ҺӘҘИӘ

ҺӘҘИӘ
Гүзәл СИТДИҠОВА

Арҙаҡлы, хөрмәтле шағирәбеҙ, ил инәһе Гүзәл Ситдиҡова үҙенең 65 йәшен мул уңыштар менән ҡаршылай. Рухиәтебеҙ һәм әҙәбиәтебеҙҙең яҡты йондоҙо Һәҙиә Дәүләтшинаның күңел тәрәнлеген, киңлеген һәм бейеклеген уның шәхесенә тиң кеше генә тулыһынса аса алалыр. Иң-иңдәргә мәҙхиә уларға тиңдәр ҡәләменән тамғанда ғына йөрәккә үтеп инерлек яңғырай. Яҙыусының халҡыбыҙ булмышын асып һалған «Ырғыҙ» романы авторының, тәүге ҡатын-ҡыҙ прозаигыбыҙҙың ҡатмарлы яҙмышы хаҡында бәйән иткән яңы поэмаһы уҡыусыларыбыҙ күңеленә лә хуш килер!

ҺӘҘИӘ
(поэма)


Бер күгәрсен «гөр-гөр» өй алдында
Ем сүпләне, серле ҡарай-ҡарай.
Кем өркөттө – ҡапыл осоп китте,
Төшөп ҡалды ергә күкһел ҡау(ы)рый.
Күгәрсен ҡош әллә сәләм бирҙе,
Әллә хәбәр һалды үткәндәрҙән:
Ҡош ҡау(ы)рыйы алып һөйөнгәндәр
Хаттар килһә әүәл һөйгән йәрҙән.
Ишараһы тиеп әллә күктең,
Ым эҙләгән булдым әҙ генәнән:
Таптым кеүек осон табышмаҡтың,
Был сәләм бит унан – Һәҙиәнән.

* * *
Ырғыҙ буйҡайҙары, һай, йәмле шул,
Ырғыҙ һыуҡайҙары, һай, түлле,
1905-тә яҙғы һыуҙан
Бәпес ҡайта, наҙға күмелеп.
Бүләк кенә инде зат-ырыуға,
Бигерәктәр нурлы ҡыҙ ғына,
Әсәкәйе төрөп аҡ биләүгә
Һөйөп-наҙлап ала ҡулына.
Ҡаш ҡынаһы айҙай ҡыйғас инде,
Күҙ теймәһен бер үк күҙенә,
Бүләк инде, бүләк – Һәҙиәкәй,
Исемкәйе таман үҙенә.
Исеменә күрә – есеме, тип
Һөйөнөшә туған-тыумаса,
...Буй еткәндә яңы елдәр иҫеп,
Яҙмышына ҡыҙҙың юл аса.
Яҙғы елдәр менән үҙгәрештәр
Килеп етә алыҫ ауылға:
Көрәшегеҙ, тиҙәр, ирек яулаң,
Күнеп ятмаң тормош ауырға.
Итәк тулы етем – әсәһендә,
Күҙ терәгән терәк – баш ҡыҙы,
Ҡыйыулығы, зирәклеге уның!
Көрәшкә лә инә, ашҡынып.

* * *
Мөғәллимә! Ун биш йәштән генә
Апай тиҙәр уға ололар,
Ололоҡ бит йәштә түгел – эштә,
Алдан бара уның юлы ла.
Пыран-заран итеп тәхеттәрҙе
Ихтилаллы дауыл осорта,
Тура килә үҫмерлектән сығыу
Ғәрәсәтле, утлы осорға.
Комсомолға инә – оло шатлыҡ!
Башҡорт ҡыҙҙарынан – ул тәүге!
Уға хәҙер алдан, маяҡ булып,
Көрәш юлдарынан үтәһе!
Хыяллана: башҡорт аһ-зарҙары
Үткәндәрҙә генә ҡалырҙар!
Ил яңыра! Синфи аң яңыра!
Кәрәк, тиҙәр, милли кадрҙар.
Уҡы, тиҙәр, редакторҙар кәрәк,
Белгес көтә милли матбуғат!
Һүҙҙәр саңҡый, һандалдағы кеүек,
Өндәмәләр, оран – хас булат!

***
Романтика! Ҡыҙҙың күкрәгенә
Һыймай шатлыҡ, һыймай ғорурлыҡ!
Ал-ял белмәй ғилем үрҙәренә
Ашҡына ул, түгел тыйырлыҡ!
Тотон, тиҙәр, ағарт ҡара халыҡты,
Мәғрифәтселеккә – ҙур эшкә!
Йүнәлтәләр ҡыҙҙы тыуған яҡҡа,
Наҙанлыҡҡа ҡаршы көрәшкә.
Ә шулай ҙа йәшлек йәшлек инде,
Мөхәббәт тә килә һуңламай.
Һин башкөллө көрәшсе икәнде
Йөрәк бит ул һис тә тыңламай.

* * *
Аһ, ниндәйен егет – Ғөбәйҙулла,
Үҙе батыр, үҙе һөйкөмлө,
Алдағыны шундай матур һөйләй –
Тыңлап-тыңлап туймаҫ шикелле.
Әҫәрҙәрен кеше көтөп ала,
Ә бейеһә – хайран уҡ халыҡ,
«Ғәлиәбаныу» көйөнә лә кеше
Бейей ала икән ут һалып!
Бына шундай янып торған егет!
Пар килгәндәр шундай икеһе –
Бар донъяла уларҙан да артыҡ
Ғашиҡ булыуы ла икеле!
***
Тик әлегә араларҙа кәртә –
Ырғыҙ ҡайнап ярҙан артыла.
Түҙәме ни ғашиҡ! Юлға сыға,
Һөйгәненә уҡтай атыла.
Тубығынан кисеп ҡарлы һыуҙы
Йүгерә-атлай бара көн оҙон,
Һәҙиәһе унда – ауылда бит,
Һәҙиәһе – яҡты йондоҙо!
Ҡояш микән, әллә һөйөүеме
Диңгеҙ итеп ҡарҙы иретә,
Ҡыш буйына йоҡлап ятҡан ерҙе
Күҙ алдында нәғеҙ терелтә.
Тәбиғәттең яҙғы алҡыныуы!
Еҙнә һипкән алтын тәңкәләй
Күҙ алдында һары сәскә ҡалҡа,
Тал бөрөһө йәнде иркәләй.
Ҡоштар инде парлап оя ҡора,
Елкендереп сут-сут килешә,
Ғашиҡ донъя – ҡояш ергә ғашиҡ,
Ә ер мулдан һөйөү өләшә.
Ана алда – Һәҙиәһе йорто,
Буй етмәй шул, бары күҙ күрә,
Арала бит – Ырғыҙ, ярҙан ярға
Ярһыу януар кеүек үкерә.
Күҙ бәйләнгән, ярҙа кеше-ҡара
Күренмәй ҙә инде был мәлдә.
Ҡысҡырһа ла кем ишетер тиһең...
Теге ярҙа бәйле кәмәләр.
Килеп еткәс – кире ҡайтамы ни,
Түҙәме ни егет төн буйы.
Ажғыр Ырғыҙ ташҡынына ҡарап
Тәүәккәлләй Ғөбәй – ни булыр?!
Алышалар икәү: йылға – егет,
Ҡорбан көҫәй Ырғыҙ, шашына,
Һалҡын ҡосағына ҡыҫып алып
Һөйрәй аҫҡа, һөйрәй һыу түбәнгә
Етер өсөн егет башына…


Поэманың тулы вариантын журналдың 6-сы (2017) һанында уҡығыҙ.




Теги: Гүзәл Ситдиҡова Һәҙиә Дәүләтшина Поэма




Яңы һан



Журнал архивы



Һеҙҙең мөнәсәбәт

Сайттың яңы дизайны оҡшаймы?



Тауыш бирергә Һөҙөмтәләр



Мы в Одноклассниках
Мы на Facebook