Башҡортостан Ҡыҙы

Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә

Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә
Миңзәлә Хәлилова

Миңзәлә Хәлилова (Байышева) – Баймаҡ ҡыҙы, Дәүләкән килене. Ғүмер буйы балалар уҡытып, мәғариф өлкәһендә байтаҡ уңыштарға өлгәшкән ханым әҙәбиәттә лә үҙен әүҙем һынай. Шиғырҙар, хикәйәләр ижад итә, яҙмаларында әҙәм күңеле тигән ҡатмарлы донъяны төрлө яҡтан асырға ынтыла.

Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә
Хикәйә
Йәйге селлә. Ғөбәйҙә өй эҫеп китмәһен тип, түр яҡ бүлмәнең тәҙрә ҡапҡас­тарын ябып инде. Ике малайы иҙерәп йоҡлай, оҙон көн буйына урамда уйнайҙар, кисен арманһыҙ булып ҡайталар, тиҙерәк йыуындырып өлгөрмәһәң, ҡайҙа ултыралар, шунда ойоп та китәләр, хатта тамаҡ ашарға ла хәлдәре ҡалмай. Ана бит, оло улы Нурисламдың битендә бер себен ултыра, шуны ла тоймай, ҡолас ташлап йоҡлай бәпескенәһе. Себенде ҡыуып ебәреп, шым ғына ишекте япты. Ял итһендәр әле иптәштәренең берәйһе килеп уйнарға саҡырғансы.
Ире Ғәйнислам таң һарыһынан тороп, тиҙ генә ҡапҡылап алды ла, Ғөбәйҙә төрөп ҡуйған төйөнсөктө тотоп сығып та йүгерҙе. Бигерәк эш тип йәнен бирә ул. Кешенән артта ҡалып, һуңлап йөрөргә яратмай, ундай кешеләрҙе йәне һөймәй. Таң һарыһы менән китә лә эңер төшкәс кенә ҡайтып инә. Балалар һағынып бөтә. Бер көн бәләкәсе, Минисламы:
Миһырбанлыҡҡа мәҙхиә– Әсәй, минең атайым юҡмы әллә? – тип һорап ҡуйҙы.
Ғәйнисламға һөйләгәс, башын артҡа ташлап, рәхәтләнеп көлдө. Төндә эргәләренә инеп, йоҡлап ятҡан малайҙарын яратып сыға ла бит, улар һиҙмәй ҡала. Бала аптырарлыҡ та шул. Иртән торһалар – аталары эштә, кисен ҡайтһа, улар инде әүен баҙарына юлланған була. Йәйҙең бер көнө йылды туйҙырыр ваҡытта эштән ҡалып булмай, көҙгө уңыш өсөн көрәш йәй буйы бара.
Ҡатын усаҡлыҡҡа сығып, самауырын итек ҡуңысы менән борҡоторға тотондо. Усаҡ аҫтына ла яғып ебәрҙе, эркет ҡайнатып алаһы бар. Икмәк башы яһағайны, ҡабара микән тип, тиҙ генә икмәк силәгенә лә күҙ һалып алды. Шул саҡ бәйҙә торған Юлбарыҫ исемле эттәре абалап-абалап өрөргә кереште.
– Малға икенсерәк итеп өрә торған, берәй сит кеше барҙыр, моғайын, – тип, ҡулдарын алъяпҡысына һөртә-һөртә ҡапҡа яғына йүнәлде Ғөбәйҙә.
– Юлбарыҫ, кеш, тик тор, кемде улайтып ашап бараһың? – тип һөйләнеп, ҡапҡаны асып ебәрҙе.
Ҡапҡа алдында тулы ғына кәүҙәле, шешмәк битле, әберкәләп тегелгән күлдәк, уның өҫтөнән йәшел камзул, аяғына ҡара үзбәк калошы кейгән, сәстәрен яулыҡ аҫтына йыйған, ике бәләкәй генә этте муйынсағынан бәйләп тотҡан сит бер ҡатын тора.
– Һаумыһығыҙ, берәй сит кешегә өрәлер, тип уйлайым шул. Күрше-тирәне, туған-тыумасаны, әҡрәбәне таный ул, былайтып ҡыланмай торғайны, ҡалайтып яу һаласы. Ә һеҙҙе бер ҙә танымайым, кем кәрәк ине?
Хәҙер инде ҡатындың ике сәүеге сәрелдәп өрөргә тотондо.
– Тик тор, Лайка, кеш, Стрелка! – тип ҡатын бауынан тартып эттәрен тынысландырҙы.
Ят ҡатын иғтибар менән Ғөбәйҙәнең башынан аяғынаса күҙ йөрөтөп тикшереп сыҡты ла:
– Һин Ғөбәйҙәме? – тип һораны.
– Эйе.
– Улай булғас, мин һинең әсәйең Мәрзиә булам. Таныш булайыҡ! – тип күрешергә ҡулын һуҙҙы ҡатын.
Ғөбәйҙәнең башына мең ҡырмыҫҡа менеп киткән кеүек, сәстәренең төбө ҡыймылдап ҡуйҙы. Хатта ҡорһағын­дағы сабыйының шәп-шәп итеп тибеп, әйләнеп ятҡанын тойҙо. Теле аңҡауына йәбеште, йөрәге күкрәк ситлеген ярырҙай булып ашҡынып типте, ике сикәһе бурҙат ҡыҙыл төҫкә инде, ҡолаҡ остары ҡыҙарҙы.
– Ә-сә-йем?
Ғөбәйҙә телен саҡ-саҡ ҡыймылдатып, ошо һүҙҙе әйтә алды.
– Нисек әсәй! Һеҙ минең әсәйемме?
– Шулай булалыр инде, һинең исемең Ғөбәйҙә, атайың Азамат исемле булһа, тимәк, мин һиңә әсәй тейеш кеше булам.
Ҡапыл Ғөбәйҙәнең иғтибарын урам аша өйҙөң тәҙрәһенә ҡапланған апһы­нының аптыраулы ҡарашы йәлеп итте.
– Әйҙәгеҙ, ишек алдына үтегеҙ, ана бөтә кеше тәҙрәгә ябырылды, – тине ул, яңы танышына ҡапҡаны асып. – Үтегеҙ.
Ишек алдына ингәс, Мәрзиә эттәренең бауын ысҡындырып ебәрҙе. Улары пыр туҙып ихата буйлап йүгерергә, еҫкәнергә кереште. Сит эттәр ингәнен яратмаған Юлбарыҫ, үҙе бәйле торғас, көнләшеүенәндер ҙә, тағы ла нығыраҡ итеп, сынйырҙан ысҡынып ашарҙай булып, ярһып-ярһып дауланы.
– Юлбарыҫ, туҡта, тауыш алдырмайһың, етәме, юҡмы, бар ояңа! – тип хужабикәһе ысынлап та орошҡас, ғәйепле төҫ менән ояға инеп китте лә, ишектән башын ғына тығып, үҙ һүҙен бирмәй, теге ике эткә тештәрен ыржайтып ырылданы.
Ә Ғөбәйҙә һаман да ишеткәненә ышана алмай, үҙен алты айға тиклем генә ҡараған, унан һуң егерме ике йыл үткәс ҡаршыһында баҫып торған, хәҙер сит-ятҡа әйләнгән әсәһенә аптырап ҡараны.
– Ниңә ул тиклем аптыраның, Ғөбәйҙә? Мине үлгәндер тип уйланыңмы әллә? Юҡ! Бына мин тере, – тип һөйләнде ҡатын.
Артур Василов һүрәте.


Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 8-се (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Миңзәлә Хәлилова




Яңы һан



Журнал архивы


Һауа торошо

Яндекс.Погода

Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр

Счетчик


Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook