«Осоштоң ни икәнен Ҡанатлы күңел белә...»

«Осоштоң ни икәнен Ҡанатлы күңел белә...»
Таңһылыу ҠАРАМЫШЕВА


Ғәййәр үә ватансыл, сәсән телле һәм эшһөйәр – билдәле шағирә Таңһылыу Ҡарамышеваның булмышын асыр өсөн был ҡылыҡһырлау ғына ла аҙ кеүек. Уның ғәм асылы халҡыбыҙҙың нисек көнитмешен, донъяны ҡабул ҡылмышын, холҡон һәм күңел донъяһын тасуирлаған һутлы шиғырҙарында аныҡ тойомлана.

Ҡанаттар
Бер ҡанатым елпенһә,
Елпенә икенсеһе.
Ҡанатым икәү минең,
Юҡ уның өсөнсөһө.
Мин шундайын ҡушылма,
Мин шундайын бер бөтөн:
Бер ҡанатым имгәнһә,
Оса алмай бөркөтөм.
Ике ҡанат – йән, тәнем,
Ҡаным менән илһамым.
Икәү бергә бер бөтөн
Тойғолар менән аңым.
Ярты кеше түгелмен –
Бар есемем, бар рухым.
Осорта ике ҡанат –
Бөгөнгөм һәм тарихым.
Ҡанатлы ҡош күктәрҙә
Талпынып осоп килә.
Осоштоң ни икәнен
Ҡанатлы күңел белә.

Осто ваҡыт
Ел туҙҙырып, пыр-пыр итеп,
Ҡанаттары кәйелеп,
Осто ваҡыт баш осонан,
Ҡош шикелле кәйелеп.
Осто йәшлек. Үтте-китте.
Эй, ҡәҙерлем, алтыным!
Донъяны кемгә ҡалдырып,
Оса хәҙер ҡартлығым?
Осто ғүмер. Ҡайтмаҫ ҡабат.
Һис бер үкенес тоймаҫ.
Зеңгер-зеңгер зәңгәр күктән
Ҡаурыйын ҡабат ҡоймаҫ.
Осто, осто, барыһы осто...
Ә мин һаман талпынам.
Ҡанат киреп осорҙаймын
Ҡыйғыр ҡоштар артынан...

Ҡылғандар
Бүләк итәм әле һиңә
Ҡылғандар гөлләмәһен.
Һорау бирмә, яуап көтмә –
Бер ни ҙә һөйләмәмен.
Һөйәһеңме, һөймәйһеңме?
Кәрәкмәй яуаптарың.
Барыһын да әйтеп бирер
Бары күҙ ҡараштарың.
Ҡояш күрһәм мин уларҙа,
Ҡасмамын яндарыңдан.
Барыһын да мин аңлармын
Һинең ҡылғандарыңдан.
Шул сағында булыр сәскә –
Барыһы һинең өсөн.
Ышан миңә, алдамаҫ һис,
Ҡылған һөйләр дөрөҫөн.

Оҡшашлыҡ
Елбер-елбер килә елгә
Күбәләк күлдәктәре.
Аллы-гөллө бөжәктәрҙең
Елкенә йөрәктәре.
Бер асыла, бер йомола
Күҙҙәрҙең бәбәктәре.
Ҡанатланып осор һымаҡ
Таждар күбәләктәре.
Күбәләктең ҡанатымы?
Әллә гөлдөң тажымы?
Тажға оҡшаған ҡанаттар
Әллә һауа сағымы?
Сәскә кеүек күбәләктәр,
Күбәләктәй сәскәләр...
Дөрөҫлөккә оҡшаш ялған
Йәнде шулай иркәләр.

Барсыллыҡ
Таңда торам. Юғалмаған
Иртәсел, таңсыллығым.
Юғалмаған яҡтылыҡҡа –
Һөйөүгә таҫыллығым.
Һөйәмен мин ал ҡояшты,
Нурҙарҙың аҫыллығын.
Таныйым мин мөхәббәттең
Донъяла барсыллығын.
Юҡсыллығын танымайым
Кешелеген кешенең.
Бикләмәйем мәрхәмәткә
Йөрәгемдең ишеген.
Борсолдормай ғүмеремдең
Күплеге, аҙсылығы.
Бәхет миңә ал таңдарҙа
Өлөшөм барсыллығы.

Кеше
Һандуғастар һайрай тиеп
Кәкүктәр һайрамай бит.
Кәкүктәр бары күкелдәй,
Үкһеп саҡ иламай бит.
Кеше генә илай ала
Бүтәндәр илағанға,
Йәшле керпеген йәшермәй
Йөрәге тулағанда.
Бер-беренә терәк булып
Кешеләр тора һаҡта.
Үҙ ҡайғыһы ҡайғы түгел,
Иле илаған саҡта.
Үҙ шатлығы шатлыҡ түгел,
Иле ҡыуанған саҡта.
Шуны белеп, һандуғастар
Һайрай һәр бер ботаҡта...




Теги: Таңһылыу Ҡарамышева




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook