«Уятһындар таңда һандуғастар, Үҫһен күкрәп иген туғайҙа...»

«Уятһындар таңда һандуғастар, Үҫһен күкрәп иген туғайҙа...»
Камил ФАЗЛЫЙ

Камил Фазлый (Камил Фазлетдинов) – бәрәкәтле Бәләбәй ерен данлап ғүмер иткән, бар йәшәү көсөн тыуған еренә арнаған шағир. Киң йәмәғәтселеккә ул күберәк мәрәкә оҫтаһы булараҡ билдәле. Журналыбыҙға тәҡдим иткән яңы шиғырҙарында иһә ижадсы рәхмәтле ул, хәстәрлекле ир, илһөйәр фәйләсүф булараҡ асыла.

Әсәй бүләге
Әсәй миңә матур күлдәк алған,
Тыуған көндә бирҙе бүләген.
Эй, әсәйем, ниңә ҙурҙан ҡуптың?
Бүләк үҙе изге теләгең!

– Йылы тәндәреңдә туҙһын, – тинең, –
Һәм кейергә яҙһын яңыһын.
Белһәң, әсәй, һуңғы бүләгеңде
Кейгәс, кире килмәй һалаһым.

Ошо күлдәк аша, әйтерһең дә,
Йылы килә һинең ҡулдарҙан.
– Балаларым! – тиеп йән атыуың
Ишетелә сабый йылдарҙан.

Бүләгеңдә тере һының тойоп,
Һинең менән ихлас серләшәм.
Шул күлдәккә ҡағылыуым була:
– Әсәкәйем! – тиеп өндәшәм.

Шифоньерым тулы күлдәктәрҙең
Һуңғы мода, фасон төрҙәре.
Тыуған көнөм бөгөн, ә өҫтөмдә
Иң шәп күлдәк – әсәй бүләге.
«Уятһындар таңда һандуғастар, Үҫһен күкрәп иген туғайҙа...»
Яҙмыш
Һәр кемдең бар Ерҙә үҙ яҙмышы,
Маңлайына һырлап яҙылған.
Ғүмер ебе, аҡыл-нисбәт йөгө
Ата-бабаларҙан яғылған.

Бар шулай уҡ уртаҡ ил яҙмышы,
Яҙмыштарҙы уртаҡ бәйләгән.
Беҙҙең өсөн йәнен фиҙа ҡылған,
Ҡурсалаған, яуға әйҙәгән.

Ил-Әсәбеҙ өсөн күпме яугир
Башын һалған, ҡанға төрөнөп.
– Ил һәм кеше – бер яҙмыш! – тип улар
Әйтер ине, ҡайтһа терелеп.

Һәр кемдең бар Ерҙә үҙ яҙмышы
Маңлайына яҙылған. Шулай ҙа
Уятһындар таңда һандуғастар,
Үҫһен күкрәп иген туғайҙа.

Нурлы ҡояш көлһөн зәңгәр күктән,
Күңелдәрҙән йыр-моң ағылһын.
Кисен гармун тартҡан егеттәргә
Уңған, сибәр ҡыҙҙар табылһын.

Алһын биләп дәртле күңелдәрен,
Ҡанаттарын ҡағып наҙ ҡошо.
Имен торор маңлайҙағы яҙмыш,
Торһа имен илем яҙмышы.

Нәжәғәй
Күҙәтәм мин йәйге төндә
Нәжәғәй уйнағанын.
Һиҙәм, хистәремдең ташып,
Күкрәккә һыймағанын.

Арыш баҫыуы өҫтөнән
Яҡты юл ярған кеүек.
Көмөш йырлы йәшлегемә
Саҡырып алған кеүек.

Көтә унда ҡолас йәйеп,
Исемемде өндәшеп,
Бер сибәр ҡыҙ, йөҙҙәренән
Нурлы нәжәғәй сәсеп.

Әсир ҡалып «нәжәғәй»гә,
Уралып толомона,
Төшкәйнем мин арбап алған
Мөхәббәт «ҡоллоғона».

Һирпелгән ҡараштарынан
Йәнгә нәжәғәй ҡапты.
Ғүмерлеккә юлдаш иттем,
Тормошом шуға яҡты.
Йәйге төндә тауыш-тынһыҙ
Нәжәғәй ялтлап үтә.
Нәжәғәйҙәй балҡып өйҙә
Бер сибәр донъя көтә.

Үкенмәм
Тыуғанмын мин ергә һөрән һалып,
Етмәгәндә ҡышҡы таң атып.
Шатлығынан атай буталыпмы,
Бер аҙнаға яҙған һуңлатып.

Әллә шуға бары һуңлап килде:
Яуҙы һуңлап һөйөү ямғыры.
Бәрәкәтле шифа тамсылары
Уллы итте, рәхмәт яуғыры.

Һуңлап ҡына килде аҡыл, зиһен,
Ваучерлатып илде һатҡанда.
Һуңлап сығарҙылар пенсияға,
Йәштәштәрем алып ятҡанда.

Һуңлап килде тиер байлығым юҡ,
Эшләһәм дә мәңге ат һымаҡ.
Иртә килгән ҡышҡа ҡарағанда,
Һуң килгәне миңә яҡшыраҡ.

Ҡәнәғәтмен ошо һуңлауҙарҙан,
Һәм арттырыр инем этабын.
Ун биш китап сығарғанда берәү,
Донъя күрә һыңар китабым.

Сираттарҙа артҡа этәрәләр,
Алдан урын һорап үтенмәм.
Ашыҡҡандар, әйҙә, ашыҡһындар,
Һуңлап килһен әжәл – үкенмәм!




Теги: Камил Фазлый




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook