Көтөлмәгән туй

Көтөлмәгән туй
Ғәлим Хисамов


Яҙыусы, журналист, билдәле йәмәғәт эшмәкәре, «Тамып та ғына ҡала ҡандары», «Аҡтамыр», «Тәфтиләү» һәм башҡа байтаҡ тарихи романдары, мистика һәм тылсымға мансылған повестары менән билдәле Ғәлим Хисамовтың һәр яҙмаһы көтөп алына. Уҡыусыны һутлы теле менән арбап, әҫәр буйы көсөргәнештә тота белеү, иң ябай ваҡиғалар аша донъя ҡанундарының тәбиғи үтәлешен күрһәтә белеү – ижадсының уңышлы мәрәйҙәре.

Көтөлмәгән туй
Хикәйә
Хөрмәтулла (үҙ-ара һөйләшкәндә – Хөрмәт) Баҡыртау ҡалаһында һөнәрселек училищеһын тамамлап, фабрикала эшләне, ошонан әрмегә китте, өс йыл хеҙмәт иткәндән һуң шунда кире ҡайтты. Ул йылды иген уңғайны, ауылда ашлыҡты урып-һуғырға, йыйып бураға һалырға эшсе ҡул етешмәй. Ҡалалағы ойошмаларҙан ауылға ярҙамға кешеләр ебәрергә булдылар. Ураҡ менән сүкеш берлеге бит. Слесарҙар цехында йәрәбә Хөрмәтуллаға төштө. Унан башҡа кемде ебәрһендәр инде ике айға төп эштән айырып? Ғаиләһе юҡ, тимәк, өйҙә (дөрөҫөрәге, ятаҡта) илап балаһы көтмәй. Өҫтәүенә Хөрмәтулла – ауыл балаһы, ундағы эште, тормошто белә, өйрәтеп тораһы түгел.
Ошо ике айҙы тултырҙы ла эшкә барып күренде һәм ялға ата-әсәһе янына ҡайтып китте. Ул саҡта Ҡыуандыҡ, Ейәнсура һәм башҡа ауылдарҙан сыҡҡан күп кеше Баҡыртауҙа эшләй, йәшәй торғайны. Иң яҡын ҡала булғанға, кейем-һалым алырға ла шунда йөрөнөләр. Хөрмәтулла үҙҙәре яғына барған поезд вагонына ингәйне, күрше ауылдан Фәүзәт ағай менән ҡатыны ултыра.
– Яҡташтар ҙа бында икән, – тип барып күреште.
– Эйе, – тине ир кеше. – Бына тегенеһен-быныһын алырға гурытҡа барҙыҡ. Көҙ етте бит. Балаларға өҫтөнә кәрәк. – Ҡатынының өндәшмәй ултырғанын шәйләп, – Сәриә, һин Хөрмәтте танымайһыңмы ни? Ейәнсурала Сания менән бергә уҡынылар.
– Ә-ә, – тине лә ҡатын, асылып китмәне.
– Сания ни хәлдә? Күптән күргән дә юҡ, – тип Хөрмәтулла һорашты.
– Ул да ҡалаға китте. Туҡыу фабрикаһында.
– Кейәүгә барманымы һуң әле?
– Юҡ. Яңыраҡ үҙебеҙҙең ауыл Байрастан яусы килгәйне лә, бирмәнек.
Хөрмәтулланың ҡолағы ҡарп итеп ҡалды. Байрас менән Сания мәктәптә уҡыған мәлдән йөрөйҙәр ине. Ул саҡта уҡ уларҙы «кейәү менән кәләш» тип ирештерә торғайнылар. Ниңә бирмәнеләр икән Байрасҡа?
– Күрәләтә нисек бирәһең инде? Ул өйҙә Байрастан башҡа алты бала бар. Иң өлкәне – Байрас, – ҡатын, Хөрмәтулла ышанмай ҡуйыр тигән һымаҡ, һәр һүҙенә баҫым яһап, ныҡлап аңлатты. – Унда килен булып төштөниһә, Сания ҡол була ла ҡуя инде. Байрастың әсәһе сирләшкә генә, теге алтауҙы ҡарар кәрәк бит. Өҫтәүенә күбеһе малай.
– Беҙҙекеләр икәү генә бит. Сания иркә генә үҫте. – Ир ҙә ҡатынын яҡлашты.
– Ярар, Байрасҡа бирмәһә ни, ҡыҙыбыҙҙың йәше үтеп бармай әле. Уның матурлығы менән утыҙҙа ла сират торорҙар.
– Мин алам тиһәм, бирер инегеҙме? – Был һүҙҙең ауыҙынан нисек сыҡҡанын Хөрмәтулла үҙе лә һиҙмәй ҡалды шикелле. Ләкин әйтелгәйне ине инде. Осоролған сәпсекте кире тота алмайһың.
Фәүзәт менән Сәриә ялт итеп Хөрмәтуллаға ҡараны. Кәүҙәгә бик үк оҙон булмаһа ла, мыҡты ғына, түңәрәк бите килешле генә, тулҡынланып торған сәсен артҡа тараған. Ошондай сәсте ярата Сәриә, юҡһа иренең сәсе ике бөртөк кенә, асыуым килмәһә, уныһы ла һарғылт. Ҡырын тараған була ла, түбәһендәге таҙын аса ла ҡуя.
– Әлләсе... – тип һуҙҙы ҡатын.
– Һеҙ атайың менән әсәйеңдә бишәүме әле? – тип асыҡлыҡ индерергә булды Фәүзәт.
– Юҡ, беҙ дүрт бала. Ике ағайым, бер апайым бар. Мин кинйә.
– Үҫеп бөткәндәр икән. – Ҡатындың тауышы йомшаҡ ҡына сыҡты.
– Үҫеп бөтөү генә түгел, үҙҙәренең балалары бар, айырым торалар. Мин ҡырҙа булғас, атайым менән әсәйем өйҙә икеһе генә.
– Һин ҡала кешеһе булып бөттөңмө инде? – Фәүзәттең дә тауышы һәүетемсә тыныс ҡына сыҡты. Былар кирегә боролоп китмәһен тип егет ышаныслы һөйләргә тырышты:
– Әрмегә тиклем Баҡыртауҙа ике йыл эшләгәйнем. Ҡайтҡас та бына һаман шунда.
– Ятаҡта тораһыңмы? – Сәриәнең тауышы һағайыулы ине.
– Эйе, ятаҡта. Өйләнмәгән кешеләрҙең бөтөнөһө лә ятаҡта йәшәй. Өйләндениһәләр, шундуҡ фатирлы булалар.
– Эш хаҡың күпме һуң?
– Йөҙ һум сыға айына.
– Оһо, Байрастыҡы 35 һум ине. Үҙенең ашауынан артмай.
Байрастың эш хаҡы күберәк икәнлеген белә ине Хөрмәтулла. Училищела ла бергә уҡынылар, бер үк фабрикала эшләйҙәр бит. Ләкин тегене яҡлап аныҡлыҡ индереп торманы.
Көтөлмәгән туйСанияның атаһы менән әсәһе бер аҙ шым ултырҙы.
– Һинең атайың мал табибымы әле? – тип ҡыҙыҡһынды ҡатын. Хөрмәтулла урынына ире яуап бирҙе.
– Эйе, беләм мин уны. Силсәүит тә булды, һатыусы ла, агент булып иҫке-моҫҡо ла йыйҙы. Ветеринарлығы тыумыштан инде. Уның ҡулы тейгән мал, үлергә ятһа ла, тороп китә. Хәтерләйһеңдер, беҙҙең һыйыр ашлыҡ ашап, эсе күбеп тәгәрәгәс, ул әллә нимә генә эшләтте, теге шәбәйеп китте. Ә бит күпме кешенең малы ҡазаланды.
Вагондағы кешеләр хәрәкәтләнә, төшөргә йыйына башланы. Ир менән ҡатын да сумкаларын барланы. Шунда Фәүзәт Хөрмәтуллаға боролдо.
– Һинең һүҙгә Сания ни әйтер икән һуң?
Хөрмәтулла яурындарын һикертте.
– Мәктәптә уҡыған саҡта уҡ күҙем төшкәйне. Ул Байрас менән йөрөгәс, араларына инмәнем.
– Ярар, уйларбыҙ. – Фәүзәт һүҙҙең бөткәнен аңлатып нәмәләрен ҡулына алды, ул арала поезд тәгәрмәстәре лә сыйлашып барып туҡтаны. Ейәнсура станциянан алыҫ түгел. Хөрмәтулла йүгерә-атлай ҡайтып инде. Солан иҙәнендә аяҡ кейеменең күплегенә ҡарап, атайымдар ҡунаҡ йыйған икән, тип уйланы. Өй ишеген асыу менән уны күрше урамда йәшәгән Зәбилә күрҙе. Был ни эшләп йөрөй икән бында? Зәбилә йылп итеп ҡашығаяҡ яҡҡа инеп китте. Ундағы ҡатын-ҡыҙға өндәшә һалды:
– Хөрмәтулла ҡайтҡан.
Быны егет тә ишетте. Элек Хөрмәт ти ҙә ҡуя торғайны. Быға ни булған, тип уйлап өлгөрҙө, уңарсы булмай әсәһе килеп сыҡты. Улының арҡаһынан тупылдатып һөйөп:
– Минең улым үҙе лә ҡайтып инде, – тип яңылыҡты өйгә тултырҙы. Хөрмәтулланың атаһы килеп сыҡты, уның артынан Зәбиләнең атаһы, әсәһе сығып егет менән күреште. Ирҙәр матур ғына ҡыҙмаса булып алған. Өҫтәлдә бал һала торған стакандар күренә. Был ниткән байрам икән? Зәбиләнең нәҫел-ырыуы менән атайымдар бик яҡынлап аралашмай торғайны ла баһа, тип ҡуйҙы Хөрмәтулла эстән генә.
Яңы ҡунаҡ килгәс, табынды яңырттылар ҙа киренән һикегә ултырыштылар. Тик Зәбилә генә өйҙөң ҙур яғына, ҡунаҡтар араһына сығып күренмәне.
Хөрмәтуллаға атаһы әсе бал һалынған стакан тотторҙо. Быныһы инәлтмәне, төп күтәреп эсте лә:
– Атай, мин өйләнәм. Шуны әйтергә ҡайттым, – тине.
– Өйлән шул. Һин өйләнһен тип беҙ мәшәҡәтләнеп ултырабыҙ. Үҙең тапмаһаң ҡыҙ, бына беҙ таптыҡ.
Шунда барыһын да аңланы Хөрмәтулла. Атаһы менән әсәһе яҙ әрменән ҡайтҡас та, өйләндерәбеҙ, тип бер булғайны. Ул саҡта өйләнергә күҙе төшкән ҡыҙы юҡ ине Хөрмәтулланың. Шулай тигәс, шымғайны атай-әсәһе. Әле бит былар Зәбиләне уға әйттерергә булып, ҡоҙа-ҡоҙағый менән та­нышыу табыны ҡорған да баһа!
– Юҡ, ул түгел, – Хөрмәтулла өйҙөң бәләкәй яғында йөрөгән Зәбиләгә баш иҙәне. – Ул түгел.
– Кемде алыр китәһең һуң һин?
Өй шып-шым булып ҡалды.
– Күрше ауылдан Фәүзәттең ҡыҙы Санияны.
– Тирә-яҡта бер сибәр тип һөйләйҙәр, шунымы ни?
– Эйе, шуны.
– Ауыҙың бәлеш түгел, үҙемә оҡшап. Әсәһе, ишетәһеңме, улың ни һөйләй?
Хөрмәтулланың әсәһе ҙур яҡтың ишегенән башын ғына тығып ҡараны ла ҡунаҡтар яғына ымланы. Кеше алдында нимә һөйләгәнеңде аңғарып ултыр, тиеүе ине. Әммә ир быны аңламаны, шикелле, һаман үҙенекен итте.
– Ул килен булһа, беҙҙең өй ҙә бүтәнгә әйләнер ине.
Атаһының башҡа юҫыҡҡа борола башлағанын тойған Хөрмәтулла:
– Атай, Санияны һорап яусы ебәрәйек, – тине.
– Ә нимәһе? Дөрөҫ. Тимерҙе ҡыҙыуында һуғыр кәрәк. Әсәһе, бар Мәфтүхаға әйт: яусы булһын. Ат менән күрше ауылға үҙем алып барам. Һөйләшеп бөткәнен Хәйернисаларға инеп көтөп то­рормон, Фәүзәткә күрше генә бит. – Тора һалып ат егергә сығып та китте. Ҡашығаяҡ яғында Зәбилә, уның әсәһе мышҡылдашып илай ине. Зәбиләнең атаһы ҡайтырға сығып бара. Уға өй хужаһы өндәште:
– Мин һине былай ғына «ҡоҙа» тиер ҙә ҡуярмын. Туй ашына ла әйттерермен, килерһең, йәме.
Тегенеһе ҡулын ғына һелтәне лә өндәшмәйенсә ҡайтып китте. Кешеләр таралышҡас, Хөрмәтулланың әсәһе үпкәләне:
– Эй, иҫәрһегеҙ ҙә инде. Үҙенән алда нимәһе ҡысҡырған тигәндәй, кеше саҡырып ултыр ҙа, битенән көлөп сығарып ебәр. Шул булдымы ирлек?
– Кеше алдында яҡшатланам тип, балаң ғүмер буйы оҡшатмаған кешеһе менән йәшәһенме? Тегенең, исмаһам, ҡарайым тиһәң, бите, тотам тиһәң...
– Ҡайтып дау һалдың да ул. Ә атай менән әсәйҙең туй яһарлыҡ хәле бармы һуң, шуныһын уйланыңмы? – Әсәй кеше иң һуңғы, әммә кәттә дәлилде сығарҙы.
Артур Василов һүрәте.


Хикәйәнең тулы вариантын журналдың 6-сы (2018) һанында уҡығыҙ.


Теги: Ғәлим Хисамов




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook