әсә. – Ана, һутлы туғайҙарҙан, йәмле йылға буйҙарынан, сәскәле болондарҙан урын алығыҙ. Йыраҡ булһағыҙ, һеҙ ҙә һағынырһығыҙ, мин дә һарыларға һабышырмын.
Өлгөргән орлоҡтарын үҙ аллы тормошҡа оҙатҡанда, теләктәрен теләп, фатихаһын бирҙе ул.
– Ярай, әсәй, алыҫ китмәбеҙ, – шаян Ел менән уйнап, орлоҡтар һауала өйрөлдө. Уҙышмаҡ уйынына әүрәп, бер нисәһе Ҡайын-әсәнән апаруҡ алыҫлашһа ла, туҡтарға уйламанылар ҙа. Араларында иң отҡор, иң шуҡ һәм сәмсел Орлоҡҡай бөтәһенән дә алдараҡ булып өйрәнгән: Ел менән ярышыуын дауам итеп, өҫкәрәк үрләне. «Һы, бешкәктәр, тороп ҡалып бөттөләр, мин – еңеүсе», – тип шатланды ул.
– Әйҙә, Орлоҡҡай, ҡалышма, мин һиңә яңы ерҙәрҙе күрһәтермен. Һауаға күтәрелгән һайын ер тағы ла матурыраҡ күренә бит ул! Ана, һеҙ үҫкән аҡлан төймәләй генә булып ҡалды. Борғоланып аҡҡан йылға, әйтерһең дә, шул төймәне эләктереп тағып ҡуйған зәңгәр еп, ивет.
– Эйе. Ҡарале, ә тауҙар ниндәй мәғрур, береһенән береһе бейегерәк, унда күпме ағас үҫә!
Шулай Орлоҡҡай Ел дуҫы менән һауала осоп, тирә-яҡтағы гүзәллеккә һоҡланды. Бына хәҙер ул үҙенә иң оҡшаған ерҙе һайлап алып, шунда тамыр ебәрәсәк. Йылға буйын төбәк итһә, тамырҙары һыуға туйып йәшәр. Ә болон уртаһында хуш еҫле сәскәләрҙең йыл да яңырыуын күҙәтеп, уларға ҡунып шаярған күбәләктәрҙең сихрилегенә һоҡланып ғүмер итеү – үҙе әкиәт. Тиҫтерҙәре эргәһенә, ағастар араһына төшһә, дауылдарҙан һаҡланыуы еңел булыр. Хыял болотона ултырған Орлоҡҡай Ел дуҫын ғәйрәтле Дауыл алыштырғанын да абайламаған. Ярһыу ҡосағына алып, Орлоҡҡайҙың хыялдарын селпәрәмә ярып, Дауыл уны йыраҡҡа алып киткәндә, ҡояш тауҙар артындағы сәңгелдәгендә бәүелә ине инде.
– Әйҙә, минең менән дә ярышып ҡара. Кем көслөрәк?
– Юҡ, ебәр мине, уйнап, ярышып туйҙым, ҡайтайым Ҡайын-әсәмә, – тигән ялбарыуын ҡолағына ла элмәне ҡомарланған Дауыл. Орлоҡҡайҙы бейек тауҙарға алып осто. Башы әйләнеүҙән бер ни күрмәгән бәләкәс, нисек кенә ҡаршылашмаһын, ғәйрәтле «юлдашының» ауынан ҡотола алманы. Уның ҡарауы, шашып көлөп, ҡая ситендә үҫкән ваҡ ағастарҙы төбө-тамыры менән аҡтарып, был ярышта кем көслөрәк икәнен дәлилләне Дауыл. Ҡоторғандан ҡотолғаның хәйерле. Дөм-ҡараңғы төндә Орлоҡҡай ниндәйҙер ҡаты нәмәгә бәрелеп иҫен юғалтмаһа, нимәләр булып бөтөр ине икән? Билдәһеҙ...
Ҡояш нурҙары танауын ҡытыҡлағанға уянып китте Орлоҡҡай. «Мин ҡайҙа? Ниңә башҡалар күренмәй? Ниндәй таш өҫтөндә ятам?». Тирә-яғына күҙ һалды бисара. Ни күрһен? Таштар уратҡан уны. Әйтерһең дә таш зиндан. Бейек тауҙың ҡаялы итәгенә килеп төшкән бит. Ҡайһылай ҡурҡыныс. Уңға ҡараһаң да, һулға баҡһаң да – һалҡын, осло ҡая таштары һерәйгән. Ә тыуған туғайы аҫта, күҙ күрмәҫлек ерҙә ҡалған. «Ни эшләргә? Ярҙамға Ел дуҫымды саҡырырғамы?». Төнө буйы Дауыл менән көрәшеп ҡысҡырыуға, тауышы ҡарлыҡҡайны: «Ярҙам ит, Елкәй», – тип сипылдауы үҙенә лә ишетелмәне хатта.
Ҡояшта эҫергәнеп тәнде бешерә башлаған ташта ятыу – үлемгә бәрәбәр. Нимәлер эшләргә кәрәк. Һуңғы көсөн йыйып, Орлоҡҡай ҡырлы таштың бер яғына шыуышты. Ситенә еткәс, төшөр ер тапмай, икенсеһенә һикерергә мәжбүр булды. «Әлеммм... быныһы бигерәк эҫе». Хәле нығыраҡ мөшкөлләнде бахырҡайҙың. Шулай ҙа донъяға яралғанда уҡ һалынған сәмселлек күрәләтә, табала ҡурылған көнбағыш кеүек, ташта кибеп үлергә юл ҡуйманы. Хәрәкәттә – бәрәкәт, тип, аҡтыҡ көсөн йыйып, ул алға ынтылды. Инде һуңғы һулышын алыу сигенә еткән Орлоҡҡай, ғүмере өсөн көрәшеүен туҡтаттым тигәндә генә, тайып китеп, ике таш араһына, һалҡын тупраҡҡа килеп төштө. Эҫегә әлһерәп, туҡтауһыҙ хәрәкәттән хәлһеҙләнгән Орлоҡҡай таныш тупраҡ еҫенә иҫереп, моронон шунда төртөп, иҫен юғалтты.
Күпме ятҡандыр, тамсы тамғанға уянып китте. Ямғыр яуа икән. Тереһыу тапҡандай, йотлоғоп һыуһынын ҡандырҙы ла, тупраҡҡа нығыраҡ төрөнөп, йоҡоға талды. Тәүге яҙмыш һынауҙары шулай башланды. Быныһы иң еңеле булғандыр әле. Сөнки ҡалғандарына ҡаршы торор өсөн шаян һәм сая Орлоҡҡайға сынығыу мәктәбе үтергә тура килде. Самалы тупраҡта ауырлыҡһыҙ ғына үҫеп китһә лә, аҙаҡҡа табан тамырҙарҙы йәйерлек урын етмәүе, дым эҙләп таштар араһынан яралана-яралана тамырланыуы еңелдән булманы уға. Кейендергән дә – ер, туйындырған да – ер. Бирешмәне. Юлында осраған осло ҡырлы ҡаршылыҡтарҙы шылдырып, йәшәү сығанағына ынтылды. Әсәһенең: «Оҙон тамырлы ағас оҙаҡ йәшәй, балаҡайҙарым», – тигән һүҙҙәре һәр ваҡыт ҡолағында сыңлап торҙо уның. Өҫтөндәге таштарҙы этәреп, ҡояшҡа үрелде. Ямғырҙарҙың бер тамсыһын да әрәм-шәрәм итмәйенсә тамырҙарына һеңдерҙе, ҡояш нурҙарын сарыфламай олонона, ботаҡтарына, япраҡтарына бүлеп бирҙе. Яҙҙан башлап ҡара көҙгә тиклем һис туҡтамай ҡышҡы сатлама һыуыҡтарҙан, бурандарҙан һаҡланырлыҡ көс-ғәйрәт йыйҙы ул, йылылыҡ тупланы.
Өлөш барҙа үлеш бар
Тырышҡан – ташҡа ҡаҙаҡ ҡаҡҡан. Бер нисә йылдан таштарҙы ярып һомғол кәүҙәле, сая рухлы, көслө Ҡайынҡай үҫеп сыҡты. Буй үҫкән һайын күберәк һыу кәрәк булғанлыҡтан, ул тамырҙары менән ҡая таштарын емереп, тәрәндән дым эҙләүгә бар көсөн һалды. Тапҡас та туҡталып ҡалмай, көрәшен дауам итте. Ҡайынҡай был ҡаяла бер үҙе түгеллеген күргәс, аралашырға һәм дуҫлашырға башҡалар ҙа барлығына һөйөндө. Ул һәр таңды бөтәһенә сәләм биреп уянды. Эргәлә генә унан өлкәнерәк, тәпәш буйлы ҡайындар үҫә икән, саҡ ҡына алыҫыраҡ тиңдәштәре баш ҡалҡыта. Ә ана тегендә, ҡая таштарын емереп, олпат Ҡарағай ботаҡтарын йәйгән. Ул әкиәт батырылай мөһабәт. Йыуан көслө тамырҙары эргә-тирәһендәге ҙур таштарҙы ыуалап, ваҡлап бөткән хатта. Уға ҡараһаң, был ерҙә өнһөҙ, битараф ҡаялар түгел, ә тап ошо киң ҡоласлы Ҡарағай хужа тиерһең. Ел-дауылдарҙа башҡа ағастар ана һынырҙай, бына һынырҙай булып бәүелгәндә лә ул ҡымшанмай ғына ғорур тора. Көслө Дауылды яҡын ебәрмәүсе, ҡыҙыу ҡояш нурҙарынан эргә-тирәләге ағастарҙы ҡурсалаусы ҡалҡан ул.
– Ана, ҡара, тамырҙары ниндәй йыуан, беҙгә тигән дымды ошо Ҡарағай һурып ултыра бит.
– Эйе шул, беҙҙең меҫкен тамырҙарыбыҙ шунан мөшкөлләнә.
Өлөш бар ерҙә үлеш бар инде. Эргәлә үҫкән ҡайындарҙың үҙ-ара гәпләшеүен ишетте бер көндө Ҡайынҡай.
– Ә һеҙ тамырҙарығыҙҙы төпкәрәк ебәрегеҙ. Шулайтһаң, юлдағы таштарҙы ватып, һыулы ер табырға була ул, – тип үҙ башына һүҙ ысҡындырҙы эскерһеҙ Ҡайынҡай. Күпме сәйнәһәләр ҙә, тештәре үтмәҫ Ҡарағайҙан иғтибарҙарын эргәләге йәш үҫентегә борҙо тегеләр.
– Һинең ни ҡыҫылышың бар, маңҡа! Йәшһең әле беҙгә аҡыл өйрәтергә.
– Ҡарағай менән берәй бәйләнеше барҙыр, юғиһә шулай тиҙ генә үҫеп китмәҫ ине был нәмә.
– Эйе шул. Тиҫтерҙәре саҡ-саҡ баш ҡалҡыта, ә был көн дә шәп кәйеф менән сәләм биреп уяна. Әкиәттәгеләй, ай үҫәһен көн үҫә бит.
– Сәләм ҡайғыһы барҙыр шул ошондай таштар араһында ғүмер кисереп. Ана, аҫта, туғайҙа, йылға буйҙарында ҡалған туғандарыбыҙ инде әллә ҡасан үҫенте ебәрҙе, ә беҙ үҙебеҙ саҡ көн итәбеҙ... – Япраҡтарын ҡыштырлатып, ботаҡтарын болғай-болғай кемуҙарҙан зарланды ҡайындар.
– Быға бер кем дә ғәйепле түгел бит, үҙебеҙ һайлаған яҙмыш, апайҙар, зарланмайыҡ. Барыһы ла үҙебеҙҙең ҡулда, – был һүҙҙәре менән бер ҡатлы Ҡайынҡай ғүмерлек дошмандар тапҡанын уйламаны ла.

Йөҙйәшәр Ҡарағай әңгәмәне тыңлап, йылмайып ҡуйҙы. Эскерһеҙ, сая, ҡыйыу һәм ғәҙел Ҡайынҡайҙа үҙ йәшлеге сағылып киткәндәй булды. Йөҙәр йыл был ҡаяла йәшәү өсөн күпме көс, рух кәрәклеген ул бик яҡшы белә. Еңел йәшәргә өйрәнһә, эргә-тирәләге бер орлоҡ та ағас булып шытмаҫ ине. Башҡаларға ла һыу булһын тип, көслө Ҡарағай таштарҙы емерҙе, тамырҙарын тәрәнгә тоташтырҙы. Көсһөҙҙәрҙе ҡурсалауҙы үҙ бурысы, ғүмерлек вазифаһы итеп ҡабул итте ул.

Көн дә ҡырын ҡарап, кәйеф ҡырырға маташҡандарға Ҡайынҡай иғтибар итмәне. Һәр ваҡыттағыса иртәне сәләмләп, көндөҙ ҡояшта наҙланып, Ел дуҫы менән серләшеп, кистәрен ботаҡтарына һандуғастар ҡундырып йәшәүен дауам итте. Уның бар маҡсаты – буйға оҙонораҡ үҫеп, болондағы Ҡайын-әсәһен, туғандарын күреү ине. Һағынғайны ғәзиздәрен. Үҫә килә тыуған ерҙең дә ҡәҙере арта шул, кендек ҡырҡылған ер ожмахҡа тиңләшә. Туғанлыҡ ептәре нығыраҡ төйөнләнеп үҙенә саҡыра. Маҡсатына өлгәшеү өсөн ул бөтә көсөн һалды. Ҡаршылыҡтарҙы еңеп, тамырҙарын йәйҙе.
Бер нисә йылдан олоно йомороланып, ботаҡтары тарбаҡланып, япраҡтарын елгә елберләткән, суҡлы алҡаларын таҡҡан аҡ күлдәкле зифа Ҡайынҡайға һоҡланмау мөмкин түгел ине. Уның гүзәллеге тирә-яҡҡа йәм өҫтәне. Йәнһеҙ ҡаялыҡҡа йөҙәр йыл килмәгән һандуғастар ҡайтты, сәскәләр тамыр йәйҙе. Төрлө төҫлө күбәләктәр ҙә уйын ҡорғас, был ерҙәр тыуған болонон хәтерләтте Ҡайынҡайға. Ер һине түгел, һин ерҙе биҙәй алаһың икән дә баһа!
Тик эстәре ҡара янғандарға ғына был уғата оҡшаманы. Үҙ-ара имеш-мимеш шыбырлашып көн үткәрҙе улар. Ороло арҡаларын бер-береһенә терәшеп ләстит һаттылар, этлек уйланылар. Мәкерлектәрен тормошҡа ашырыу өсөн үҙҙәренең генә көсө етмәҫен белеп, бер көндө Дауылды ярҙамға саҡырҙылар. Уныһы, Ялағай дуҫын эйәртеп, ҡотҡоға төштө. Күп уйлап торманы аңһыҙ Ялағай: Ҡайынҡайҙың һылыу тәненә утлы ҡылысын ҡаҙаны, ә Дауыл асылған яраға эргәләге таштарҙы атты. Күҙ асып йомған арала булған фажиғәнән барыһы ла шаңҡып ҡалды. Яраланған тәненә килеп тейгән осло таштарҙан ауыртынып, меҫкенкәй ботаҡтары менән ҡапланды. Аҡ күлдәген йыртып үткән утлы ҡылыс эҙҙәре төтәп, ялҡын булып дөрләр ине, әгәр ҙә ваҡытында Ҡарағай ярҙамға ташланмаһа. Ҡуйы ылыҫлы ботаҡтары менән һыйпап, ялҡынды һүндерҙе ул. Ҡайынҡайҙың тиҫтерҙәре ҡурҡып ҡалтыранып ултырһалар, был мәкерҙең сәбәпселәре, күрмәмеш тә белмәмешкә һалышып, йөҙҙәрен борҙо.

Яртылаш янған тәненә ҡаҙалған таштарҙы һыҡтай-һыҡтай таҙартты Ҡайынҡай. Аҡ ҡарҙай саф күлдәгенең башҡа бер ҡасан да елгә елберләмәҫенә йөрәге телгеләнде. Ялҡынға ҡара янып, бөгәрләнеп ыңғырашҡан япраҡтарын йәлләп һыҡтаны. Һынған ботағының бер яҡта ҡанһырап ятыуын күргәс, саҡ иҫен юғалтманы. Ҡоттары осҡан ҡоштар һирпелешеп боҫоп бөттө, өтөлгән сәскәләрҙең башы эйелде. Тынлыҡта Ҡайынҡайҙың яралары һулҡылдауҙан әрнеп илағаны ғына ишетелде. Ошо мәлдә яңғыҙ булһа, ул был һыҙланыуҙарҙы күтәрә алмаҫ ине. Әммә яҡындары ярҙамға ташланды. Ел әхирәтенең яраларын өрөп, әрнеүен баҫты, йыртылған күлдәгенең итәктәрен яманы, тиҫтерҙәре йылы һүҙ менән күңелен дауаланы. Яҡшылыҡҡа йылан да баш эйә тигәндәй, хатта мәңге һалҡын ҡая таштар ҙа был мәкерлекте өнәмәне, улар Ҡайынҡайҙың тамырҙарына һыу эҙләргә быуылған юлдарҙы таҙартты. Үлемдән ҡотҡарған Ҡарағай, үтә ҡыҙыу ҡояшта яралары кипмәһен, ямғырға бирешмәһен тип, ҡалҡан булып баҫты.

Йәрәхәттәрен төҙәтеү өсөн йылдар талап ителде Ҡайынҡайға. Төҙәлде улар. Онотолдо барыһы ла. Тән яраһы бөтөр, йән яраһы бөтмәҫ, тиһәләр ҙә, һәр ваҡыттағыса, төшөнкөлөккә бирелмәй, сәләм биреп ҡаршыланы иртәләрҙе ул. Көслө рухы алдында Дауыл менән Ялағай ҙа баш эйҙе, күрәһең, башҡа был тауға яҡынлашманылар. Тик ап-аҡ олондо буйынан буйына һыҙырып үткән яра эҙе генә мәңге юйылманы.
Быйылғы яҙ шатлыҡ килтерҙе Ҡайынҡайға. Ҡаялар аша ул, ниһайәт, тыуған төйәген, туғандарын, һөйөклө Ҡайын-әсәһен күреп ҡыуанды. Йылға буйҙарында, туғайҙарҙа үҫкән ҡәрендәштәренә сәләм бирҙе. Йәшел шәлен ябынып, болон уртаһында баҫҡан сабыр әсәһенә һағыныуын, һөйөүен юлланы. Бейек ҡая ярында үҫеп буйға еткән ҡыҙын күреп, Әсә лә һөйөнөсөнән аҡҡан күҙ йәштәрен йәшермәне. Юғалғандыр инде, тип уйлаған балаһын һап-һау күреү ҙур бәхет ине. Яраларын аңғарманы Ҡайын-әсә. Уларҙы эргәлә үҫкән ағастар, ҡая таштары, Ҡарағай ҡаплағайны. Шулай яҡшыраҡ та. Әсә йөрәге балаһының яраһын күрһә, бик ауыр кисерер ине, юғиһә.

Киләһе йылына Ҡайынҡай үҙе, фатихаларын биреп, орлоҡҡайҙарын үҙ аллы тормошҡа осорҙо. Аҡ иңдәренә суҡлы һары шәлен һалған әсә: «Минең балаларым минән бәхетлерәк булһын!» – тип теләне.
Артур ВАСИЛОВ һүрәте.


Теги: Әлиә Саматова




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook