Нисек кенә мине һынамаһын, Яратам мин яҡты донъяны…

Нисек кенә мине һынамаһын, Яратам мин яҡты донъяны…
Гөлнур ҠЫУАТОВА

Гөлнур Ҡыуатованың шиғриәте мөхәббәттән туҡылған. Уның һәр һүҙенән һөйөү бөркөлә, шуға лә һин әле моң-һағышҡа күмеләһең, әле шатлыҡ-ҡыуаныстарға сорналаһың, әле уйға батаһың, әле күңелеңдә өмөт ярала...

Нисек кенә мине һынамаһын,
Яратам мин яҡты донъяны…


***
Ҡыштыр-ҡыштыр ергә япраҡ яуа,
Көҙҙөң моңо шулай ярала.
Ошо моңдо тыңлап юлға сыға,
Йылы эҙләп ҡоштар тарала.
Ҡыштыр-ҡыштыр кисеп киләм әле
Япраҡ диңгеҙҙәрен урманда.
Мөлдөрәмә йәштәр тулған күҙгә,
Йәйҙәр менән ғүмер уҙғанға.
Ҡыштыр-ҡыштыр... Япраҡ сәләм бирә,
Йыуатырға теләп йылмая.
Әллә ниңә көҙҙәр етһә, күңел
Һағышлана, бер аҙ моңая...

***
Нисек кенә мине һынамаһын,
Яратам мин яҡты донъяны.
Ялҡындарҙа дөрләп, утта янып,
Тормош ҡаҙанында ҡайнаным.
Шатлыҡ булһа әгәр, шатландым да,
Ҡайғыларҙа үкһеп иланым.
Тик ихласлыҡ менән ғүмер иттем,
Күҙ буяуҙың йәмен тапманым.
Мин ашығам йәшәп ҡалыр өсөн,
Бына хәҙер, ошо минутта.
Ғүмер әгәр яҡты усаҡ булһа,
Мәңге яныр инем был утта.

***
Был көнөм дә үтте. Ҡабатланмаҫ,
Саҡырһам да ҡайтмаҫ кирегә.
Ғүмер бит ул һуҡмаҡ-юлдар кеүек,
Алға йүгерә лә йүгерә.
Үткәндәрҙә ҡалды бөгөнгө көн –
Ғүмер-муйынсала бер мәрйен.
Имен үтте, шөкөр, ғәмәлдәре
Булғандыр ҙа әле тәғәйен.
Үтте көнөм. Үкенмәйем һис тә,
Иртән атыр таңды көтәмен.
Мин яратам ғүмерҙәрҙең шулай
Матур ағыш менән үткәнен,
Бәлә-ҡазаларһыҙ үткәнен.

***
Ауырлыҡҡа зарланмайым:
Барыһы үтер.
Донъя имен, һаулығым бар,
Аллаға шөкөр!
Йонсоу көнгә һис көймәйем,
Ҡояш һүнмәгән.
Был ғүмерҙе Хоҙайыбыҙ
Бушҡа бирмәгән.
Аҡса юҡ, тип иламайым:
Табырға була.
Бәхет менән Иман барҙа
Йәшәргә була.
Һәр яңы көн – яңы тормош,
Күңелдәр бөтөн!
Бисмилла тип башланған көн
Тик матур үтер!

***
Беҙ һөйөүҙе һуңлап татыныҡ бит:
Бал тәмендә – әсе күҙ йәше.
Әйтерһең дә, матур төҫтәр менән
Албырғатҡан балан тәлгәше.
Татлы, баллы кеүек һинең хистәр,
Бәхетлемен һинең яныңда.
Аҡылыма ҡайтһам – күҙ йәштәре,
Һәм янамын ғазап утында.
Нисек кенә ҡыҙармаһын балан,
Әсе көйө ҡала емеше.
Һөйөүемдән нурҙар сәсһәм дә мин,
Күҙҙәремдән аға күҙ йәше...




Теги: Гөлнур Ҡыуатова




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook